Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
6 Февраль 2023, 14:10

Балаҫ һуҡты өләсәй...

Өләсәйемдең мин бәләкәй саҡта балаҫ һуҡҡан саҡтары иҫкә төштө... Бүрәнә араларына ҡағыҙ йәбештереп, зәңгәр төҫкә буялған стенаның буйынан буйына урындыҡ һуҙылған. Ишектән килеп инеү менән иғтибарҙы урындыҡтың бер-нисә таҡтаһын алып, уның уртаһына ҡуйылған балаҫ һуғыу ҡоролмаһы йәлеп итә. Был турала тулыраҡ - сайтта.

Балаҫ һуҡты өләсәй...
Балаҫ һуҡты өләсәй...

Башта Сара өләсәйем аҡ һәм ҡара унлы ептәрҙе стена буйына ҡағып ҡуйылған сөйҙәргә эләктереп, тегеләй ҙә, былай ҙа үтә - оҙата. Сөйҙәрҙә ептәр теҙмәһе үҫкәндән үҫә, өләсәйемдең ойок энәһенә кейҙереп тотоп алған еп тәгәрмәстәре зыр -зыр килеп әйләнә.

Аҙаҡ ул епте үреп, берәмләп, түбә таҡтаһына элеп ҡуйылған ике көрөҫ, тараҡ аша үткәрә, осон станоктағы дүрт тишекле борғосаға беркетеп ҡуя. Икенсе осон ҡаршы стеналағы сөйгә нығыта.

Епте яйлап шул бәйләмдәренән ысҡындыра бара. Раманы хәтерләткән, өҫтән аҫҡа махсус ныҡлы ептәр һуҙылған ике көрөҫ, педалгә оҡшаған тәбәлдереккә баҫҡанда, бер- бер артлы ҡалҡып -төшөп тора.
Шул арҡала, ептәр араһында ҡырҡылған (йыртылған) сепрәкте үткәреү өсөн мөйөш барлыҡҡа килә. Өләсәйем сепрәкте, шымарып ялтырап торған 30 см тирәһе оҙонлоҡтағы ағас һоҫҡо ярҙамында тигеҙләп һала. Һоҫҡо энә күҙәүенә оҡшап тора, тик ике яҡтан да осло. Шунан ул «юлды» (үткәргән сепрәкте) тараҡ менән үҙе яғына тартып, нығытып ҡуя. Тәбәлдереккә баҫыу менән, көрөҫтәр урындарын алмаштыра.

Ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр сепрәк йомғаҡтары әкренләп бәләкәсәйгәндән бәләкәсәйә.
Ҡара, аҡ, һоро төҫтәрҙе һирәк ҡуллана өләсәйем. Гел сағыу төҫтәрҙе ярата.

Бауҙың осона еткәнсе шулай мауығып эшләй. Тәбәлдеккә баҫҡанда көрөҫтәр тыңлаусан сыйылдап тора. Һирәкләп өләсәйемдең "ошондай төҫтө һалайыммы икән?" тип, йә минән һорап, йә үҙ алдына һөйләнеүе ишетелеп ҡала.

Һуғылған туҡыма борғосҡа бороп нығытыла, күберәк йыйыла башлағас, махсус ярыҡтан аҫҡа төшөрөлә бара.

Аҙаҡтан өләсәйем балаҫты 2-3 метрлы өлөштәргә ҡырҡып, остарындағы ептәрен ныҡ итеп тартып, суклап бәйләй. Өлөштәрен бергә тегеп, 3-4 инлек балаҫ эшләй ҙә, ептәр күренмәһен, йәмлерәк булһын өсөн, ситтәрен сепрәк менән ҡамап тегеп ҡуя.
Бер кеше алып китеүгә, икенсе заказ көтөп тора.
Тағы ла яҡынса бармаҡ яҫылыҡ итеп, сепрәк йыртабыҙ, еп оҙатабыҙ...

Кешеләр балаҫтарҙың ҡәҙерен белә ине ул ваҡытта.

Инәнән күрмә, әсәйем дә был һөнәрҙе үҙ итте. Үҙенә генә түгел, башҡа кешеләргә лә балаҫтар һуғып бирҙе. Теләүселәрҙе, ентекләп, был матур һөнәрҙең серҙәренә өйрәтте.
Әле лә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәле, кәйефе барҙа балаҫ һуғып ала. Ейәнсәрҙәрен өйрәтә.
- Өләсәй, станогыңды бүтән кешеләргә биреп ҡуйма, йәме! - ти улар.

Балаҫ һуғыуға ҡыҙыҡһыныу артҡанда, халҡыбыҙҙың боронғо һөнәре онотолмаясаҡ тигән өмөт нығына.

Һүрәттә: авторҙың әсәһе, Ғәлиәкбәрҙә йәшәүсе Хөснә апай үҙенең ҡул эштәре – күңел емештәре менән.

Рәйлә Нурмөхәмәтова (Кулбаева).

Балаҫ һуҡты өләсәй...
Балаҫ һуҡты өләсәй...
Автор:
Читайте нас: