Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
16 Сентябрь 2022, 09:35

Нәби консерваторияһын тамамлаған кеше ине...

Кисә, 15 сентябрҙә, арҙаҡлы райондашыбыҙ, илаһи моң эйәһе Дәүләтбай Рәхмәтуллиндың тыуыуына 85 йыл булды. Йор һүҙле, киң күңелле, ғөмүмән, яҡшы кеше булды ул. Бөрйәндә бер нисә йыл йәшәп киткән Гөлсөм Монасипованың матур хәтирәләре Дәүләтбай ағай тураһында яҡшы иҫтәлектәрҙе байытыр ғына...

Нәби консерваторияһын тамамлаған кеше ине...
Нәби консерваторияһын тамамлаған кеше ине...

Бөгөн Бөрйән районының аҡһаҡалы, билдәле ҡурайсы, аҡ һәм саф күңелле йыраусы Дәүләтбай ағай Рәхмәтуллинға 85 йәш тулған, өйөн тултырып ҡунаҡ йыйған, тәүлек буйы ҡотлау алған көнө булыр ине...
Рәсәй эстрадаһы йырсыһы Алла Пугачеваның: "Ниндәй консерваторияны тамамлап килдегеҙ", тигән һорауына, шаяртып: "Нәби консерваторияһын", тип әйтеүсе һәм Алла Борис ҡыҙының: "Мин Мәскәү, Ҡазан консерваторияларын ишетеп беләм дә ул, ә Нәби консерваторияһы ҡайҙа", тигән һорауына, кинәйәләп кенә: "Бөрйәндең тап уртаһында", тип яуап биреүсе, Рәсәй эстрадаһын шаулатҡан тирә-яҡта билгеле шәхес, остаз, киң күңелле ағай ине... Шул киң күңеллелеге менән: "Беҙгә, әбей менән бабайға, күп кәрәкме ни, әйҙә, баҡсаның яртыһына һеҙ картуф сәсегеҙ", тип саҡырғандан алып Дәүләтбай ағай менән үтә яҡынайып киттек, тиһәң дә була.

Тынғыһыҙ ағайыбыҙ йәй буйы картуфтың һәр төбөн тигәндәй тәрбиәләй, ул булғанда колорадо ҡуңыҙҙарына көн юҡ: "ҡайһылары минең тәнтерәкләп йөрөгәнемде күреп, тәгәрәп китеп эстәре ҡатҡансы көлөп үлделәр, яңылыш һыуыҡ һыу ҡойоп, ҡайһы берҙәре йүткереп әрәм булдылар, ҡайһы береһен шүрәле һымаҡ ҡытыҡлап теге донъяға оҙаттым", тип мәрәкәләй. Бик мәрәкәсел булды, әйтәгүр. Янына балалар менән түңәрәкләп ултырып ауыҙ асып тыңлар инек... Ҡурай ҡулынан төшмәне, оло йәштә булһа ла тауышы зеңкелдәп торҙо, хәтере яҡшы, зиһене шәп булды. Уларҙың ихласлыҡ бөркөлөп торған йортона ҡайным менән ҡәйнәмдең янына ҡайтҡан кеүек ҡайта инек. Һәр күрешкәндә лә бүләктәр бирешеп, тулы табындар ҡороп, уйнап, йырлап, көлөп, мәрәкәләшеп ултырыр булдыҡ. Айбулат улы менән Асия килене килһә, ҡунаҡҡа саҡырышырға тағы бер сәбәп табылыр ине.
Донъя көтөүгә ай-һай әүәҫ булды. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умарта, баҡса... Йә ул алмаһына прививка эшләй, йә бал ҡорттарын икенсе ысул менән ҡышлата - шулай ҡыҙыҡһыныусан булды. Уның һымаҡ тормошто яратҡан кеше һирәк осрай. Ныҡ яратты шул тормошто, кешеләрҙе, тыуған ауылын, Ағиҙелен, Йәүгәҙеһен, ҡурайын, башҡорт моңон...
Бөрйәндә йәшәп шундай шәп кешеләр менән осрашып йәшәүебеҙ менән бәхетле булғанбыҙ...
Дәүләтбай ағай тураһында үткән заманда яҙыуы ауыр хатта...
Урының ожмахтың иң түрендә булһын!!! Аллаһ Раббым һеҙҙән бер үк риза булһын! Һеҙ беҙҙең күңелдә һәм доғаларҙа...

(Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипованың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар файҙаланылды).

Нәби консерваторияһын тамамлаған кеше ине...
Нәби консерваторияһын тамамлаған кеше ине...
Нәби консерваторияһын тамамлаған кеше ине...
Автор:
Читайте нас: