Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
24 Июнь 2022, 14:35

Машина туҡтатып... китап алып ҡалған

Байназар ауылында йәшәүсе Афзал ағай Вәлиев “Китап” нәшриәтенең машинаһын туҡтатып, китап алып ҡалған. Уны был аҙымға нимә йәки кем мәжбүр иткән тип уйлайһығыҙ? Был турала – артабан.

Машина туҡтатып... китап алып ҡалған
Машина туҡтатып... китап алып ҡалған

Кисә район үҙәгендәге баҙарҙа Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре китаптар менән сауҙа итте. Ул нөктәнән кеше өҙөлмәүе ҡыуандырҙы – тимәк, рухлы, уҡырға яратыусы райондаштарыбыҙ күп әле.

“Китап” нәшриәте хеҙмәткәре И. Йосопованың яҙмаһы ла шуға дәлил:

-Китап уҡырға әүәҫ дуҫтарыбыҙға беҙ бик шатбыҙ. Йәне теләгән йылан итен ашаған, ти халыҡ мәҡәле. Кисә кис беҙгә социаль селтәрҙәрҙә Бөрйән ҡыҙы Венера һылыу мөрәжәғәт итте. Ул бихисап китап алған ине беҙҙән. Миләүшә Ҡаһарманованың "Бетерә шаршыһы" китабы кәрәк, һеҙ иртәгә ҡайҙа булаһығыҙ, тип яҙҙы ул. Белоретҡа юл тотабыҙ, тигәс, Байназар аша үтәһегеҙ, атайым туҡталыштан сығып алһа буламы, тине. Яҡташының ижад емешен алып уҡырға теләгән ҡыҙҙың теләген үтәү - беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ.
Афзал ағай йылмайып ҡаршы алды беҙҙе. Ауылдағы мәңге бөтмәҫ эшен ҡалдырып, китап алырға сыҡҡан мөләйем йөҙлө ағай хәйерле юл теләп ҡалды.
Бына шулай, рухлы бөрйәндәр китап һатҡан машинаны юлда туҡтатып тороп китап алып ҡала!

Ә машиан туҡтаттырып, атаһынан китап алдырып йөрөүсе Венера Мырҙағолова (Вәлиева) – Байназар ауылы ҡыҙы. Сибай институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын редакцияла башлағайны. Яҡты, яҡшы күңелле, ихлас, алсаҡ, дәртле, уңған һылыуыбыҙ бөгөнгө көндә Исламбай егете Артур Мырҙағолов менән бына тигән итеп донъя көтәләр. Венера уҡытыусы булып эшләй, Артур – шәхси эшҡыуар. Ғаиләләрендә Тимур исемле малай менән Камила исемле ҡыҙ үҫә.

Афарин, Венера! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

Машина туҡтатып... китап алып ҡалған
Машина туҡтатып... китап алып ҡалған
Машина туҡтатып... китап алып ҡалған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: