Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
13 Май 2022, 16:30

Иғтибар: атай менән әсәй ...һатыла

Был хәл Японияла була. Токиолағы баш ҡала гәзиттәренең береһендә түбәндәге эстәлектәге иғлан баҫылып сыға: “Атай һәм әсәй һатыла. Атайға – 70, әсәйгә 65 йәш. Хаҡтары – 1000 иен. Бер иенгә лә хаҡты төшөрмәйбеҙ!” Был ғәжәп иғланды уҡыған кешеләр: “Килде бит заманалар! Балалар үҙҙәренең ата-әсәләрен һаталар”, тип ғәжәпләнгәндәр. Икенселәре: “Етәкселек нисек быға юл ҡуя?!” тип өҫтәгәндәр. Ҡыҫҡаһы, был белдереү байтаҡ шау-шыу тыуҙырған. Был иғланды өйҙәрҙә һәм урамда сенсация һымаҡ итеп тикшергәндәр. Иғлан баҫылған гәзит күптән түгел автокатастрофала һәләк булған ата-әсәләрен ерләгән йәш ғаиләгә лә барып эләккән...

Иғтибар: атай менән әсәй ...һатыла
Иғтибар: атай менән әсәй ...һатыла

Ҡайғы-хәсрәткә батҡан йәштәр өсөн кемдәрҙеңдер үҙ ата-әсәһен һатырға теләүе иҫ китмәле бәғерһеҙлек, холоҡһоҙлоҡ булып күренгән. Атай менән әсәйҙең был хәлдә нимәләр кисереүен күҙ алдына килтереп тетрәнгәндәр. Бындай балаларҙан уларға нимә көтөргә?

Йәш ғаилә был ҡарттарҙы һатып алып, уларҙы үҙҙәренең һөйөүе менән солғап алырға теләгәндәр

Улар иғланда күрһәтелгән сумманы алып күрһәтелгән адресты юллап киткәндәр. Урынға барып еткәс, сәскәләргә сумып ултырған бик бай вилланы күргәндәр. Иғланда хата киткәндер, тип уйлаһалар ҙа, шылтыратып ҡарарға булғандар.

Уларға ишекте, матур йылмайып, оло ғына ир кеше асҡан. Йәштәр гәзиттә баҫылған иғлан хаҡында, үҙҙәренең ата-әсәләрен юғалтыуҙары һәм олоғайған ир менән ҡатынды һатып алырға теләүҙәре хаҡында белдергәндәр. Шунан господинды борсоғандары өсөн ғәфү үтенеп, күрәһең, адрес буйынса яңылышҡанбыҙҙыр, тигәндәр.

-Юҡ, һеҙ яңылышмағанһығыҙ, инегеҙ! – тип саҡырған тулҡынланып киткән ҡарт. –Мин хәҙер ҡатынымды саҡырам.

Ул арала ҡатынын алып кире әйләнә һалып килә.

-Эш шунда, беҙ ошо йорттоң хужалары. Беҙҙең унан тыш та ҡиммәтле әйберҙәребеҙ байтаҡ. Беҙҙең балаларыбыҙ юҡ. Ә беҙ үҙебеҙҙең байлығыбыҙҙы яҡшы кешеләргә ҡалдырғыбыҙ килде. Шуға иғлан бирҙек тә инде. Уға бары тик лайыҡлы кеше генә яуап бирер тип ҡарар иттек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай “тауарға” һатып алыусы табылырына шикләнгәйнек. Һеҙҙең теләгегеҙ үҙегеҙгә ҙур баһа, ә беҙгә шатлыҡ килтерҙе. Беҙ ышанабыҙ, үҙебеҙҙең йыйған мөлкәтебеҙҙе ҡалдыра торған кешеләр - тап һеҙ, - тип йылмая ололар...

...Ысын йөрәктән эшләнгән изгелекте һәр ваҡыт үҙең өсөн эшләйһең икәнлеккә матур миҫал был...

(Социаль селтәрҙәге “Хикәйәләр” төркөмөнән алынды).

Т. Баһауетдинова тәржемәһе.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: