Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
5 Май 2022, 10:35

Ҡурайсы Әсәт олатай

Атайым мәрхүм һөйләүенсә, Әсәт олатайым данлыҡлы ҡурайсы булған. Йәй көндәре ялан баҫыуҙарҙа эшләп ҡайтып ял итеп алғандан һуң, ул ҡулына ҡурайын алып, ҡапҡа тышына сығып, йыуан ҡайын төбөнә эшләнгән эскәмйәлә ултырып, боронғо оҙон көйҙәрҙе, бейеү көйҙәрен уйнаған. Әллә ҡайҙарға ишетелгән ҡурай моңон кешеләр һоҡланып тыңлаған, йәштәр бейеү көйөнә бейегән.

Ҡурайсы Әсәт олатай
Ҡурайсы Әсәт олатай


Көндәрҙең береһендә, ғәҙәттәгесә, ҡайын төбөндәге эскәмйәлә ҡурай уйнап ултырғанда уның янына ауылыбыҙҙың старшинаһы Ғәтиәтулла Байьегетов менән тағы ике ят кеше килеп иҫәнләштеләр. Ят кешеләрҙең береһе Ырымбур губернаһындағы чиновник, ә икенсеһе уның һаҡсыһы була. Ят кеше олатайҙан тағы ла боронғо оҙон көйҙө уйнауын һорай. Теге чиновник: “Һинең ҡурай уйнағаныңды икенсе мәртәбә ишетеп, һине үҙ күҙем менән күреп, тыңларға килдем, – ти һәм үҙенең тәҡдимен әйтә. – Мин һине үҙем биләгән Ырымбур ерҙәрендәге башҡорт ауылдарына йөрөтөп, ундағы ҡурайсылар менән таныштырғым, һеҙҙең уйнауығыҙҙы сағыштырғым килә”, - ти. Әсәт олатай риза була. Атайым һөйләгәндәрҙән шуныһы иҫтә: ул түрә ауылға килеп фатирға төшкәс, 1 сәғәт ваҡыт үтмәйенсә, Әсәт олатайға ла ашарға рөхсәт итмәй. Был һаулыҡ өсөн зыянлы тип иҫәпләгән.
Ашап, ял итеп алғандан һуң, ауылдағы ҡурайсыларҙы саҡыртып, улар араһында бәйге ойошторған. Әсәт олатайға еткән ҡурайсы булмаған. Түрә олатайҙы бүләкләп, пар ат ектереп ауылға оҙатҡан.
Борон һабантуйҙар, байрамдар Йылҡысыҡҡан, Ығышма күлдәре буйында, Морат туғайында үтер булған. Әсәт олатайҙың ҡурай моңдары һабантуйҙарына, байрамдарға йәм биргән.
1962 йәки 1963 йылдарҙа “Ағиҙел” журналында минең өсөн бик әһәмиәтле мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Ул атайым һөйләгән һүҙҙәрҙе раҫлау булып сыҡты. Ырымбур өлкәһенән бер уҡытыусы Әсәт исемле ҡурайсы тураһында яҙған. “Тау-урман яҡтары кешеһе булырға тейеш. Уның ҡайһы яҡтан икәнен белгем килә. Уны белгән туғандары, балалары барҙыр. Миңә хат яҙһындар”, тип адресын да яҙған ине. Мин был журналды өй башына, ҡыйыҡ аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙым. Бер ваҡытым барҙа яуап хаты яҙайым тип, журналды алырға менһәм, ул юҡ. Мәктәптә уҡып йөрөгән балаларым өй түбәһендә йыйылған гәзит-журналдар, кәрәкмәгән дәфтәрҙәр менән ҡуша мәктәпкә макулатураға тапшырғандар икән. “Ҡалған эшкә ҡар яуа” тигәндәре шул инде.

“Таң”. 2007йыл, 16 ғинуар, № 6 (8584)
Ҡазихан Ишморатов,
Ғәҙелгәрәй ауылы.

(ВЕНЕРА СИТДИКОВА ИЖАДЫ төркөмөнән алынды).

 

 

Автор:
Читайте нас: