Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Апрель 2022, 15:50

Осоусы тәрилкә булдымы, миражмы?

...Был хәлде кешегә һөйләргәме-юҡмы, тип байтаҡ баш ваттым. Ярай, блогерҙар, ана, нимә ашап, нимә эскәндәренә, йыуынғандарына тиклем көнөнөкөн-көнөнә күрһәтеп-һөйләп баралар әле, тип ниәт иттем. Быға йә мираж, йә тәрилкә күренер ҙә йөрөр инде, әллә ысынды яҙа, әллә уйлап сығара, тип көлмәгәндәр өсөн генә был яҙма.

Осоусы тәрилкә булдымы, миражмы?
Осоусы тәрилкә булдымы, миражмы?

...Төн уртаһында уянып киттем дә, әйләнеп ятайым тиһәм, күҙ орбитама ниндәйҙер нурҙар эләкте бит. Уф, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте хатта. Теге “осоусы тәрилкә” шулайтып яҡтырта тип ишеткәнем бар... Әллә... Уф, әллә шиғри күңеле менән йыһан-космоста, күҙе, аңы менән гел виртуаль донъяла ғүмер итеүсе атаһын юллап килеп, яңылышып йөрөүҙәре микән?.. Баштан уйҙар метеор һымаҡ үтеп тора... Сытырҙатып күҙемде йомдом да, өҫтәп ҡулым менән ҡаплап, был нурҙарҙың минең биткә яҡтыртырын көтөп ятам. Ул-был һиҙелмәне һымаҡ. Көтөп ятып, тирләп киттем. Бәлки, нурҙар юҡҡа сыҡҡандыр, тип ипләп кенә күҙемде асып, йәнә теге иҙәндәге яп-яҡты өс нурға күҙ һалдым. Юҡ, торалар, дөрөҫөрәге, иҙәндә яталар. Уяу икәнемде артыҡ һиҙҙермәй генә тәҙрәгә, тирә-яҡҡа күҙ һалдым. Тәҙрәлә ҡалын ҡорған, стенала ла нур сығанағы күренмәй. Ҡайҙан килә һуң ул нурҙар был ҡараңғы бүлмәгә? Юҡ, сығанағын тапманым тәки.

Күҙҙе кире йомдом. Ипләп кенә кире астым. Ҡыбырламағастар, әҙерәк ҡыйыулана төшөп, ныҡлабыраҡ ҡарарға булдым тегеләрҙе. Ҡараңғылыҡ эсендә яҡты ғына нәҙек һыҙат булып янып яталар шул.

Шунан... ҡапыл шаррр-шоррр итеп ҡалдым. Ярты төнгә тиклем телефонындағы виртуаль “дуҫы” менән шахмат уйнар өсөн күрше бүлмәгә оялап алған иптәшемдең дөбөр-шатыр итеп ырғып торғаны ишетелде. Элекке пограничник бит инде.

Унан - дөп-дөп, тып-тып... Унан – дөбөр-шатыр. Тыштағы электр бағанаһынан залға яҡты төшөп тора. Ипләп кенә ишекте ҡыҫып, залға күҙ һалһам, иҙәндәге балаҫ ҡайҙалыр китеп бара. Унан тағы – дөбөр-шатыр... Һәм теге нурҙар юҡҡа сыҡты.

Уфф, йоҡо ҡайғыһы китте...

Әле генә дөбөр-шатыр килгән кешенең шул арала хырылдап йоҡлап киткәне лә ишетелде. Үәт, исмаһам, кешелә нервы тигән нәмә...

Ә мин ике аҙна элек тышҡа сығарылып, шулай уҡ күңеле менән күк гиҙеп, аяғының ҡайҙа баҫҡанын абайламай йөрөгән хужабикәһенең ҡолағынан эләктереп индергәнен көтөп һаман инеп етә алмай саф һауа һулап ятҡан балаҫыма, йәнә был өйҙөң иҙәнен еүешерәк таҡтанан һалыу арҡаһында беҙҙе (бәлки) ҙур бәләнән ҡотҡарған кемдәргәлер рәхмәтле булып ятам... Балаҫ түшәлгән булһа, күрер инең ул нурҙарҙы!

Хәҙер инде теге “тәрилкәнең” серен аңлай төшкәнегеҙҙер. Эйе, йоҡо бүлмәмдәге тахта янында ятҡан балаҫ булмау арҡаһында теге ҡасандыр һалынған еүешерәк таҡталар кибеп, әҙерәк ярыҡтар хасил булыу сәбәпле иҙән тишегенән күренгән икән ул нурҙар. Ә унда ниндәй нурҙар булырға тейеш һуң, тиһегеҙҙер. Туҡтап тороғоҙ. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймаһа ла, ике шағир (шағир уҡ булмаһаҡ та, шиғырға оҡшаған нәмә сыймаҡлап ебәрәбеҙ бит ҡайһы саҡ) башы бер өйгә һыйып йәшәп ятһа, унан да былайыраҡ хәлдәр була ул, дуҫтар. Туҡта, һүҙем балаҫ тураһында ине бит әле... Балаҫты индерергә әллә нисә уҡталып та, ярай, хәҙер иҙән йылы бит барыбер, ул саң ояһын берәй индерермен әле, тип инеп китеүем дә, төн уртаһында уяныуым да (көндөҙ яҡтыла күреп булмай бит) Хоҙайҙан булғандыр, тейем... Фәрештәләр һаҡлағандыр...

Ә эш былай булған. Шул көндө иртәнсәкме, унан алдағы көндәме, атаһына баҙҙан картуф алып сығырға ҡушҡайным. Был йәһәт кенә алып сығып бирҙе. Сәбәбен аңлағанығыҙҙыр: шағир, шахматсы... Бәлки, күңеленә берәй шиғыр килгәндер ҙә шуны онотмаҫ борон теркәй һалырға кәрәк булғандыр, бәлки, шахматта виртуаль дуҫы еңеп барғандыр... Был донъяла һәр кемдең бер шөғөлөмө, хоббиһымы булырға тейеш бит инде. Һәм... алабарманланып, баҙҙағы лампочканы һүндермәгән булған.

Теге шаррр-шорррҙоң, тып-тыптың, дөбөр-шатырҙың, иҙәндәге балаҫтың шыуып йөрөүенең серҙәренә төшөнә биреп ҡуйғанығыҙҙыр хәҙер. Сөнки баҙ ҡапҡасы залда.

Иң мөһиме, бөтә был ғәмәлдәр бер ниндәй кеше тауышыһыҙ башҡарылды. Теге ҡағырға сығарылған һайын үҙ адресына ҙурлығы өсөн бурылдау өндәрен ишетергә яҙған балаҫҡа һәм тейешһеҙ урында уйылған иҙән ҡапҡасына ғына эләкте инде әҙерәк.

Бына шулай, дуҫтар, “тәрилкә” баҙҙа булған. Ярай әле, мәлендә аңғартҡан. Юғиһә, сығарылған бер биҙрә картуф беҙгә ике-өс аҙнаға етеп китә. Ә, ҡыҙып тороп, эшлектән сығыу мөмкинлеге булған лампочканың хаҡы былай-алай     ҡиммәтләнеп киткәнме һуң әле))). Проводтарының, оҙаҡ эшләткәнгә “йәндәре” көйөп, замыкание эшләтеп ҡуйыу ихтималлығын да инҡар итеп булмай.

Бәлки, кешегә һөйләргә лә кәрәкмәгәндер был төнгө мажараны. Ярай, ғәйепкә алмағыҙ, тормош булғас, иҙән ҡапҡасы шытырҙамай тормай инде.

P.S.: Һаман ныҡлап йылытмай, кишер сәсә һалыр инем, тип эсегеҙ бошоп ултырмаһын әле, әҙерәк көлөп тә алығыҙ, тигән ниәттә һеҙҙең ваҡытығыҙҙы юҡ-барға сарыф иттергән өсөн кисерегеҙ))) Шөкөр, миражын да, тәрилкәһен дә күргән бар. Тик был нур ысын ғына нығыраҡ ҡурҡытты...

Т. Сәйфи.

Автор:
Читайте нас: