Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Октябрь 2020, 11:00

ҠОЛАҠАЙ ҺЫРТЫ БУЙЛАП...

...Күптән хыялланып йөрөгән уй-ниәтем бөгөн бойомға ашырҙай - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендәге Ҡолаҡай һырттарын күреү бәхете тейергә тора. Тамаҡҡа ашап, ҡайыш аҫтын нығытып алыуға беҙгә тигән аттарға эйәрҙәр һалынған ине инде. Юл кәрәк-яраҡтарын әҙерләп бөтөүҙе генә көтөп торғандай, ауылдың сиҙәм юлынан оҙон сәфәргә атылды ҡурсаулыҡ буйлап йөрөргә күнеккән аттар.

...Күптән хыялланып йөрөгән уй-ниәтем бөгөн бойомға ашырҙай - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендәге Ҡолаҡай һырттарын күреү бәхете тейергә тора. Тамаҡҡа ашап, ҡайыш аҫтын нығытып алыуға беҙгә тигән аттарға эйәрҙәр һалынған ине инде. Юл кәрәк-яраҡтарын әҙерләп бөтөүҙе генә көтөп торғандай, ауылдың сиҙәм юлынан оҙон сәфәргә атылды ҡурсаулыҡ буйлап йөрөргә күнеккән аттар.
Торнадо ҡушаматлы атта - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәксеһе Айнур Илгиз улы Бейембәтов, Әтүнкәлә – уның фән буйынса урынбаҫары Марс Ишдәүләт улы Нәбиуллин һәм Күксәйҙә мин – ошо юлдар авторы.
Ҡулға йүгән тотмауға арыу ғына йылдар үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, йәштәрҙән ҡалышмау - маҡсат. Улар ыңғайына еләм, юртам, сабам. Ҡулдағы фотоаппаратты һаҡлап, бер урында битте сыбыҡтан һыйпатҡанды иҫәпкә алмағанда, эйәрҙә йөрөү онотолмаған икән әле, тип ҡуйҙым. Бер аҙҙан бер ҡул менән йүгән тотоп, икенсе ҡул менән фотоаппарат алып йөрөүгә, хатта һыбай килеш осраған матур кадрҙарҙы төшөрөүгә күнегеп тә кителде...
Һарғая йылғаһы үҙәне буйлап үрләй торғас, ҡурсаулыҡ инспекторҙары туҡтап ял итеп китеү өсөн тәғәйенләнгән өйгә лә барып сыҡтыҡ. Текә генә ҡабаҡ башында урын алған был бәләкәй генә өйҙөң күркәмлегенән бигерәк эсендәге бөхтәлеге һәр кемде һоҡландырыр. Көндәлекке йәшәү өсөн кәрәк булған бөтә нәмә лә бар бында. Мейес аҡланған, солан утын менән шыптап тултырылған. Тәҙрә төбөнән урын алған шәмдең шәме йәм биреп ултыра өй эсенә.
Бына, ниһайәт, Ҡолаҡай һыртына үрмәләп менеп етеүгә әҙ генә ҡалды. Фотоаппаратҡа эш етәһе. Ул һуҙылып киткән тау теҙмәләре араһынан көҙҙөң төрлө төҫтәге мул күренештәрен йыя. Шуныһы йәл, Айнур Илгиз улы айыу күргәнен аңғартһа ла, барып етеп өлгөрмәнек. Беҙҙе көтөп тора алмаған тайлаҡ, тиҙерәк ҡайҙалыр эргә-тирәлә генә йөрөгән инәһе янына ашыҡҡандыр...
Шундай хозур, һүҙ менән аңлатып бөткөһөҙ серле Ҡолаҡай һыртында онотолоп китеп, елдереп йөрөп фотоға төшөргәнсе көндөң кискә ауышҡанын аңғармай ҙа ҡалғанбыҙ. Былай ҙа һарыға сумған тәбиғәтте киске ҡояш йәнә лә алтынлатып ебәрҙе.
Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәр-ҙәренең урмандағы икенсе өйҙәрендә лә булып, өсөнсөһөнә барып ингәндә күҙ бәйләнеп өлгөргәйне. Көнө буйы елә-юрта йөрөгән малҡайҙарыбыҙ бер аҙ хәл йыйғандан һуң таулы-ташлы, тар ғына һуҡмаҡ юл буйлап инде айҙың сағыу нурҙары аҫтында ҡайтыу юлын дауам иттек. Шөкөр, малҡайҙар яҡшы тоҫмаллай юлды. Шуға уларҙы үҙ иректәренә ҡуйҙыҡ.
Фонарҙар менән ҡоралланып алған беҙ өсәү һуңлатып ҡына Һарғаяға килеп ингәндә ауыл төнгө йоҡоға сумғайны.
Аҙмы-күпме етмеш саҡырым юл үткән аттарыбыҙ ҡайтыу яғына тоҡойтоп ҡына ултыра - арыу-талыу тигән нәмәне оноттолар.
Ҡурсаулыҡ ҡунаҡхана-һында сәйләп, район үҙәгенә ҡайтып етеүгә тағы бер сәғәт кәрәкте. Тик анауындай сәйәхәт - Ҡолаҡай һырттарын, изге урындарҙы күреп ҡайтыуҙан алған тәьҫораттар ваҡыт менән иҫәпләшеүҙән юғарыраҡ ине. Үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙең шул тиклем дә илаһи, гүзәл икәнлеген тел менән генә һөйләп бөтөп булмаҫ һымаҡ. Күрергә кәрәк... Был тәңгәлдә ҡайһы бер фотоһүрәттәр ярҙам итер һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ...
Читайте нас: