Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Сентябрь 2020, 11:00

ОЛАТАЙЫМ МӘСЕТ ТӨҘӨТКӘН

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, абруйлы аҡһаҡал, имам-хатип Заһитулла олатай Николай II батша Указы менән яңы мәсет төҙөүгә рөхсәт алып, туғандары менән берлектә үҙ аҡсаларына яңы мәсет төҙөү эштәренә етәкселек иткән.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, абруйлы аҡһаҡал, имам-хатип Заһитулла олатай Николай II батша Указы менән яңы мәсет төҙөүгә рөхсәт алып, туғандары менән берлектә үҙ аҡсаларына яңы мәсет төҙөү эштәренә етәкселек иткән.
Бөрйән районының 90 йыллығы билдәләнгән быйылғы тарихи йылда халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен, тарихта үҙ эҙҙәрен ҡалдырған райондаштарыбыҙҙы ла хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Шулар араһында минең яҡындарым – аталы-уллы Заһитулла һәм Фитратулла олатайымдар ҙа үҙ урындарын алырға тейештер тип уйлайым. Улар икеһе лә заманына күрә ғилемле, уҡымышлы кешеләр булғандар.
Заһитулла Алтыншин 1850 йылда тыуған. Ырымбурҙағы киң билдәле “Хөсәиниә” мәҙрәсәһендә белем алған. Йәш кенә көйө хаж ҡылырға барған. Шунан ҡайтҡанда (Төркиә аша үткәндә) йәш кенә татар ҡыҙын – Садиҡа өләсәйҙе кәләш итеп алып ҡайта.
Шул дәүерҙе күҙ алдына килтерергә тырышам... Моғайын, ат егеп яҙы сығып киткәндер ҙә, әйләнеп ҡайтҡанында инде көҙ еткән булғандыр...
Заһитулла олатайҙың 5 балаһы булған: Шәрифә, Абдулҡәйүм, Абдулхәбир, Абдулханнан, Фитрат.
Р. Абдрахмановтың “Бөрйән изгеләре” тигән китабында яҙылыуынса, 1875 йылдан Заһитулла Фәйзулла улы йәмәғәт имамы һәм мөғәллим, 1895 йылдан мөәзин вазифаһын башҡарған.
1875 йылдар тирәһендә элекке мәсетте мәҙрәсәгә әйләндерәләр. Мәҙрәсәлә Кейекбай ауылынан тыш, Мәндәғол, Аҡбулат, Ишдәүләт, Ғәҙелгәрәй ауылдарынан да шәкерттәр уҡый.
1904 йылда олатай яңы мәсет төҙөтөргә ниәт итә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, абруйлы аҡһаҡал, имам-хатип Заһитулла олатай Николай II батша Указы менән яңы мәсет төҙөүгә рөхсәт алып, туғандары менән берлектә үҙ аҡсаларына яңы мәсет төҙөү эштәренә етәкселек иткән. Был турала үрҙә аталған “Бөрйән изгеләре” китабында телгә алына.
Ауыл халҡы ла ярҙам итә. Заһитулла олатай мәсет төҙөүгә бар көсөн һала.
Әлеге ваҡытта Ағиҙел ҡасабаһында йәшәүсе Асия апайым олатай хаҡында: “Бар мөлкәтен бөткәнсе мәсет төҙөүгә тотонған”, - ти. Садиҡа өләсәй ҙә: “Бер ыштан алырлыҡ та аҡса ҡалманы”, - тип әйтер булған.
Мәсетте Белорет урыҫтары төҙөй. Йәмғеһе 12 кеше. Улар мәсет өсөн ауылда булмаған материалды үҙҙәре тейәп алып киләләр. Буралыҡ ҡарағасты ауыл халҡы Мәсем тауында ҡырҡып, ат менән ауылға ташый. Мәсетте 9 айҙа төҙөп бөтәләр. Был турала бер туған Ғаяз ағайым бәйән итте.
Мәсет төҙөткәндә олатайым бик күп малын тотона – эшселәрҙе ашата, уларға эш хаҡы түләй.
Мәсеттең тәҙрәләре ҙур, арка итеп уйылған. Семәрле. Иҙәне яҫы таҡталарҙан ике ҡат итеп түшәлгән.
Совет заманында был мәсет клуб булып хеҙмәт итте.
Әлеге көндә лә мәсеттең ҡыйығы эсендә боронғо китаптар күп, тиҙәр.
Революциянан һуң манараһын емерергә бойорғастар, ауыл халҡы, китаптарҙы яндырып ҡуймаһындар өсөн, шунда мендереп йәшергән, тиҙәр.
Үрҙә аталған китапта: “1905 йылдан имам-хатип вазифаһын Алтыншин Заһитулла Фәйзулла улы башҡара”, тип яҙылған.
Заһитулла олатай 1909 йылда 59 йәшендә үлеп ҡала. 1910 йылдан имам-хатип һәм мөғәллим булып Фәйзуллин (олатаһының исемен фамилия итеп алған)Абдулҡәйүм (Ғәбделҡәйүм) Заһитулла улы эшләгән.
Заһитулланың кинйә балаһы Фитратулла ла, ул 1905 йылғы, 1929-1930 йылдарҙа ошо мәсеттә мәсет ябылғансы эшләй.
Мин ул олатайымды күреп-белеп үҫтем. Зәңгәр күҙле, ҡыҙыл йөҙлө, мыҡты кәүҙәле сибәр кеше ине.
Фитрат олатай башта Әтектә уҡый. Артабан Стәрлетамаҡта юғары белем ала. Шулай итеп, мәсетте совет власы япҡанға тиклем уның хужаһы Фитрат олатай була.
Фитратулланы, “Яңы тормош” колхозында эшләп йөрөгән мәлендә, 1937 йылдың 31 авгусында, төнөн өйөнән килеп алып китәләр. Шулай нахаҡҡа хөкөмгә тарттырылып, 10 йылға иркенән мәхрүм ителеп, 12 йыл һөргөндә йөрөп, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта.
Фитратулла олатайҙың дөйөм 16 йыл ғүмере төрмәлә үтә. Көтөүсе булып эшләгәнендә колхоздың тайы юғалған өсөн тағы 6 йылға хөкөм итәләр. Ике тапҡыр ултырғанда ла олатай шул «кулак» темаһы буйынса хөкөм ителә. Төрмәлә Норильск йылғаһы аша күпер һалыуҙа эшләй. Боҙло һыу кисеп йөрөп, сәләмәтлеген ҡаҡшата. Шунда эшләгән сағында магазинда һатыусы булғанында өҫтөнә сыҡҡан өсөн хөкөм ителгән Мәғзүмә исемле йәш кенә ҡыҙҙы – беҙҙең өләсәйҙе осрата. Уны ҡарап, яҡлап, һаҡлап ҡына алып йөрөй. Районға ҡайтҡас, Ағиҙел ҡасабаһынан өй һатып алып, шунда йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Асия – 10 бала әсәһе. Фитрат олатайҙың тәүге ҡатынынан - Кәримә өләсәйҙән тыуған балалары: Шәмсинур, Мансур (минең атайым), Сәғәҙәт. Өләсәйебеҙ балаларын күпселек яңғыҙ үҫтергән. Сөнки олатай төрмәлә була.
Садиҡа өләсәй сирлеләрҙе дауалау һәләтенә эйә булған. Фитрат олатайҙың да көсө булғандыр. Әсәйемдең, ҡайнымдан тоҙ өшкөртөп алыр кәрәк, өшкөртөлгән тоҙом бөттө, тип йөрөгәне хәтерҙә. Әсәйем ул тоҙҙо һыйырҙың елене елһенгәндә лә ҡуллана торғайны.
Фитрат олатайым ике ҡатыны менән дә бик татыу йәшәне. Бесәнде йыл һайын Кейекбайға ҡайтып эшләр ине. Олатайыбыҙ башҡорт халыҡ йырҙарын матур башҡарҙы. Олатайҙың диванда ятҡан килеш халыҡ йырын һуҙғаны әле лә күҙ алдымда. Тыны иркен, тауышы көслө булды, гөрөлдәп торҙо.
Кәримә өләсәйем бер һуҡыр ҡайнағаһын ҡараған. Иртә менән барып, һыйырын һауып, ағын эшкәртеп, тамағына бешереп ашатып ҡайтыр булған. Ҡәйүм олатай булған, шикелле.
Өләсәй гел генә: “Ҡайнағамдың рәхмәте төштө – балаларым матур донъя көтә, әлхәмделиллаһ, шөкөр”, тип ҡабатларға ярата ине.
Фитрат олатай менән Кәримә өләсәйем етмеште үткәс, бер мәлдәрәк фани донъяға күсеп киттеләр.
Бала саҡта йыш ҡына, “һеҙ кулак затынан” йәки “байҙар” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә ине. Ул мәлдәрҙә ҡыйын була торғайны. Ә хәҙер сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерәм. Сөнки олатайҙарым үҙҙәренең тырышлығы менән етеш йәшәгән һәм дин юлында йөрөгәндәр...
Читайте нас: