Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Сентябрь 2020, 14:00

АЙЫУҘАРҘЫҢ ҺӘР ТӨРЛӨҺӨН КҮП КҮРЕЛДЕ, ти Ғәлиәкбәр уҙаманы Әнүәр Дилмөхәмәтов

-У-у, ул тайыштабандар менән күп осраштым инде ул мин, - тип башланы ағай һүҙен. – 30 йыл “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләнем бит.

-У-у, ул тайыштабандар менән күп осраштым инде ул мин, - тип башланы ағай һүҙен. – 30 йыл “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләнем бит.
Ололарҙың һөйләгәне – үҙе бер тормош дәреслеге. Күпме аҡыл, тәжрибә, фәһем уларҙа.
Ошо көндәрҙә редакцияға йомош менән егеттәрсә дәртле баҫып, күҙҙәре йылмайып янып торған һөймәлекле генә ағай килеп инде. Күптәнге танышыбыҙ булып сыҡты – “Әсе бал” фильмы аша бөтә Бөрйән, республика тамашасыһына таныш Ғәлиәкбәр уҙаманы Әнүәр ағай Дилмөхәмәтов.
Был һөйләшеүгә әүәҫ, алсаҡ, ихлас ағайҙың ғүмере буйы “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләгәнен, районыбыҙҙың данлы ҡортсо-солоҡсоларының береһе булғанын белгәнгә күрә унан башта балдың быйыл нисек булғанлығын һораштыҡ.
-Бал һәйбәт, шөкөр. Хәҙер үҙем булышмайым инде ҡорт менән. Әнәс улыма тапшырғанмын был эште. Солоҡтарҙы ла ҡарай. Солоҡ балы ла арыу булды. Бал һорап, Силәбенән, Өфөнән өйгә үк килеп етәләр, - тине аҡһаҡал.
Ғүмере буйы тәбиғәттән айырылмаған уҙамандан айыуҙар менән осрашыу ваҡиғаларының бер нисәһен булһа ла бәйән итеүен дә үтендек. Өҫтәүенә, көҙ айыуҙың ҡышҡа май йыйып, малға айырыуса көслө һунар иткән мәле.
Әйтерһең, шуны ғына көтөп торғандай, ағайыбыҙ һөйләй ҙә башланы.
-У-у, ул тайыштабандар менән күп осраштым инде ул мин, - тип башланы ағай һүҙен. – 30 йыл “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләнем бит. Шунда ней айыуҙың һәр төрлөһөн күрергә тура килде. Ҡыш саңғыла, йәй һыбай урманды арҡырыға-буйға гиҙелде генә инде ул.
Бер мәл шулай Күжәнән ҡайтып киләм. Обходтан. Шул яҡтағы бер солоғомдо айыу ҡуймай торғайны. Бер юлы шуға һуғылып, ҡарап ҡайтырға булдым. Етеп барһам, оҙон үлән араһында бер нәмә елберҙәгәне күҙгә ташланды. Туҡтап ҡарап торам. Ул арала үлән араһынан бер айыу килеп сыҡты ла, солоҡ ҡарағайы эргәһенә барып баҫып, башын күтәреп, башта кеше һымаҡ солоҡҡа ҡарап торҙо. Ҡорттар осалармы, тейҙер инде. Шунан ҡапыл һикерә биреп тороп, ҡарағайға бесәй һымаҡ етеҙ генә үрмәләп менеп тә китте. Солоҡ ауыҙына барып еткәс, тегенең ауыҙ тирәһен бал ҡорттары һырып алды. Был ағасҡа ике аяғы, бер ҡулы менән йәбешеп, икенсе ҡулы менән ауыҙын баҫып, һыйпап ала, йә моронон ағасҡа тызый. Тегеләр сағалыр инде. Ҡарап тороуы бер ҡыҙыҡ. Байтаҡ күҙәтеп торғас, “Һайт” тигән булдым. Был кеше һымаҡ итеп башын минең яҡҡа бороп ҡына ҡарап алды ла, торған еренән генә ергә ырғыны ла, урманға тоҡойтто.
Йәнә бер ваҡиға. Бер мәл йәнә шулай солоҡтарыма ҡорт ҡундымы икәнен ҡарарға китеп барам. Минең алдан ғына юлдан өс айыу эҙе китеп бара. Бер көсөктө лә эйәртеп алғайным. Солоҡтарға етәрәк, теге көсөгөм өҫкә ҡарап өрә башланы. Аптырап, башты күтәреп ҡараһам, ағас башында айыу балаһы йәбешеп тора. Балаһы булғас, әсәһе лә була бит инде – ипләп кенә тирә-яғыма ҡарана башлауға, тау яғынан бер балаһын эйәртеп һап-һары инә айыу ҙа сабып килеп төштө. Эт тауышын ишетеп, балаһын ҡурсаларға ашығыуы, билдәле. Минән бер 30 метрҙа ғына туҡтаны был. Алаҡандап ултыра инде. Шунан берҙе яман итеп үкереп ебәргәйне, теге ағас башындағы балаһы зыйт итеп килеп тә төштө. Мин китеү яғын ҡараным.
Айыуҙың муйыл ашап ултырған сағында ла өҫтөнә барып сығылды инде ул. Күп күрелде. Әйткәндәй, айыуҙарҙың төрлө төҫтәгеләре була: муйнаҡ айыуҙар, һоро төҫтәгеһе, һарыһы...
Ай-бай йәшәгән елле айыуҙар ҙа булды. Бер шундай елле айыу, мәҫәлән, мин белгәндән генә 12 атты, 4 һыйырҙы ашаны. 3 йыл буйы күҙәтеп йөрөнөм мин аны.
Күжә буйында эштә ятабыҙ. Ат менән йөрөйбөҙ бит инде. Төнгөлөккә аттарҙы тышап ебәрҙек тә үҙебеҙ йоҡларға яттыҡ. Һөйләшеп ятабыҙ. Эт өрөп ебәргәйне, аттар ҡыуыш янына килде. Йылҡы малы ныҡ һиҙгер була бит ул. Тимәк, яҡын-тирәлә тайыш табан йөрөй, тибеҙ. Иртәнсәк эшкә китеп барһаҡ, Шүлгәндәрҙең фермаһы эргәһендә күмелгән үлгән быҙауҙы соҡоп ашаған айыу. Ай-бай, эҙе хәтәр инде. Арҡырыға 22 сантиметр. Шул төндә ауыл эргәһендә почтаның атын ашаны.
Беҙҙең менән бергә эштә йөрөгән ағайға, һинең һыйырың ошо яҡҡа йөрөй, айыуға эләгә инде, тейем. Тап шулай булды ла.
Ҡайтып барһаҡ, ауылға 1 саҡырым етмәгән ерҙә йәнә теге елле эҙҙәргә тап булдыҡ. Шул төндә леспромхоздың атын ашаны был. Күрше райондарҙың хужалыҡтарының беҙҙең ауылдан 15 саҡырым ерҙә йәйләүҙәре булды. Уларҙың да ике һыйырын, бер атын ашаны.
Ялтран ауылы беҙҙең ауылдан 30 саҡырымда ята. Туғандарымды оҙатып, шул яҡтан ҡайтып киләм. Ялтрандың өйҙәре күренеп торған ерҙә теге елле эҙҙәр ярылып ята шул . Йәнә үлсәп ҡараным – арҡырыға 22 сантиметр. Минең алдан ғына китеп бара булып сыға. 15 саҡырым буйы юлдан барҙы был. Унан йылға буйына төшөп киткән эҙе ята.
Ауылға ҡайтҡас, ауылдаштарға, бөгөнмө-иртәгәме Ғәлиәкбәргә елле айыу килә, ике тау ашаһында ғына йылға буйына төшөп киткән, тинем. Өсөнсө көнөнә минең һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәнлеге раҫланды – бер апайҙың атын ашаны. Бесәне бөткәс, сәғәт 4-тә генә атын ебәргән булған, 7-лә айыу тырнағына ла эләккән малҡай. Туйғансы ашап, эргәһендә эсен таҙартып киткән, етмәһә.
Аҙна самаһы үткәйне, ахыры. Лесниктар Ямаш яғына китте. Төндә Сынтимер ағайҙың менеп киткән атын ашаған айыу. Йәндәре көйөп, тегегә тоҙаҡ ҡорғандар. Эләккән бит. Берәү минән мылтыҡ һорап килде. Юҡ, мылтыҡты икенсе кешегә бирергә ярамай, тейем. Үҙем киттем. Унда ней кеше йыйылып киткән елле айыуҙы ҡарарға. Тоҙаҡҡа эләккән айыу ат бейеклеге булып ултыра инде. Яман елле. Аттыҡ тегене. Ғәҙәттә, лесниктар итен алып ҡайтып китә торғайнылар. Беҙҙең малдарҙы аяуһыҙ ҡырған был айыуҙың итен үҙебеҙгә һорап алып ҡалдыҡ. Рөхсәт иттеләр. Бүлешеп алдыҡ.
Шуны алғас, 5-6 йыл малдарға айыу теймәне. Күрәһең, тегенең биләмәһенә башҡа айыуҙар инмәгәндер. Түңәрәк эшләп алып, яҡын-тирәләге ауылдарҙың малын ҡырып тик йөрөгән инде.
Бүреләр ҙә ҡыра инде ул малды. Элегерәк улай күп түгел инеләр, хәҙер шаштылар улар. Хатта ауылға инеп эттәрҙе ашап китәләр бит.
Пенсияға сығырға өс йыл тирәһе ҡалғас, бер ҡышта беҙҙең яҡта ғына 25 боландың башына етте бүреләр. Боланды баҫтырып барып артына йәбешәләр ҙә ашай ҙа башлайҙар улар. Бер болан, мәҫәлән, сыҙамай, һыу яғына ҡасып маташҡан. Боҙҙа шыуҙырып йөрөп ашағандар. Арҡаһын кимергәндәр.
Бер мәл шундай күренешкә тап булдым – батҡаҡта мал һөлдәләре тора. Бүреләр таналарҙы ҡайырып, батҡаҡҡа ҡамап төшөргәндәр ҙә, шунда, тояҡтары батҡаҡҡа убып, атлай алмай, аяғөҫтө батып торған малдарҙың тере килеш иттәрен һөйрәп ашағандар. Һөлдәләре шунда батҡаҡта тора, грамм иттәре ҡалмаған.
Бүре ныҡ тиҙ үрсей. Мәҫәлән, бер йылы бер яңғыҙ бүрене һәм парлы бүреләрҙе күрә йөрөнөм. Икенсе йылына яңғыҙ бүре дүртәүгә әйләнгән, тегеләре етәү булып киткән ине.
Бына шуларҙы һөйләне аҡһаҡал. Эйе, тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәгән оло быуын кешеләренең күңеле тулы хазина, тормош дәреслеге шул... Хәйер, тормоштары үҙе бер дәреслек.
Форсат булғанда, шул «дәреслек»те бер-ике битләп булһа ла уҡый барыу шарт беҙгә...
Читайте нас: