Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Март 2020, 11:00

БАШҠОРТЛОҒОБОҘҘО КИЛӘСӘККӘ НЫҒЫТАЙЫҠ

Тап ошоно туҡыны 10 мартта Иҫке Собханғол мәктәбендә үткән Башҡорт Википедияһының Бөрйән районы вики-клубы ойошторған семинар.

Тап ошоно туҡыны 10 мартта Иҫке Собханғол мәктәбендә үткән Башҡорт Википедияһының Бөрйән районы вики-клубы ойошторған семинар.
Сарала район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның урынбаҫары Р. Шәрипов, район мәғариф бүлеге начальнигы И. Хисмәтуллин, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов: “Был – бик матур башланғыс. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дә википедияға йәлеп итеү кәрәк. Рәшиҙә Ғиззәтуллина, Көнһылыу Ҡотлобаева, Луиза Юлдашева район, республика, ил, тотош донъя википедияһында уңышлы эшләүе маҡтауға лайыҡ. Уларҙың эше ҙур һәм киләсәк быуындар өсөн. Энциклопедиялар, ер-һыу атамалары тураһында китаптар сығып торор, әммә тарихыбыҙға ҡағылған бөтә мәғлүмәт уларға һыйып бөтмәҫ. Ундай китаптар, билдәле, ҙур һәм ҡиммәт, барыһына ла етерлек тиражда ла булмаҫ. Шуға күрә бөгөн википедистарға ил менән ярҙам итеү шарт – башҡортлоғобоҙ хаҡында мәғлүмәт киләсәк быуындарға ла етһен.
Район үҙ тормошо менән йәшәй. Бөгөн һәр кем уҙа барһа максимум 50 йыллыҡ тарихты белә. Ә беҙҙең тарих бик тәрән һәм бай. Бөгөн викиэштәр системаға әүерелергә тейеш. Луиза Әбүталип ҡыҙының бер йылда меңдән ашыу мәҡәлә яҙыуы үҙе генә ни тора! Бөрйән ағинәйҙәренең ошо викиэштәрҙең башында тороуы, Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, донъяла танылыу алыуы – мәртәбә. Эште берҙәмлеккә ҡороп, уларға ярҙам итәйек.
Һөйләшеү һүҙҙә ҡалмаһын – районда конкурс ойоштороп, кем нисә символ, мәҡәлә яҙған - һәр береһен һанап, еңеүселәрҙе билдәләп, призлы урын алыусыларҙы бүләкләр кәрәк. Был ата-бабаларыбыҙҙың аманатын киләсәккә еткереү, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереүҙә бер аҙым буласаҡ”, -тине.
К. Ҡотлобаева үҙенең йөрәк аһын еткерҙе: Минең дә үҙ халҡыма әйтер һүҙем бар: беҙ бигерәк битарафбыҙ – ошо ғәфләт йоҡоһонан уянһаҡсы, бергә, берҙәм булһаҡсы! Белеүебеҙсә, ағымдағы йыл юбилейҙарға, мөһим тарихи ваҡиғаларға бик бай. Беҙ зыҡ ҡубып ошо сараларҙың һәр береһенә әҙерләнәбеҙ, көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы сарыф итәбеҙ. Байрамдар үтә лә китә, әҙерләгән нәмәләребеҙ улар менән бергә тарих сөңгөлөнә сума. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 45, 50, 60, 70 һ.б. йыллыҡтарын оло илебеҙ менән ҙурҙан ҡубып үткәрҙек, ҡайҙа хәҙер ул мәғлүмәттәр, әҙерлектәр? 1812 йылғы Ватан һуғышына иҫ китмәле әҙерләндек, тарихсылар күп көс һалды – ул материалдар ҙа ҡайҙа? Беҙгә бөгөн берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырыу зарур Һәм ул – википедия. Бөйөк Еңеүҙең, Алла бирһә, 100 йыллығы ла, 200 йыллығы ла булыр, тик беҙ һәм бөгөнгө мәғлүмәттәр булмаҫ. Әгәр ошоларҙы википедияға туплап барһаҡ, әллә нисә быуын вариҫтарыбыҙ үҙҙәренең ата-олатайҙарының данлы-шанлы-ҡанлы тарихын белер, өйрәнер, киләсәк быуынға еткерер, олатайҙарының батырлығы менән хаҡлы рәүештә ғорурланыр. Бөгөн беҙ википедияла бушлай, киләсәк хаҡына, милләт хаҡына, тип эшләйбеҙ. Бөгөн эшебеҙ, бәлки, дөрөҫ баһа ла алмаҫ, әммә ул киләсәк, йәштәр өсөн кәрәк. Хәҙер кеше китап уҡымай, энциклопедиялар аҡтармай. Хәйер, кәрәк кенә ваҡытында улары ҡул аҫтында булмай сыға. Студенттар, уҡыусылар өсөн дә википедия бик уңай – телефоның кеҫәлә, астың, ҡараның, белдең.
Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы беҙ яҙмаһаҡ, кем яҙыр? Ана, бөгөн килеп “Аҡъял батыр”ҙы татар халыҡ әкиәте тип йәнһүрәт төшөрөп ҡуйҙылар. Беҙ йоҡлап ятһаҡ, тарих ғәфү итмәйәсәк. Шуға әүҙем булайыҡ. Ошо эш менән әле бер нисә ирекмән генә шөғөлләнә.
Тағы: урмандар ҡырҡыла, тауҙар шартлатыла – матур исемле, тарихлы ер-һыуыбыҙ халыҡ хәтеренән юйыла бара. Шуға бөгөн, әле аҙмы-күпме тарихты белгән инәй-бабайҙар иҫән саҡта, ер-һыуыбыҙҙы фотоға төшөрөп, тарихын яҙып алып ҡалыу зарур.
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, тыл ветерандары хаҡында ла мәғлүмәттәр бай ғына. Ошоларҙы википедияға индереп ҡалыу кәрәк. Берәй патриотик дәрес үткәрәйем, тиһәң – әҙер материал. Билдәһеҙ һалдаттарҙың ҡәберен эҙләү, исемен асыҡлау буйынса ла аҙ һанлы ирекмәндәр шөғөлләнә. Ә бит күпме еңеүсе һалдаттар менән ҡәбергә беҙҙең тарих та күмелгән?”
Луиза Юлдашева нисек итеп тәржемә эше менән булышыу кәрәклеген аңлатып, мастер-класс күрһәткәс, Рәшиҙә Ғиззәтуллина википедияға фотолар ”тейәү”ҙе районда үткән ҡышҡы ат ярыштарының сағыу биҙәге булған сергетыштар күргәҙмәһе миҫалында аңлатты.
“Бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тотабыҙ – сараға ла әҙерләндек, уның хаҡта материалды википедияға индереп, оҫтабикәләрҙең үҙҙәренең, эштәренең фотоларын ҡуйып, “Киске өфө”, “Таң” гәзитендәге һылтанмаларҙы биреп, тарихта мәңгеләштереп, “башҡортлаштырып” ҡуйҙыҡ. Теүәл датаһы, авторҙары, тарихы менән бөтә донъяға күренеп торғас, сергетышҡа башҡалар талаша алмай”, - тине ул йомғаҡ һүҙендә.
Эйе, һүҙ ҙә юҡ, Бөрйән википедистары бөгөн ҙур эш атҡарып, миллилегебеҙҙе, башҡортлоғобоҙҙо тотош донъяға таныта, һәр яҙғанына башҡорт мөһөрөн һуға бара. Район хакимиәте үҙе был эште яҡлап, күтәрмәләп сыҡҡас, әлеге хаҡлы ялдағы өс уҡытыусы-википедисҡа алмашҡа әүҙем йәштәр килер әле, тигән өмөт бар.
Читайте нас: