Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
28 Февраль 2020, 17:00

УРАЛ РУХЫ ЙЫЙҘЫ БАТЫРҘАРҘЫ

Үткән йомала Һарғая ауылында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары- 2020” байрамы гөрләп үтте.

Үткән йомала Һарғая ауылында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары- 2020” байрамы гөрләп үтте. Дүртенсегә генә үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, географияһын һәптеюҡ киңәйткән был сара– Урал аръяғы райондарын ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенән дә башҡортҡа ғына хас ярыштарҙы үҙ итеүселәр килгән. Миллилеккә баҫым яһаған, рух үҫтерер, сәм арттырыр, дан таратыр был ярыштар маҡсатына иреште, тип ауыҙ тултырып әйтеп була.
Алыш та бар, һалыш та бар, атыш та бар, тартыш та бар булып сыҡты был ҡышҡы ярыштарҙа.
Аллы-гөллө милли кейемдәрҙәге уғатарҙар, ярыш сәмен тойоп бышҡырышҡан аттар, әллә ҡайҙарҙан ошо ярыштарҙы тамаша ҡылырға тип килгән тамашасылар байрамдың елле булырына ишаралай ине.
Баймаҡ районы Йылым ауылынан килгән Әхмәтйән мулла Ишҡыуатов йыйынға фатиха биреп, Ҡөрьән аяттары бағышланы.
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы И.Вәлиев ғәмде тәбрикләп, ниәт-маҡсаттарының ниндәй булыуын бәйән иткәс, район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Ғәлин, Ҡолғана ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И. Ҡулбирҙин фатиха һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡурсаулыҡтың әйҙәүсе белгесе, ошо уйындарға идея һәм башланғыс биреүсе В. Яңыбаева уйындарҙың халыҡсан төҫ алыуына, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүенә ҡыуаныуын йәшермәне.
Ниһайәт, уғатарҙар, һаҙаҡтарындағы уҡтарын барлап, һәлмәк аҙымдар менән сәптәр беркетелгән яҡҡа ыңғайлай. Уҡ атыу өс этаптан үтеп, үҙенең милли колоритлы, рухлы, сәмде уятҡыс, рухты ҡуҙғатҡыс ярыш төрө булыуын сираттағы тапҡыр дәлилләй. Бында барҙың, аттың-киттең түгел икән дә баһа: тәүҙә “Мәргән” этабын үтеү шарт.Спорт сәбенең уртаһына тейҙерһәң – 3 мәрәй һинеке, урта тошҡа тигеҙә алһаң – 2, ситкәрәк булһа – 1. Сәптең диаметры 40 см. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн айырым арауыҡтар. “Йәйләү” этабында даға формаһындағы 5 сәпкә тейҙереү шарт. 3-сө этап – “Тереһыу”. Бында ла бер ғәләмәте бар: сәп ҡап уртаға бүленеп, өҫкө яғы – аҡ, аҫҡы яғы ҡараға буялған. Былар – Тереһыу менән Үлеһыу символдары. Аҡ яҡҡа тейһәң – оттоң, Үлеһыуға тейһәң, алдағы этаптарҙа йыйған мәрәйҙәрең бөттө-китте. Тороп та, тубыҡланып та атты уҡсылар – һаҙаҡтарҙан уҡтар бушай торҙо, сәпкә ҡарай шыйлап оса торҙо. Атыш сәменә бирелгәндәр шундай сәм, азарт менән был эшкә мөкиббән бирелеп китте – ваҡыттың уҡ кеүек осҡаны һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Шулай ҙа “Ҡышҡы уйындар”ҙың төп йәме, йәне – “Ылаҡ” уйыны икән. Һыбайлылар, ике командаға бүленеп, судьяның ҡулын һелтәп ым биреүен көтөп кенә тора. “Ылаҡ” – тәкә уртала ята. Егеттәр уны сабышып-баҫтырышып барған ыңғайҙан ҡапыл ергә эйелеп алырға ла, икенселәрҙең ҡыйҡыу-һөрән һуғып, аттарын үрәпсетеп талауына ҡарамай, икенсе яҡтағы махсус урынға алып барып быраҡтырырға тейеш. Тәпәш кәүҙәле, ҡар борҡотоп сапҡан башҡорт тоҡомло аттарға еткәне юҡ инде был уйында. Эсе көптәй, аяғы ептәй аттар менән әллә ни эш ыратып булмаҫы билдәле. Сабып барған ыңғайы ерҙә ятҡан ылаҡ-тәкәне эләктереүгә лә, уны башҡаларға бирмәй эйәреңдә ныҡ ултыра алыуға ла, атың менән идара итеүгә лә таһыл, сослоҡ, егетлек кәрәк. Шулай ҙа бирешкәндәй түгел егеттәр ҙә, аттар ҙа. Айҡаша-сайҡаша торғас, ниһайәт, Әсҡәт Хәмитов етәкселегендәге “Йәшелдәр” командаһы еңеп ҡуйҙы!
Арыраҡ суҡмар менән “көршәк” (әлегә төрлө төҫтәге боҙҙарҙы) ярыу ярышы ҡыҙып бара. Бәйле күҙ менән алдағы арауыҡты самалап, бер генә һуғыуҙан “көршәк” төбөнә туңҡылдатыу шарт бит әле! Ауыл ағинәйе, 73 йәшлек Гөлсара Хәмитова апай ҙа суҡмарға йәбеште – көсө булмаһа ла, самаһы, таһылы етерлек – ярҙы “көршәк” те. Әбейҙәр ат башындай суҡмарға тотонғанда, беҙҙең кеүек егеттәргә был уйын нимә ул, тип Баймаҡ аҡһаҡалы, 78 йәшлек Әхмәтйән бабай ҙа суҡмарға тотондо. Ололарҙа арауыҡты тойоу, таһыл артығы менән – ул да вата алды “көршәк”те. Был уйында йәше-ҡарты ҡыҙығып китеп ҡатнашты. Суҡмарҙар ҡуна торҙо, “көршәк”тәр селпәрәмә килеп оса торҙо!
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: