Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Февраль 2020, 11:20

“И-И-И-Й ҮҘЕБЕҘҘЕҢ КОРДОН ҺАУАҺЫ!”

Кәшфулла апа. Ғәлиә инәй. Һалмаҡ аҙымлы, уйсан йөҙлө, оло ғилемле ауыл аҡһаҡалы Кәшфулла апа Мәзитов һәм Мостай Кәримдең Раузаһындай күркәм холоҡло, асыҡ йөҙлө, илгәҙәк Ғәлиә инәй тураһында булыр иҫтәлек.

Кәшфулла апа. Ғәлиә инәй. Һалмаҡ аҙымлы, уйсан йөҙлө, оло ғилемле ауыл аҡһаҡалы Кәшфулла апа Мәзитов һәм Мостай Кәримдең Раузаһындай күркәм холоҡло, асыҡ йөҙлө, илгәҙәк Ғәлиә инәй тураһында булыр иҫтәлек.
Ғафури районынан Бөрйәнгә күсеп килгән ғаилә.
Русса “Труд”, “Правда” гәзиттәрен алдырып уҡыған, республика, район яңылыҡтарын яҡшы белгән, бухгалтер һөнәрен үҙләштергән Кәшфулла апаға ауылдың йәше-ҡарты, юлаусылар кәңәшкә килер, документ төҙөүҙә ярҙам һорар ине. Ғаиләлә низағ ҡупҡандарҙың араһын көйләүсе лә, М. Кәрим әйтмешләй, “ауыл адвокаты”ла, яҡтар дипломаты ла үҙе ине. Эш хаҡтары буйынса бәхәс сыҡҡанда, пенсия сығарталмай йөрөгәндә лә “Кәшфулла ағай шулай тине” тип, район сығып китер инеләр. Иҫәп-хисабы теүәл булғас, үҙенекен ашатмай, кешенекенә ҡул һуҙмай, яҡшы эш хаҡы алып, ул осорҙағы ҙур пенсия менән ялға сыға.
Ғәрәпсәне яҡшы белә, тик ҡул аҫтындағы китаптарын оҙаҡ йылдар кеше күҙенән йәшенеп кенә уҡып йөрөй. Ҡатыны Ғәлиә инәйҙең әйткәнен тыңлап ҡына, йәштәргә никах уҡыуҙы атҡара, үлгәндәрҙе тәрбиәләү, йыназа уҡыуҙы ла үтәй. башлай.
Биҙрә-биҙрә ҡыяр-помидор үҫтергән, тәҙрә төптәрен аллы-гөллө тамсы, ҡына гөлдәре биҙәгән, күмәстәре(булки), пәрәмәстәре, бауырһаҡтары менән дан алған, өйөнән һәр саҡ йыуаса еҫтәре аңҡыған, яныңдан елп итеп үтеп киткәндә хушбуйынан танылған, ауырыған саҡтарында ла үҙен тәрбиәле генә тотҡан ҡупшы, ыҡсым Ғәлиә инәй ҡайҙа көй ишетә, шунда бейеп китер ине. Еңел кәүҙәһенә ҡулай “Баламишкин”ға татар халыҡ бейеүеме, радиолағы төшкө концерт мәлендә яңғыраған башҡорт көйөнә тыпырҙатып алһынмы – орсоҡ кеүек зырылдап торор ине. Мандолинала ла уйнай, ҡыҙҙарын да өйрәтә. Һәр икеһе лә кешегә ауыр һүҙ әйтә белмәнеләр. Ғәлиә инәйҙең иң көйгән саҡтағыһы ла “И-и-ий, рәхмәт төшкөрҙәре, тәүфиҡлы ғына булығыҙ инде!”-нән артмаҫ булды. Уларҙың ҡыҙҙары ла аш-һыуға оҫта, малайҙары ла шажлатып ҡоймаҡ ҡойор ине. Апа ла, инәй ҙә йомарттар: өлкән ҡыҙҙарының ялға ҡайтып барған класташтарын индереп, тәм-том менән һыйлап, йә булмаһа, күстәнәс биреп оҙатырҙар; пенсия алғас, Кәшфулла апа, печенье-кәнфиттәр алдырта ла, урамға сығып ултырып, балаларға тарата.
Үҙҙәре оло булһалар ҙа, Ғәлиә инәйҙең Хәҙисә апайын тәрбиәгә алып, һуңғы көнөнәсә ҡарайҙар.“И-иии, Кәшфулла кейәү, Ғәлиә туғаным. Шул тиклем яҡшы ҡаранығыҙ мине,”- тип фатихаһын биреп үлеп китә. (Уғаса, 5 йыл эсендә, иҫе яңылышып, зиһене буталып ала ине).
Әллә ҡайҙан, Ғафури яҡтарынан, Бөрйәнгә килеп төпләнгән Кәшфулла апа менән Ғәлиә инәй Бөрйәнде, төпкөлдәге Кордонды яраттылар. Ауылдаштары уларҙы ихтирам итте. Атам-әсәмдәр менән ут күршеләр булдылар, беҙҙең әсәй менән Мәзитовтарҙың әнейҙәре әхирәт инеләр.
...Аҙнаға һуҙылған ҡойма ямғырҙарҙан һуң көн шаңҡып аяҙып китте. Икешәр һыйырлыҡ бесәндәрен бакуйға һалған халыҡ тырма-һәнәккә тотонорға ашыҡманы – ауыл аҡһаҡалын олоҡлап оҙатты. Һуңғы ихтирам билдәһе ине.
Ғәлиә инәй һуңғы йылдарын Һарғаялағы ҡыҙҙарында йәшәне. Балалары әлдән-әле ауылға килтереп торорҙар ине. Урамға сығып “И-и-их, үҙебеҙҙең Кордон һауаһы!”тип торор була.
...Әнейҙәренең төҫө булып, ҡыҙҙарында алоэ гөлө һаҡлана.
P.S.Түбәндә ҡыҙҙары Фәнүзә Батырованың һәм Фирҙәүс Мөхәмәдйәрованың яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ.
Миңнур ҠАСИМОВА.
Әтейем-әнейем тураһында хәтирәләр
Рәхмәтуллина Ғәлиә Әбдрәхим ҡыҙы 1920 йылда Ғафури районы Еҙем Ҡаран ауылында тыуа. Атаһы Әбдрәхим Шәфиғулла улы мулла булған. Әсәһе – Рәхмәтуллина Хәбибә бик йәшләй үлеп кита. Ғаиләлә 4 малай, 3 ҡыҙ ҡала. Аталары 1926-сы йылда муллалыҡты ташлай. Раскулачивание вакытында уларҙы өйҙәренән ҡыуалар, 2 аттарын, 2 һыйырҙарын, 1 келәт игендарен алып сығып китәләр. Өйҙәрен һүтеп, Баҡраҡ ауылына кусерәләр. Бик ауыр хәлдә ҡалалар - мунсала ғына көн күрәләр. Ауыл халҡы хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа. Үҙҙәренең иген келәтен ҡутарып, аталары элекке урынына малайҙары менән өй һалып сығалар. 1932-се йылда колхозға инеп, колхоз келәтендә ҡарауылсы булып эш башлай. Раскулачивание бының менән генә бөтмәй. Күҙгә эләгерҙәй йорт йыһаздарын да тартып алып, сығарып һаталар . Ғәлиә Әбдрәхим ҡыҙы уҡырға бара. “Өйҙә лә, мәктәптә лә ауырлыҡ: дәфтәр-ҡағыҙ тигән нәмә юҡ, гәзит ситтәренә яҙа торғайныҡ. Хәллерәк йәшәгән әхирәтем “бер ултырғанда 20 сынаяҡ сәй эсә алһаң, дәфтәр бирәм, тигәс, эстем шул” – тип һөйләгән ҡыҙҙарына. Кейем етмәгәс, өҫ кейеменең уңын да, һулын да әйләндереп, туҙҙырғанса кейәләр. Әсәләре үлеп ҡалғас, ғаиләне оло бала – Хәҙисә апайҙары ҡарай. 1941-се йылда 3 ағайы, ҡустыһы һуғышҡа китә һәм барыһы ла һәләк булалар. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, 10 класс белем алып, 6 йыл уҡытыусы булып эшләгән. 1946 йылда Мәзитов Кәшфулла Ғиниәт улына кейәүгә сыға, 46 йыл матур ғүмер итәләр. Мәзитов Кәшфулла Ғиниәт улы 1914 йылда Еҙем - Ҡаран ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Йәшләй генә колхозда эш башлай. Комсорг, 22 йәшендә колхоз председателе вазифаларын башҡара. 1938-1939 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта (Хасан күле буйында һәм Халхин - Голда) ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1939-1940 йылдарҙа Совет - Фин һуғышында ҡатнаша һәм ҡаты яралана. Бөйөк Ватан һуғышына инеп барғанда контузия ала (контузия касафаты булып, ғүмер буйы башы ауырта, аяҡтары бөгөлмәй). 1942-1946 йылдарҙа НКВД ла хеҙмәт итә. Отделение командиры була. Һуғыштан һуң төрлө вазифалы эштәрҙә эшләй: сельпо председателе, «Май» заводы директоры була. 1955 йылда ғаиләһе менән Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылына күсеп киләләр һәм леспромхозға эшкә инәләр. 1966 йылда Кордонға күсеп киләләр. Бөтә ғаиләһе менән сайыр эшендә эшләйҙәр. Кәшфулла Ғиниәт улы тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 1974 йылда иң ҙур пенсия менән хаҡлы ялға сыға. 5 балаға ғүмер биреп уҡытып - тәрбиәләп матур итеп үҫтерәләр. Нәнәй - ҡартатай булып ейән – ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләшәләр. Кәшфулла Ғиниәт улы 1992 йылда, Ғәлиә Әбдрәхим ҡыҙы 1999 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Фәнүзә һәм Фирҙәүс Мәзитовалар
Читайте нас: