Кешене үлтерергә лә, үлеп барған еренән терелтергә лә бер һүҙ етә, тиҙәр бит. Интернет селтәрендәге бер яҙма шуға йәнә бер тапҡыр ышандырҙы. Хатта тетрәндерҙе, тиер инем... Республикала киң билдәле шәхес, философия фәндәре докторы, профессор, Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зөһрә Рәхмәтуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды был яҙма.
Һеҙгә лә тәҡдим итәм. Бер нәмәһен дә үҙгәртмәнем, бары руссанан башҡортсаға ғына тәржемә иттем.
“Күптәрҙең тормошонда атай йорто берәү генә. Ә бына беҙҙә, Бәшировтарҙа, улар икәү: береһе – беҙ үҫкән йорт, икенсеһе – атайыбыҙ үҙенең оҙон, 90 йыллыҡ тиерлек ғүмеренең һуңғы 7 йылын ихтирам һәм һөйөү солғанышында үткәргән йорт - өлкән ағайымдың йорто.
Еңгәйебеҙ Земфира Сәит ҡыҙы атайыбыҙға бик яҡын кеше, хатта дүртенсе ҡыҙы кеүек булды. Бөгөн, еңгәйебеҙҙең матур юбилей көнөндә, беҙ уға күңел йылылығы һәм изгелеклелеге, өлкән ағайыбыҙҙың ғаиләһе һәм уларҙың ҙур, яҡты йорто беҙҙең өсөн “икенсе атай йорто” булған һәм беҙҙең был йортҡа үҙебеҙҙең тыуған йортобоҙға ҡайҡан һымаҡ ҡайта алыуыбыҙ өсөн “рәхмәт” тип әйтәбеҙ.
Уның аҡыллылығына һәм уйлап табыусанлығына айырым рәхмәт: атайыбыҙ инде сит ярҙамға мохтаж булып киткәс тә яңғыҙы йәшәүҙе һәм үҙ өйөн ташлап китмәүҙе хуп күрҙе. Бында һеҙҙең ӘСӘЙЕГЕҘҘЕҢ рухы, мин нисек уны ҡалдырып китәйем, тиер ине.
Өфөгә күсеп килергә ҡырҡа баш тартты. Шуға күрә ҙур хужалыҡ тотҡан, яуаплы эштә эшләгән ағайым менән еңгәйгә бигерәк ауырға тура килде – улар ике өй араһында өҙгөләнде. Һәм, ниһайәт, теләгебеҙ тормошҡа ашты бит!
Бер мәлде атай йортона ҡайтһаҡ, ишектә – йоҙаҡ... Ағайҙарға киттек. Ә атайыбыҙ бик ҡәнәғәт булып өҫтәл башында киң йылмайып ултыра.
-Еңгәй, - тип шыбырлайым. – Нисек өлгәштегеҙ быға?
-Ә беҙ адресты үҙгәрттек, - тип көлә еңгәй. – Иртәнсәк эшкә китер алдынан атайҙы ашатырға йүгереп кенә барып индем. Ә ул бойоҡ ҡына ултыра. Мин, ти, насар төш күрҙем: Ғазраил, үлем фәрештәһе, килде һәм, йыйына башла инде, Йыһанур, ауылдың теге башындағы ике кешене алып китәм дә шунан һине алырға киләм, тине.
Атайыбыҙ, элекке коммунист һәм атеист, ҡапыл илап ебәрҙе һәм, килен, оҙон ғына ғүмер кисерҙем, ә был тормоштан китке килмәй бит, ти. Нимә эшләргә? Ҡапыл башыма бер уй килде.
-Атай, - тейем. – Әйҙә, Ғазраилды алдайбыҙ!
-Адресты үҙгәртәбеҙ! Тиҙ генә әйберҙәреңде йыябыҙ ҙа беҙгә китәбеҙ – урам башҡа, өй ҙә – шулай уҡ. Ғазраил һине таба алмаясаҡ!
Әйберҙәрен йыялар һәм ағайым атайҙы тиҙ генә үҙҙәренең өйөнә күсерә. Ә атай йәшәгән урамдың арғы башында, ысынлап та, күпмелер ваҡыттан һуң ике кеше донъя менән бәхилләшә... Ә атай беҙҙең ҡыуанысҡа тағы ла оҙон һәм бәхетле 7 йыл ғүмер кисерҙе...
Еңгәй, һиңә барыһы өсөн дә рәхмәт. Һиңә, һинең ғаиләңә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә бәхет, именлек һәм изгелектәр теләйбеҙ. Ағайыбыҙ менән бергә бәхетле, атайыбыҙ әйткәнсә, тигеҙ ҡартлыҡ кисерергә яҙһын!”