Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Декабрь 2019, 17:00

ӘШРӘФ БАБАЙҘАН ӨЛГӨ АЛАЙЫҠ!

Башҡортостанда башҡорт телендә һөйләшмәй үҫкән башҡорттар тураһында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт ауылдашым, 19 йәшендә генә Бөйөк Ватан һуғышына китеп, унан ҡайта алмай, ғүмере буйы Америкала бер башҡортто ла күрмәй, үҙ телендә аралашыуҙан мәхрүм булып йәшәгән Әшрәф Мәхмүтов иҫемә төшә. Әшрәф бабайҙың хаттары Башҡортостанда йәшәп тә, мөхит русса бит, тигән һылтау табып башҡорт телендә һөйләшергә теләмәгән башҡорттар өсөн үҙе бер фәһем мәктәбе!

Башҡортостанда башҡорт телендә һөйләшмәй үҫкән башҡорттар тураһында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт ауылдашым, 19 йәшендә генә Бөйөк Ватан һуғышына китеп, унан ҡайта алмай, ғүмере буйы Америкала бер башҡортто ла күрмәй, үҙ телендә аралашыуҙан мәхрүм булып йәшәгән Әшрәф Мәхмүтов иҫемә төшә. Әшрәф бабайҙың хаттары Башҡортостанда йәшәп тә, мөхит русса бит, тигән һылтау табып башҡорт телендә һөйләшергә теләмәгән башҡорттар өсөн үҙе бер фәһем мәктәбе!
Бөтә аңлы ғүмерен тиерлек сит илдә генә түгел, сит ҡитғала йәшәгән башҡорттоң һикһәнен ҡыуғанда ла саф башҡорт телендә яҙған хаттарын уҡып хайран ҡалмалы. Был турала 2003 йылда “Таң” гәзитендә яҙып сыҡҡайныҡ инде.
1998 йылда туғандары йыйылышып, байрам ойоштороп, уны видеоға төшөрөп, Америкала йәшәүсе Әшрәф олатайға ебәрәләр.
Хаттарында бына нимәләр яҙа ветеран (хаттарҙың бер һүҙе лә үҙгәртелмәне):
“...Хәсән ҡусты видеотаҫмаһын килтереп биргәндән һуң һеҙҙең тормошоғоҙ, хәлегеҙ асыҡ күренде. Видео таҫмаһында күренгән нәмәләр барыһы ысын бит, төҫмөрләүҙәр генә түгел. Һеҙҙең арала ултырған, йөрөгән кеүек ҡыуанып ҡарайым. Видео таҫмаһы бик күп мәғәнәле нәмәләрҙе күрһәтә. Ҡайһы бер өлөштәрендә үкһеп-үкһеп илап алам. Ҡайһы урындарыда көлөп алам. Ҡайһы бүлектәрендә ҡыуанып алам. Ул сабый балалар миңә – камераға ҡарап ҡул болғауҙары үҙәгемде өҙә. Тыуған ауыл мин илдә саҡтағы түгел инде, үҙгәргән. Ауыл матур булып ҙурайған. Өй эсендәге ҡаралдылар бер өйҙә лә юҡ ине.
Өйҙәрҙе уратып алған ҡоймалар, баҡсалар, ҡапҡалар таҡтанан тигеҙ-тура итеп эшләнгән. Шуныһы күренмәй – тарма баҡсаһы. Хәҙер ауылда тарма (киндер) үҫтермәйҙәрме әллә? Тарма майынан, орҙоғонан тәмле аштар була торғайны. Киндерҙән әәсәйҙәр кейем эшләй торғайнылар.
Ауыл тирәһендә тәбиғәт тә үҙгәргән. Ауыл тирәһендәге туғайҙарҙа, тауҙарҙа иртәнән кискә ҡәҙәр һарыҡ, кәзәләр менән йөрөй торғайным. Һәр бер аҙым ере күҙ алдымда. Ғәйзулла ҡоҙа ул мәлдә ағай ине бит, күп бергә була торғайныҡ. Ғәлеюлла (Ғәлиулла) ағай менән дә бик күп бергә йөрөй инек. Һәүәнәк буйларында балыҡ тота торғайныҡ...”
“Әхтәм ҡустым, һеҙҙең ебәргән аманаттарығыҙҙы Хәсән ҡусты имен-теүәл килтереп бирҙе. Быны ойошторғанда ҡатнашҡан тыуғандарға – барығыҙға ла бик күп рәхмәт.
Видео таҫмаһын мындағы системаға күсерттем. Видео яҡшы сыҡты. Видео 2 сәғәттән артыҡ уйнаны. Ҡайһы бер өлөштәре ҡыуандырҙы, ҡайһы бер өлөштәре илатты, ҡайһы бер өлөштәре көлдөрҙө... Бик шәп булды. Күңелем асылып, яңырып китте.
Байғаҙы ауылы бик ҙурайып, үҙгәреп киткән, телефон, электр бағаналары теҙелеп һуҙылып киткән. Былар барыһы ла бик ҙур өлгәшеү...”
“Көндәр йылындымы? Колхоз таралмағанмы? Ауыл бик ҙурайған, сабынлыҡтар барыһына ла етәме? Мин илдән сығып киткәндә ауыл бик бәләкәй ине, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылдан юғары Ялануйға, ауылдан түбән Һәүәнәк тамағына ҡәҙәр ерҙәрҙе һөрөп бөтөргәйнеләр...”
“Мин дә һеҙгә видео таҫмаһы ебәрә алһам, һеҙ ҙә күрәр инегеҙ мине – тауышымды, тормошомдо. Мин аны эшләй алмайым. Сөнки яңғыҙмын, бер үҙем. Мин ҡалайтайым? Һеҙҙе, илде ҡайтып күрәйем тип теләһәм дә үҙ-үҙемә ышанмайым. Минең һаулығым бик самалы. Дарыуһыҙ, врачһыҙ... Был ауырыуҙар бик йонсота. Әгәр алыҫ юлда бик ныҡ ауырып китһәм, үҙемә лә, һеҙгә лә бик уңайһыҙ булыр тип ҡурҡам. Ярай, шулай бөтһөн...”
“Мин уҡыған саҡта Байғаҙыла 2 генә класс уҡыталар ине. 3-4 синыфты Ҡыпсаҡта уҡыным. 5-се синыфты Бөрйәндә уҡыным. Яҡшыраҡ аҙналар араһында йәйәү ауылға ҡайта инем.Әсәйҙе, өйҙө бик һағына торғайным.
АҠШ-та беҙҙәгегә ҡарағанда оҙағыраҡ уҡыталар. Башланғыс мәктәптәрҙән алып артабан 6 сәғәт мәктәптә ҡалалар...”
“Мин илдә саҡта Байғаҙы ҡараңғылыҡта ине бит. Телефон сыбыҡтары, радио-фәлән дә юҡ ине. Хәҙер Байғаҙы ҙурайған, телефон-радио-телевизиондар, таҡта ярыу заводы (пилораманы яҙалыр инде), таш юлдар. Автомобилдәр йөрөй, матур, ҙурыраҡ өйҙәр. Өй эсенә килһәк, матур балаҫтар эленгән стеналарға, матур шкафтар-өҫтәлдәр, иҙәндәргә лә балаҫ һалынған, өй тирәһен әйләндереп лаған таҡтанан тура-тигеҙ итеп эшләнгән баҡсалар. Былар күрһәтә инде илдең алға китеүен.
Шуныһы бар, ауыл тирәһендә тауҙар яланғас ҡала яҙған. Мин илдә саҡта тау биттәрен тығыҙ үҫкән ҡарағай-ҡайын ағастары ҡаплағайны.
Мин ауылда саҡҡта иң ҙур, бүлмәле, яңы матур Сәлих мәрхүм ағайҙың өйө ине. Хәфиз байҙың ике бүлмәле таш нигеҙҙе өйө кантор ине. Өй ҡыйыҡтары таҡтанан да ҡалайҙан, йә башҡа материалдан ябылған. Бик матур инде барыһы ла...”
“Мин илдән йәш сығып киттем, әҙ эшләнем. Хәҙер ҡарт, ауырыу, эшкә яраҡһыҙ... Нисек ҡоро тамаҡ булып ҡайтайым? Оятҡа, ғәйепкә ҡалған һымаҡ булам. Мин ҡайтырға теләһәм, юл өсөн һәм башҡалар өсөн мин хәҙер мохтаж түгелмен...”
“Әле мин үлмәгән, шуға ҡарамаҫтан, ҡәбер ере һатып алдым, ҡәбер башына баш ташы яһатып ҡуйҙым. 4 йыл була инде. США-ла тыуһаң да, үлһәң дә бик күп аҡса тора...”
Әшрәф бабайҙың хаттары үҙ илендә һөйләшергә мөмкинлеге булып та, үҙ теленән ғәрләнепме, кәмһенепме, сит телдә аралашып йәшәүсе бәғзе бер милләттәштәребеҙ өсөн илһөйәрлек, телһөйәрлек өлгөһө ул.
Тыуған яғына ҡайтыу хыялы менән йәшәп тә был хыялына ирешә алмай инде гүр эйәһе булған Әшрәф бабай.
Читайте нас: