Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
22 Октябрь 2019, 12:53

ФОТОЛАР ҠАРТАЙМАЙ БИТ УЛ... йәки МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ БӨРЙӘНГӘ сәйәхәте

Һәр кемдең күңелендә үҙ Мостайы була. Ул бәлки әҙиптең ижады менән бәйле, йә үҙе менән, йә осрашыуҙар менән бәйләнгән булалыр... Әсәйемдәргә Бөрйәнгә ҡайтҡанымда фотоальбомдағы бер нисә фото иғтибарымды үҙенә тартты.

Һәр кемдең күңелендә үҙ Мостайы була. Ул бәлки әҙиптең ижады менән бәйле, йә үҙе менән, йә осрашыуҙар менән бәйләнгән булалыр... Әсәйемдәргә Бөрйәнгә ҡайтҡанымда фотоальбомдағы бер нисә фото иғтибарымды үҙенә тартты. Береһендә әсәйем Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең үҙе менән(!) бейеп йөрөй. Был хаҡта аныҡларға теләп һораша башланым. Һикһәненсе йылдар аҙағында бер төркөм яҙыусылар менән Мостай Кәрим Бөрйәнгә сәфәргә юллана.
Был хаҡта әсәйемдән һораштым:
- Яҙыусылар күп ине. Араларындағы Таңһылыу Ҡарамышеваны таныным.
Әсәйем шулай тигәс, Таңһылыу Фәиз ҡыҙы менән бәйләнешкә индем. Яуап оҙаҡ көттөрмәне: “Земфира! Эйе, бик күп ауылдарҙа булғайныҡ. Байназарҙа ла. Ғәҙелгәрәйҙә. Берлектә. Тимерҙә. Осрашыуҙар ғәҙәттәгесә үтте инде, ҡайҙа ла йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар, сығыштар, алҡыштар... “
Алдымда ятҡан фотоларҙа кемдәрҙең булыуы хаҡында әсәйемдән һорашыуымды дауам иттем. Ул һөйләп китте:
- Тимер ауылында ҡунаҡтарҙы Оло юлдан төшкән ерҙә - Тәрәнуйҙа йыр-бейеү менән ҡаршы алдыҡ: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бикмөхәмәтов Шаһиғәли Зәйнәғәли улы, Нурия Алтыншина-Бикмәтова, икмәк тотҡан ҡыҙ - Яманғолова Зөлфиә, Алтыншина Фәрҙиә (йырсы Раяндың әсәһе), мин - Яубаҫарова Зәйнәп, Баймырҙина Нәсиха инәй. (1-се фото - һулдан уңға) Ҡунаҡтарға ҡыҙҙар йыр башҡарҙылар: Баязитова Роза, минең ҡыҙым Яубаҫарова Гөлсөм, Баймырҙина Фәнилә (2-се фото - һулдан уңға). Йыр уҡытыусыһы Тимерйән Ғөбәйҙуллин матур бейеү көйө уйнап ебәрҙе. Бөтәһе лә оялышып тора инеләр, үҙем бейергә төшөп киттем. Мостай Кәримгә килеп баҫтым, икәүләп бейеп киттек. Халыҡ шағиры минең нисә йәштә булыуымды һорашты. Тап шул мәлде Марат Муллағолов фотоға төшөрөп алған (3-сө фото).
Һөйләшеүебеҙгә Марат Муллағоловтың ҡыҙы Зөлфиә Сәлихова ҡушылып китте: “Был осрашыуҙа мин дә булдым. Атайым, әсәйем һәм ҡустым менән, ат егеп тороп, Иҫке Монасиптан Тимергә тура юлдан барғаныбыҙ иҫемдә. Мостай Кәримдең әлеге бейеүе ныҡ хәтерҙә ҡалған. ,,Беҙҙең өйҙөң йәме” тигән китабын, автограф ҡуйып, миңә бүләк иткәйне. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул иҫтәлекле китапты мин юғалттым. “
Таңһылыу Фәиз ҡыҙы Ҡарамышева ул саҡтағы тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты: “Шүлгән мәмерйәһенә ингәнебеҙ иҫемдә. Бик төпкә үттек. Шыуышып үткән урындар ҙа булды. Ярайһы ҡурҡыныс булды. Мостай ағай нисек йөрьәт иткәндер? Беҙҙе районда Рәсимә Ташбулатовна Вәлиуллина, ул саҡтағы КПСС-тың райком секретары, оҙатып йөрөгәйне. Мостайҙың уға ныҡ һоҡланыу белдергәне иҫемдә. Рәсимә Ташбулатовнаны аҡыллы һәм һөйкөмлө ҡатын, тине. Мине, ҡалай матур туфлиҙар кейеп алғанһың, тип мәрәкәләне. Мәскәүгә барғанымда ҡып-ҡыҙыл төҫтәге ҡиммәтле күндән эшләнгән француз туфлиҙары һатып алғайным. Ҡурсаҡтыҡы һымаҡ ныҡ матур ине, сервантта ғына тота торғайным...
Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлиндың, ул саҡтағы район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдиренең, ҡунаҡханала ҡорған табынында таң атҡансы яҙыусыларыбыҙ менән гәпләшеп ултырғаныбыҙ иҫемдә. Факиһа Туғыҙбаева Мостафа Сафич менән йәнәш ултырҙы. Шунда мин уларҙың бер-береһен бик яҡшы тойоуҙарын аңланым.”
Ошо урында үҙе лә Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның Халыҡ шағиры хаҡында иҫтәлектәрен килтереп үтеү кәрәктер: ”Эш өҫтәлемдә - Мостай Кәрим әҫәрҙәренең биш томлығы. Шағир. Драматург. Прозаик. Публицист. Әҙәбиәт белгестәре уны нисек кенә нарыҡлаһа ла, барыһынан элек Мостай Кәрим – Шағир. Драматургияһы ла, прозаһы ла, публицистикаһы ла Шағир йөрәге, Шағир аҡылы менән яҙылған. Шуға күрә лә улар юғары, яҡты.
Ошо биш томлыҡты уҡығанда, мин Шағирҙың үҙенең аҡыллы, сабыр тауышын ишеткәндәй, уның менән һөйләшкәндәй булам. Ниндәй ҙур хазина был! Ошо рухи байлыҡты күңеленә һеңдергән кешенең, моғайын да, матур итеп, намыҫлы итеп йәшәгеһе киләлер.
Мостай Кәрим миңә Алыҫ Көнсығыштан килгән бер хатты күрһәткәйне. Үҙенә ҡул һалырға йөрөгән хат авторына әҙиптең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы килеп эләгә. Әҫәрҙәге яҡтылыҡ, күңел йылылығы, ҡыҫҡаһы – тормошҡа мәҙхиә уны шул тиклем әсир итә. Ҡатын теге ҡурҡыныс теләгенән кире ҡайтып, аҡ тәүбә, ҡара тәүбә итеп, Мостай Кәримгә рәхмәттәрен еткерергә ашыға.
Бына шулай, бөгөнгө буталсыҡ, ҡатмарлы тормошта Шағирҙың әҫәрҙәрен күңел терәге итеп ҡабул итеүселәр бик күп.”
Факиһа Туғыҙбаеваның үҙ Мостайы булған кеүек, алдымда ятҡан фотоларға ҡарап, мин дә күңелемдәге үҙ Мостайымды күҙ алдыма баҫтырырға теләп, көндәлектәремде аҡтарам:
“Мостай Кәримдең тыуыуына 80 йыл тулыу көндәрендә Лиана Мәсәлимова исемле уҡыусым менән бергәләп “МК”, йәғни “Мостай Кәрим” тигән чайнворд эшләгәйнек. Эшебеҙҙе конкурсҡа ебәрҙек тә оноттоҡ, күп тә үтмәй, 1999 йылдың октябрендә ул “Йәшлек” гәзитендә баҫылып сыҡты. Һуңғараҡ, 2009 йылдың Ғаилә календарын ҡарап ултырһам, баяғы чайнворд унда сыҡҡан. Уҡыусыларыма үҙемдә һаҡланған альбом вариантын күрһәтеп: “Эшләнгән эш бер ваҡытта ла юғалмай ул”, - тип һөйләйем.
Көндәлектәремде ҡарап ултырһам, 1999 йылдың 20 октябрендә (көнөнөң тап килеүен әйт әле!)былай тип яҙып ҡуйғанмын: “Мостай Кәрим! Мөхәббәттең дүрт миҙгелен беләһегеҙ, ә был ниндәй миҙгел икән?
Бында көндәр һыуытты:
Борсаҡ яуа, ҡары ла…
Таңда төшкән ҡырауы
Йәндәремә һарыла.
Шыҡырлап тора йәнем,
Һыуыҡ тәнгә тарала,
Ус төбөндәге йәнде
Бер Хоҙайым аралай...”
Ә 21 октябрҙә былай тип яҙғанмын:
“Мостай ағай! Таптым теге һорауға яуапты. Һеҙҙең шиғырҙан:
Тәбиғәттән уҙып ни ҡылаһың.
Һынауҙыр был.
Сабыр итеү кәрәк.
Беҙ көтөрҙәй бүтән донъялар юҡ.
Бар донъяны түҙем көтөү кәрәк...
(М. Кәрим.
Рәхмәт, Шағир!”
Таңһылыу Ҡарамышеванан тағы ниндәй хәтирәләр иҫендә ҡалыуы хаҡында ныҡышҡас, ул иҫтәлектәрен дауам итте:
- Муса Ғәли, Ҡәҙим Аралбаев, Ирек Кинйәбулатов - бергә барҙыҡ Бөрйәнгә... Тағы кемдәр, бик иҫләп тә бөтмәйем.
Бөрйәндән Өфөгә "кукурузникта" остоҡ. Иң ныҡ хәтеремдә ҡалған ҡыҙыҡ хәл ошо булғандыр. Аэропортта бер ҡыҙ илап-илап егете менән хушлашты. Самолет эсендә бөтәбеҙ ҙә ул ҡыҙҙың салонға ингәнен тәҙрә аша ҡарап, сабыр ғына көтөп ултырҙыҡ. Егетен ҡосаҡлап түгелеп илай теге ҡыҙ. Шунан Мостай янына килеп ултырҙы. Ултырҙы ла үкһей-үкһей башын Мостайҙың яурынына терәп йоҡлап китте. Муса Ғәли Чумак булып ҡыланып беҙҙе йыуатып, ниҙер арбап килде. Көлмәҫкә, тауышланмаҫҡа ҡушты... Мостай ҡымшанмай ҙа шым ғына, ҡыҙҙың татлы йоҡоһон бүлдермәҫкә була, һаҡ ҡына, ҡыймылдамай ҙа ултырҙы.“
Ошо ваҡытта, бәлки, Шағир күңелендә үҙенең шиғри юлдары яңғырағандыр:
“Һинән башҡа донъя япа-яңғыҙ,
Донъя етем, үкһеҙ.
Әйтерһең, күк ерһеҙ тороп ҡалды,
Ә ер ҡалды күкһеҙ...
...Сабырлыҡтың алтын сылбырҙарын
Бына-бына өҙәм...
Эй йондоҙҙар!
Зинһар, иламағыҙ,
Үҙем дә саҡ түҙәм.”
(М. Кәрим. “Агазия янғас”)
Көндәлектәремдә 2002 йылдың мартында былай яҙып ҡуйғанмын: “Беҙҙең ғаилә альбомында бер фото бар. Унда әсәйем Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән бейей. 80-се йылдар аҙағында әҙип Бөрйәнгә сәфәр ҡылғайны. Тимерҙә лә шағирҙы яҡты йөҙ, йыр-бейеү менән ҡаршылығандар. Бөтәһе лә уңайһыҙланып торғанда, әсәйем уны бейергә саҡырған. Был мәлде Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағолов мәңгеләштереп алған. Әсәйем әйтмешләй: “Фотолар ҡартаймай шул, улар тарих һөйләй...”
Бөрйәнгә сәфәренән һуң халыҡ шағиры Мостай Кәрим: ”Башҡорт халҡының киләсәге бар”, - тип белдергәйне...
Читайте нас: