Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Октябрь 2019, 16:00

Мостай Кәримдең Бөрйәнгә һуңғы килеүе...

...“Сәләм” тапшырыуына бөгөн, 18 октябрҙә, “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова саҡырылған ине. Төп һүҙ проект тураһында барһа ла, мине айырыуса Мостай Кәрим хаҡындағы бер кәлимә һүҙ тетрәндерҙе. Бер ваҡыт Татарстан әҙибе Туфан Миңнуллин уға шылтыратып, беләһеңме, һеҙҙең Мостай нимә ҡылды, тигән. Наилә Сәфәрғолова нимә эшләне икән тип аптырабыраҡ ҡалған.

...“Сәләм” тапшырыуына бөгөн, 18 октябрҙә, “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова саҡырылған ине. Төп һүҙ проект тураһында барһа ла, мине айырыуса Мостай Кәрим хаҡындағы бер кәлимә һүҙ тетрәндерҙе.
Бер ваҡыт Татарстан әҙибе Туфан Миңнуллин уға шылтыратып, беләһеңме, һеҙҙең Мостай нимә ҡылды, тигән. Наилә Сәфәрғолова нимә эшләне икән тип аптырабыраҡ ҡалған.
Баҡтиһәң, бер ваҡыт Татарстан Президенты Миңтимер Шәймиев Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде саҡырған. Саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, барған шағирға Татарстандың халыҡ шағиры тигән исем бирергә йыйыныуҙары хаҡында белдергән етәксе. Ә аҡыл эйәһе, шағир бер генә милләттең халыҡ шағиры була ала, әгәр ул теге милләттең, был милләттең халыҡ шағиры исемен тағып йөрөһә, ул шағир түгел, ул – флюгер, тигән... Ошо аҡыл хайран итте бөгөнгө иртәлә... Халыҡ шағирының ысын-ысындан да халыҡтыҡы булыуына дәлил был. Ябайлыҡта – бөйөклөк тигәндәре тап ошолор.
Бынан 16 йыл элек халыҡ шағиры Бөрйәнгә һуңғы тапҡыр килгәнендә сик буйында беҙ уны хеҙмәттәшем Айһылыу Ғарифуллина менән икәүләп ҡаршы алып, халыҡ менән осрашыуын үткәреп, икенсе көнөнә йәнә район сигендә оҙатып ҡалғайныҡ.
Әйткәндәй, уның менән осрашыу кисәһе лә эскпромт рәүешендә килеп сыҡты. Шағирҙы, уның ҡыҙын ҡаршы алып, район үҙәгенә алып килгәс, бер гилке урман хужалығы ҡунаҡханаһының асҡысын таба алмай, халыҡ шағиры менән урамда көтөп торҙоҡ. Ҡунаҡтар ашап-эсеп алғас, мәҙәниәт һарайына юлландыҡ. Ундағы кисәне алып барыу ҙа минең өлөшкә төштө. Бер ниндәй сценарий-фәлән юҡ, ҡулыма шағирҙың бер нисә китабын һәм уның хаҡында китап тотторҙолар. Ҙур сәхнәнең арғы башында – Мостай Кәрим, бирге яғында – мин, алып барыусы. Импровизация менән үҙемсә кисәне асып, алып бара башланым. Бер ваҡыт Мостай Кәрим “Уңдым” тигән шиғырын уҡый башланы. Бер китапты асып ебәрһәм, күҙемә “Уңдыҡ” тигән шиғыр салынды. Шағирҙың уҡып ултырған шиғырына яуап итеп яҙылған шиғыр икән. Ирек Кинйәбулатов ине, ахыры, авторы. Халыҡ шағиры уҡып бөтөүгә уға яуап итеп теге шиғырҙы уҡыным. Халыҡ шағиры бик риза булды.
Балалар ҙа, ололар ҙа автографтар алды.
Халыҡ шағиры һайлау алдынан килгәйне. Маҡсаты – халыҡҡа М. Рәхимовты һайлаһаҡ, яңылышмаҫбыҙ, тигәнерәк юҫыҡ биреү ине.
Кисәнән һуң Шағирҙы банкетҡа алып киттеләр. “Ә теге ҡыҙҙар ҡайҙа (Айһылыу менән икебеҙҙе күҙ уңында тотҡан), шулар кәрәк ине бында”, тигәс, кемдер сығып ҡарап килгән булған да, юҡ, тапманыҡ, тигәндәр... Юҡ, ашап-эсеү өсөн эҙләтмәгән инде шағир, һөйләшеп ултырыу өсөн рухташтар кәрәк булғандыр. Бөрйән ҙур бит, ул миллион халыҡ араһынан ҡайҙан тапһындар инде районда “бер кем дә белмәгән” “ике ҡыҙҙы”...
...Шундағы хушлашҡан мәле һаман күҙ алдында. Халыҡ шағиры ғәҙәтенсә ҡулдарын артҡа ҡуйып, башын бер аҙ ҡырыныраҡ һалып тирә-яҡты өйрөлтөп ҡараны ла: “Хушығыҙ!”, тине. Шул мәлдә Шағирҙың беҙҙең менән генә түгел, тотош Бөрйән иле менән хушлашыуын аңлап тетрәнгәйнек. Һуңғы тапҡыр килеүен һиҙемләгәндер аҡыл эйәһе... Шағир ҡайттты. Ә беҙ, ике иләҫ-миләҫ күңелле йәндәр, түгелеп илап ҡалдыҡ. Икенсе йылына ошо мәлдә, тап бер йылдан, Шағир яҡты донъя менән бәхилләште...
Читайте нас: