Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
7 Май 2019, 13:04

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант ойошторола

18 майҙа Өфө башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант үҙәге буласаҡ. Сараны ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, диктант яҙыуҙа Рәсәйҙән сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Диктанттың төп майҙансығы Өфөлә, Башҡорт дәүләт университеты базаһында, буласаҡ һәм унан республиканың бөтә райондарындағы, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Ханты-Мансийск, Пермь, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларындағы майҙансыҡтарға трансляция ойоштороласаҡ. Сит илдәрҙә диктант майҙансыҡтары Монреалда, Оттавала һәм Торонтола (Канада), Нью-Йоркта һәм Лос-Анджелеста (АҠШ), Стамбулда һәм Антальяла (Төркиә), Гуанчжоуҙа һәм Пекинда (Ҡытай), Нурсолтанда (Ҡаҙағстан) һәм башҡа илдәрҙең ҡалалаларында буласаҡ.
- Диктант яҙыуҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, - ти сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды директоры Гөлназ Йосопова. – 8 майҙан диктанттың сайтында теркәү башлана. Сайт диктантты өйҙән йәки эштән ултырып яҙырға мөмкинлек бирә. Теләүселәр үҙҙәренә иң яҡын майҙансыҡты һайлап, белемдәрен шунда ла тикшерә ала. Ҡатнашыусыларҙы теркәү, майҙансыҡтарҙы һайлау, башҡорт телен белеү кимәлен билдәләүсе тест үткәреү һәм башҡа опциялар bashkdictant.ru сайтында 8 майҙан башланасаҡ.
Читайте нас: