Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
6 Май 2019, 18:35

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде. Ил президенты Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Был указ менән мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, парламентарийҙар һәм чиновниктар, шулай уҡ спорт һәм профсоюз эшмәкәрҙәре, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре юғары дәүләт наградалары менән билдәләнде.
Башҡортостан вәкилдәренән ошо исемлектә яҙыусы Флүр Ғәлимов — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», рәссам Рәшит Хәбиров — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы», Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһы мөдире Руслан Сәфиуллин — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» һәм Башҡортостандың «НефтеГазВзрывПромСтрой» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Яков Невелев — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» бар.
"Башинформ"дан.