Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
29 Март 2019, 11:45

Уңғандар ут бейетә

Ат еткән ергә - ат, хат еткән ергә хат етеп, кемдер интернет аша Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда «Серле биҙәк ҡорама - үткәндәрҙән ҡот ала» тигән ҡорамасылар байрамы буласағын ишетеп, күрше Мәһәҙей ауылының һырлап-биҙәкләп бәйләү, ырғаҡлау оҫтаһы Т. Әҙелгәрәева, үҙе тегеп кейгән милли кейемдә гөлдәй балҡып, селтәрле таҫтамал, ынйылы ҡулъяулыҡтарын алып Мораҙымдан тирүгә һуғыусы, 77 йәшлек Н. Үтәбаева, ҡорамаларын алып С. Моратшина, Яуымбай маһирҙары Н. Исмәғилева, Р. Латипова, уларҙың үксәһенә баҫа килгән З. Ҡарасурина, аҡылы менән маяҡ, ғүмере менән өлгө 90 йәшлек ауыл ағинәйе Әминә инәй Кинйәкәеваның боронғоса ҡоралған түшәк-япмаларын алып, килене Разия, Ҡурғашлынан яңыса ҡоралған ҡорамалары менән Р. Исмәғилева килеп еткән.

Ат еткән ергә - ат, хат еткән ергә хат етеп, кемдер интернет аша Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда «Серле биҙәк ҡорама - үткәндәрҙән ҡот ала» тигән ҡорамасылар байрамы буласағын ишетеп, күрше Мәһәҙей ауылының һырлап-биҙәкләп бәйләү, ырғаҡлау оҫтаһы Т. Әҙелгәрәева, үҙе тегеп кейгән милли кейемдә гөлдәй балҡып, селтәрле таҫтамал, ынйылы ҡулъяулыҡтарын алып Мораҙымдан тирүгә һуғыусы, 77 йәшлек Н. Үтәбаева, ҡорамаларын алып С. Моратшина, Яуымбай маһирҙары Н. Исмәғилева, Р. Латипова, уларҙың үксәһенә баҫа килгән З. Ҡарасурина, аҡылы менән маяҡ, ғүмере менән өлгө 90 йәшлек ауыл ағинәйе Әминә инәй Кинйәкәеваның боронғоса ҡоралған түшәк-япмаларын алып, килене Разия, Ҡурғашлынан яңыса ҡоралған ҡорамалары менән Р. Исмәғилева килеп еткән.Байназарҙан 88 йәшлек хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ф. Бикбаеваның ырғаҡ менән бәйләгән эштәре айырым хуплауға лайыҡ. 80 йәшлек Хәлилова Әсмә апайҙың ҡулынан ырғаҡ йә энә төшкәне юҡтыр ҙа. Юҡ нәмә үҙе юҡ уның күргәҙмәгә ҡуйған нәмәләре араһында. 10 йәшлек А. Ишбаеваның «Бәшмәкле ялан»ы, үрелгән беләҙектәре, нәскиҙән эшләгән ҡуян, бесәйе лә барыһына ла оҡшаны.
- Был күңел байрамының кәмендә өс хәсиәте: сауабы, файҙаһы, фазилиәте бар.Өй эсендә тотонор, түшәнеп-яҫтаныр өсөн ҡаралды етештерә. Күңел наҙын, йөрәк-ҡул йылыһын һалып эшләгән нәмәң ҡәҙерле, ҡотло-бәркәтле була. Иләгән еп, бәйләгән һыр-күҙ, теккән-ҡораған ҡыйыҡтарың бәрәбәренә Аллаһ Тәғәлә сауап, бәрәкәт, ғүмер оҙонлоғо насип итә. Үҙең өйрәнгәнде-белгәнде бала-сағаңа, башҡаларға өйрәтеп, мең сауаплы булаһың. Ниндәй ҡул эше эшләһәк тә бармаҡтағы дауалаусы нөктәләр аша йән-тәнгә дауа килә, зиһен эшкә ҡушыла. Ҡор - ул берҙәмлек, бер идеяға берләшеү, аралашыу, тупланыу. Тормош ҡорабыҙ, план ҡорабыҙ, ҡыуыш, уйын, ҡапҡан ҡорабыҙ. Үҙебеҙ ҙә бит төрлө ағзаларҙан ҡоролғанбыҙ. Тик бөтә эштең аҫыл асылы нисек, ҡайҙа, ҡасан, ни ниәттә, ниндәй өлөштәрҙән ҡороуыбыҙға, ҡорғанды тәғәйен тотоноу, ҡулланыуға бәйле,-тип өгөт-нәсихәт еткерҙе К. Ҡотлобаева.
Заман башҡа-заң башҡа. «Йәйғор» ҡорамасылар төркөмөндә шөғөлләнеүсе яңы быуын оҫталары Р. Алтынбаева, Нәсимә, Фәйләрә, Гөлсирә Науразбаевалар, Ә. Сөләймәнова, Н. Зәйнуллиналарҙың “ананас”, “калейдоскоп”, “өйрөлтмәк”, “трейзи”, “тирмән”, “аҡылдан яҙған блок” һәм башҡа ысулдар менән өскөл-дүрткел ҡыйыҡтарҙан төҙөгән этнобиҙәкле ҡаралдыларын күреп - күҙ, һыйпап ҡул туйғыһыҙ. Оҫталарҙың ҡыҙҙары ла әсәләренән һис ҡалышмай, ни алайыҡ та, ни ялғайыҡ, тип кенә торалар. Ә Гөлназ Зәйнуллинаның эшендә йәшлек саялығы сағыла. Был эш тотош ғаилә шөғөлөнә әйләнгән, тиһәң дә була. Батыр һәм Фәрит Науразбаевтар ҡаралды ҡуйыр өсөн ҡулайламаһын эшләп, ҡороп-тиреп, ҡатындарына ярҙамлашып йөрөйҙәр. Р. Исмәғилеваның янында килене бөтөрөлә, Рая - еңгәһе Сәриә, Фәйләрә - әхирәте Гөлсирә, Наилә - әсәһе Әсмә апай, Азалия өләсәһе менән бер бөтөн. Н. Мәсәғүтова Өфөлә Сәсәндәр үҙәге ойошторған “Селтәр” бәйгеһендә, Сибайҙа Ә. Салауатова менән төбәк-ара “Башҡорт милли кейеме” фестивалендә алдынғылыҡты бирмәнеләр. Аҫалы балаҫ, туҡмаҡлы сергетыш, тәңкәләре сылтырап, уҡалары йылтырап торған елән-камзул, ҡузырлы ситек, сигеүле түбәтәй, ҡорама бәпәй йүргәге, ете, ҡырҡ ҡораманан бәпәй күлдәге, һуғылған шәл, тирүгә, билдә–тамғалы киле- көбөләр, башҡа донъя ҡаралды-ҡаралтыһы...Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре!
«Йәйғор» ҡорамасыларының яңы ысул менән ҡорау оҫталыҡ дәрестәрендә булғандан һуң, сараны ойоштороусы Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, ҡорамасылар төркөмө етәксеһе Н. Науразбаева ҡатнашыусыларҙы түбә таҡтаһы ғына буш залдағы күргәҙмәне ҡарарға саҡырҙы. Т. Нурғәлинаның сәйлән-мәрйендәрҙән ҡыйып ҡуйған биҙәүестәре, гөлдәре, С. Һатыбалованың төҫлө ептәрҙән сиккән картиналары, бәйләгән кейем-һалымы, С. Шәрипова һәм Р. Зәйнуллинаның сынъяһау селтәр-түшелдеректәре, Ф. Айытбаеваның сигеүле-селтәрле таҫтамал, япмалары, картиналары, Ә. Салауатованың ҡашмау-селтәре, ҡораған ҡаралдыһы, Н. Мәсәғүтованың ынйы-мәрйендән иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштәре, Ф. Әйүпованың аллы-гөллө түшәктәре, Л. Әлхәмованың эштәре йәйғор төҫтәрендә балҡып, күҙҙе нурлай. Оҫталарҙың эшен баһалау район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Салауатова, район Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, “Кәрәҙ” ҡорамасылары етәксеһе Р. Ғиззәтуллина ҡатнашлығындағы жюриға еңелдән булмағандыр.
“Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле рухлы таҡмаҡтары менән энәнән сәнстереп, ептән йыйҙырып, ҡулдарында ут бейеткән оҫталарҙы дәртләндереп алғас, ҡаралды ҡағыу йолаһын күрһәтте.
Ҡораматуй оҫталарын бағыусылар Р. Маликов, Н. Зәйнуллина, З. Айытҡолова, К. Ҡотлобаева, М. Һиҙиәтова, Ғ. Йомағужина, биләмә башлығы А. Салауатов һәм бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар, Аллаһ ризалығы өсөн тип, бүләктәре менән ҡыуандырҙы. Ағинәйҙәр, ҡатнашыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡорған һыйлы табында шәхси эшҡыуар Н. Зәйнуллинаның икмәк цехында бешкән ҡорама бәлеш менән килгән-киткәне, ингән-сыҡҡаны ихлас һыйланып, рухлы күңел байрамынан бай тәьҫораттар, сәм-дәрт алып таралышты.
Ф. ИШБАЕВА.
Читайте нас: