Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
12 Март 2019, 13:38

Бала саҡ күңелдәрҙә мәңге ҡаласаҡ

Сәлихов Мөхәмәҙиә апам бик мәғлүмәтле кеше була торғайны. Революциянан һуң граждандар һуғышында кемдәр ҡатнашҡанын, Яуымбай ауылы ирҙәренең ҡайһы яҡ өсөн һуғышҡанын бәйнә-бәйнә һөйләп ултырыр ине.«Шәрифә тауы артындағы шырлыҡта бер яңғыҙ зыярат бар. Ҡыҙылдар унда үҙҙәренең һалдатын ерләгәйне. Аҙаҡтан урынын күрһәтермен», - тип әйтә торғайны, тәки насип булманы.Әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы ҡайҙан иҫләп бөтәһең, тип һорай торғайныҡ ҡарттан. Оло кеше яуаптары менән дә оҙаҡ көттөрмәҫ ине: “Үҙем дә аптырап ҡуям, уландар. Алты йәштән алып ошо көнгә тиклем булған ишеткән-белгәндәрҙе нисек итеп бер башҡа һыйҙырып бөтәһең икән? Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышын, Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисерҙек. Ул дәүерҙең һәр көнө иҫтә. Балалыҡ йылдары, йәш саҡтағы кисерештәр күңелдә ныҡ уйылып ҡала, тип һөйләйҙәр. Үткән дәүерҙең йомғағын тағата башлаһаң, быға үҙеңдән-үҙең ышанаһың. Бүтәндәргә һөйләргә ярамаған ваҡиғалар ҙа иҫкә төшөп ҡуя”.

Сәлихов Мөхәмәҙиә апам бик мәғлүмәтле кеше була торғайны. Революциянан һуң граждандар һуғышында кемдәр ҡатнашҡанын, Яуымбай ауылы ирҙәренең ҡайһы яҡ өсөн һуғышҡанын бәйнә-бәйнә һөйләп ултырыр ине.
«Шәрифә тауы артындағы шырлыҡта бер яңғыҙ зыярат бар. Ҡыҙылдар унда үҙҙәренең һалдатын ерләгәйне. Аҙаҡтан урынын күрһәтермен», - тип әйтә торғайны, тәки насип булманы.
Әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы ҡайҙан иҫләп бөтәһең, тип һорай торғайныҡ ҡарттан. Оло кеше яуаптары менән дә оҙаҡ көттөрмәҫ ине: “Үҙем дә аптырап ҡуям, уландар. Алты йәштән алып ошо көнгә тиклем булған ишеткән-белгәндәрҙе нисек итеп бер башҡа һыйҙырып бөтәһең икән? Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышын, Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисерҙек. Ул дәүерҙең һәр көнө иҫтә. Балалыҡ йылдары, йәш саҡтағы кисерештәр күңелдә ныҡ уйылып ҡала, тип һөйләйҙәр. Үткән дәүерҙең йомғағын тағата башлаһаң, быға үҙеңдән-үҙең ышанаһың. Бүтәндәргә һөйләргә ярамаған ваҡиғалар ҙа иҫкә төшөп ҡуя”.
Йүкәгә барғанда
Бала саҡта ололарға эйәреп йөрөү ғәҙәте көслө була торғайны. Кемдең ҡайҙа барғанын белешәбеҙ ҙә арттарынан төшәбеҙ. Эйәртәләрме-юҡмы – ҡарап тороу юҡ.
Бер йылы бесәнгә төшөр алдынан атай Ҡотлоғәлләм ҡарт менән Аҡбейек аҫтындағы йүкәлеккә йүкә һуйырға барырға булдылар. Әлбиттә, мин дә эйәрҙем. Элек һәр өйҙә күбә арҡаны була торғайны. Атай ҙа арҡанын яңыртырға уйлағандыр.
Һуғыш ветерандарының йәш сағы. Йәйге оҙон көндә әллә күпме йүкә һыҙырҙы былар. Арба тулып китте. Бер-икеһен ҡайырыһы менән дә тейәп алдыҡ.
Был тиклем йүкәне ҡайҙа итеп бөтөрөрҙәр икән, тип уйлайым. Колхозда бөтә нәмә ат көсө менән башҡарылғас, ул да күп кәрәк икән. Сана арҡанына, тышау ишергә, тәртә төбөнә, баш епкә һәм башҡаһына.
Шул йылда уҡ ауылдың барлыҡ ирҙәрен Уртағыр яғына йүкәгә ебәрҙеләр. Ат күрмәгән кеше һымаҡ малайҙар арбаларға һырып йәбешәбеҙ. Олораҡтар әллә ни өндәшмәй, ә йәшерәктәр беҙҙе алғыһы килмәй. Фауариз ағай менән Мансур ағай бигерәк активлыҡ күрһәтә. Әрләйҙәр, ҡурҡыталар. Ситҡыр яланын үткәс, арбаларға йәбешеп алдыҡ.
Әрләһәләр ҙә, малайҙарҙың ярҙамы ҙур булды. Йүкәне ҡайырыһы менән дә, таҙаланған сей йүкәне лә кемуҙарҙан бер урынға йыйып торабыҙ. Күмәк булғас, эш тә ырай. Арбаларҙы тултырып ҡайтып киттек.
Икенсе көндө кисә йүкәгә барғандарҙың күбеһе арҡан ишергә йәлеп ителде. Ололар элекке Нурислам ағайҙарҙың өйө алдында арҡан ишә торған ҡулайлама эшләп ҡуйҙы, сығыр тип атала ине ул. Быныһы малайҙар өсөн бигерәк ҡыҙыҡ. Өс малай йүкә тағылған тындарҙы уң яҡҡа йәки һулға өйрөлтөп тора, бер кеше саталы ағас менән яйлап ҡына йөрөтөп бара. Шул рәүешле арҡан барлыҡҡа килә. Уның йыуанлығын да, оҙонлоғон да үҙең көйләйһең.
Ошо ысул менән ярты көн тирәһендә 2-4 звеноға етерлек арҡан ишелә торғайны. Ә бер звеноға кәм тигәндә ике арҡан кәрәк. Күбә тарттырғанда арҡан да туҙа икән. Сей йүкәнән ишелгән йыуан арҡан һалабаштан ишелгән кеүек йомшарып, нәҙегәйеп бөтә. Колхоз эшен күбә тарттырыуҙан башлаған малайҙар быны яҡшы белә. Иҫке арҡан тотоноуға ла уңайлы. Ҡолаҡбауҙан ысҡындырған саҡта әллә ни көсәнмәйһең.
Карантинға
тиклем генә
Башҡорттар элек башлыса Әүжән, Ҡағы урыҫтары менән алыш-биреш итешә торғайны. Ҡағы эргәһендәге Карантинға тиклем ат менән баралар ҙа, ары үгеҙ егеп китәләр.
Карантин. Был урыҫ утарының исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ошо хаҡта бер кем дә асыҡ ҡына белмәй. Әммә күп төрлө фараздар йөрөй. Ололарҙың һөйләүенсә, береһе түбәндәгесә: һуғыш ваҡытында аттар (яҡын-тирәләге ауылдарҙа) ҡорсаңғы (йоғошло тире ауырыуы) менән ауырыған. Уны Ҡағы, Әүжән ауылдарына индермәҫ өсөн карантин булдырғандар.
Минең атай ҙа белештәренә күп йөрөнө. Барғанда тауыҡ еме, тире-яры тейәп китә лә, ҡайтҡанда картуф, ышлыя, йүгән алып ҡайтыр ине.
Бардин тигән белеше үгеҙ тиреһенән ҡайыш эшләп, бынамын тигән суҡлы ышлыялар тегеп бирә торғайны.
Атай Әүжәнгә барған һайын уны Карантинға тиклем ҡаршы барып алабыҙ. Ул йә Мәрүән ағайға, йә Дауыт ағайға, йә Сәғит ағайға бойороп китә. Шәп аттар егеп кырандасҡа ултырып йөрөүҙән кем баш тартһын? Әлбиттә, мин дә улар менән.
Бер йылы Мырҙағолов Сәғит ағай менән юлға сыҡтыҡ. Тура юл тип Һыусумған, Ҡарабешә аша китеп барабыҙ. Ағай мине йәш үләнгә төрөп, күсер ултыра торған ултырғыс аҫтына һалып алды. Хәҙер йылынаһың, тигәйне, ысынлап та, үлән бығып йылынып кителде.
Бытырҙаҡҡа
ултырып йөрөнөм
Мәктәптә уҡымайым әле. Шул йылы барырға тейеш инем. Беренсе сентябрҙе көтә башлағайныҡ инде. Нисек уҡып алып китәрҙе белмәгәс, ҡурҡыта. Былай апайымдар байтаҡ нәмәгә өйрәткәйне инде. Йөҙгә тиклем һанарға, фамилиямды яҙырға алдан белә инем.
Уҡытыусыбыҙ ҙа яҡшы кеше булды. Фамилияһы Мансуров ине. Уҫалыраҡ та булғандыр. Атайҙың бер көн ҡыуанып һөйләп ултырғаны бөгөнгөләй хәтерҙә: ”Алай ҙа бынауы Мансуров уҡытырға килгән бит. Малай ипкә-һапҡа ҡалды ла ҡуйҙы. Юғиһә, тыйып алып булмай торғайны”.
Уҡытыусыбыҙ ҡыш алдынан кәзә матасы һатып алды. Юл булмағас, ауыл эсендә генә йөрөнө. Беҙ, малайҙар, тегенең артынан эркелешеп эйәреп йөрөйбөҙ. Уҡытыусы беҙҙе берәмләп алып йөрөй. Саналарыбыҙҙы тағып та, ултыртып та йөрөтөр ине. Ҡайтҡас, мин бытырҙаҡҡа ултырып йөрөнөм, тип маҡтанабыҙ.
Экскурсияға
барғанда
Әүәле дүртенсе синыфтан башлап имтихан тапшыра торғайныҡ. Уҡыуҙар тамамланғас йә Ташөй мәмерйәһенә, йә Аҡбейек тауына экскурсияға барабыҙ. Хәҙерге кеүек тәбиғәткә сығып пикник ойоштороу ҡайҙа ул? Кеҫәгә берәр телем арыш икмәге һалып алабыҙ ҙа – бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәтбеҙ.
Уҡыусыларға олоһо ла, кесеһе лә - бөтә ауыл йәштәре эйәрер ине. Тауға барғанда Өкө ояһын үтеп, Ҡыҙыл таш тауына күтәрелә башлағас, ағайҙар менән апайҙар теге яҡтан да, был яҡтан да парлашып килеп сығырҙар ине. Ә беҙ, бала-саға, бейектән таш тәгәрәтеп, һарыҡ йыуаһы ашап маз булабыҙ.
Беҙ бәләкәй саҡта күреп өйрәнгән Олоғор тауының да, Аҡбейектең дә маяҡтары сереп, ҡолап бөткән. Аҡбейек маяғының төбөндә метрҙан ашыу бетон бағана бар ине. Ул да хәҙер юҡ. Маяҡтар атай-олатайҙарҙың ҡомартҡыһы булған.
Аҡбейек маяғы ауылдан күренеп тә етмәй. Ә Олоғор маяғы нишләптер күҙ алдынан китмәй. Быйылғы Еңеү байрамы алдынан ауыл йәштәре йыйылышып барып маяҡты яңынан тергеҙеп ҡайтһа, был Бөйөк Еңеү хөрмәтенә ҙур ғына бүләк булыр ине.
Фәрит Бәшәров.
Читайте нас: