Барҙың ҡәҙере юҡта беленә, ти халыҡ. Ниндәй оло мәғәнәле, тәрән аҡылға эйә һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәшәй-йәшәй тағы нығыраҡ инанаһың...
Мин – һуғыш осоро балаһы. Бала сағым, үҫмер йылдарымды ҡәһәрле һуғыш урлаған... Атай тигән иң ғәзиз, яҡын кешебеҙҙе сала-сарпы ғына хәтерләйбеҙ – күргәндәребеҙ ҡоршау-моршау хәтер ярсыҡтары, күрмәгәндәребеҙ әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең һөйләүе, ҙурайтып стенаға ҡәҙерләп эленгән аҡлы-ҡаралы фотолар аша...
Ни ғилләлер, ошо дәһшәт беҙҙең күңелдәребеҙҙе ҡатырмаған, рухыбыҙҙы, ихтыяр көсөбөҙҙө һындырмаған – ошоноң өсөн Аллаһҡа рәхмәтлемен.
Бәләкәй сағымда ла, иләҫ-миләҫ үҫмерлек осоронда ла, хатта үҙем ғаиләле булып, балалар әсәһе булғас та ауыҙ тултырып атай тип әйткем килде. Әсәйҙән ҡала иң яҡын, изге кешемдән ауыр саҡтарымда аҡыллы кәңәштәр ишетеп, бәләкәй устарымды ҙур устарына һалып иркәләнгем, арҡаланғым, иңенә иңемде ҡуйғым килде...
Яҙманы миңә атайлы- арҡалы булыу бәхете. Һуғыш тигән афәт урланы уны. Мине тулы бәхетемдән мәхрүм итте...
Һуғыш ҡырында илебеҙ именлеге өсөн башын һалған ҡәҙерлемдең ҡәберен табып, атайым рухына ҡөрьән аяттары бағышлау теләге мине тормошомдоң бер миҙгелендә лә ташламаны. Аллаһтың биргәненә шөкөр – яҙҙы, яҙҙы миңә ниәтемде ысынбарлыҡ итергә!
Волгоград өлкәһе, Клетск районы, Перелазово хуторы.
Бөгөн 2017 йылдың 13 сентябре.
Атай! Мин һиңә үҙемдең йәшәргә тырышҡанымды һөйләйем... Һинең ҡәбереңде күргәс, күңелем даръяһы йырылды, күҙ йәштәрем йылға булып аҡты... Минең һиңә әйтер һүҙҙәрем даръянан киң, тәрәнерәк икән дәбаһа.
...Һине шундай ҙур өмөт менән көттөк. Һәр иртә, һәр ҡояшлы көн, ҡыҙыл эңер, ҡараңғы төн һине алып килер, иҫкән елдәр һинең хаҡта хәбәр бирер төҫлө ине. Тик... Үле хәбәрең генә килде... йөрәктәрҙе өтөп, өмөттәрҙе селпәрәмә килтереп, һағыш утына һалып, алҡымыбыҙҙан алып... Өләсәйем һаман да үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә: ”Балаҡайым ана килер-бына килер...” - тип көтә. Ул көткәс, беҙ ҙә көтәбеҙ... Нәсимә һеңлем менән икәүләп урамға сығып көтәбеҙ. Өләсәйем беҙҙе һинең иҫән-һау булыуыңа ышандыра, күңелдәрҙә өмөт осҡонон баҙлатып ебәрә. Алай ҙа ғына, беҙҙең бәхеткә күрә, ул бар. Ул булмаһа, ни эшләр инек? Әсәй ҡышын бүрәнә ҡырҡа, ат егеп, артына подсанка тағып, ағас ташый. Яҙ булһа, һабан һөрә сыға. Көҙ етһә, екке аттарҙы төнгөлөккә ҡарай. Ямғыр яуғанда өҫтөнә тирүгә ябынып китә, сөнки өҫкә кейер кейеме юҡ.
Көндөҙ ауыр эштән арыған аттар, үлән эҙләп, зыяратҡа инә. Әсәйем, ҡәбергә төшөп китмәһендәр, тип, уларҙың артынан китә. Үҙе лә бер нисә рәт ишелгән ҡәбер соҡорона төшөп китә яҙҙы инде.
Ашарға икмәк юҡ, аҡтыҡ көсө менән хужалыҡ эшендә йөрөнө инде. Яҙ һайын өс ат менән ер һөрҙө. Мин хәҙер аптырайым: нисек итеп ауылдан өс-дүрт саҡырым алыҫта ятҡан ергә күнәсек менән ҡатыҡ, ойотҡан алып барғанмындыр. Хәтеремдә: ул күнәсекте кире алып ҡайтҡанымда бер ваҡыт асып ҡараным – эсендә дегәнәк тамыры, әттек ята, таҙа итеп йыуылған. Мин, был ашай торған нәмәлер тип, ашап ҡараным. Юҡ, ашап булманы. Бына шулай, атай, әсәйемә ике бала һәм өләсәйем менән бик ауыр булған... Әсәйемә бит ул осор бары тик 22 генә йәш булған.
Һинең хаҡта тик яҡшы хәбәр генә ишетеп үҫтек: әйткән һүҙҙәреңде, эшләгән эштәреңде, шул дәүергә ярашлы ҙур белем эйәһе, намыҫлы кеше булыуыңды беҙгә ҡайта-ҡайта һөйләп торҙолар. Быларҙы ишетеп, белеп үҫеү үҙе бер ғорурлыҡ ине.
Атай! Мин һине барыбер эҙләп табырмын, үҙеңде ҡосаҡлап ярата алмаһам да, ҡәбереңде күреп сәскәләр һалырмын, тип гел генә уйлап йөрөнөм. Атай, атаҡайым! Һин беҙҙең өсөн, илебеҙ именлеге өсөн үҙеңде аямай һуғышҡанһың. Мин һинең ҡәбереңде тағы бер барып зыярат ҡылырмын, Алла бирһә. Әле бына, һине табырыма әллә ни ышанмай ғына кешегә эйәреп сығып киттем. Мин үҙ еремдән тупраҡ алып барырмын, күп итеп сәскәләр, үҙебеҙҙең яҡта үҫкән ағас үҫентеләре алып барырға ла уйым бар – Раббым ошо теләктәремә ирешергә насип итһен!
Мин уны табырға тейеш инем. Әллә ҡасандан, бәләкәй сағымдан уйлап йөрөнөм, уйлап йөрөй торғас, илап бөтә инем. Төштәремдә күрә торғайным: атайымдың артынан эйәрәм, ә ул минән ҡаса, әммә үҙе гел миңә ҡарап тора. Тәрән көрттәрҙән китә, мин һаман эйәрәм, ул ҡаса, үҙе миңә шундай моңһоу итеп ҡарай. Эйәреп тә ҡыуып етә алмағас, илап, буҫлығып уянып китә торғайным...
“Килер һинең атаң, килер, ул һиңә өс йәш кенә сағыңда ҡыҙымды яҙырға өйрәтәм, ти торғайны”, - тип әүрәтә ине өләсәйем. “Әсәйемә көт мине, Маһитап, ете йыл көт”, - тип киткән булғанһың. Нишләйһең инде, көндәр, айҙар, йылдар үтте. Тәүҙә хаттарың килеп торҙо. Улары туҡтағас, элекке яҙғандарыңды ҡабат-ҡабат уҡып илаштыҡ. Мин барыбер һине табырмын, тип уйлай инем. Инде пленда ғына була күрмәһен, тип теләй инем. Һинең күлдәгеңдең яғалары ла, янсығың да, яҙған хаттарың да, кәртешкәләрең дә ята.
Өләсәйем әйтә, һин китеп ете ай үткәс, Нәсимә һеңлем тыуған. Һин өфөлә Дим станцияһында өс ай уҡыған сағыңда миңә ҡурсаҡ ебәргәнһең, уның аяғына: ”Рәйсә, һеңлеңдең исеме Нәсимә“, - тип яҙғанһың. Был ҡурсаҡты һыбай Өфөгә барған Ғилман ағай Ҡолдобаевтан биреп ҡайтарғанһың.
Атай, әсәйем һеңлемә һин һайлаған исемде – Нәсимә тип ҡушты. Һин нисек кенә шулай алдан минең һеңлем булырын белдең инде?!
Атай! Һинең исемең Иҫке Собханғолдағы таҡтаташта юҡ. Барам әле – табып ҡуйҙырырмын. Тимер ауылы Мырҙағолов Фәхретдин ағай менән индек таҡтаташтың хужаһына, улай булырға тейеш түгел, тип. Ул кеше: “Бына, яҙып ҡуйырға урыны юҡ”, - тине. Ул нисек була инде, тип ныҡышып ҡараны ағай кеше. Әгәр атайыма унда урын юҡ икән, мин урын№еренә барырға уйлайым - Белоретҡа, хәрби комиссариат унда икән...
Балаларым менән 19 июлдә сығып киттек Мәскәүгә. 21 июлдә Гөлнур ҡыҙымдың юбилейы ине. Ҡыҙымдың ике ҡыҙы, ике кейәүе һәм үҙе кейәү менән ресторанда тыуған көн кисәһе үткәрҙе. 22 июль ял итеп, 23–ө сығып киттек Волгоград ҡалаһына. Оҙон юл арыттырҙы, шулай ҙа түҙемһеҙлек менән Мамаев ҡурғанын барып күрге килә. Унда барып етмәҫ элек музыкаһы уйнап тора. Юл буйында, тауҙа, үлгәндәр иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташтар, ҡыҙыл йондоҙҙары бар. Шул тиклем матур итеп эшләнгән һәйкәл тауҙың үҙендә. Уларҙы уйлап, күҙ алдына килтереп була, һис кенә лә оноторлоҡ түгел, әммә йөрәктәге урғылған хистәрҙең бөтәһен дә яҙып аңлатып булмай. Ҡурғанға төштөк. Стеналағы исем-шәрифтәрҙе уҡый һалайым, тип атлығып барһам да, бейек, күҙ күрмәй. Алдан Зөлхизә ҡыҙым уҡып китеп бара, ҡасан ғына ул, олатайымдың исем-шәрифен таптым, тип әйтә инде, тип артынан мин эйәргәнмен... Тыма алмай илайым. Ул миңә: ”Илаһаң, уҡымайым”, - тип ебәрә. Үкенескә күрә, атай, исем-фамилияң унда булманы. Киттек Волгоградтың Перелазово районына, Дон далаларына ҡарап. Нурғәлин Шаһыбал ағайҙың һөйләгәндәренән хәтерләйем: “ Беҙҙең туҡтаған ер ярҙан алыҫыраҡ ине. Дон ярына яҡын урында тағы бер дивизия тора. Немецтарға иртәнсәк улар һөжүм итергә тейеш ине. Улар орудиеларын Дон аша теге ярға сығара башланылар. Шунда һинең атайыңдың кем икәнен белмәнем. Беҙҙең отрядтан булған кешеләр, һинең таҫыллығыңа һоҡланып, был егет ниндәй милләттән икән – Дон йылғаһы аша 9 тапҡыр сығып, таң атҡансы орудиеларын ташып бөттөләр, тип һоҡланып телгә алғайнылар”, - тип һөйләгәйне ул. Донды ул сағында нимә менән сыҡҡандарҙыр, кәшмәк менәнме – белмәйем. Донды туғыҙ тапҡыр кисеп орудие ташыған кешенең яҡташыбыҙ Солтанбаев Мирза икәнен һуңыраҡ ҡына белдем, тип Фәхретдин ағайға үҙе һөйләгәйне Шаһыбал ағай.
Эй Аллаҡайым, шулай оҙаҡ уйлағансы, барһам ни була уның өйөнә һорашырға. Фәхретдин ағай: “Мин Волгоградҡа ике тапҡыр барҙым, тик хәҙер инде элекке һуғыш ерҙәре икенсе төрлө. Теләгең булһа, мин һине алып барып күрһәтер инем”, - тигәйне лә. Һуң шул... Ул да баҡыйлыҡҡа күсте. Бына шулай инде: башҡортҡа аҡыл һуң төшә.
Атай! Балаларым үҙ аллы донъя көтөп тора башлағас, һинең ҡәбереңде табыу теләгем тағы артты. Барып күрә алмауым үҙәгемде өҙҙө. Ҡартым ауырып киткәс, уны ташлап сығып китеү ярамаған эш, тип уйланым. Тормош булғас, төрлө хәлдәре лә булып торҙо.
1933 йылғы ирем 2017 йылдың 27 апрелендә фани донъяларҙан баҡыйына күсте. Ҡыҙҙарым һәр саҡ хәлемде аңлап тора, үҙҙәре ярҙам итергә әҙер: “Әсәй, әйҙә, олатайҙың ҡәберен барып күрәйек. Юллыҡ аҡса өсөн ҡайғырма”, - тип йыуаталар. Улар шулай тип торғас, киттем сығып, донъямды улым менән киленемә ташлап.
...Оҙон-оҙаҡ юлдар үтеп, Перелазово хуторына барып еттек. Ул мәл Волгоградта янғын ине. Таба алһаҡ ҡына ярар ине, тибеҙ. Аллаһы Тәғәлә йүнен бирҙе – таптыҡ бит атайымдың ҡәберен!
Атайымдың ҡәберен тапҡас, аунап йөрөп күңелем бушанғансы иланым... Илап бөтөп тынысланғас, ипләп кенә үҙем белгән аят-сүрәләрҙе уҡып, атайымдың рухына бағышланым, оҙаҡ итеп доға ҡылдым. Аллаһы Тәғәләм ҡабул ҡылһын! Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килһен!
Хуторҙа кеше-фәлән тойолмай – бөтәһе лә янғын һүндерергә китеп бөткән. Бындағы яландың осо-ҡырыйы күренмәй, беҙҙәге кеүек ҙур ағастар юҡ, ваҡ ағастар ғына күренә. Әле лә яугирҙәрҙең һөйәктәре табыла, тиҙәр. Бер ҡәбергә генә 700-ләп һалдат күмелгән. Был ҡәберҙә 10 мәйет ерләнгән, тип торалар. Беҙҙәге кеүек матур итеп баҡсалап ҡуйылмаған. Ағас булмаһа, тимер бар бит инде. Шулай ҙа иҫке генә рәшәткәләре тора. Бер-ике ағас ултыртып ҡарағандар, тик улары ла ҡороп бөтөп бара. Электән ултыртҡандарының бер нисәүһе үҫеп киткән.
Унда шул тиклем эҫе. Ҡырҡ биш-илле тирәһе барҙыр. Беҙгә бында килеп етергә ярҙам итеүсе, сәйе, күстәнәстәре менән һыйлап, хөрмәт итеүсе ауыл хакимиәте башлығы Костюченко Владимир Анатольевичҡа мең рәхмәт. Хуторҙың адресы: Волгоград өлкәһе, Клетск районы, Перелазово хуторы...
Эйе, тыуған ерҙәренән бик-бик алыҫта атайымдың ҡәбер генәһе. Шулай ҙа уның мәңге төйәк иткән ерен табыуыма шатмын. Уның һуңғы аһы сыҡҡан, Ватаныбыҙҙың азатлығы хаҡына ғәзиз ҡаны түгелгән алыҫ ерҙәргә барып, ҡәберен табып, ғәзиземдең рухына аят-сүрәләр уҡырға насип иткән Аллама рәхмәтем сикһеҙ. Таптым атайымды, әйтер һүҙҙәремде ошо ҡағыҙ битенә төшөрҙөм – ишеткәндер, рухы шатланғандыр, моғайын...
Атайым, Солтанбаев Мирза Фәйез улы, Темәс ауылында тыуған. Һөнәре буйынса – уҡытыусы. Тәүҙә Ғәлиәкбәрҙә, аҙаҡ Тимерҙә уҡытҡан. Әсәйем Балапанова Маһитапҡа өйләнгән. Өләсәйем – Балапанова Өммөниса.Тимерҙә уҡытҡан мәлендә бер үк ваҡытта “Ҡыҙыл таң” колхозында парторг булып эшләгән атайым. Уның хаҡта мәғлүмәт “Хәтер – беҙҙең намыҫ” китабында (авторҙары Гөлнара Вәхитова, Римма Тимербулатова) бар.