Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Декабрь 2016, 13:41

Ауыл биләмәләре башлыҡтары һайланды

Ауыл биләмәләре уставтарына ярашлы 2015 йылдың 28 сентябрендә Советтарҙың тәүге ойоштороу ултырыштары үтте. Улар Бөрйән районы муниципаль районында 12 ауыл биләмәһендә лә үтте.

Яңы саҡырылыш Советтары депутаттары Бөрйән районы территориаль һайлау комиссияһының ауыл Советтарына 13 сентябрҙә үткән һайлауҙарҙың йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәтен тыңланы.

Ауыл биләмәләре Советтарының тәүге ултырышының көн тәртибенә шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығын, Советтың даими комиссиялары составын һайлау һәм Советтың регламентын ҡабул итеү кеүек мәсьәләләр ҡуйылғайны.

Ауыл биләмәләре уставтарының 2-се бүлегенең 19-сы статьяһына ярашлы ауыл биләмәһе башлығы Совет депутаттарының күпселек тауышы менән һайлана. Ауыл биләмәләре Советтары ҡарарҙары менән ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына ярашлы рәүештә түбәндәгеләр һайланды:

Аҫҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе – Йәғәфәров Фәнзил Ғарифулла улы,

Әтек ауыл Советы ауыл биләмәһе - Әбүбәкиров Нуретдин Бәҙретдин улы,

Байғаҙы ауыл Советы ауыл биләмәһе - Мәжитов Азат Гәли улы,

Байназар ауыл Советы ауыл биләмәһе - Иманғолов Илшат Нәҙир улы,

Ғәлиәкбәр ауыл Советы ауыл биләмәһе - Әхтәмов Руслан Мөҙәрис улы,

Ырғыҙлы ауыл Советы ауыл биләмәһе - Әзекәйев Әхмәр Һаҙый улы,

Ҡыпсаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе - Усманов Нур Булат улы,

Кейекбай ауыл Советы ауыл биләмәһе - Сәйфетдинов Илшат Ғаяз улы,

Ҡолғана ауыл Советы ауыл биләмәһе - Ҡулбирҙин Илшат Мөхәмәт улы,

Иҫке Монасип ауыл Советы ауыл биләмәһе - Баймырҙина Гүзәл Тимергәли ҡыҙы,

Иҫке Собханғол ауыл Советы ауыл биләмәһе - Ҡасҡынбаев Иршат Барый улы,

Тимер ауыл Советы ауыл биләмәһе - Арыҫланғужина Рәйсә Кинйәгәли ҡыҙы.

Читайте нас: