Бөтә яңылыҡтар
Проза
8 Сентябрь 2023, 15:45

Тәҡдир Таңһылыу Ҡарасурина

Фәйзрахман бик ҡаты яра­ланған булған Кёнигсберг тигән ҡала янында. Өс ай дауаланғандан һуң, үҙен өс ай тәрбиәләгән медсестра Нинаны оҙатыусы итеп бергә ҡайтарғандар. Ирле-ҡатынлы тип теркәгәндәр. Юғиһә, Нина кире китергә тейеш булған хеҙмәт урынына. Ҡыҙы ауылдан сығып киткәс, Йәнбикәнең әсәһе илап Фәйзрах­ман янына барған һәм уныһы ошоларҙы һөйләгән, ғәфү үтенгән.

Тәҡдир Таңһылыу Ҡарасурина
Тәҡдир Таңһылыу Ҡарасурина

Кеше үҙенең ғүмерлек парын, һыңарын ҡайҙарҙан ғына табып алмай ҙа ҡайҙа ғына осратмай. Ҡайҙа ғына тап булышмайҙар кешеләр, ниндәй һынауҙар үтеп ҡауышмайҙар. Һынауҙарҙы, ҡар­шы­лыҡтарҙы кемдер берәү әҙерләп көтөп тора, тиерһең. Әйтерһең, кемдер берәү, кешегә күренмә­йенсә, барыһын да үҙ белдеге менән, үҙе теләгәнсә хәл итә. Әйтерһең, кешеләрҙе үҙе һайлап алып, ҡулдарынан етәкләп алып килеп, бер-береһенең ҡаршыһына баҫтыра, бер-береһенә ҡараш­тарын йүнәлттерә, күҙҙәрен осҡон­ландыра, күңелдәренә ҡуҙ һала. Шунан башланып китә инде ҡалғаны.

Былай ғына бер осраҡмы был? Беҙ бер ҡасан да аңлай алмаясаҡ серле бер ҡөҙрәтме әллә?

Яҙмыш, тиҙәр. Тәҡдирең тыу­ғанда уҡ маңлайыңа яҙып ҡуйылған була, тип һөйләй торғайнылар. Быныһы бигерәк инде. Яҙылған буйынса йәшәргәме? Үҙҙәре аңлай ҙа, аңлата ла алмағас, тәҡдирҙәренә һылтайҙар инде. Моғайын. Шулай ҙа уларҙың һөйләгәндәрен тыңлай башлаһаң, ышанмай ҙа булмай был көскә.

Нурисафа инәй беҙгә үҙенең мөхәббәт ҡиссаһын һөйләп ташланы хатта, “тәҡдиргә япһаралар” тигәнебеҙҙе ишеткәс.

– Шулайҙыр, һылтауҙыр. Һылтау булһа, тыңлағыҙ, улайһа.

Һуғыш ваҡытында хеҙмәт ар­мияһында, Биләриттә, өҫтөмә ыштабил емерелде лә төштө. Бер көндөк нурмымды тултырып, иң һуңғы ағасымды һалайым тип ынтылғайным ғына, ағас аҫтында яттым да ҡалдым. Иҫтән яҙғанмын. Бер егет сығарып алған. Үҙен күрмәй ҙә ҡалдым хатта – вредител, ыштабилдәрҙе емереп йөрә­гән, тип ҡулға алғандар. Ун һигеҙ йәшлек кенә егет ниндәй вредител булһын? Шул егет әхирәтемә әйтеп киткән: “Һуғыштан иҫән урап ҡайтһам, табырмын, мине көтһөн”, – тигән, исем-фамилйәһен әйткән, “Хисам Шаһымгәрәев” тигән. Шул. Ә мин көттөм дә көттөм. Ете йыл көттөм. Хат та алманым, төҫөн-йөҙөн дә күргәнем булманы. Һуғыш бөткәнгә биш йыл тигәндә килеп тапты мине Хисамым.

Бер көн һуңлаһа, ҡауыша алмаҫ та инек – мине әйттерергә йөрөйҙәр ине. Егерме ике йәш булып китте шул, ултырған ҡыҙ тип, ҡатындары үлгән ирҙәр һората башланы. Әсәйем әрләй, ҡайтыр кеше күптән ҡайтып бөттө, тип.

– Бүрәнә араһынан, теге донъя­нан, сығарып алған йәремде кешегә бирә буламмы?! – ти торғайны йәнкәй-йәнәшем.

“Иҫән ҡайтһам, яратып ҡына йәшәтермен, тип әйтеп йөрөнөм гел. Күҙ алдымда булдың – бер күреүҙә яраттым һине. Үбеп-үбеп тын алдырҙым. Шунан һуң ғына башҡаларҙы саҡырҙым. Һинең өсөн тере ҡайттым”, – тине ҡауышҡан саҡта Хисамым. Ғүмер генәһен биреңкерәмәне. Ыштрафбатта гел алғы һыҙыҡта, иң ауыр булған ерҙә йөрөткәндәр бит. Ҡайтҡас, мине килеп тапты. Ә мин көттөм. Тәҡдир булмай, нимә булһын ошо? Ул ниндәй һылтау булһын тағы?

Үпкәләтә яҙҙыҡ инәйҙе. Ғәфү үтендек. Йомшарҙы, беҙгә шаян ҡарап, әйтеп ҡуйҙы:

– Ярар, күрербеҙ әле һеҙҙе, тәҡдирегеҙҙән уҙып, ҡайҙа барыр­һығыҙ икән... Килеп ҡарап китермен әле.

Тимәк, осраҡлы хәл түгел кеше­ләрҙең табышып-ҡауышыуы. Ышан­дыҡ.

Ана бит, береһе – ялан яғыны­ҡы, икенсеһе – урман төпкөлөнән. Ә ҡайҙан-ҡайҙа юлдар үтеп тапҡан бит насибын Хисам олатай. Ышанмай ҡара, кешеләрҙең тормошонда булған ошондай мөхәббәт, тоғро­лоҡ хаҡында тарихтар ишетһәң.

Ысын мөхәббәткә, саф һөйөү­ҙәргә бер ниндәй ҙә кәртә ҡора алмайҙыр был тәҡдир-яҙмыш. Бер-береһенә яҙған йәрҙәр ҡайҙа булһа ла, ҡасан булһа ла, осраша, яратышып ҡауыша. Быға хатта һуғыш та ҡаршы тора алмай.

Һуғыш та бара, тормош та да­уам итә. Кәләш булып китәсәк ҡыҙҙар йә шәфҡәт туташы, йә радистка, йә зенитсы булып хеҙмәт иткән, йә ир-егеттәр менән бергә фронттың алғы һыҙығында булған. Һуғыш тураһындағы киноларҙы күреп үҫтек. Ут эсендә йөрөһәләр ҙә, өйләнешкәндәр. Еңеүсе булып, яуҙан бергә ҡайтҡандар. Беҙҙең тирәләге ауылдарҙа ла булған ундайҙар. Тик артабанғы тәҡдир­ҙәре төрлөсә киткән. Бер әбей фронтовичка киленен үҙ итә алма­ған. Улым эздис, ә һин үҙеңдең дамойыңа ыступай, тигән дә ҡуйған. Берәүһенең әсәһе бөтөнләй риза булмағас, тегендә алған кәләшен, ҡыҙын ҡалдырып ҡайтырға мәжбүр булған. Был хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән, ишетеп-белгән инәй-өләсәйҙәр күп һөйләне беҙгә.

Үҙ башҡортонан башҡаны белмәгән әүәлге әбейҙәр сит йыныс* ҡыҙының балаһы башҡорт булып тыумаҫ, тигәндәр. Үҙ илендә күпме йәш ҡыҙ өҙөлөп-һағынып көткән бит уларҙың улдарын. Әсәйемдең Йәнбикә исемле һылыу, аҡыллы, эшкә әрһеҙ әхирәттәре булған. Шул Йәнбикә һөйгән егетен – Фәйзрахманын – һуғышҡа оҙатып ҡалған. Фәйзрах­ман хат һайын, көт мине, ҡәҙерлем”, тигән, шиғырҙар, йырҙар яҙған, һүрәттәр эшләп һалған. Йәнбикә уның хаттарын әхирәттәренә уҡыған, “Балалары­быҙ уҡыр”, тип йыйып барған. Ана шул Фәйзрах­ман һуғыш бөткән йылдың йәй аҙағында ҡатыны менән ҡайтып төшкән....

Күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын беҙгә Йәнбикәнең хәлен... Йөрәк ҡыҫылып, арҡа зымбырлап китә. Нисәмә йылдар үтһә лә. Ә ул саҡта?.. Һыу һөлөгө кеүек һылыу ҡыҙ Йәнбикә һәм күрмәлекһеҙ, ямаҡай ғына “митсистра” Нина... Бөтә ауыл барып күргән Фәй­зрахманды, ҡатынын. Йәнбикә генә бармаған һөйгәне янына. Кем булһа ла бармаҫ, күргеһе лә килмәҫ ине. Йәнбикә урынында булһаҡ.

Ә Фәйзрахман бик ҡаты яра­ланған булған Кёнигсберг тигән ҡала янында. Өс ай дауаланғандан һуң, үҙен өс ай тәрбиәләгән медсестра Нинаны оҙатыусы итеп бергә ҡайтарғандар. Ирле-ҡатынлы тип теркәгәндәр. Юғиһә, Нина кире китергә тейеш булған хеҙмәт урынына.

Ҡыҙы ауылдан сығып киткәс, Йәнбикәнең әсәһе илап Фәйзрах­ман янына барған һәм уныһы ошоларҙы һөйләгән, ғәфү үтенгән. Әрләп тә, үпкәләп тә булырлыҡ түгел Фәйзрахмандың хәле. Аҙаҡ улар ауылдан күсеп киткән. Беҙ иҫ белгәндә, улар ауылда юҡ ине инде.

– Миңә бында йәшәү юҡ, – тигән Йәнбикә, – ауылда ҡала алмайым.

– Ҡайҙа барырһың икән? – тигән әхирәттәре.

– Илдә сәпсек үлмәй, күрермен инде тәҡдирем ҡушҡанды. Берәйһе “Әйҙә минең менән” тиһә, эйәрәм дә китәм, – тигән.

– Әлеге тәҡдир һаман. Мине лә шулайтып үҙе теләгәнсә йәшәтергә уйлай микән? Ҡурҡып китәм ҡайһы саҡ. Ҡыҙҙар менән үҙ-үҙебеҙҙе йыуатабыҙ: “Хәҙер һуғыш юҡ бит, һөйгәндәребеҙҙән айырылмаҫбыҙ. Шул тәҡдир тигән нәмәгә тыңлаусан ғына баш эймәҫбеҙ. Ундай-бындай иҫкелек ҡалдығына эйәреп йөрөргә үҙ аҡылыбыҙ юҡмы ни беҙҙең. Элек кенә шулай булған бит ул. Халыҡ наҙан саҡтан ҡалған иҫкелек ҡалдығы. Ә хәҙер һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа!” – тип.

Ярай, уныһы – һуғыш. Кемдәрҙе генә айырмаған, кемдәрҙең генә бәхетен урламаған, яҙмыштарын селпәрәмә килтереп, йәрһеҙ етем, ирһеҙ етем итмәгән...

Ә бында – армия! “Фазыл армиянан кәләш алып ҡайтырға йөрөй!” – тигән хәбәр беҙҙең урамды шаңҡытты. Армияла ла кәләш алырға ваҡыт була икән дә... Хеҙмәт итеп кенә йөрөмәйҙәр, күрәһең. Кем-кем, ә Фазыл ағай... Күҙ алдында уның оҙон, ҡаҡса һыны, асҡаҡ йөҙө генә һаҡланып ҡалған. Дөрөҫ, миңә ебәргән фотоһын күргәс, сибәрләнеп киткән, армия килешкән икән, тип уйлағайным. Беҙ уның армияға киткәнен белмәй ҙә ҡалдыҡ. Бәләкәй булғанбыҙ. Әле генә танауҙарыбыҙ еҫ тоя башлаған. Өс йыл булып бара бит киткәненә. Хәҙер ҡыйыуланғандыр ҙа.

– Ярар инде бер үтеп-сығып барған ҡыян егет булһа... Шып-шым ғына малай ине.

– Тымыҙыҡ күлдә ҡорт уйнай.

– Үәт, аҫтыртын! Йыуаштан йыуан сыға, – тип тел шартлатты, бот сапты ҡатындыр.

– Был егет беҙҙән уҙҙырҙы, маладис! – тине атайҙар.

Туҙҙырылған һағыҙаҡ ояһы кеүек гөжләне беҙҙең урам, таяҡ тығып болғатҡан ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ ҡайнаны.

Фазыл ағайҙың әсәһе Рабиға инәй миңә ҡырын-ярын ҡараһа ла, хәбәр минән сыҡманы, үҙем ҡыҙҙарҙан ишеттем

– Һуңғы килгән хатын Зинфирә уҡығайны. Ҡайһы саҡлы тыйҙым, тәке әпсәһенә әйткән икән. Уның ауыҙында һүҙ ятмай

Земфираның “әпсәһе” – Рабиға инәйҙең үҙ ҡыҙы Хәжәр.

Яңылыҡҡа яңы хәбәрҙәр өҫтәлә барҙы.

– Мәрйә булып ҡуймаһа ярай ҙа.

– Мәрйә инде, анда һиңә башҡорт ҡайҙан булһын.

– Ауырлы булып бәлән сара­һыҙҙың көнөнән килә ята микән әллә?

– Низнай инде. Күрербеҙ.

Фазыл ағай тураһындағы хә­бәрҙәр минең йөрәгем аша үтә. Бына бер йыл инде мин уға хаттар яҙам. Рабиға инәй минән яҙҙыра. Инәй үҙе беҙҙең хәҙерге яҙыуҙы белеңкерәмәй – ул ғәрәпсәне, латинсаны яҡшы белә. Етмәһә, Фазыл ағай ныҡ ваҡ итеп яҙа, уның яҙыуын мин генә танып өйрәндем.

– Зинфирә ыҡылдап-мыҡылдап, саҡ уҡый, һин тигеҙ генә итеп уҡыйһың, – тип маҡтай. Миңә Рабиға инәйҙең был һүҙҙәрен ишетеүе рәхәт.

Инәй үҙе хатта нимә яҙылғанды һүҙмә-һүҙ һөйләп бирә һорашҡандарға. Хәтере хәтәр шәп! Ә Фазыл ағайҙың хәлен бөтәһе лә һораша, бөтәһенең дә белгеһе килә. Армиянан килгән хаттар барыһына ла танһыҡ. Хеҙмәткә алыныусылар ауылда бармаҡ менән һанарлыҡ ине. Фазыл ағай ҡырҡ икенсе йылғы. Атаһы фронтта саҡта тыуған.

Уларҙың өйө беҙгә йәнәш кенә, тик арала быраука* бар. Теге яғында Земфиралар йәшәй.

Ҡоймаларҙы беҙҙә бүрәнә һуғып эшләйҙәр. Уңайлы ул. Менеп атланып ултырыуға ла, ҡыҙҙарса ултырыуға ла. Беҙ шунда ултырып һөйләшәбеҙ. Бүрәнә араһындағы ярыҡтар еңгәй килгәс беҙгә кәрәк буласаҡ әле.

Мин Фазыл ағайҙы тиҙерәк күргем килә. Үҙе нисегерәк икән, ныҡ үҙгәргәнме икән? Фотолағы кеүек ысынлап та сибәр егетме икән? Ул бит миңә фото ебәрҙе. Рабиға инәйгә иптәштәре менән төшкәнен һалған, ә миңә тигәнендә – яңғыҙ. Артында яҙыуы бар: “Зөбәйләгә Фазыл ағаһынан иҫтәлек.” Ағаһынан, тигән һүҙе күңелемде бер аҙ ҡырҙы ниңәлер... Зөбәйләгә – Фазылдан. Шул үҙе етә.

Уның ҡарауы, бындай фото үҙ туғаны Земфирала ла юҡ. Тәүҙә мин Рабиға инәйҙең күптин-күп, суҡтин-суҡ сәләмдәре менән генә тамамлай инем. Күршеләрҙең, туғандарының исемдәре менән ярты битте тултырғас. Фазыл ағай писер ҡыҙға айырым сәләм, тип яҙғас, “Хатты Акрам ҡыҙы Зөбәйлә яҙҙы”, тип тамамлай башланым. Шунан ул хат эсенә ике фото һалды. Береһе – миңә. Хаттарҙы мин яҙам, яуап килһә, мин уҡыйым. Земфира өләсәһе менән бергә тыңлап ултыра. Кәләш тураһындағы хатты Земфира уҡыған. Шунан китте ошо болғаныш.

Әсәйҙәр инәйҙең өйөн йыуып сығарҙылар, түшәк-юрғандарын елләтеп ҡаҡтылар. Беҙ мунса яғып, кейеҙҙәрен йыуып элдек ҡоймаға. Үтәтма елдә тиҙ кипте кейеҙҙәр, ноябрь һыуығында ла. Ҡаҙ йолҡҡаны ҡайҙа, һалма ҡырҡҡаны ҡайҙа, һуғым һуйғаны ҡайҙа – ҡайнаны беҙҙең ара. Һөйләшеп, аптырашып алалар:

– Нимә уйлап килә ята икән ҡыҙ бала? Нимә көтә икән мине, тип уйлаймы икән? Ер аяғы – ер башына? Һөйгәненә эйәртеп әлеге эсәр һыуы, ризығы алып килә ятамы икән? Тәҡдире?

Әллә... Беҙҙең баш етмәй. Беҙ ана нимә һөйләшәбеҙ:

– Их, беҙҙең яҡта һалдаттар хеҙмәт итмәйҙәр шул...

– Нишләп беҙҙең яҡта армия юҡ икән?..

Ҡалғанын һәр кем эстән уйлай – мин дә ғашиҡ булыр инем һалдатҡа. Әйҙә, тиһә, ер сигенә лә китер инем. Их...

Ҡайтты Фазыл ағай. Ҡыҙын атаһы оҙатышып килгән.

Еңгәй бүләктәре алдыҡ. Үҙен дә күрҙек. Киноларҙағы кеүек нәҙекәй бил, кейемдәре лә модный, тик итәктәре ҡыҫҡа. Хәтта пәлтәһе лә ҡыҫҡа. Ә сәсе-е-е... Ундай оҙон толом беҙҙә берәүҙә лә юҡ.

Ә Рабиға инәй ҡоҙағыйын бик маҡтай икән:

– Тас үҙебеҙең башҡорт һымаҡ теүәлләп ебәргән килен мыныятын. Бөтә нәмәһе теүәл. Бер аш күргән ата балаһылыр. Һандығы ғына юҡ инде, ярай уныһы булмаһа ла.

Ун көн булды еңгәйҙең атаһы. Ҡунаҡ иттеләр, ҡәҙер күрһәттеләр. Ҡоҙа кеше, һандыҡ тураһында һүҙ барғанды аңлап, Әмирхан тигән оҫтанан һандыҡ һатып алды.

Хәрби кеше икән. Ҡасандыр олаталары Себергә һөрөлгән һәм шунда ҡалғандар. “Я не русский, то ли калмык, то ли кто. А может быть, даже башкир”, – тип һөйләгән. Фамилияһы урыҫтарҙыҡына һис тә оҡшамаған шул. Беҙҙең ауылда урыҫтар күп, шуға беләбеҙ. Фазыл ағай уның ҡул аҫтында хеҙмәт иткән. Буласаҡ кәләше менән ниндәйҙер йомош менән командирының өйөнә барғанда танышҡан. Ҡыҙҙан бигерәк башҡорт егетен уның әсәһе оҡшатҡан. Медучилище тамамлаған ҡыҙы көҙгөһөн Ташкентҡа институтҡа инергә ниәтләп йөрөгән булған. Ә юлдары бына бит беҙҙе ауылға алып килгән. Эшләй ҙә башланы, Ғәлиә - вращ тип исем дә алды. Ауыл кешеһе ҡупшылап Галина, тип тә торманы.

Ә икенсе йылдың йәйендә, еңгәйҙең бәпәйе булғас, ҡоҙағый үҙе килде ауылға.Үҙенән алда көс еткеһеҙ багажы килде почтаға. Контейнер (быны тәүгә ишеттек). Рабиға инәй ҡоҙағыйына ҡунаҡ күрһәтте. Ҡоҙағый күлдәклектәр алып килгән, ирҙәргә әҙер күлдәктәр таратҡан. Ят-ят күстәнәстәр беҙҙең дә иренгә тейеп торҙо. Өй беренсә ҡунаҡ иттеләр – йолаһы шулай бит. Ҡунаҡты күргәс, ҡунаҡ итергә кәрәк.

Сират беҙгә етте. Әсәй мине эшкә екте генә ул көндә, йүгертте генә.

Түр яҡҡа әҙерләнек, мин ситке өйҙә әҙер генә торам

– Зөбәйлә! – тиһә, атылам йомош үтәргә.

Беҙҙә оҙаҡ ултырҙылар. Беҙҙә булһа, былай ҙа гел шулай ул – тиҙ ҡайта белмәйҙәр. Кисһеҙ бушатмаҫ инде әсәй.

Ни ғәжәптер ҡоҙағыйҙың ниндәйҙер һүҙҙәрен ишетеп ҡалдым бит! Башҡа саҡта мин ҡунаҡтарҙың хәбәрҙәренә ҡолаҡ һалмайым Был юлы ла иғтибар итмәҫ инем, бәлки – геүләшеп, һөйләшеп, көлөшкән тауыштар ҡапыл тынып ҡалмаһа. Ишек яҡтауына һөйәндем дә башымды һоноп, ҡунаҡтарға ҡараным. Бөтәһе лә тороп баҫҡан, күҙҙәрен шар асҡандар. Ҡайһыныһы ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ҡайһыныһы ауыҙын ябырға онотҡан. Ә ҡоҙағый башҡортса һөйләй!

—Ҡыҙҙар, һаман танымайһығыҙмы ни мине? Мин дә инде был, Йәнбикә...

Тауышы ҡалтырай, күҙҙәренән йәше субырлай, бер тора, бер ултыра...

Рабиға инәй ҡоҙағыйын ниңәлер янынан этәрә.

– Кит сәле... Нисек тә... Шулай буламы ни? Йәнбикә...Йәнбикә...

Әсәйем генә тыныс һөйләшә.

– Ништәп танымайбыҙ? Күптән таныныҡ, килгән көндә үк. Үҙе әйткәнсә көтәйек, тинек.

Китте илаш, ҡосаҡлаш... Их, кино итеп төшөрөп алырға ине. Һөйләп килештерерлек түгел быны.

Һүҙмә-һүҙ тыңлап булманы, әлбиттә. Әсәй самауыр яңыртырға ҡушты. Ошоларын ишеттем:

Йәнбикә таң һарыһы менән сығып киткән. Таҡта тейәп, ялан яғына барған йөк машинаһына ултырып киткән. Төшөп ҡалған. Иген тейәгән машинаға ултырып бер совхоздың бүлексәһендә ҡалған. Ырҙында эшләгән, аҙаҡ бында колонна менән командировкаға килеп, баҫыуҙан ашлыҡ ташыған һалдаттарға ашнаҡсы итеп ҡуйғандар.

– Уборка бөткәнсе эшләнем. Ҡайтырға йыйына былар.. Шул һалдаттарҙың хужаһы мине үҙе менән китергә өндәй башланы. Минән 20 йәшкә өлкән үҙе. Поженимся, ни в чем не будешь нуждаться, ти. Киттем дә барҙым,ҡыҙҙар. Ҡатыны үлгән, ике балаһы күптән Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Бер улым, бер ҡыҙым бар. Яҡшы йәшәйбеҙ, уныһына һүҙем юҡ. Рабиға, малайыңды һиңә оҡшатып таныным. Бармайым, тиһә, ай-вайын ҡарамай, бирер инем улыңа, биреп ҡайтарыр инем. Галям үҙе лә яратты улыңды. Үҙем ситтә ҡалһам да, балам илемә ҡайтһын, тинем.

Эсер һыуы, тупрағы бында яҙһын. Үҙегеҙҙеке итеп ҡабул итегеҙ.

Беҙ былай ҙа һине иҫкә төшөрҙөк Фазыл кәләш алып ҡайта, тигәс.

– Киленемде күргәс тә, ҡалай үҙ башҡортома тартҡан, тип уйланым бит әле. Эш мына ниҙә булған. – Рабиға инәй саҡ иҫен йыйғайны.

– Ҡыҙымды һеҙгә тапшырам, ҡыҙҙар. Үҙегеҙҙеке итеп ҡабул итегеҙ, зинһар. Ярҙам итегеҙ, үҙебеҙсә өйрәтеп алығыҙ.

Әсәйем тағы аптыратып алды әхирәттәрен дә, Йәнбикә әхирәтен дә.

– Минең һиңә күлдәк кейҙерә торғаным бар, Йәнбикә. Шул бурысымды ҡайтарайым.

– Ниндәй күлдәк? Ниндәй бурыс ул, Файза?

Иҫеңә төшөр әле, нимә тип бәхәс иттек?

Йәнбикә апайҙың күҙҙәре тағы йәшләнде.

– Бер ҡасан да иргә бармаясаҡмын! – тинем.

– Ә мин ишеңде табасаҡһың, бәхетле буласаҡһың, тинем. Минең һүҙем өҫкә сыҡһа, ҡиммәтле күлдәк кейҙерәсәкмен, тинем. Әллә ҡасан алып ҡуйғайным.

– Шул кейер күлдәгең дә тартты инде һине, – тип күтәрмәләп алды ҡалғандар.

Әсәйемдең бүләге Йәнбикә ҡоҙағыйға тап-таман булды.

– Һеҙҙе күрергә, осрашырға насип итте тәҡдирем. Илай-илай теләгәндәрем алдыма килде. Үлһәм дә үкенмәйем хәҙер.

Уның был һүҙҙәрен көтөп кенә торғандар, тиерһең.

Күмәкләп ябырылдылар Йәнбикә ҡоҙағыйға.

– Эйе! Анһат! Ә беҙҙе кем саҡырып ала? Үлеп ҡотолмаҡ! Башың йоморо икән! Аҡылың алтын икән! Һай-һай!

Геү итеп ҡалды олпат әхирәттәр.

Ә миңә улар ғәмһеҙ, көләгәс, шаян, шуҡ, йәп-йәш, иркә ҡыҙҙар булып күренде. Дәҡтирҙәре уларҙы әлегә борсомай, ҡайҙалыр ҡырҙа йөрөй. Бәлки, бөтөнләй онотҡандыр.

Таңһылыу Ҡарасурина.

 

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: