Хатта иренә бер ни белдермәне ҡатын. «Утыҙ ике теш араһынан сыҡҡан утыҙ ике ауылға тарала», - тиҙәр, серенең сиселеүенән, ымһындырғыс татының бөтөүенән, оло һөйөнөсөнөң ябай һүҙгә әйләнеүенән айбанды. Әммә оҙаҡ йәшерер әйбер түгел, бөгөн, тап бөгөн ҡыуандырыр ул Мансурын.
…Уның хуш еҫле бал ҡушып рәхәтләнеп сәй һемергәнен ирен ауыҙ сите менән йылмайып, сабыр ғына көтөп алды Әлиә. Рәхмәт әйтеп, сынаяғын түңкәргәс кенә, ире өҫтәл артынан тороп китмәҫ элек тип, әйтеп ҡалырға ашыҡты.
-Ҡара әле, Мансур, мин һиңә бәпәй алып ҡайтырмын, ахыры.
-Ысынмы?- Торорға ынтылған Мансур был хәбәрҙе ишетеп кире урынына ултырҙы.
-Эйе. Икенсе ай китте инде.
-Ә ниңә минең менән кәңәшләшмәйсә, тота килеп…Әлән-борхан эшләй торған эшме ни?!- Мансурҙың йөҙө боҙолоуын күреп, Әлиә үҙен кесерәй-гәндән-кесерәйә барып, йомарланып, энәләрен тырпайтып, йомғаҡҡа әйләнгән терпегә оҡшатты. Бар булмышын, йәнен-тәнен биләгән илаһи кисерештәре, яңы ғына йөрәк аҫтында яралған һөйөү гөлөнөң бөрөһөн яҡларға теләгәндәй, бер урынға уҡмашты ла, ҡалҡан яһап ҡатып ҡалды.
-Китсе, бәпәй кәрәкмәйме һиңә?! Әмин һине ҡыуандырмаҡсы инем…- Ҡулдары ирекһеҙҙән әле бер ниндәй үҙгәреш беленмәгән нескә биленә һарылды ла, эс тапҡырында ҡушарлап туҡталды.- Кәрәкмәгәс, алдан аңғарталар уны, һаҡланыңҡырар инем, исмаһам.
-Ошо йәшкә етеп бәпәй! Быларын имен-һау аяҡҡа баҫтырып, кеше итһәк тә әле.
Мансур өҫтәл артынан сығып, ҡаршы бүлмәлә бер ни белмәй иҙерәп йоҡлаған ҡыҙҙарға ҡарап торҙо, өҫтәренә рәтләп япты.
Әлиә урынынан ҡуҙғалманы, ҡулдарын ҡаушырып ултыра бирҙе. Ире шартлата япҡан ишеккә уның һуңғы һүҙҙәре килеп ҡаҡлыҡты.
-Һиңә кәрәкмәгәс…Мәңге йөрөмәксеһеңме «ҡыҫыр ҡайнаға» исеме күтәреп?!
Асыуланып эшкә сығып киткән Мансурҙың ҡолағында көнө буйы ҡатынының асырғаланып әйткән һүҙе сыңлап тик торҙоҡ «Йөрө, әйҙә, ҡыҫыр ҡайнаға булып!»
******
Уйламағанда йәбеште уға был ҡушамат.
…Мансурҙың утыҙ йәшенә әсәһе мәрхүмә ҡунаҡ йыйғайны. Ҡустыһы менән килене, апалары менән еҙнәләренән тыш, ике-өс ҡыҙ-ҡырҡын да бар ине.
Уларын ни өсөн саҡырғандарын аңлап тора инде егет, уға димләйҙәр, һайлауҙы үҙенә ҡалдыралар.
Берәүһе үтә әрһеҙлеге, туҡтауһыҙ һөйләнеүе-көлөүе менән оҡшаманы. Икенсеһе, сибәр генәһе, һәр ҡойолған эсемлектән баш тартмай, бөткәнсе күтәреп ултырыуы менән биҙҙерҙе. Өсөнсөһө тыйнаҡ ҡына, мөләйем генәһенә өмөтө лә бар инее, шикелле. Әммә ике-өс тапҡыр бейергә төшкәндә һорау биреп, һүҙ башлап та, йүнле-башлы яуап ала алмағас, төңөлдө. Әллә шул ҡәҙәр әҙәплеме? Юҡтыр. Бигерәк артта ҡалғандай тойолдо, үҙ һүҙе, үҙ ҡарашы булмаған, иренең күләгәһеләй йәшәрлек, боронғо замандан аҙашып килеп сыҡҡан бахыр бисә генә кәрәк түгел ине шул Мансурға. Биш йыл башҡалала институтта, ике йыл әрмелә, алты йыл тирәһе инженер булып ауылда эшләү дәүерендә ундай ғына ҡатын-ҡыҙҙы күргәне бар инде уның. Бүкән кеүекте алып ултыртып ҡуйырға теләге юҡ.
Табын артында килене һүҙ алды.
-Хөрмәтле ҡунаҡтар, байрам йомғаҡланғансы мин дә бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп китәйемсе. Бөгөнгө мәжлестең төп сәбәпсеһе - Мансур ҡайнағаға бер кәлимә һүҙ. Мансур ҡайнаға, ғәжәп Кеше һеҙ. Белемле, матур күңелле, ипле. Ундай алтын ҡуллы ир-егет һәр әсәнең ғорурлығы, һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы. Тик һеҙҙең олатай булып та, һаман яңғыҙ йөрөүегеҙ генә оҡшамай, килешмәй. Әйҙә, өйләнеп, беҙҙе ҡыуандырығыҙ әле, етәр ҡыҫыр ҡайнаға булып йөрөүегеҙ, -тип әйтеп һалды.
Тост матур, күңеленә ятышлы ине, тик ярым шаярып әйткән һуңғы һүҙе генә йөрәгәнә әрнеү булып ятты…Шунан ҡалды инде был ҡушамат, күҙенә ҡарап әйтмәһәләр ҙә, эйәреүен ишетә йөрөй Мансур. Ә шул ҡушаматты тағыусы килененең, Әлиәнең, ҡайнағаһы өйләнмәй йөрөүендә үҙе ғәйепле икәне ике ятып, бер төшөнә инмәйҙер, моғайын…
Күрше ауылға уйынға барғайнылар. Нескә билле, һоро күҙле шаян ҡыҙыҡайға күҙе төштө Мансурҙың. Ҡыйыулығын йыйып, вальс әйләнергә саҡырҙы, исемен, һөнәрен һорашты. Быйыл ғына медучилище тамамлап эшкә ҡайтҡан Әлиә тәү күреүҙән уның күңеленә инеп ултырҙы, бар уй-хисен биләне.
Ике күрше ҡыҙҙы оҙатырға Мансурға бер-ике иптәше лә эйәрҙе. Төнгө һил урам буйлап яй ғына һөйләшә-көлөшә килгән йәштәрҙе лап-лоп йүгереп кемдер ҡыуып етте лә, сырылдатып Әлиәне күтәреп тә алды.
-Бына был сибәркәйҙе урларға ла була!
Ҡустыһы Илфатты тауышынан танып, тыны ҡурылды Мансурҙың.
-Һантыйланма, төшөр, - тине уҫал итеп.
Илфат шарҡылдап көлөп, ҡыҙҙы аяғына баҫтырҙы.
-Ғәфү ит, һылыуҡай. Таныш булайыҡ, мин-Илфат,-тип ҡулын бирҙе.
Ике күрше ҡыҙын дүрт егет оҙатты.
Йәй-мәшәҡәтле осор, бесәне, урағы башланды. Көн артынан көн үтте, бар күңелен, бар зиһенен биләгән Әлиәне көнөн-төнөн уйлаһа ла, янына барырға форсат тапманы егет. Ни өсөндөр ҡыҙыҡай ҙа уны уйлайҙыр, осрашыуҙы көтәлер, һағыналыр төҫлө тойолдо.
Ә бер көндө Илфат ҡустыһы кисләтеп кенә өйгә инде лә, тупһала туҡталды.
-Әсәй, мин килен алып ҡайттым, -тине нисектер йыуаш, баҙнатһыҙ тауыш менән.
-Бынағайыш,-тине әсәһе ,яулығын төҙәтеп ябынып, уға ҡаршы барҙы. Егеттең киң яурынына ышыҡланып, тартынып баҫып торған ҡыҙҙы ҡул биреп, үҙенә ыңғайлатты.
- Әйтмәй-нитмәй, бынағайыш. Һаумы, балам. Кем ҡыҙы булаһың?
Төпкө яҡтан был кәмиттте ҡарап, энеһенән көлөр өсөн ауыҙы йырылып килеп сыҡҡан Мансурҙың йөрәге бер мәлгә туҡталғандай тойолдо… Ҡустыһының артына ышыҡланып, һоро күҙҙәрен көлдөрөп, уның Әлиәһе, төн йоҡоһон алған һөйгәне, баҫып тора…
Ҡустыһын кире һүреп маташты аҙаҡтан Мансур «Йәшһең, һөнәрең, йәшәр ерең юҡ. Әҙерәк эшлә, йә уҡырға ин, әрменән ҡайта килеп өйләнеү эшме ни?Ә Донъя күр”, -тип ҡараны. Юҡ, уның кеүек төптән уйлап эш итеүсе, ауыр түләк түгел ине Илфат, тотҡан ерҙән һындырыусы, баҫҡан ерҙән ут сығарыусы елфрүз.
Һөйгәне Әлиә киленгә әйләнде, Мансурға тип бөтөрөлгән йортҡа йәш ғаилә башҡа сыҡты, әсә янында яңғыҙаҡ Мансур ҡалды. «Ҡыҫыр ҡайнаға» тип әрнеткес ҡушамат биреүсе Әлиә килене ҡайнағаһының үҙе өсөн үҙәге өҙөлөүен күрмәне лә, белмәне лә, ахыры. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ике ҡыҙсыҡ донъяға килде, яратҡан олатайҙары күстәнәсен, уйынсығын тотоп, уларға көн дә килә, бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәрендә булыша, кәрәк ерендә кәңәш-төңәш итә.
Юҡ, килененә ымһынып йөрөмәне Мансур. Ихластан килен итеп ҡабул итте, һөйөү хисен йөрәгенән һыҙып ташлап, туғанлыҡ ебен генә ҡалдырҙы. Әммә башҡа ҡатын-ҡыҙ менән осрашһа, ниңәлер Әлиә менән сағыштыра ла, һәммәһенең дә төрлө етешһеҙлеге табыла. Кемеһелер тәбәнәгерәк, ҡайһыһы үтә йәмһеҙ йәки артыҡ тулы кәүҙәле, береһе-тәкәббер, икенсеһе-ғәмһеҙ…
-Мин иҫән саҡта башҡаланһаң ине, улым, әллә ниңә өйләнмәй оҙаҡлап киттең? Егеттәр алйот саҡта кәләш алмаһа, аҡыл ултырһа, өйләнмәй ҙә ҡуя, ти торғайны атайың мәрхүм. Дөрөҫтөр. Ана бит Илфат ҡустың алйот сағында, егермелә генә, башлы-күҙле булды, бына тиггән киленебеҙ ҙә, үҙенә етеп килгән балалары ла бар, үҙҙәре менән бергә ҡартайырға. Үҙең кеүек бер тәүфиҡле генә, шәфәғәтсе булырҙай бала осраһа ҡана ла һуң. Һайланған-һаҙға, осраған-таҙға булып ҡуймаһа ярар ине…
-Иҫәр булғанмын, ағай, иртә өйләнеп,-тине Илфат «батырлыҡ өсөн» йөҙ грамм эсеп алғас.-Клубҡа йөрөр, ҡыҙҙар оҙатыр, ай яҡтыһында йондоҙ һанап эскәмйәлә ултырыр саҡта, ике мыжыҡ баланың күңелен күтәрәм тип, ҡырҡҡа төрләнергә тура килә. Ялҡтым мин был тормоштан, бүктем. Нисә инмә илаш та талаш, кер йыуыу ҙа, бала әүрәтеү. Үҙебеҙ өсөн генә йәшәге килә.-Илфат ағаһына ҡарап бер тына һүҙһеҙ ултырҙы ла, ҡапыл өҙә һуҡты.-Китәм мин өйҙән, ағай. Әлиәгә үҙең аңғарт - яратмайым мин уны.
Мансурҙың кәүҙәһе ауырайҙы, беләктәре көс еткеһеҙ булып тулышты, ҡыбырҙата ла алмай аңҡауына йәбешкән телен көскә әйләндереп бер генә һүҙ әйттеҡ
-Ҡабатла!
-Минең икенсе ҡатынға күҙем төштө, өс-дүрт ай инде ике ут араһында янам. Һин уны беләһең. - Илфат ауылдың арғы осонда йәшәүсе, иренән айырылып ҡайтҡан йәш ҡатындың исемен атаны. -Эҫенешеп тә бөттөк, йәшәй алмайым мин унһыҙ.
Аяҙ көндө йәшен атһа ла ул хәтле аптырамаҫ, юғалып ҡалмаҫ ине Мансур. Ғүмер буйы алиһәләй күреп, буй етмәҫлек йондоҙҙай табынып йәшәгән Әлиәһен, әҙәм хурлығы итеп тәхетенән төшөрөргә ынтылған ҡустыһының ҡылығын аҡларҙай сәбәп тапманы. Үңәсенән матҡып алып һелкеп һалғыһы килеү теләген көскә тыйып, тамағындағы төйөрҙө саҡ-саҡ йотоп, өндәшә алды, бар ихтыярын усына йомарлап, таштай баҫтырып ҡустыһы алдына ҡуйҙы.
-Тәртәгә һыймаҫ ҡылығыңды аңларға тырышырмын. Әммә һин дыуамалланма, үҙеңә ваҡыт бир. Йөрөгөң килһә-йөрө, танһығың ҡанһа-ҡуйырһың. Әйҙә, бер айға һөйләшәйек. Шунан һуң да кире уйламаһаң, баяғы бисәнән күңелең ҡайтмаһа, һөйләшербеҙ. Ә әлегә һин әйтмәнең, мин ишетмәнем. Әлиә киленгә ым-ишара менән дә аңлата күрмә, ваҡытынан алда утҡа һалма, бәхетегеҙгәә балта сабып, балаларҙы етем итмә, -тине.
Шулай килештеләр. Илфаттың һуңлауҙарын, юғалып тороуҙарын һиҙҙермәҫкә була Мансур килендәренә йышыраҡ килә, төнгәсә ултыра, хәбәргә әүрәтә, эш тапҡан булып тотҡарлана. Таңғаса ҡайтмаған саҡтарында ла сәбәбен таба - фәлән ергә рейсҡа киткәйне, берәй нәмә булғандыр, машинаһы боҙолғандыр. Үҙе янды, Әлиәгә янырға бирмәне, үҙе әрнене-килененә сарпыуын ҡағылдырманы. Бер ай һиҙелмәй ҙә үтте, Илфат ниәтенен ҡайтманы.
-Бөгөн үк Әлиә менән аңлашам да, тегендә күсенәм,-тине иртәнсәк Мансурға. -Етте, тәҡәтем ҡалманы. Былай йәшәү-йәшәү түгел, ағай. Мин эштән ҡайтҡансы киленеңә аңғартһаң да ярай. Теләмәһәң, үҙем дә ебеп төшмәм..
Ҡыҙыу ураҡ мәле. Ҡара таңдан ҡара төнгә саҡлы элеваторға иген ташыған Илфат теләген бойомға ашыра алманы. Әлеге дыуамаллығы арҡаһында…Район үҙәгендәге элеваторға урау асфальт юл менән алтмыш саҡырым. Шоферҙар, юлды ҡыҫҡартабыҙ тип, туранан, тау аша, йөрөй. Башҡа көндө шап-шаҡтай, ул көндө һибәләп үткән ямғырҙан һуң ялтырап ята, саҡ ҡына үҙәктән ситкә сыҡтыңмы, тарлауыҡҡа төшөп китереңде көт тә тор. Бындай көндө туранан китергә берәү ҙә теләмәне. Ә Илфат, әллә ҡатыны менән аңлашыуҙы тиҙләткеһе килде, әллә күрәсәге шул булдымы-белә-күрә тау аша ҡайтырға ынтылды. Үҙҙәрре менән урауҙан ҡайтырға саҡырыусы иптәштәренең һүҙен ҡолағына ла элмәне. Егерме саҡырымға ҡыҫҡарырға тейешле юл, уның менән тормош араһын өҙөп, баҡыйлыҡҡа илтеүсе юл булыр тип кем уйлаһын?Ә Тарлауыҡҡа аунаған машинаны торғоҙоп, ҡустыһын үҙенең Уазигында дауаханаға елдерҙе Мансур.
Укол, система, шок терапияһы…Бер мәлгә генә иҫенә килеп, күҙҙәрен асты.
-Әлиәне ташларға йыйыныуымды хатта Хоҙай ҙа теләмәгәндер, күрәһең. Яҡшылыҡтан изгелек эҙләмәйҙәр, тигәнде онотҡанмын. Язаһы шулдыр… Балаларымды ташлама, Әлиәгә ярҙам ит…
Һуңғы һүҙен дә әйтеп бөтөрә алманы.
****
Ире Мансур сығып киткәс, урынынан ҡуҙғалмай ауыр уйҙарға сумып ултырҙы Әлиә. Шулай уҡ яңылышты микән ни һуң?Ә ысынлап та бала кәрәкмәйме икән уға? Ә ҡустыһының балалары өсөн өҙөлөп тора, бала йәнле күренә лә баһа. Әллә йәшәп китә алмаҫбыҙ тип шикләнә микән?!
Ҡатын күҙ ситенән һарҡылған үпкә йәштәрен йоторға, сикәһен ҡыҫып торған уйҙар ҡоршауынан ҡотолорға тырышты. Булмаҫ. Кире уйлар. Йән кереп тә өлгөрмәгән гонаһһыҙ сабыйҙы юҡ итергә бәғерһеҙ кеше түгел дә ул Мансур. ҡустыһының ҡыҙҙарын һөйөп туя алмағанды, үҙ ҡанына, үҙ сабыйына үлем ҡарары сығарырға йөрәге етмәҫ.
Мансур…Тәү күргәндә үҙенең үтә етди сырайы менән бер аҙ ҡурҡытыусы, әммә ышаныслы булыуы менән күңелен үҙенә тартҡан уйсан егет.Тағы осрашырға өмөт итһә лә, юлдары тап килмәне. Һуңыраҡ инде ҡыҙҙың баҙлаған өмөтөн һүндереп, ел-дауыл кеүек көслө мөхәббәте менән Илфат бәреп керҙе уның яҙмышына. Мансур менән бер туған ағалы-ҡустылы икәндәрен өйөнә барып, үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә белмәне, күргәс тә ышана алманы ҡыҙ. Бигерәк бер-береһеннә оҡшамаған, ер менән күк төҫлө ине шул туғандарҙың араһы.
Матур йәшәне улар Илфат менән, уйнай-шаяра, төртмә һүҙ, шаян ҡараш менән сабыйҙар шикелле ҡыуышып-ҡыуанышып ғүмер иттеләр. Ғәҙәттән тыш тиктормаҫлығына, алабарманлығына ғына йәне үртәлгәндә, бер-ике мәртәбәҡ «Һин алйотҡа сыҡҡансы, Мансур ҡайнағама ғына барһам», -тип ысҡындырғайны шаяртыңҡырап. Ире биленән ҡосоп, һурып үпте. «Уйлама ла. Мин һине берәүгә лә бирмәҫ инем. Ағай, әлбиттә, шәп кеше, мин уның тырнағына ла тормайымдыр. Ләкин… Башҡаса улайтып әйтмә».
Ҡашығаяҡ шылтырамаған донъя булмайҙыр, бигерәк тә һуңғы арала Илфаттың эшенән һуңлап ҡайтыуы, йә бөтөнләй юғалып тороуы күңел төпкөлөнә шик юшҡыны һала башлағайны. Яратышып йәшәгән иренән шикләнеүе өсөн, нахаҡ ғәйепләүсе уйҙары өсөн үкенеп бөтә алманы вафатынан һуң. «Әллә минең насар уйым өсөн Хоҙай тартып алдымы Илфатты? Ни өсөн тап ул? Башҡа шофёрҙар бөткәнме ни? Ҡатыны, балалары булмаған, эсергә яратҡандары ла байтаҡ бит… Хоҙайым, гонаһлы итеп әллә ниҙәр уйлатаһың?! Юҡ, юҡ, берәүгә лә күрһәтмәһен ундай көндө!»
Ҡара көндәр, ҡараңғы төндәр, ғазаплы уй, шөкәтһеҙ өй…Ни әмәлдәр табып үткәрә алды икән ул тотош әрнеүле, йөрәгенән тупылдап һыҙланыу-рәнйеү тамып торған ул көн-төндәрҙе?Ә тәҡәттәре бөткәндә, ҡыҙҙары-бауыр иттәрен йөрәгенә баҫты, ҡайнағаһы Мансур йорт-ҡура мәшәҡәтендә терәк булды, имгәкләп-шыуышып тигәндәй йөрөгән ауырыу ҡәйнәһе күңел таянысы ине. «Ҡалайтаһың инде, килен, ауыр, ауыр булмаһа үлем тимәҫтәр ине шул. Онотолор, ҡайғың бүҫкәрер, Һин әле йәп-йәш, мир бөтмәһә-ир бөтмәҫ. Тик бына балаларыңа атай табылмаҫ та, миңә улым кире ҡайтмаҫ. Бала ҡайғылары күрһәтмәһен үҙеңә…» ҡәйнәһе лә улы артынан китеп барғас, йөрәгенең ите уйылып төшкәндәй булды. Ике оҙон йыл буйы яңғыҙ йәшәне Әлиә. Арҡа терәр кешең булһа ғына рәхәт икән ул донъя көтөүҙәре. Яңғыҙыңа көнөң дә йылдай оҙон, ир көсө генә етерлек эш-көшө лә бихисап икән дәһә. Ярҙамынан ташламаны Мансур, утын, бесән, һыу, тиреҫ, һәммәһен дә башҡарҙы, яраштырҙы. Әммә килеп ярҙам итеп китеүҙең үҙе йәмәғәтең булыуға етмәй икәнен тора-бара ғына төшөндө тол ҡатын. Бына ни өсөн әйтәләр икән йортҡа ир ҡулы кәрәк тип. Юҡ, хилаф уй уның башына ла инеп сыҡманы, икенсегә иргә барыуҙы күҙ алдына ла килтермәне. Нисек итеп Илфаттан башҡа әҙәм уның донъяһына хужа булып йөрөһөн, ул йыйған мөлкәтте туҙҙырһын, уның сабыйҙарын яратһын йә ҡаҡһын, хәләленнән башҡа һис кем ҡағылмаған саф тәненә ҡулын тейҙерһенӘ Бындай уйҙан ғына ла Әлиәнең бәғере телгеләнә…
Фажиғә булаһы кистә эштән ҡайтышлай уҡ һуғылды уларға Мансур. Сыр-сыу килеп, ҡыҙҙар олатаһының ҡосағына атылды. Кесеһе ун, өлкәне ун икенсе йәше менән барған үҫмерҙәрҙе арҡаларынан тупылдатып яратты Мансур, ә күҙе әсәләрен эҙләне. Ҡайһылайтып аңғартыр ул киленен ҡустыһының хыянаты хаҡында?Ә!Йөҙөнән йылмайыу китмәгән шат-шаталаҡ Әлиәнең күҙенең нурын ни йөрәге етеп һүндерер, тыныс йорттоң ҡотон нисек тартып алыр?!
Ҡатын баҡсала, көҙ яҡынлашһа ла шау сәскәле гөлдәренә, емеш-еләгенә һыу һибеп йөрөй ине. Башҡа саҡта ут сәсеп торған осҡонло күҙҙәрҙәге таныш түгел моңһоулыҡты күреп, Мансурҙың йөрәге һулҡылданы-әллә беләме? Килененә сәләм биргәс, һыу ҡойошорға кереште.
-Сырайың ҡасҡан кеүек, килен?
-Шулаймы? -Һүрән генә йылмайҙы. -Иртәнән бирле күҙем тарта, изгегә юрайым да бит. Һуңғы арарла Илфат та үрле-ҡырлы, күңеленә урын таба алмай, үрһәләнеп йөрөй. Бер-бер хәл булмаһа ярар ине тип ҡотом осоп тора. Көн һайын ҡайтып күҙемә күренмәйенсә, тынысланмайым.
Мансур ыҡ-мыҡ итте, күнәген тултрып ҙур мискәнән һыу алды.
-Ҡайтыр, нишләп ҡайтмаһын.- (ҙе эстән генә килененең һүҙенә тартылды «Ысынлап та, бер-бер хәл булып, Илфатты ошо алама ниәтенән ваз кистерһә, хатта саҡ ҡына артҡараҡ күсерһә, шәп булыр ине лә һуң».
Ҡайҙан ғына белһен Мансур тап шул мәлдә ҡустыһының хәл эсендә ятҡанынӘ Ярай әле, килененә бер һүҙ ҙә ысҡындырмаған, ҡыялатып та икенсе ҡатын хаҡында һүҙ башламаған.
Илфатты юғалтыуҙан башын ташҡа орорҙай булып, һөйләнә-һөйләнә илаған Әлиәне йыуатырлыҡ һүҙ тапмай миңрәүләнгәнендә, теле ҡысытып та ҡуйғыланы-әллә әйтергәме? Бәлки, иренең яҙыҡ юлға баҫыуы, уны ташлап, икенсегә әүрәүе тураһында белһә, үлемен дә еңелерәк кисерер, ул ҡәҙәр илаһилаштырмаҫ ине. Асыуы, рәнйеү-нәфрәте ҡайғыһын баҫырға ярҙам итер, хәлен еңеләйтер. Юҡ, теле әйләнмәне Мансурҙың. Йәне күктәргә олғашҡан ҡустыһының һуңғы серен сискеһе, фәрештәгә әйләнгән күңелен ҡыйғыһы, саф иҫтәлеген тапларға йөрьәт итмәне.
Илфаттың вафатынан һуң йыл ярымлап үткәс, әлеге ҡатынды осратҡайны. Саҡ-саҡ тәпәй баҫырға өйрәнгән кескенә сабый етәкләгән. Иҫәнләшеп, баш ҡаҡҡас, балаға йотлоғоп текәлде- ҡустыһына тартмағанмы? Гүргә киткән сере бер килеп сиселмәҫме, ҡатыны, балаларына сарпыуы ҡағылып, яра һалмаҫмы ҡәҙерлеләренең йөрәгенә?Ә Юҡ, сырамыта алманы, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле бала бер генә нимәһе менән дә янып торған шоморт күҙле, сөм ҡара сәсле Илфатҡа оҡшамағайны. Күңеленә йүгергән йылылыҡты икенсе осрашыу бөтөнләй еңеллеккә алмаштырҙы. Был юлы ҡатын ауыр ике сумаҙан күтәреп туҡталышҡа китеп бара ине. Һаулыҡ алғас, һүҙ булһын типме, әллә малайға тағы бер ҡарау өсөнмө, ҡайҙа юл тотоуы хаҡында һорай ҡуйҙы.
-Бына атаһы саҡырып телеграм һуҡҡан, шуға китеп барышым. Ялҡытты яңғыҙаҡ тормош,-тине алдынан йүгереп барған шаян һарысайына ымлап. Иңенән ауыр йөк төшкәндәй булды Мансурҙың - Илфаттан түгел икән бит был сабый…
Әсөнсө йыл киткәндә ҡауышты улар Әлиә менән. Әсәһе яғынан инәй тейешле ҡатынға аңғартҡайны, уныһы бар шартына килтереп, мулла саҡырып бата уҡыттырҙы, һәммә йоланы теүәл үтәп ҡушты ул улы менән киленен. Иртәгеһенә рәсми яҙылыштылар. Ҡустыһының йортона барып инеүҙе килештермәне Мансур, ата нигеҙендә үҙенә яңы өй бөтөрөп сыҡҡайны, шунда күсереп алды Әлиә менән ҡустыһының мираҫтары-ҡыҙсыҡтарын…
****
Яңғыҙлыҡтың ни хәтле ситен булыуын, ирҙән ҡалған ҡатындарҙың яҙмышының әселеген үҙе татымаған кеше аңлай алмайҙыр. Ситтән ҡарағанда бөтөнөһө лә шул уҡ кеүекҡ балалар ҡараулы, пенсияһы килеп тора, күрше-күлән, туған-тумаса һүҙе, кәңәш-төңәше менән дә, ҡул ярҙамы менән дә ташламай. Ләкин…ҡунаҡта яңғыҙ ултырыуҙары ситен, унда-һанда бер килгән башҡала әртистәренең концертына барыу килешмәй, урамда берәй ир менән һөйләшеүе-хилаф. Көнсөлдәре лә табыла икән бындай саҡта, эшкә һанамай һауаланып үткәне лә, үтә тишеп ҡараған әрһеҙе лә, йылмайып ҡарап, артыңдан һүҙ йөрөткән аҫтыртыны ла, күҙеңә тура бәреп нахаҡ ғәйеп ташлаған зәйеле лә бар икән бит әхирәттәре араһында. Шуныһы бигерәк үҙәгенә үтте Әлиәнең. Күҙ атыусылар булманы түгел-татлының наҙын татырға теләп, төн үткәрер өсөн генә ишек ҡағыусылар ла, ихлас йөрәктән тәҡдим яһаусылар ҙа. Тик Әлиәнең генә һәммәһенә йөрәге лә, ишеге лә бикле, үткер һүҙе әҙер, яуабы ҡәтғи.
Ваҡыт иң яҡшы табип, яралар яйлап һыҙлай-һыҙлай уңалды, өҙөлөп яратҡан Илфаты ла матур хәтирәгә әйләнде. Нимәгәлер өмөтләнде Әлиә, һәр көн килеп, эш-көш итеп йөрөгән, гелән тыйнаҡ-сабыр Мансурҙан бер һүҙ, ым-ишара көттө. Көтөп ала алманы. Мансур һиҙҙеме-юҡмы, тәүге аҙымды бит ҡатын үҙе яһаны.
Кисәләтеп кенә сәй эстеләр. ҡыҙҙар ҡабалан-ҡарһалан ашап, тышҡа атылды. Икәүҙән-икәү ҡалғас, уңайһыҙ тынлыҡты һуҙмаҫҡа теләп, Әлиә һүҙ башланы.
-Һинән кәңәш һорамаҡсы инем, Мансур ҡайнаға. Һоратыусы күп, кеше теленә ингәнсе, әллә берәйһенә ризалыҡ бирәйем дә ҡуяйым микән тигәйнем?
Мансур тертләне, усындағы сынаяғын шытырҙатып ҡыҫып, ҡатынға төбәлдеҡ
-Кемгә?
Әлиә юрамал иң һөмһөҙөн атаны. Мансурҙың ҡаштары аптырауҙан дуғаланып, бергә ҡушылды, күҙендә асыу ҙа, үпкәләү ҙә зәһәр осҡон булып ҡабынды.
-Йүнлерәген тапманыңмы?
-Йүнлерәктәренең ҡатындары бар. Кем әҙерләп ҡуйһын һәйбәт ирҙе ике балалы тол ҡатынғаӘ бармы шундай ир, белһәң бәлки һин әйтерһең, таныштырырһың, димләрһең? Кем ул, ҡайҙа ул?
-Мин.-Мансур ыҡ-мыҡ итте. Бер яҡтан килененең икенсегә тормошҡа сығып китеү ихтималлығын уйлап йөрәге янһа, икенсе яҡтан ҡустыһына булған ихтирамлы туғанлыҡ хисе уны тотоп тыя, Әлинең тирәһендә уралып та, һүҙ башларға ирек бирмәй, тойғоларын йүгәнләтә, төндәрен йоҡоһоҙ, хыялдарын татлыраҡ итә. –Мин. Эйе, мин үҙемде тәҡдим итер инем.-Бар ҡыйыулығын йыйып, әйтеп һалды Мансур.
Сылтыратып көлөп ебәреүҙән көскә тыйылды Әлиә, һоро күҙҙәрендә генә мут осҡондар йымылданы.
-Һинме? Ысынды әйтәһеңме, әллә шаяртаһыңмы?
-Ихлас. Шаяртыр мәлме ниӘ Һаҡал-мыйыҡ үҫкән, малай-шалай түгелмен, ахыры.
Күптән көтөп йөрөгәнен һиҙҙермәҫкә була, Әлиә тантанаһын йәшерҙе, ҡулы менән өҫтәлдәге икмәк валсыҡтарын һыпырып, ашъяулың ситен бөтәрләп шымып ултырҙы.
-Уйлармын. ҡапыл-ғара эш итә торған нәмә түгел бит. ҡыҙҙар менән дә кәңәшермен.
Улары олатайҙарына әллә ҡасан эҫенеп бөткән, хатта үҙҙәре үк. «Әйҙә, олатайҙы атай итеп алайыҡ»,-тип осоп төшөп тороуҙарын әсә йәшерҙе.
Бергә йәшәй башлағас, бер көн кесе ҡыҙҙарыҡ
-Әсәй, Мансур олатайҙы атай тип әйтәйекме?-тип аптыратҡайны. Бындай һорауҙы көтмәгән Әлиә юғалып ҡалды. Шулай тиҙ генә оноттолармы икән ни үҙ аталарын? «Әйтегеҙ»,-тиһәң, ҡайһылай шатланыр ине лә МансурӘ
-Юҡ, ҡыҙым,-тип һүҙгә ҡушылды шаңҡыған Мансур, иҫенә килгәндәй, ҡыҙсыҡтың сәсенән һыйпап.--Һинең бит үҙ атайың бар ине, оноттоңмо ни? Ул белһә, үпкәләмәҫ инеме ни, кешенең бит бер генә ата-әсәһе була. Мин һеҙҙе атай тимәһәгеҙ ҙә яратам. Ә һеҙ олатай тиһәгеҙ мине яратмайһығыҙ булып сығамы ни?
-Яратабыҙ, яратабыҙ,-ҡыҙыҡай олатаһына һыйынды.
…Әлиә менән Мансурҙың ҡауышыуын төрлө кеше төрлөсә ҡабул итте.
-Шулай инде, берәү үлмәй, берәү көн күрмәй,-тигәндәре лә табылды. Тик Мансурҙың ғына ризалашҡыһы килмәй бындай һүҙ менән. Ни өсөн ул ҡатынлы, ғаиләле булһын өсөн уның берҙән бер ҡустыһы үлергә тейеш? Лутсы ул тере ҡалһын, Мансур яңғыҙлыҡҡа ла риза. Уларҙың яҡты өйөнә, бәхетле йөҙөнә ситтән генә һөйөнөп, улар усағына йылынып ҡына көн күрер ине. Йәки әлеге ҡатынға сығып китһә лә, берәй заман килененең күңел яраһы уңалып, Мансурҙы ҡабул итмәҫ инеме икән? Бәлки ул саҡта Әлиә донъяһын күтәрә һуғып, балаларҙы алып, тыуған йортона ҡайтып та китер ине. Илфатҡа булған әрнеү-рәнйеү, асыу-үпкәһе ҡайнағаһына ла, үҙе әйтмешләй «ҡыҫыр ҡайнағаһына» ла күсер ине, буғай…
Төндө йоҡоһоҙ, ауыр уйҙар ҡоршауында үткәрҙе Мансур. Әйләнеп-тулғанып ҡатынын бимазаламаҫ өсөн шым ғына ятты, тик барыбер күҙенә йоҡо ҡунманы. Тигеҙ һулыш алып, сикәһенә ҡулын ҡуйып, сабыйҙарса ихлас йылмайып йоҡлаған Әлиәгә текләп, йөрәгенә шатлыҡ тулды. Бына бит уның бәхете, эргәлә генә, ҡул һуҙымы ерҙә. Ә ҡай ваҡыт хатта шундай оло бәхетенә ышанмай ҙа китә. Илфатты юғалтҡандан һуң һурылып киткән йөҙлө, ябыҡ ҡатынының, тынысланып бергә йәшәй башлағас, төйөрөмләнгән нәфис кәүҙәһенә ҡағылырға баҙнат итмәй. Ул-хыял ғыналыр. Бармаҡ осо ҡағылыуға татлы хыялы рәшә кеүек юҡҡа сығыр, сынъяһау донъяһы ҡотһоҙланыр, көлөп торған тәҙрәләр моңайыр, ҡыҙҙар тауышынан сыңлап торған өйө етемһерәп тыныр, шау сәскәле гөлдәре шиңер төҫлө.
Мансур һаҡ ҡына ҡатынының сәсенән һыйпаны- юҡ, юғалманы, ҡымшанманы. Ул шылып, Әлиәнең башына башын терәп, туғай сәскәләренең хуш еҫе тойомланған сәсен еҫкәп кинәнде. ҡапыл ҡатыны танауын мыш-мыш тартып иламһыраны. Төшәнә, нимә күренә икән төштәрендә? Сабый кеүек илай…Сабый…Мансур күҙен йомдо. Бәләкәс кенә йоморас тубырсыҡты, гәлсәр һауыт тотҡандай, ҡурҡып ҡына күкрәгенә ҡыҫа, һирәк кенә йомшаҡ сәстәре, бармаҡ осондай ғына танау-ауыҙы. Ул сабыйҙың сикәһенән үбеп, һулап туйғыһыҙ бәпес еҫен еҫкәп һөйөнә. Ошонан да ләззәтлерәк, изгерәк, бәхетлерәк мәлдең булыуы мөмкинме һуңӘ Мансур шатлығынан өйөрөлөп китә, кескенәне һауаға сөйә. Сабый сыр-сыу килеп сырҡылданы ла осто ла китте… Төшмө, өнмө?Ә Ир хуш еҫтең сабыйҙан түгел, ҡатынынан икәнде аңлап, уны һыға ҡосаҡланы. Иҫәр, иҫәр түгел тигән инде шул кешене. Егерме йылға яҡын яратып йөрөп, бәхетенә һөйөнөп кенә йәшәр мәлендә, бала кәрәкмәй тип күңелен ҡый сәле. Уларҙы бәйләп тороусы, араны яҡынайтыусы уртаҡ емештәре булһа насармы ни? Киреһенсә! Мансур ҡатынының битенән, сәсенән һаҡ ҡына үбеп сыҡты. Әлиә уянды, иркәләнеп иренең күкрәгенә һыйынды, күҙен йомған килеш ирәүән йылмайҙы.
-Бәпесебеҙ именме? Иҫән-һыумы?
Ҡатын ҡапыл күҙен асты, иренә тултырып ҡараны. Шатлығы ваҡ ҡына осҡон-тулҡындар булып бар өй эсенә таралды, әйтерһең, йортҡа кинәт кенә нур һибелде.
-Имен, әлбиттә, имен.
-Йә, кем тип ҡушабыҙ исемде?
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.