-Кәләште төп йортҡа төшөрәһем килде, тине ул, ғәжәпләнеүен белдергән Тайфурға.
Икеһе бер мәктәптә эш башланылар. Әбүзәр уларға төп йортта ҡалырға тәҡдим итеп,үҙе сығып китергә уйлаһа ла, унда ҡалмай, иҫке генә, элек-электән килгән- киткән уҡытыусылар йәшәүсе мәктәп өйөн йүнәтеп,йыуып, таҙалап шунда сыҡтылар.
Ата-әсәһенең эсергә яратыуынан оялып өйрәнгән Хәсән күңелләнеп алырға яратыусы Әбүзәр ағаһын ,, йәшел йылан,, арбауынан мөмкин ҡәҙәре ҡотолдорорға тырышты. Ниндәй генә эш башҡарһа ла(утын ярамы, бесән өйәме, тиҙәк сығарамы) эргәһендә Әбүзәр ағаһы булды.
Нурияның ҡулына эш тейҙермәне улар. Әммә элекке шаян, шаталаҡ Әбүзәргә ниҙер булды, ул шымға әйләнде. Ваҡыт-ваҡыт бер нөктәгә төбәлеп уйға сума, тоҡтомалдан көрһөнгөләп ҡуя ине.
Өйләнеүе лә сәйер генә булды уның. Әзмәүерҙәй Әбүзәр бер көн бер ҡыҙҙы етәкләп килеп инде лә ,,Таныш булығыҙ, Гөлшат, еңгәгеҙ булыр,,- тине. Һөйкөмлө генә, әммә Әбүзәр янында бала ғына күренгән Гөлшат шунда уҡ килендәштәр араһында үҙ кеше булып китте. Ни өсөндөр Әбүзәр генә үҙ итә алманы уны. Ҡыҙҙары Гүзәл тыуғас, бер аҙ Гөлшат тирәләй йүгергеләп алды ла тағы ла үҙ кәлебенә төштө. Ҡаҡманы ла, һуҡманы ла ул ҡатынын, күҙенә лә элмәне...
,,Кешенән ҡалышмайым әле,,- тигәндәй генә машина алып ебәрҙе, тик... машинаһында ғына күп йөрөй алманы, аварияға осрап һәләк булды...
Бер көндө иртәнге сәйҙе лә көтмәй машинаһына ултырып сығып китә һәм боролошта автубусҡа бәрелә.
- Иҫерек булһа бер асыу, бүтән бөтөнләй эсмәйем,-тип эсмәй йөрөй ине... Машинаны ла алмайыҡ,-тип күпме ныҡыштым, еңмешләнеп алды бит, тип иланы Гөлшат. Автобусҡа ла, ундағы кешеләргә лә әлдә артыҡ бер ни ҙә булмай, ә Әбүзәр өс көн ғазапланып ятҡандан һуң йән бирҙе. Һуңғы көнө янында Хәсәнде генә ҡалдырып, Тайфур үпкәләгәндәй итһә лә, уны ла сығарып, кесе ҡустыһына ниҙер һөйләне ул. Хәсән дә ,, Нимә әйтте ағай?- тигән һорауға ,,Бәхилләште,,- тип кенә яуап бирҙе.
Әбүзәрҙең үлеменә өс-дүрт ай үттеме-юҡмы Гөлшат, әле берҙе лә өйләнмәгән, кемдеңдер диме- өйрәтеүе буйынса үҙен һоратып килгән йәш кенә егеткә кейәүгә сығырға булды.Кәңәш һорап, (кем белә һөйләшеп эс бүҫкәртергә лә уйлағандыр инде) Нурия янына килде ул.
- Кемдән һорайым һуң, килен, һиңә килдем.
- Үҙең беләһең, еңгәй, мин һиңә бары бәхет кенә теләйем.
- Һәйбәт кешегә оҡшаған, былай. Әбүзәр булмаҫ, әлбиттә... Шулай ҙа бәхетте тағы бер һынап ҡарайым әле, бәлки, йәшәп китербеҙ.Йыуаш күренә, Гүзәлде лә ҡаҡмаҫ, моғайын, - Гөлшат, бер аҙ тын торҙо ла күңеле менән һыҡтап, һүҙен дауам итте, - тиңһенмәне ул мине, ә мин яраттым... Уға оҡшарға тырышып, нимәләр генә эшләмәнем, бер генә теләгенә лә ҡаршы сыҡманым, ҡаршы әрәпләшмәнем, ирешмәнем... ,,Яратаһыңмы?,, - тип һорарға ла ҡыймай инем, барыбер өндәшмәҫ ине. Яуапһыҙ яратыу, ирең була тороп та үҙеңде унан кәм тойоу, сит арбаға ултырғандай йәшәү – ғазап бит ул, ғазап!... Камилға ризалыҡ биреүем дә тиген түгел – тиңдәр араһында тиң булып йәшәйһе килә, ни хәл итәйем?... Бәлки, ғәйепләйһегеҙҙер...
- Нисек кенә ғәйепләйек беҙ һине – еләк кеүек сағың бит?!
- Мин бит күләгәһе инем уның... Ҡаҡманы ла, һуҡманы ла, ҡайһы саҡта бөтөнләй күрмәне лә...
Төшөндә бер көн һыҙланып тороп һинең исемеңде әйтте, уянғас,- әллә Нурия еңгәй индеме төшөңә, исемен әйттең? - тигән инем, яндыра ҡараны ла ,, - бөткәнме ни бүтән Нуриялар?" – тип сығып китте. Төшөн һөйләмәне, бүтәнсә төпсөнөргә мин дә батырсылыҡ итмәнем... Һинән шикләнмәнем, тик... күңелем ҡуҙғалды минең.
- Борсолма, еңгәй, барыһы ла яҡшы булыр, -тине Нурия үҙен ҡулға алырға тырышып, - яйлап тынысланырһың. Ваҡыт иң һәйбәт дауа, тиҙәр бит.
...- Ултыр, - тине, Хәсән, ҡуйынынан сығарып өҫтәлгә ярты ҡуйғас, Нурияға сәйер ҡараш ташлап. Ярты янына рүмкәләр ҡуйҙы, һыуытҡысты асып ҡараны ла ни өсөндөр унан бер ни ҙә алмай, өҫтәлгә икмәк кенә ҡуйҙы, - ултыр, - тип ҡабатланы ул, иренең сәйер ҡылығына ғәжәпләнеп, ни әйтергә белмәй торған ҡатынына ҡарап, - аптырама, мин эсергә йыйынмайым, тик...
- Нимә тик?
- Минең эсмәгәнде беләһең, - ул ҡатынын ҡосаҡлап күҙҙәренә ҡараны, - тик... ултыр әле, ултыр,- ул Нурияны ултыртып ике рүмкәгә лә тултырып араҡы ҡойҙо, үҙе Нурияға , эсһәң эс, эсмәһәң мәйелең, тигәндәй ҡараны ла эсеп тә ебәрҙе, - ағайым күҙҙәремде асты бит минең Нурия, һине нисек ныҡ яратыуымды аңланым. Беләһеңме, һине минең кеүек, бәлки, минән дә нығыраҡтыр, тағы ла берәү яратҡан бит, - ул Нурияның ҡулдарынан тотоп алды, - һин ҡатын-ҡыҙ булараҡ , бәлки, һиҙгәнһеңдер, белгәнһеңдер... ә бына мин уйламаным да.
- Кит, әллә ниҙәр һөйләйһең, берәй ләстит ишетеп ҡайтҡанһыңдыр...
- Юҡ шул, ике ай һиңә һөйләргә ҡыйынһындым. Әйтергә уҡталдым да тағы туҡталдым, һүҙҙе нисек башларға ла белмәнем.
- Хәсән...
- Юҡ, өндәшмә, юғиһә тағы әйтә алмаҫмын... – Хәсән тағы ҡатынына ҡарап, көлөмһөрәп ҡуйҙы, - беләһең бит, ағайым һуңғы көнөндә һеҙгә йөрөп килергә ҡушты ла янында мине генә ҡалдырҙы. Һеҙ сыҡҡас:
- Хәсән, әйтер һүҙҙәрем өсөн ғәйепләмә, бер серемде үҙем менән алып китәһем килмәй, - ағайым ауыр итеп көрһөндө лә түшәмгә төбәлеп тынып ҡалды.
- Һөйлә, ағай.
Ағайым ауыр итеп көрһөндө лә бына ниҙәр һөйләне:
- Һиҙгәнһегеҙҙер, мин еңгәгеҙҙе ярата алманым, сөнки минең йөрәгем ҙур йәшерен һөйөү менән яна ине... Гүзәлебеҙ тыуғас, тынысланырмын тип уйланым, булманы, сөнки уны күреүем була- кире ҡабынам... ә уны һәр саҡ күрергә тура килә... Күсеп китергә лә уйланым, тик көсөм етмәне, уны күрер өсөн генә кире әйләнеп ҡайтырмын төҫлө тойолдо...
Минең күҙ алдынан тиҙ генә үҙебеҙ тирәһендәге ҡыҙҙар, ҡатындар үтте.
- Шул ҡыҙ ғына еткәндер инде башыңа, кем һуң ул?
- Юҡ, ул бит үҙе был хаҡта бер ни ҙә белмәне... ул бит... ул бит... Нурия килен ине...
Башҡа күҫәк менән тондорҙомо ни!? Мин һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
- Ә-ә-ә?????
- Һин - ағайым ым менән генә ултырырға ишараланы ла һүҙен дауам итте, - киленде алып ҡайтҡаны бирле миңә тынғылыҡ бөттө... - һөйләүе ауыр ине ағайыма, тик ул. Һыҙланыуҙарын еңеп, һүҙен дауам итте, - килен, бәлки, мине егәрле, уңған, тип тә уйлағандыр, ә мин һеҙгә уны күрер өсөн генә бара инем... Онотормон, тип кенә уйлап, өйләнеп ҡуйҙым, булманы... Төндә төшөмдә, көндөҙ уйымда булды ул. Хата аҙым яһап ҡуймайым, тип эсһәм дә иҫермәҫкә, йоҡлағанда ла һаҡ йоҡларға тырыша инем... Ҡустым, юҡ, мин һинең бәхетеңдән көнләшмәнем, мин бары киленде ярата инем...
Ағайым арыны, күҙҙөрен йомоп, бер аҙ тын ҡалды, ә мин күптән шаңҡыған инем инде, ишеткәндәремде нисек итеп башҡа һыйҙырайым икән? - тип аптыранып ултыра инем.
- Авария алдынан да төшөмдә уны күрҙем...- ағайым һүҙен дауам итте, - Ап-аҡ күлдәктә... Эй минән ҡаса икән, мин тота алмайым икән, тип... Тота алмай абынып ҡолап киттем... Шыбыр тиргә батып уянып киттем дә шул ярһыулыҡ менән машинаға ултырып сығып киттем... Күҙ алдымда аҡ күлдәкле Нурия килен генә... Боролоштан автобус килеп сыҡҡанын яҙа-йоҙа ғына аңғарып ҡалдым - һуң ине инде... әлдә әле үҙем генә... юғиһә бигерәк ауыр булыр ине... Минең бер насар уйым да булманы. Яратыу ғәйеп түгелдер, моғайын... үпкәләмә, ҡустым... Киленгә әйтәһең килһә, үҙең әйтерһең, әйтәһең килмәһә- юҡ... Ә еңгәңде...бәхетле итә алманым мин уны... ярҙам итеп тороғоҙ уға, - ағайым саҡ һөйләй ине инде, - килендең ҡәҙерен бел, ундайҙар һирәк була... Бәхил бул,.. – тине лә күҙҙәрен йомдо...
Бына шулай,Нурия. Һеҙ килгәндә ағайым яҡты донъя менән бәхилләшкән ине инде... Ике ай һиңә әйтмәнем, үҙем дә һиҙмәҫтән һине күҙәтә башлай инем. Мин, һармаҡ, әллә ысынлап та араларында бер-бер нәмә булдымы икән? - тип тә уйлап ҡуйғылай инем. Ағайымдың эскерһеҙлеген белгәнгә, бәләкәйҙән уға һыйынып үҫкәнгә микән, уның һөйләгәндәрен ҡабул итә алмай ыҙаланым. Нисек бер нәмә лә һиҙҙермәне икән,- тип аптыраным.
- Йә, әйтәм, һөйләшмәҫ булып киттең, ә мин, ҡайғыһынандыр, тигән булам, ,,ҡыҫыр көйөгөң бар икән дә. Ҡайнағаны мин бик ихтирам иттем, ауыр тупрағы еңел булһын. Ул һиңә ни һөйләгәндер- уныһы мөһим түгел, мәрхүмдәрҙе тик яҡшы яҡтан ғына хәтергә алыр кәрәк, ҡайнаға былай ҙа яҡшы кеше булды.
Нурия, бөгөн еңгәһен күргәс ошо һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Көн артынан көн үтте. Нурия үҙенең һиҙемләүе дөрөҫмө икәнлеген белеү өсөн, поликлиникаға барып ҡайтты. Бөтәһе лә дөрөҫ – ул ауырлы ине. Табам, тип уйланы ул, тик иренә нисек аңлатырға? Әмәлгә ҡалғандай һүҙҙе тағы ла ире үҙе башланы:
- Кәләш, - тине ул, ҡатынын иркәләп, - һин мине ғәфү ит, яңылышҡанмын мин, әйҙә бер-ике бәләкәс ал әле һин, үҙебеҙ олоғайып китмәҫ элек.
- Мин һиңә нисек әйтергә белмәйерәк тора инем, - тине, ҡатын ай кеүек балҡып, иренә һыйынды, - нигеҙ һалынған, атаһы.
Ошо көндән һуң Хәсән бөтөнләй үҙгәрҙе. Бөтә эште үҙе башҡарырға тырышты ул. Нурия, ысынлап та бик ауыр йөрөнө һәм иренә бына тигән игеҙ малайҙар табып бирҙе. Түбәһе күккә тейгән Хәсән бер малайына Әбүзәр, икенсеһенә Илгизәр тип исем ҡуштырҙы. Бер тигән йорт бөтөрөп инделәр, машина алып ебәрҙеләр. Мәктәптә лә эштәре һәйбәт бара ине. Уҡытыусылар араһында ла, ата-әсәләр араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған Хәсәнде директор итеп үрләттеләр.
Тормоштары ал да гөл ине...
Зәйтүнә Айытбаева- Сафиуллина.