-3 °С
Болотло
Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта “Аҡбуҙат” балалар журналында эшләп йөрөүсе Айгөл Илгиз ҡыҙы Ғәбитова (Йәмилева) "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына бағышланған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсында "Сынаяҡтағы донъя" повесы менән еңеүсе булды. Айгөл Илгиз ҡыҙын ижади уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уҡымлы әҫәрҙәр, фәһемле шиғырҙар көтөп ҡалабыҙ. Ижадың илһамлы булһын, Бөрйән ҡыҙы!