Еҙнә-еҙнәкәй
Хикәйә
...Телефон көтмәгәндә шылтыраны. Төнгө өсөнсө яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйсә, һәрмәп табып ҡыҙыл төймәгә баҫтым да, телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы тауыш бирҙе.
- Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?! - өндәшмәйҙәр. Яуап биреүсе булмағас, ҡыҙа башланым:
- Алло, тим! Нишләп өндәшмәйһегеҙ ул? - Инде был телһеҙ телефонды йыраҡҡараҡ атайым тип йыйынғанда, теге оста мышнау ишетеп һағайып ҡалдым.
- Һы...Һы- лыу...Ней...
- Уффф..! Һинме ни ул, апай? Тағы ни булды инде?- апайыма һүҙ ҡыҫтырырға бирмәй, енләнеүемде беләм.
Ул бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң тағы шул бер һүҙен ҡабатлай:
- Ней...
Төнгө шылтыратыуҙарҙың яҡшыға булмаҫы саҡ башыма барып еткән мин, юрғанымды атып бәреп тороп уҡ ултырам:
- Әсәйме? Атаймы? Ҡайһыһы? Әйтә һал! - Башыма килгән иң тәүге уй шул, сөнки бөтә ҡурҡыу-борсоуҙарым оло йәштәге әсәй менән атай өсөн.
- Еҙ...Еҙ-нәң...китте бит...- Иламһырап әйткән был һүҙенән еңел һулап ҡуям, ә асыуым, киреһенсә, көсәйә генә:
- Уф! Ап-пай! Ныу ялҡыттың шул нәмәң менән! Китһә, ҡайтыр! - Телефонды шап итеп һүндереп диван аҫтына уҡ быраҡтырам,
- Йоҡоно бүлеп! Тәүге китеүе тиерһең?!
Һөйләнә – һуҡрана иҙәнгә атып бәргән юрғанымды һөйрәп алып ябынам да йоҡларға ятам. Иртәгә эштә ауыр көн көтә, тикшереү килергә тейеш. Ә был юҡ менән башты әйләндерә. Төн тип тормай!
Иртән телефонды тоҡанмаған көйөнсә генә сумкама ырғытам да, эшкә йүгерәм. Апайыма булған асыуым һаман үтеп бөтмәгән әле, йоҡо ла туймаған. Эш бүлмәмә инеп тә өлгөрмәҫтән бер ҡосаҡ документ килтереп тотторалар ҙа, көн аҙағынаса һуҙыласаҡ йүгереш башланып та китә...
Ҡайтырға сәғәт самаһы ҡала теге телефон иҫкә төшөп, ҡабыҙа һалам. – Йә, Хоҙа! Илле алты шылтыратыу?! Нәҫелебеҙҙә нисә зат бар – һәммәһе шылтыратып сыҡҡан әллә? Хәйер, быға артыҡ иҫем китмәй, сөнки апайымдың ғәҙәтен белеп бөткәнмен, еҙнәнең сығып киткән сәғәте-минутында тотош нәҫелде ҡаҡшатырға тотона ул. Мыжый, илай, зарлана, үҙен йәлләтергә тырыша. Әле лә шул тотош ырыуҙан зар тыңламаған мин генә ҡалғас, күмәкләшеп тотонғандар, күрәһең.
- Зың – зың! Зың – зың!.. – Өнһөҙ ятҡан телефон тағы телгә килде. – Быныһы кеме тағы? Әсәй икән. Алмай булмай.
- Эйе, әсәй. Тыңлайым.
Ул ҡайҙалыр ашығып китеп бара, күрәһең, хәбәрен йыш-йыш тын алып, тотлоға-тотлоға һөйләй:
- Не...ней бит, балам...Әй...Һаумы…Иҫәнләшергә лә онотоп торамсы...
Мин һүҙҙе ҡыҫҡа тотам:
- Эйе. Һаумы. Йә, нейләмәй генә, әсәй, яраймы? Ваҡытым юҡ. Һөйләй һал!
- Еҙҙ-нәәәң...- Был һүҙҙе ишетеү менән тәнемдең һәр күҙәнәге тартышырға тотона.
– Үәт аптыраттығыҙ шуның менән, ә?!
- Улай тимә, балам. Еҙ...еҙ-нәң кит-те бит...- Әсәйҙең теге остағы тауышы өҙөлөп-йолҡоноп ҡына сыға ла, бөтөнләй тынып ҡала.
- Китһә һуң, әсәй! Тәүгә түгел бит инде сығып китеүе. Йөрөр йөрөр ҙә ҡайтыр. – Мин ҡыҙғандан-ҡыҙам. Тик күрше бүлмәләге хеҙмәттәштәремде иҫкә төшөрөп, үҙемде йәһәт кенә ҡулға алам: - Ҡайтыр, әсәй, хафаланмағыҙ.
- Ҡайтмаҫ шу-ул. Үлгән бит...
Әсәйҙең был һүҙҙәренән һуң минең өҫтөмә ниҙер ишелеп төшкәндәй була, быуындарым ҡалтырауын тойоп, һәрмәп сығарып, өҫтәл янындағы ултырғысҡа сүгәм.
– Ни...нисек инде...үлгән? - Һуңғы һүҙҙе әллә ҡайҙан төптән саҡ һөйрәп сығарам. – Әс-сәй! Ни-сек?!
- Нисек тип ни. Башҡалар нисек үлә һуң...Ул да шулай үлгән дә ҡуйған инде...
Минең өсөн бөтә нәмә тотошлайы менән икенсе үлсәмгә күсә. Алдымда өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар, сабышып йөрөгән хеҙмәттәштәрем, бер туҡтауһыҙ зыңғырлап ултырған телефон – бер ни кәрәк түгел. Әсәйемдең «үлгән бит» тигән һүҙенән бығаса еҙнәм менән икебеҙҙе айырып торған ҡоршау шауҙырлап ҡойолоп төшә...
Өйгә ҡайтышлай, юл ыңғай күҙгә салынған магазиндарға инеп-сығып хәйерлек, күстәнәс-маҙар йыям, аҡса ваҡлатам. Һәр ҡайһыһында, минең ҡайғымда уларҙың эше бармы-юҡмы, бер хәбәрҙе һөйләйем:
- Еҙнәм үлгән тейсе...
Быларҙы әйткәндә, үҙем дә һиҙмәҫтән, шаңғып киткәнемде тоям. Әллә нишләнем дә ҡуйҙымсы. Яратмай инем дә һуң үҙен, әле килеп йөрәгем ҡалтырап, күҙгә йәш эркелеп бер була. Осраған бер танышыма был хәбәрҙе әйтеп уҙһам да, мәйетен күрмәйсә уның юҡлығына барыбер үҙемде ышандыра алмайым. Был хәл аңыма барып етһә лә, күңелдәге йәшерен бер өмөт сатҡыһы баш ҡалҡыта биреп ҡуя.
Өйгә ҡайтып ингәс тә, ашау-эсеү ҡайғыһы юҡ, диванға барып ауам. Күҙ алдымдан кинолағы шикелле булып еҙнәмә бәйле күренештәр үтә. Бына уның урам буйлап ат өҫтөндә ҡайтып килеүе, ҡолас ташлап бесән сабыуы, утын ярыуы, таҡта йышыуы, бәләкәсерәк сағымда тубығына ултыртып мине һикертеүе, күтәреп алып күккә сөйөүе...
Үҙемә бәйле мәлдәрҙе иҫләгәс бөтөнләй йомшап китәм, йөрәк ҡалтырауын туҡтатып алырмын тимә. Шул саҡ телефон шылтырай. Апайым икән.
- Һылыу...- Ҡурҡыңҡырап, ҡыйыуһыҙ ғына өндәшә, - ҡайтаһыңдыр ул?
- Ҡайтам, апай. Бер сәғәттән автобус, - әй уңайһыҙ үҙемә, төндә енләнеп апайымды тыңлап та тормағаныма үкенәм. Йоҡо ҡала, тип. Йоҡламаған йоҡомо? «Алйот! Бисура!» Эстән үҙемде һүгәм.
- Әллә илайһың инде? – Апайым һиҙмәй буламы һуң…
Мин мах бирмәҫкә тырышам:
- Юҡсы, тамаҡ әсетеп тора. Ауырытырға уйлай, ахыры.- Еҙнәһен яратмаһа ла, хәҙер илап ултыра әле, тимәһен.
- Уй, Алла! Нығыраҡ кейенеп ҡайт инде, быйма кей, өшөп ҡуйма,- апай апай инде, әсәйҙәрсә ҡайғыртып маташа,- юлдан килгәнсе байтаҡ бит әле. Ҡаршы сығып алыр ине лә...Еҙнәң булһа...
Сумкамды һөйрәп сығып барғанда, подъезд ишегендә күршем тап булды. Миндәге үҙгәреште һиҙепме, төпсөргә кереште:
- Йөҙөң ҡасҡан. Ни булды? Былай йөкмәнеп ҡайҙа йыйындың ул кискә ҡарай?
Уға ла шул бер хәбәрҙе ҡабатлайым:
- Еҙнәм үлгән дә ҡуйғансы...
Уның был һүҙгә артыҡ иҫе китмәй. Кит, улай уҡ бөтөрөнмә, күршекәйем, еҙнәнең туғанлығы ла, кәзәнең маллығы, тип тороп ҡала. Янынан өндәшмәй уҙам.
- Миңә лә шулай һымаҡ ине лә...- быларын үҙем ишетерлек итеп кенә бышылдайым, - улай түгел икән шул...
…Ауылға илткән юлдан ауыр сумкамды һөйрәп атлағанда, еҙнәмдең ысынлап та юҡлығына ышана биреп ҡуям. Әгәр ул булһа, ошолайтып ыҙаланып йөрөр инемме һуң? Санаһына күпертеп бесән түшәп, быйма-толоптарын һалып аҙ ташыманы ул мине был юлдан. Машина алғас, тимер атын туҡтауһыҙ йылытып, бер сәғәт алдан төшөп көтөп ултырыр ине бахырым... Әле килеп шуны аңлап ҡалам: үҙе иҫән саҡта мин быларҙы еҙнәмдән күргән изгелек итеп түгел, ә мотлаҡ шулай булырға тейеш хәл итеп ҡабул итеп йөрөгәнмен икән бит... Уйҙарымдан уйылып китерҙәй булып ҡышҡы юлдан атлайым. Йәйәү барып бер ҙә генә ыратып булмай, туҡтап-туҡтап ял итәм. Шул ыңғайҙа, ауыл яғына ҡайырылам - анау тауҙар артынан елдертеп кенә еҙнәм килеп сығыр төҫлө. Юҡ шул. «Ысынлап та үлдеме икән ни? “
Унан тағы хәтирәләрем уға барып тоташа. Беренсе тапҡыр еҙнәм менән танышыу мәлен иҫләп, моңһоу ғына бер рәхәтлек кисерәм. Апайымды әйттерергә килгәнендә, ишек ярығынан ҡасып ҡына ҡарап торһам, ҡулын һуҙып миңә ҡарай килә был:
- Мин һинең еҙнәйең булам.
- Булмайһың! –тим. Был аптырауҙан тирә-яғында торғандарға, унан йәнә миңә тексәйә:
- Нишәп, балдыҙ?
- Хушбуй бирмәнең дә инде! Шулай булғас, мин һине...бабай тип йөрөтәм...- ул шаҡ ҡатып күҙҙәрен сырт-сырт йомоп миңә ҡарай. – Эйе, - тип этләшә бирәм, беҙҙә вис шулайталар ул, хушбуй алмайынса берәүҙе лә еҙнә тип йөрөтмәйҙәр.- Әпкилдеңме һуң? - Танауымды сөйөп быға аҡаям. Ә үҙемдең шул хушбуйҙы борҡотоп әхирәттәрем янына сығып әйләнгем килә. Үәт көнләшерҙәр ине теге бисуралар! Шул көнләшеүҙәренән шартлап уҡ бөтөрҙәр ине үҙҙәре!
- Ай әттәгенәһе, алып килгәндәрен апайҙарыңа таратып бөткәйнем бит әле, тип ыуалана был,- бәләкәсерәк булғас, һиңә тигән бүләк тә икенсерәк ине шул, балдыҙ. Әпирермен инде әләйһә...
Тамам йәнде көйҙөрҙө был нәмә. Бәләкәсерәк, имеш! Йүнле бүләк тә алып килмәгән, ишшыу хәҙер бер бөртөк кенә апайымды алып китергә йыйына тип ҡайғыға сумам. Ултыра торғас бер этлек уйлап таптым. Мәжлестең ҡыҙған ғына мәлендә тышҡа сыҡтым да бының туфлиҙәрен алып солан башына ырғытайым тигәйнем, асыуымдан нығыраҡ һелтәнеп ташлағанмын, ахыры, һыңары мөрйәгә тығылды ла торҙо. Ҡурҡышымдан өй әйләнеп сабам. Исмаһам, ағайҙарым сығып әйләнмәй, менеп алырҙар ине. Ҡарышҡандай, береһе юҡ.
Бер ваҡыт өй эсендәгеләр ишекте киреп асып ебәрҙеләр ҙә сыр-сыу килешеп тышҡа атылдылар. Әсәй йүгереп йөрөп таҫтамал һелтәп төтөн ҡыуа. Минең ҡот осто! Ҡурҡыштан торҙом да йүгерҙем тыҡрыҡ аша шишмә буйына. Ултырам шундағы бүрәнә өҫтөндә һерәйеп. Әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыуҙан дер ҡалтырайым. Ике уйымдың береһе шул: «Хәҙер еҙнәм үлтерә!»
Ни эшләргә белмәй аңшайып ултырғанда ҡараһам, яр башынан берәү төшөп килә. Күҙҙәремде ҙур асып тегегә тексәйә торғас, танып ҡалдым: «Еҙнәм дәһә!» Аяҡ аҫтында ятҡан елле генә күҫәкте тотоп алып тегегә ҡаршы баҫам:
- Тейеп кенә ҡара!
Ул минең был һүҙемдән һыны ҡатып көлә. Был асыуланмағас, мин дә йомшай төшәм. Ҡушылып көлөргә лә уйлап ҡуям, тик әлеге асыу ныҡ тота, ебәрмәй.
- Мин балдыҙымды эҙләп ауылды әйләндем, ә ул шишмә буйында ғына ултырған икән...- Өҫтөндәге кәстүмен сисеп иңдәремә һалғас, арҡамдан һөйөп ҡуйҙы. Уның шул ҡулдарының йылыһын әле лә тойоп киткәндәй булам. Етәгенә алып, урам буйлап барғанда устарының ҡайнарлығынан иреп төшөрҙәй булып йәнәшәһенән атлайым. Еҙнә тигән нәмә ошолай йылы ғына була икән, тип уйлап барам үҙем. Шунда үҙен ярата башларға ла уйлап ҡуям, тик һаман үсләшкем килеп, яныма “тиҫкәре кәзәмде” саҡырып килтерәм.Үҙем, күҙ сите менән генә уның баҫҡан һайын ҡаптыр-ҡоптор килгән кәлүшенә ҡарап:
- Ә бындай кәлүште беҙҙә бабайҙар ғына кейә ул, - тип әйтеп һалам.
Еҙнәм эйелеңкерәй биреп ҡолағыма бышылдай:
- Матур түфлием эшлектән сыҡҡан шу-у-л, балдыҙ...
Байтаҡ ҙур ғына эш боҙоуымды аңлап, башымды һәлендереп кенә атлайым. Ә ул артыҡ иҫе китмәй генә әйтеп ҡуя:
- Әй ярай, эшләй башлағас, балдыҙым унан да матурырағын апҡайтып бирә ул, ивет?
Ризалығымды белдереп, һәленгән башты ҡағам. Ә үҙем эстән генә, оһ-һоо, әле мин эшләй башлағансы, тип иҫем китә, байтаҡ йөрөйһөң икән әле был ат башындай кәлүштәреңде һөйрәп...
...Шулай ҙа алып ҡайтып кейҙерҙем мин еҙнәмә ул туфлиҙарҙы. Яратып, һаҡлап ҡына кейҙе. Шилма, ҡайтҡаным һайын шаяртып, күҙ ҡыҫып ултырыр ине үҙе:
- Йәшереп кенә тотам быларҙы. Балдыҙ ҡайтып солан башына атмаһын тип ҡурҡып...
Этлеге лә күп булды инде үҙенең. Артымдан тағылып йөрөп йөҙәтте. Уйындың иң ҡыҙыу мәлендә клубтан килеп алып ҡайтып китһенме, йәштәр менән йыйылышҡан аулаҡ өйҙән эҙләп тапһынмы, егеттәрҙән ҡамалап йонсотһонмо, беҙ урам әйләнеп килгәнсе, йөрөгән егетемдең атын туғарып, урынына һыйыр егеп ҡуйыуы ҡалманы. Күрһәтте инде ул еҙнә күрмәгәнде. Бүтән балдыҙҙарын бар тип тә белмәне, ҡаныҡҡас миңә ҡаныҡты.
Һуңынан үҙе, мин яңғыҙлап оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағас, әйләнгән һайын тыҡыған булды:
- Кейәүгә сығыр кәрәк, балдыҙ!
Үҙен яратмағас, әйткән һәр бер һүҙе һарыуымды ҡайната, яйы сыҡҡан һайын этләшкем килеп тик тора:
- Егетемде ҡыуалап ебәрҙең бит, кемгә сығайым һуң хәҙер?
Мин әйткәндәрҙән уйға ҡалып, байтаҡ ултыра торғас, бошоноп ҡына әйтеп ҡуя:
- Үтә шыйыҡ күренде ул егет. Һиңә пар булмаҫ, тинем.
Йылдар үтеү менән, мине яңғыҙлыҡҡа дусар итеп, үҙ ғүмеремә етерлек хәсрәт һалғаны өсөн еҙнәмә булған үпкәм көсәйә генә барасаҡ. Күпме генә тырышһам да, үҙемдә уның был ҡылығын аңларлыҡ һәм ғәфү итерлек көс таба алмаясаҡмын.
Әле иһә уйҙарымды үткән заман менән бәйләп барыуымдан һиҫкәнеп китәм: «Тәки үлдеме икән ни еҙнәм?»
Уйланып барып, яныма килеп туҡтаған машинаны ла абайламағанмын.
- Байрастарға бараһыңдыр, һеңлекәш? Әйҙә, ултыр.
Эйе, тигәнде аңлатып, баш ҡағам.
– Тик еҙнәм юҡ тей шул инде, - эскә инеп ултырыр-ултырмаҫтан шул һүҙҙе әйтәм. Әлеге мәлдәге иң тәрән һәм тетрәндергес ҡайғымды кем менәндер бүлешкем килә. Кем менәндер еҙнәмде иҫләгем, уның хаҡында бығаса үҙем ишетмәгән һәм белмәгәндәремде ишеткем, тыңлағым һәм ҡысҡырып илағым килә. Рулдәге ағай ауыр көрһөнөп ала:
- Шулааай…Өс көнлөк донъя был...Бөгөн бар унда кеше, иртәгә юҡ. Мәңгелеккә килгән кеүек донъя ҡыуа ла, бер генә көн дә йәшәмәгән кеүек, китеп тә бара инде. Үкенесле был донъя...Һай, үкенесле! - ултыртып алғаны бирле, хәбәрен көҙгөһөнә йыш-йыш ҡараш ташлап һөйләй, - шуныһына аптырарһың, һеңлекәш, ти, анауындай ыздарауай, дәртле кеше лә үлеп ятһын, имеш. Байрасты әйтәмсе. Ышанырлыҡ та хәл түгел бит!
...Ихатала аяҡ төртөр урын юҡ. Ҡап-ҡара булып өйөлөшөп торған кешеләрҙе йырып йортҡа табан атлайым. Ҡулымдағы сумканы шул ыңғайҙа кемдер һыпырып алып ҡала. Шунда теҙелешеп торғандарҙың сәйер ҡараштарын абайлап уҙам:
- Ҡайтты бит тәки.
- Ҡайтмаҫтыр ҙа тигәйнем мин аны!
- Еҙнәһе бит, ҡалай булһа ла...Нисек ҡайтмаһын?!
Быларҙың барыһы ла үҙем хаҡында әйтелгәнен самалаһам да, кем ауыҙынан сыҡҡанына артыҡ иҫем китмәй. Кеҫәмдәге яулыҡты сығарып соланда уҡ ябынып алғас, төпкә үтәм.
...Еҙнәмдең мәйетен күргәс, донъя түңкәрелеп төшкәндәй була. Түрҙә һыҡтап ултырған апайымды, унан ситтәрәк баҫып торған биш ҡустымды шәйләп алам. Ҡаҙ бәпкәләре ише теҙелеп, бер-береһенә һыйынышып ҡына торған булалар туғанҡайҙарым. Ғәзиз кешеләрен юғалтыуҙандыр, яурындары төшөп, кәүҙәләре бәләкәсәйеп ҡалғандай тойола. Атайһыҙлыҡ шулай бөгәлер әҙәм балаһын…
…Төн буйына керпек тә ҡаҡмай еҙнәмдең баш осонда ултырып сыҡтым. Бүтәндәр сиратлап булһа ла серем итеп алды, мин иһә, ошо еҙнәйле сағымды оҙайтырға тырышыпмы, керпек тә ҡаҡмай, таңды аттырҙым.
Зыяратҡа алып китер алдынан, мәйетте ихатаға сығарып һалғас, мулла өйөлөшөп торғандарға мөрәжәғәт итте:
- Донъялыҡта саҡта ниндәй булды был кеше?
- Яҡшы булды!
- Һәйбәт ине Байрас.
- Ярҙамсыл булды ул бахырың...Ныҡ ярҙамсыл булды...
Бына бит, тип уйлайым мин, кешеләрҙең ике йөҙлөлөгөн хатта ошонда ла күрергә була икән...Тере сағында еҙнәмде әҙәмгә һанамағандар барыһынан да нығыраҡ ҡысҡыра түгелме? Уның артында юҡ-бар һөйләп йөрөгәндәр ҙә яҡшы булды, үтә һәйбәт булды, тип яр һала. Ә нишләп, исмаһам, берәүҙең ауыҙынан, йөрөмтәл ине Байрас, ай-һай йөрөмтәл булды, тигән һүҙ сыҡманы? Тере сағында, ауылдың эте-бете мөйөш һайын еҙнәмде «сәйнәне», үҙенә исеме менән өндәшһәләр ҙә, ул юҡта, «теге йөрөмтәл» тип кенә ебәргән булдылар. Һуңғы юлға оҙатҡандарҙы насар һүҙ менән иҫкә алмағандарын аңлар дәрәжәлә булһам да йөрәгемде тырнаған әрнеүгә сыҙай алмай, өнһөҙ хәсрәт кисерәм...
...Еҙнәмде оҙатып, килгән кешеләр таралышып бөткәс, өй бушап ҡалды. Апай янында ул аҙыраҡ тынысланып, үҙенә килгәнсе тип торорға булдым. Бығаса нур уйнап торған өйҙәре нисектер ҡараңғыланып, ҡотһоҙланып ҡалғандай тойолдо. Бар әйбер үҙ урынында, еҙнә донъяһын күтәреп китмәне лә һә! Ә шулай ҙа бығаса уйнаған нур юғалды. Уйлай торғас, шуны аңлап ҡалам: ул үҙе ошо нигеҙҙең ҡото, йәме булған бит. Булмышы менән бар донъяны балҡытып тотҡан кеше булған икән минең еҙнәм...
- Теге ҡайтҡанымда ғына һин дә мин ине бит, апай? – мейес алдында өнһөҙ генә эш менән булышҡан апайыма өндәшәм, - ни булды икән һуң?
- Хоҙай белә... - Ошоноң ҡоролоғо йәнемә тейә, ауыҙынан һәр һүҙен һығып ҡына сығара инде был апай.
- Йөрәге бөткән, ти бит. Йөрәк туҙған...- ул тағы телефон аша әйткәндәрен ҡабатлай.
- Мин ҡайтҡанда, тим, йүгереп йөрөп мунса яҡты бит әле, сирләгән кеүек тә түгел ине үҙе, - ай самаһы элек уларҙа ҡунаҡта булғанды иҫләп һөйләйем. Шунда ысынлап та, егеттәргә генә хас айырым бер дәрт менән йөрөгәйне ул.
- Мунса...Ана шул мунса...Әле лә өс көн рәттән яғып инде шул мунсаһын. Ғүмер ҡыланмағанды. Өс көн бит ул! Тота ла яға, тота ла яға,- танауын мыш-мыш тартып, минең яҡҡа ҡарамай ғына, апайым асылып китмәксе итә, - тап-таҙа, бер гонаһһыҙ булып китте еҙнәң тегендә...
- ?..
- Яҡҡан һайын, мунса инеп алам да китәм, тине. Китәм, тине лә ҡысҡырҙы. Китәм, тине лә. Ана, бөтөнләйгә китеп барҙы инде...
- Һаман «теге»һенә китәм тинеме ни бахыр?..- үҙ алдыма ғына әйткән был һүҙҙән апайымдың ҡулынан болғауысы төшөп китә.
- Кемеһенә ул тағы?
Бығаса уны йомоҡай тип әрләһәм, әле килеп үҙемдең шаран-яранлығыма иҫһеҙ булып ултырам. Ауыҙыңды самалап асмаһаң, бәлә килерен көт тә тор икән ул!
- Берәй нәмәһен белеп йөрөнөңмө әллә һин? – һәйкәл ише ҡатып, миңә тексәйгән апайыма ни әйтергә белмәй йөҙәйем. - Йә, хәҙер әйтһәң дә була инде. Ҡурҡма. Еҙнәң юҡ.
Нисәмә йылдар буйы үҙемдә йәшереп тотҡан серҙе, ул юҡ тип кенә сисеп, апайымды борсоғом да, еҙнәм рухына хыянат иткем дә килмәй. Булған – булған, төҫө уңған бит инде...
- Мин ҡайҙан беләйем? – артыҡ һорауҙар ишетеүҙән ҡурҡып, урынымдан тороп уҡ китәм.
- Белмәҫһең һин! - Нимуй тиһәм дә, бер йырылһа йырыла икән был да. Шаҡ ҡатып ҡарап торам.
- Етте, тим, апай! Һөйләмәйек! Еҙнәм юҡ бит инде!
Уның юҡлығы аңыбыҙға әле генә барып еткәндәй, икебеҙ ҙә тынып ҡалабыҙ. Мин, һынсыл ҡарашты күтәрә алмай, төпкө яҡҡа инеп китәм дә, түрҙә эленеп торған еҙнәмдең хәрби кейеменә барып төртөләм. Түше тулы миҙалдар ҡаҙалған кейемде һыйпайым. Унан еҙнәм еҫе, еҙнәм йылыһы килеп киткәндәй була. Ҡәһәрле Афған һуғышында күпме михнәттәр күреп, дошман пуляһынан иҫән ҡалған кеше, ошо ожмах кеүек ерҙә, иллегә лә етмәй үлеп ятһын инде?! Ышанырлыҡ та түгел бит! Шул ыңғайҙа уның стенала торған фотоларын ҡарап уҙам. Бынауында бөтөнләй йәш кенә егет ваҡыты, матайына атланып төшкән. Апайым менән сыуалған сағылыр. Фотоның артын әйләндереп ҡарайым. Әй, юҡ икән. Бында «теге»һе менән дәртләнгән мәлелер, әрмеһенә саҡлы төшкән дә инде. Беҙҙекенә бит хеҙмәттән ҡайтҡас та өйләнде лә ҡуйҙы. Кешесә йөрөп тә торманылар шикелле. Әллә үҙен көтмәй кейәүгә киткән ҡыҙына үс итте, белмәҫһең. Үҙе тағы ғүмере буйы шул тип зарыҡты... Кәртешкәләр ҡарап йөрөгән ерҙән ҡайырылып, алғы яҡҡа күҙ ташлайым, уйҙарым «теге»гә барып еткәс, уңайһыҙланып китәм, апайым стена аша минең бөтә уйҙарымды уҡып торалыр кеүек. Шунда «теге»гә бәйле бер хәл иҫемә төшә.
...Эңер төшкәс, һыйыр эҙләп туғайға сығып барһам, юл буйындағы ҡыуаҡлыҡта кемдәрҙер һөйләшә. Ҡолаҡтарымды ҡарпайтып, һағая төшәм. Яҙа-йоҙа ишетелгән хәбәрҙән таныш тауышты эләктереп алам. Бәс! Еҙнәмдең тауышы лаһа был! Ә икенсеһе кем? Танып булмай. Ипләп кенә барып, муйыл артына боҫам. Тын да алырға онотоп, тегеләрҙең хәбәрен тыңлайым.
- Онота алмайым һине...
- Мин дә, Байрас.
- Барыбер китәм мин Ғәлиәнән, күр ҙә тор, бына! – Еҙнәнең тауышы быныһы. Кеше ишетер тип тә ҡурҡмай, айырым-асыҡ һөйләй. Мин шыпырт ҡына баҫып, яҡыныраҡ ағас төбөнә шылам. Икенсеһен танымай ҡалыуҙан ҡурҡам.
- Улай тимә, Байрас. Балаларың бар бит.
Әһә, тип уйлайым мин, теге өс малайҙы әйтә был. Бар шул, өс ҡустым бар минең, тип маһаям. Ул саҡта ике игеҙәге юҡ ине әле.
- Балалар ни...Үҫерҙәр әле. Ә һинһеҙ йәшәй алмайым. Аңлайһыңмы, матурым?..
Матурымдан һалдырып ултырғансы исемен әйтһә тип, ҡолағымды тауыш килгән яҡҡа тағы ла нығыраҡ бора бирәм.
- Юҡ, Байрас. Яҙмышыбыҙ шулдыр. Күнәйек.
“Һөйләшеүенә ҡарағанда, аҡыллы ғына күренә был апай. Улай тиһәң, ни ҡарап еҙнә менән бынау ҡыуаҡ төбөндә ултыра икән? Төн етеп килгәндә...”
- Йә, ярай, Байрас, ҡайтайым. Юғалтҡандарҙыр...
- Яратам һине! Ишетәһеңме? - еҙнәнең сөсөләнеп ултырыуына асыуым ҡабара. «Ярата имеш...Ә апайым?»
Былар етәкләшеп алдылар ҙа, йылға буйына төшөп киттеләр. Ай яҡтыһында теге апайҙың биленән түбән төшөп торған толомон ғына шәйләп ҡалдым. Һуңынан иһә шул толомдоң эйәһен эҙләп ауыл урамдарын әҙ ҡыҙырманым үҙем...
- Һыйырың бер ҡайҙа ла юҡ, - тинем апайыма, - эҙләмәгән ерем ҡалманы. Эт булдым. Ә еҙнәм ҡайҙа ул?
- Ул да шул мөстәнде эҙләп сығып киткәйне. Оҙаҡланысы...
Был ваҡиғанан һуң еҙнәмде күрә алмаҫ булдым. Етмәһә, гел үҙемдең ярамаған эштең шаһиты икәнлегемде белдергем килеп телем ҡысып йонсота. Ауыҙымды асам да кире ябам, асам да...Оҙаҡ ҡына түҙеп йөрөһәм дә, тамам асыуымды килтергән бер көндө ул тел тәки теш араһынан сығып сапты. Артымдан йөрөгән егет менән ҡапҡа тышында ҡосаҡлашып тора инек, башың йәш әле һинең егеттәр менән ҡосаҡлашып торорға тип әрләп алып кереп китте. Ғәрлеге ни тора!
Шунда тоттом да әйттем:
- Ә мин һинең үбешеп торғаныңды күрҙем! Белмәй тигәйнеңме әллә?
Еҙнәм ҙур усын ауыҙыма баҫты:
- Апайың ишетеп ҡалһын тағы!
- Ә-ә-ә! Ҡурҡаһыңмы? Ҡурҡаҡ! – үҙем ҡасып барған ыңғайҙа, телемде сығарып, тегене ирештерәм.
- Апайыма әйтәм!
Шул көндән алып еҙнәм алдымда өлтөрәй башланы: бер алдыма, бер артыма сыға, әйләнгән һайын башымдан һыйпамаҡсы йә арҡамдан һөймәксе була. Магазинға барғаны һайын бүләккә матур сәс ҡыҫтырғысы йә нәскиҙәр алып ҡайта. Йо-оҡ! Һыйпатмайым да, һөйҙөртмәйем дә, ә алып ҡайтҡан нәмәкәйҙәрен вис кире үҙенә бәрәм. Кәрәкмәй!
Тора-бара был ваҡиға онотолһа ла уның урынына яңылары өҫтәлә торҙо. Әле һуңғы ҡайтҡанымда, мунсанан сығып торһам, еҙнә кеше байтаҡ ҡыҙмасалап алған, өҫтәл башында хәбәргә батып ултыра. Үҙе һаман шул сығып китеү өҫтөндә.
- Китәм, балдыҙ, апайыңдан, ти, - барыбер китәм. Етте. Тормайым!
Ҡаршыһында ултырған ҡустым, уртансы улдары, был спектаклдең аҙағы ни менән бөтөрөн самалап, урынынан ырғып тора:
- Әйҙә, үҙем алып барып ырғытам! Ҡайҙа барырға? Юлды күрһәт!
Апайым өҫтәл әйләнеп йүгерә:
- Ҡуй, әйтешмәгеҙ. Ыңғайына ғына тороғоҙ. Ҡаршы өндәшә күрмә!
Аҙаҡҡы һүҙҙең нәҡ миңә төбәлгәнен аңғарып көләм:
- Нисә йыл өндәшмәгәнде хәҙер килеп өндәшеп ултырмам инде, ивет, еҙнә? – йәнәһе, күңелемә уйылып ҡалған теге хәлдең иҫемә төшкәнен аңлатмаҡ булам.
Ул миңә тишерҙәй итеп ҡарап ала ла башын ситкә бороп мығырҙай:
- Их, балдыҙ...балдыҙ...Аңламайһың һин.
Ошоноң ише сыпраңлап, туғарылып киткән саҡтары йыш булды уның. Сығып китер ҙә кире апайыма ҡайтып йығылыр ине үҙе. Уныһы бер ҡаршы һүҙ әйтмәй, ирен һылап-һыйпап сығарып ебәрә лә, артынан ишек ябылыу менән истерика хәленә етеп, янына беҙҙе йыйып ала:
- Еҙнәгеҙ китте бит!
Ошо һүҙ был өйҙә нисә тапҡыр ҡабатланды икән? Һәм тағы ла нисә ҡат ҡабатланыр ине икән? Әгәр ҙә...
Мин был икәүҙең тормошон бер кино ҡараған ише күҙәтә торғайным. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине. Үҙен яратмаған иргә бер түгел - биш ул табып ятҡан апайымды йәлләйем. Ҡомһоҙланып донъя көтөп, көн-төн эш тип сабып, иренең күңеле бөтөнләй башҡа ҡатында икәнен аңлар өсөн ваҡыты ла булманы шикелле үҙенең. Ә был этенә ни етмәне икән? Сынъяһау донъяңда шалҡандай улдарыңды тупылдатып һөйөп тик ят. Ҡыуаҡ төбө тапағансы...
Бер саҡ, еҙнәне аулаҡта тотоп һораным шулай ҙа. Еҙнә, тим, үҙеңә ике ут араһында йәшәү ялҡытманымы? Аҡылға ултырырға ваҡыттыр ҙа инде...
- Ә мөхәббәт ҡасандан бирле аҡылһыҙлыҡ тип йөрөтөлә башланы ул? – былай ҙа ҙур күҙҙәрен тултырып миңә баға был, - һин дә шул ауыл ғәйбәтенә ышанып йөрөрһөң икән...Улар бит мине бисәнән-бисәгә йөрөй тип уйлай. Һуң һин улай түгел икәнен беләһең бит инде?!
Ҡапыл әллә нисек уңайһыҙланып китәм, минең турала әйткәндәре шулай тәьҫир итәме, теге саҡта үҙем күрҙем бит, еҙнә, тип әйтке килһә лә, тыйылып ҡалам.
Ә ул, барыбер һиҙгәндәй, дилбегәне шул яҡҡа тарта:
- Белгең килһә... Берәүҙе генә һөйҙөм мин. Ғүмерем буйы. Берәүҙе генә!- һуҡ бармағын сөйөп, аҙаҡҡы һүҙен ике-өс мәртәбә ҡабатлап ҡуя.
- Белгең килһә, мин дә... – тоттом да шулай тинем. Дөрөҫлөктө ярып һалдым. Бығаса ошо һүҙемде уға әйтер өсөн нисәмә тапҡырҙар уңайлы осраҡ эҙләнем, тик бер ҙә әйткәнем булманы. Үҙемдә уның менән этләшерлек ҡыйыулыҡ тапһам да күңелемде асып һалыр өсөн көс таба алманым. Минең әйткәндәремдән ул тәрән ҡайғы кисергән кеше ҡиәфәтендә тынып ҡала. Байтаҡ ултырабыҙ әле бынан һуң бер-беребеҙгә текләшеп. Уның шул ҡарашы һаман күҙ алдымда.
- Һөйгәс... ни тип апайыма йәбешеп яттың һуң? – хәҙер инде үҙем дә, донъяны байтаҡ аңлап өлгөргән кеше, яуап көтөп, еҙнәмә текәләм.
- Их, балдыҙ...балдыҙ... ...Аңламайһың һин. Ошо «аңламайһың» тигән һүҙен, һуңынан да еҙнәм ауыҙынан бик күп тапҡырҙар ишетәсәкмен әле мин. Тик уның менән ни әйтергә теләгәнен генә, ысынлап та, аңлай алмаясаҡмын, ахырыһы. Кем икән һуң ул еҙнәмдең йөрәгенә ут һалған ҡатын, тигән һорауға яуап ул ошо донъянан китеп, байтаҡ йылдар уҙғас ҡына киләсәк. Хатта ул апай менән аралашып йәшәйәсәкмен, тик еҙнәм менән уларҙың араһында булған мөнәсәбәттәре тураһында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатмаясаҡмын. Бары тик ситтән генә, был ҡатынды минең апайымдан яҡшыраҡ, матурыраҡ, ғөмүмән өҫтөнөрәк иткән сифаттарын эҙләп йонсоясаҡмын...
Һөйөү һөйләп хисләнеп ултырған еҙнәмә, күптән күңелемде өйкәп торған һорауымды бирәм:
- Ни етмәне һуң һиңә, еҙнә? Бына тигән донъяң, ҡатының, бер көтөү улың бар?
Ул байтаҡ ҡына бер нөктәгә ҡарап ултыра ла, көрһөнөп әйтеп ҡуя:
- Нейҙер етмәне шул...Нейҙер етмәне...
... - Әй яратты ла инде Байрас һине, - апайым ҡарашын билдәһеҙлектән айырмай ғына әйтеп ҡуя, - ныҡ яҡын күрҙе үҙеңде. Ике һүҙенең беренә һине ҡыҫтырмай ҡалмаҫ ине бисарам. Шәп ул балдыҙ, ҡәйнештәрең ары торһон, тип кенә ебәрер ине. Теге егеттәрҙе үпкәләтермен тип тә уйламаған үҙе, - апайымдың һөйләгәндәре күңелемә май булып яғыла бара...Яғыла бара...Ә үҙем эстән генә уйлайым: нишләп ошоларҙы еҙнәм иҫән саҡта, үҙенең ауыҙынан ишетмәнем икән? Ҡасан ғына беҙ, кешеләр, бер-беребеҙгә булған хистәребеҙҙе асыҡтан-асыҡ белдерергә өйрәнербеҙ ҙә әйтелмәй, ишетелмәй ҡалғандар өсөн үкенестәр кисереүҙән туҡтарбыҙ?..
- Разведкаға ошо балдыҙ менән генә йөрөп була, тигән булыр ине бахырым, -көлөмһөрәп әйтергә тырышһа ла апайымдың тауышы ҡалтырап китә,- шул ҡыҙыҡ бер һүҙе булды үҙенең. Разведка, имеш. Нимә уйлап әйткәндер уныһын...
- Тик унда яңғыҙыма ғына барырға тура килде шул, тип әлеге лә баяғы теге саҡ күргәндәремде иҫләп, күҙгә эркелгән йәштәр аша йылмаям. Эсемде өтөп алып барған һағышҡа сыҙай алмай, тәҙрә яңағына һарылып, өнһөҙ-һүҙһеҙ генә ихатаны байҡайым. Үҙе булмаһа ла, ундағы бөтә нәмә еҙнәмде хәтерләтә. Һарай буйындағы эйәр-йүгәндәре, күмәгебеҙ тейәлешеп бесәнгә йөрөгән бынау ат арбаһы, утынлыҡҡа һөйәлгән анау һунар саңғылары, келәт стенаһына рәт-рәт итеп ҡағып эленгән эш ҡоралдары – һәр ҡайһыһы уның төҫөн һаҡлай кеүек. Үҙе барҙа гөж килә ине бит ошо ихата. Иртәнән кискә саҡлы унда нимәлер сыйылдай, геүләй, шыжлай, выжлай торғайны. Ә әле иһә был ишек алды ғына түгел, ә тотош донъя еҙнәмде юғалтыу ҡайғыһынан иңрәй төҫлө...Шул ыңғайҙа, күҙем сөйҙә эленеп торған сыбыртҡыға төшкәс, еҙнәнең ҡустыларымды кәзә бәрәстәре ише тазылдатып урамдан ҡыуалап алып ҡайтҡан саҡтары иҫемә төшә. Минең үҙемде лә, тиҫкәреләшкән саҡтарымда, шуның менән ҡурҡытып маташҡаны булды:
- Балдыҙ, теге сыбыртҡы анааа-уын-да ғына элеүле ул!- бер күҙен ҡыҫа биреп, бармағын һарай мөйөшөнә турылай,- осо килеп тейһә, ныу һыртыңды яндыра инде!- Уның бер ҡыҙығы булмаған нәмәнән шарҡылдап көлөүе асыуымды килтерә. Турһайып байтаҡ ултыра биргәс, әйтеп һалам:
- Ә мин уны берәй ҡасан сабам ул!
Ул иһә, минең был һүҙҙәрҙе ысынға алмай, айҡала-сайҡала көлөүен белә.
Әйткәнемде эшләй торған еңмеш бит мин, теңкәмә тейә торғас, ул сыбыртҡыһын тәки балта менән турап ырғыттым. Шулай еңел генә, ҡустыларымды аталарының «һыҙырыу»ынан ҡотҡарҙым. Үҙемдең иһә үсем ҡанып ҡалды. Минең эш икәнен белһә лә асыуланманы еҙнәм. Өндәшмәй генә яңыһын үреп алды.
...Еҙнәмде юғалтҡан көндән алып мин тормошто бөтөнләй башҡаса ҡабул итә башлаясаҡмын. Йәшәйештең асылын аңларлыҡ кимәлгә еткәс, күп кенә хәл-ваҡиғаларға бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға өйрәнермен. Ваҡытында еҙнәмдең күңелен, ул кисергән хис-тойғоларҙы аңларға тырышмауым өсөн үкенәсәкмен. Хатта апайыма күргән-белгәндәремде һөйләмәгән өсөн үҙемде ғәйепләйәсәкмен. Бәлки, ҡалған ҡыҫҡа ғына ғүмерен еҙнәм теге ҡатын менән бәхетле йәшәп ҡалыр ине тигән үкенесле уйҙар байтаҡ йылдар дауамында йәнемде ҡамсылап йонсотасаҡ...
... - Еҙнәңде әйтәм, ике һүҙенең берендә, балдыҙ мине ғәфү итһен, тине лә торҙосо. Аҙаҡҡы кисте, мунсаһынан сығып ятҡас та әйтте әле шул һүҙен. Шул ятыуҙан торманы бит инде бахырым, - апайым илаулап йөрөп еҙнәнең кейем-һалымын йыя, - нимә өсөн, тиһәм, үҙе белә ул, ти. Әйтмәй. Теге саҡ өҫтәл артында йотҡан көйөнсә боларып алғайны бит, шуға уңайһыҙланалыр һинең алда, тип уйланым. Башҡа улай ҡыйынһынырлыҡ нәмәһе булманы шикелле?
- Шуның өсөндөр, апай, шуның өсөндөр... - үҙем эстән генә, их, шуның өсөн генә булһасы, тип һыҙланам. Еҙнәм менән уртаҡ сер һаҡлап, оҡшаш хистәр кисереп йәшәгәнебеҙҙе апайым ҡайҙан белһен инде?
Тамағыма килеп тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәргәс, бышылдап ҡына әйтеп ҡуям:
- Ғәфү иттем мин һине...Тыныс ят, еҙнә.
“Үҙе тере сағында аңлаша алманыҡ. Ниндәй үкенес... Ғөмүмән, донъялыҡта саҡта, беҙ бер-беребеҙҙе аңларлыҡ һәм ғәфү итерлек көстө таба алабыҙмы һуң инде?”
Күҙгә эркелеп торған йәштәрем, ике юлаҡ яһап, битем буйлап ағып китә:
- Еҙнәйем минең...Еҙнәкәйем...
Лена Хәйруллина.