Бөтә яңылыҡтар
Проза
26 Март 2023, 09:30

Ҡөрьән нуры. Миңнур Ҡасимова

  ...Өсөнсөгә буйға уҙғанын белгәс, ризыҡ һайлап  ҡаҡшаны Ынйыбикә. Ҡарынындағыһы барлығын белдерә башлағас та, ни көҫәгәнен белмәй аптыранды. Шуны уйлап  магазин тотҡаһына  үрелгәндә, ҡәйнәһе менән иренең әйтешкәнен ишетеп, туҡтаны. -Бисәң өсөнсөгә ҡорҡолдаймы? -Ҡорҡолдарға ул тауыҡмы, әсәй? -Тауыҡтың да ниндәйе! Ҡайғым берәү ине, икәү булды, икәү ине, өсәү булды. Итәген япһа, арты асыла, артына тартһа, кендеге күренә...

Ҡөрьән нуры. Миңнур Ҡасимова
Ҡөрьән нуры. Миңнур Ҡасимова

Ынйыбикә,  япма аҫтынан башын сығармай ғына, эргә-тирәһенә ҡолаҡ һалып ятты. Тынлыҡҡа тамам ышанғас, сырмауҙарҙан ҡулын һурып алып, бүлмә эсенә күҙ йүгертте. Үҙенә ҡурҡыныс янамағанын аңлағас, тимер карауатының пружиналарын шығырҙатмаҫҡа тырышып, аяғына баҫырға ниәтләне. Күҙ алдында йәшен уты уйнаны,  күк күкрәне – гөрҫләп урынына ауҙы.

Һил коридорҙа санитар ирҙең сылбырлы ҡайышы шылтыраны, палаталарҙың ишектәре шарт та шорт итеп ҡалды. Пенсияға тиклемге ғүмерен түрәләр именлеген һаҡлап уҙғарған әзмәүерҙе алдауы ҡыйын: килеп тә инде, тарбанлашып ятҡан тапочкаларға ҡарап, Ынйыбикәнең юрғанын һыпыра тартып алды. Аҡтыҡҡы көсөнә йоҡлағанға һалышып, күҙен йомоп ятҡан ҡатындың ирендәре:

-Әссәләмәғәләйкүм! – тиеүенә, санитарҙың күҙҙәре орбитаһынан ысҡыныр дәрәжәгә етеп аҡайҙы, шулай ҙа артынан шприц тотоп йүгереп килеп еткән сестраға “Кәрәкмәй!” тигән ишара биреп,  бороп сығара алды. Атырға тоҫҡалған яһаулы ҡорал урынына ҡулланған сылбырлы ҡайышты ҡулына уратып тотоп, аяҡ тибеп асып, палатанан сығып китте.

Дәһшәттең күпмегәлер сигенгәнен аңлаған Ынйыбикәнең зиһене тамам яҡтырҙы. Һирпеп ташлап, юрғанын тотҡоланы, карауат аҫтына эйелде – баяғы сәләм биргән тауыштың кем әйттергәнен аңламай ҡалды. Ҡаңғырыуҙан зиһене тағы буталып ҡуймаһын өсөн, ултырған еренән биш йөҙгәсә һанап алды. Ҡапыл ғына эше бөттө лә ҡуйҙы. Ауылда булһа, гөбөрҙәтеп һыйыр һауып ултырған булыр ине. Бында, сәғәт булмаһа ла, ваҡытты дөрөҫ тоҫмаллай ул. Һөтөн айыртҡас та, ҡыҙы менән малайын ҡаймаҡлап сәй эсереп, мәктәпкә оҙатыр ине. Балалары иҫенә төшкәс, башы эҫе булып китте. Тағы яңылышып ҡуйыуҙан ҡото осоп, тәнтерәкләп, тәҙрә янына килде.

Илаҡ көҙҙөң ямғыр тамсылары  ихата буйлап теҙелеп киткән ҡайындарҙың япраҡтарын бәргеләй. Стеналары һарыға буялған ҡаршылағы оҙон йорттоң үҙе ятҡан “П” рәүешендәге дауахананың дауамы икәнен дә аңлай. Тик бында нисәнсегә тейәлеп килеп, нисәнсегә үҙ аяҡтарында ҡайтҡанының осона сыҡҡаны юҡ. Башлап ауырыуы ла ошондай миҙгелдә  булғайны.

II

Кәртәгә инмәгән малдарҙың көҙгө ҡурпыға әүрәп бик һуңлап ҡайтҡан мәле. Әсәһе аласыҡта ашҡабаҡ турай. Ун дүрт йәшлек Ынйыбикә, шәмгә ут алып, яңы ҡатланған тәҙрәнең яҡтау менән рам араһындағы ек буйҙарын йәбештерә. Ҡапыл  тәҙрә янында ут янып һүнде лә, имәндәй  албаҫты тәҙрәнең тышҡы ҡатына йөнтәҫ сикәһен терәп, ауыҙынан ут бөркә башланы. Албаҫтылар, Мәскәйҙәр әкиәттә булғанына ышанып үҫкән ҡыҙҙың ҡолаҡтары шауланы, тайып китеп, баҫып торған ултырғысына соңҡаһы менән бәрелеп, иҙәнгә һуҙылып төштө.

Яратҡан балдыҙын шаяртырға була, ауыҙына бензин уртлап, ут төртөп  тынын бөрккән Ғизметдин, уйындан уймаҡ сығарғанын аңланы. Юлайҡан, аласыҡтағы бер биҙрә һыуҙы эләктереп алып, һушһыҙ ятҡан балдыҙы өҫтөнә һирпеп тә ебәрҙе.

-Уһрыҡтан буҡ сығарҙың, кейәү! Күпмәйттем, тертләтеп, йә йөрәген яраң, йә ушһыҙ итәң, тип. –Эләгә-тәгәрәй килеп инеп, ҡапыл башын күтәргән ҡыҙының елкәһенә беләген ҡуйып  өлгөргән әсә лыҡа һыу Ынйыбикәне тубығына терәне, ҡабаттан йомолған ҡабаҡтарын күтәреп ҡараны.

-Харап иттең. Күп буһа, тәҙрә аша бер ғәләмәт күрһәтеп, ҡотон алдың, анан, һалҡын ҡотоҡ һыуын ауҙарып, йөрәген ярҙың.

Ғизметдиндең уйланып торорға ваҡыты ҡалманы, урын өҫтөнә йыйыштырылған ҡаралдының тартҡыһын шаҡрайта тартып, ҡулына эләккән юрғанға балдыҙын ураны. Ҡәйнәһе һушын йыйғанда, кейәүенең Турысайы түбән остағы фельдшерҙың өйөнә яҡынлаған ине.

...Оҙаҡ ятып сыҡты  район балнисында Ынйыбикә.  Арыуланғандай булғас, ҡайтарҙылар, шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән алышыныр булды. Ундай саҡтарҙа йүгереп йөрөп бензин эҙләне (алдаштырып һыу ҡойор ҙа бирер инеләр шешәгә), ҡараңғы ауыл урамдарын яҡтыртам тип, өй беренсә тәҙрәләргә ауыҙынан һыу бөркөп йөрөнө. Әллә ниндәй ажар аттарҙы һыбай менеп, ялдарына йәбешеп алыр ҙа: “На-а, Турысай!” тип балнис эҙләп сабыр булды.

 

III

-Баалдыҙ! Ашарға әпкилдем. Тороп утыр. – Еҙнәһе инде. Ауырыған һайын апаһынан термосҡа ҡайнар аш һалдыра ла, аҙнаның бер көнөндә ике йөҙ саҡрымды ҡаҡлыға-һуҡлыға килеп, был ҡаланың һары  балнисы корпустары янлап ҡысҡыра-ҡысҡыра йөрөй. Тимер рәшәткәле тәҙрәләрҙең ҡайһыһынан балдыҙы күренер тип, күҙҙәрен секрәйтеп ҡарап тора. Таныш һын күренгәс тә, ишеккә йүгерә.

Әле лә еҙнәһенең тауышын ишеткәс, соборҙап аҡҡан йәштәрен тыя алмай, аҫҡа күҙ ташланы ҡатын. Ҡорһағының  күптән ризыҡ төҫө күрмәгәнен  аңғарҙы.

-Мине саҡырт, еҙнә, мине саҡырт! Бында ебәрмә! Аҫта, яныңда ашармын.

Балдыҙының һынын күреп ҡыуанған еҙнәһе уны үҙенсә аңланы. Термосындағы ашты сумкаһындағы буш банкаға ауҙарҙы ла, юрғалай-һылтаҡлай, ишеккә ыңғайланы. Өсөнсө ҡаттан ҡарап торған Ынйыбикәнең күҙенә йылҡылдап торған аштың тоҙлоғо, апаһының япраҡ ҙурлыҡ шаҡмаҡ һалмаһы салынғандай итте, ҡоротло-боросло һурпаның еҫе танауына бәрелгәндәй булды. Элекке ятҡанындағы ымһыныуы иҫенә төшөп, яланаяҡ коридорға йүгереп сыҡты. Уйһыҙҙар ята тип кем әйтер, тыштағы һөрән һалып йөрөгән ирҙең кемгәлер тәғәм килтергәнен аңдып, әле тегенән, әле бынан ҡайҙа эскүлдәкле, ҡайҙа йыртыҡ халатлы сәстәре ойошҡан баштар һонолдо, сыҡҡан берен санитарҙар таяҡтары менән төрткөләп индереп торҙо. Оҙон коридор осонан бер ҡулына  һурпалы банка,  икенсеһенә төйөнсөк тотҡан күстәнәс ташыусының ҡаршыһына талпынған Ынйыбикә  юлын быуған санитарҙың арҡыры таяғына бәрелде. Шул әҙере йәнәшәләге палатанан атылып сыҡҡан йыуан ҡатын, һурпаны ҡармап алып, юҡ булды. Бәрелгән башын ыуа-ыуа йүгергән Ынйыбикә барып ингәндә, иттәрен дә сәйнәмәй йотҡан бумалабаш, ҡалдыҡ ашҡа төкөрөп тора, һис юғы ауыл икмәген ашармын тип сығыуына, коридорҙа бер кем дә юҡ ине.

Тағы ла тәҙрәгә үрелде. Ана тора еҙнәһе әҙ булһа ла яҡшылыҡ эшләүенә ҡыуанып.

-Еҙнәү! Эләкмәне. Миңә эләкмәне. Магазиндан булһа ла икмәк әпкил. Еҙнәү! Асмын. – Ҡулдарын сатрашлап болғай-болғай һөрәнләне. Ҡолаҡҡа ҡатылана башлаған еҙнәһе тыштағы шауға уны ишетмәне. “Бөткәнсе ашағасың, мал булырһың, баалдыҙ! ”- тип ҡәнәғәт йылмайып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы.

Баяғы ҡатынды дөмбәҫләргә йүгереп сыҡты. Кемдер ҡулын шаҡарып тотто. Тәненә шығырлатып энә ҡаҙаған медсестра аша үрелеп ҡарап, әзмәүерҙе аңғарҙы, тешен ҡыҫып:

-Әле көслөмөн тиһеңме? Аллаһы Тәғәлә ҡаршында барыбыҙ ҙа тиң булырбыҙ! – тип ыҫылдап өлгөрҙө.

IV

-Баалдыҙ! Бесән йыйышырға барыш әле. Апайыңдың көнө етеп килә, аш бешереп кенә ултырыр. – Ынйыбикә ауырығаны бирле еҙнәһе  лә тотлоғоп ҡалды. Ҡәйнәһенең малына ла бесәнде үҙе эшләй – ырамлы булһын тиеүеме, бауыр аҫтынан ел үткәртер итәме – ыңғай ғына сыҡты ла китте Ынйыбикә. Ауыл осонда тимер һәнәк тотоп юлға сыҡҡан  бер егетте ултыртып алдылар. Сельмаг һатыусыһының армиянан ҡайтҡан улы икән. Әсәһе мал тотмаһа ла, үҙенең ныҡ бесән эшләгеһе килә, ти. Апаһының һөйләгәндәре урыҡ-һурыҡ ҡолағына салынды. “Яҙлы-көҙлө ҡайталар ине лә әүәле армиянан”, тип уйлағанын ҡысҡырып әйтмәне ҡыҙ. Күптән башҡалар менән аралашмағас, хәҙерге законды  үҙе белеп бөтмәйҙер.

Ирен, яратып, “итйотар батыр”ҙан һалдырған апаһы сүлмәк тултырып аш ҡуйҙы. Һеңлеһенең һораулы ҡарашына:

-Кешенекен ашамай бит, үҙе көткәнде ҡаба. Уға ней, ит бир ҙә, ней бир – көнө буйы ҡыуышта ғына ятмайһыңмы – бер үҙе һыҙғырып йөрөп эшләй бесәнде. Ит ашап йыуанып торһон, - тип, етешкән ҡорһағын ыуалап  һөйләнде. “Кит, бынауы селләлә.” - Тырмаһын тотоп, ирҙәр артынан ыңғайланы ҡыҙ.

Ғәйрәтле шул еҙнәһе! Эш рәте белмәгән һатыусы малайына самаһын күрһәтеп маҡтанғыһы килдеме, нисә йыл  көтөп, яңы атай булыр көнө етеп килеүе дәрт өҫтәнеме – бер һыйырлыҡ бакуйҙы торғоҙоп, кәбәнгә һалып ҡуйҙылар.

Селләлә лә тоҙлоҡло һурпа эсер икән кеше! Мөлдөрәп, күҙләнеп: “Ҡоротла ла, эс мине!” тип кенә тора уныһы! Апаһының өйҙән ҡырҡып килтергән яҫы һалмалы ашын икенсегә һалдырып алған Ынйыбикә үҙенә текәлгән ҡараштан һиҫкәнде. Гимнастеркаһы төҫөндәге йәшкелт күҙле егеткә башын күтәреп ҡарарға көс таба алды.

-Тексәймә, тамағыңа торор. 

Егет шарҡылдап көлөп ебәрҙе:

-Исемең кем?

-Сәй эсеп бөткәс һорарһың.

-Эсеп бөттөм. Һинең һымаҡ ике туҫтаҡ ашамайым. Әйтмәгән булдың?

-Шәкәрһылыубишәрифәбаныуһылыухәнифә.

-Шә...әнифә. Исемеңде әйтә белмәһәм дә, бөгөн үк үҙеңде кәләш итеп алам.

-Шунан...Һары йортта йәшәрбеҙме?

-Булған бар.Унда ла кешеләр йәшәй.

Һеңлеһенең һуңғы өс йылда тәүгә яҙылып һөйләшкәненә берсә ҡыуанған, “әллә тағы ауырый башланымы” тип берсә һағайған апаһы ваҡиғаның был боролошона әҙер түгел ине – ярҙам эҙләп Ғизметдингә ҡараны.

-Әсәң... һыйҙырырмы һуң? – Ниәтенең бойомға аша барғанын башҡаларға һиҙҙермәҫкә маташҡан ире урталай һуҡҡан булды.

-Миңә яҙғаны ошо, ағай! Ике китек күңел бер бөтөн булырбыҙ әле. “Списанныйға” ҡараусылар булмаҫ. Бөгөн, хәҙер барам ҡулын һорап.

V

Үҙе генә килеп ижәп уҡытып алды ла ҡайтты армияла баш өйәнәгенә дусар булып ҡайтҡан һатыусы улы Ынйыбикәне.  Яҙлы-көҙлө әле береһе, әле икенсеһе яңылышып, айлап ятып алдылар һары балниста. Һау-һаҡ ҡыҙҙары, теремек улдары тыуып, ҡәҙимгесә йәшәп алды ла киттеләр. Ҡәйнәһе генә тартымһыҙ булды,  ейәндәрен эҫендермәне, шифер башлы фронтонһыҙ өйҙә йәшәгән ҡоҙағыйы менән бер самауыр сәй эсергә кәмһенде.

Өсөнсөгә буйға уҙғанын белгәс, ризыҡ һайлап  ҡаҡшаны Ынйыбикә. Ҡарынындағыһы барлығын белдерә башлағас та, ни көҫәгәнен белмәй аптыранды. Шуны уйлап  магазин тотҡаһына  үрелгәндә, ҡәйнәһе менән иренең әйтешкәнен ишетеп, туҡтаны.

-Бисәң өсөнсөгә ҡорҡолдаймы?

-Ҡорҡолдарға ул тауыҡмы, әсәй?

-Тауыҡтың да ниндәйе! Ҡайғым берәү ине, икәү булды, икәү ине, өсәү булды. Итәген япһа, арты асыла, артына тартһа, кендеге күренә.

-Һинән ашарға теләнселәп йөрөгән юҡ әле.

-Ишыу как теләнселәйһең! Әллә һиңә аҫтан биргәнде бөтә ауылға  һата тип уйланыңмы?

-Алһам, аҡса биреп, һатып алам. Яҙҙырһам, түләп ҡуям.

- Ике йылға бер ҡорҡолдап тора. Бер аҙ һаҡланыр инегеҙ!

Бәреп килеп инде Ынйыбикә:

-Витрина быялаһы аша ялаған  кәнфиттең тәме бармы, ҡәйнәм?

Шартланы сельмаг һатыусыһы, төтөнө генә күренмәне:

-Оятһыҙ! Таптырмайым. И все!

Ыҙғый башлаған ҡатынын фельдшерға алып барып өлгөрҙө ире.

VI

Башы сатнап ауырта. Сарсатҡан.  Ас ҡорһағы ашарға таптыра. Апаһының һурпаһы күҙ алдына баҫты. Хәлһеҙ ҡулдары менән эс тирәһен һыйпаштырған булды. Ҡарынында тынлыҡ тойҙо - юрғанын тибеп ебәреп тороп ултырҙы. Зиһене салт асылып китте бер миҙгел. Хәиз хәлен аңғарҙы. Тәүлектәргә һуҙылған йоҡо аралаш күргән төштөң ысынбарлыҡ булыуынан өшәнде.

...“Шыҡ-шыҡ. Ҡырт-ҡырт.” Һарыҡ ҡырҡҡыһының тауышы. Кемдең һарығын ҡырҡаларҙыр, үҙенеке юҡ.

-Ҙур күренә. Срогын алдағандар.

-Ҡәйнәһе зав менән һөйләшкән. 

...“Шыҡ-шыҡ. Ҡырт-ҡырт.”

-Бына аяғы – гонаһы ҡәйнәһенә булһын, бына ҡулы – гонаһы завҡа булһын!

-Пенсияға бер генә йыл ҡалды. Ҡөрьән тотоп, намаҙға баҫырмын тигәйнем. Йәнде ҡыйҙыҡ.

...“Шыҡ-шыҡ. Ҡырт-ҡырт.”

Алғандар бәпесен. Ҡәйнәһе күндергән. Кире һары балнисҡа индереп һалғандар. Ни тип кенә яуап бирер ике балаһына? Малайы “ҡустыма” тип, бәләкәс мендәр тултырған, ҡыҙы “һеңлемә”тип, тышын сиккән булды. Кем ҡасан бәүетерен бүлешеп ҡуйғандар. Мөлдөрәшеп баҡҡан ике пар күҙ буш сәңгелдәккә тилмерер инде. Ҡайһылайтып ҡотолор был балнистан? Тауыш күтәрһәң, тағы сырмап аҙналарға һуҙып йоҡлатырҙар.

 Янындағы тумбала йылымыс борсаҡ боламығы менән һыуынып өлгөрмәгән сәйҙе күреп, ҡомһоҙланып эсә башланы. Ҡалтыранған ҡулдарының көрөшкәне кире ултыртырға көсө етмәне, даңғырлап иҙәнгә барып төштө. Аяғына баҫырға ниәтләне. Күҙ алдында йәшен уты уйнаны,  күк күкрәне – гөрҫләп урынына ауҙы. Һил коридорҙа санитар ирҙең сылбырлы ҡайышы шылтыраны, әкрен генә  ишек асылып китте лә, янына әзмәүер килеп  баҫты.

--Әссәләмәғәләйкүм! Ниндәй ярҙам кәрәк?

Ишеткәне күктәрҙән ебәрелгән сәләм булып тойолдо. Ошондай һүҙҙәрҙе  ҡотһоҙ зат әйтә алыуына күңеле икеләнде, теле аңҡауына китте Ынйыбикәнең. Ирендәрен ҡымтыны, тешен ҡыҫты. Әзмәүер крандан һыу ҡойоп бирҙе.

-Ҡасырыш! Ике балам янына ҡайтарыш! Аллаһ хаҡына, балаларым хаҡына! – Күкрәк тауышы һыҡты өндәрен – япрағы өҙөлөргә лә күп ҡалмағандыр.

-Булмай. Хәлең юҡ. – Баш сайҡаны ир. – Гинекологиянан күсергәс, өс көн коридорҙа дежурҙа торҙом. Өс көн Ҡөрьән һорап ҡысҡырҙың.

-Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Балаларыма ҡайтарыш.

Сылбырлы ҡайыш тотҡан әзмәүер, ипле генә палатанан сығып китте.

VII

Әзмәүер килтергән Ҡөрьәнде әкренләп ҡулына ала башланы. Көн аралаш тумбаһына  ҡунаҡлаған һурпалы банканың да атын һорамай ғына һемерә барҙы. Ер өҫтөн яба барған аҡ ҡарға ҡарап, көндәрен тоҫмалларға тырышты. Уның һайын ғәзиздәрен уйлап йөрәге һыҡраны. Ошо бәләләрҙән үҙен ныҡлап ашау ҙа, Ҡөрьән генә ҡотҡарырҙай күрҙе.

Паҡланып, ихластан тотондо Изге китаптың тәфсирен  уҡырға. Уның һайын зиһене салтланды, уйҙары тәртипкә килде. Күңелен һалып атҡарһа, ҡайтыр мәле яҡынайыр кеүек тойолдо. Көн дә бер һорау менән ялҡытмағас, обход яһаусы йәш табип  та мөләйемгә әйләнде,  аҡлыҡ бөркөп торған пациентының йөҙө тулыланып, күңеле нурланыуын үҙенең эш тәжрибәһе тип теркәй барҙы.

...Ҡолас ташлап бесән сапҡан иренә бер сүлмәк аш һалған да, ләпәкәйҙән ҡасып, усаҡ янына йылыша. Сытыр менән генә тоҡандырғандай ине – әллә ниндәй пластмасс, көйөк еҫтәре тынын ҡурғандай. Төтөнгә сәсәп ҡуймаһын тип, сабыйын ҡуйынына ҡыҫа– уныһы тимер кеүек ҡаты ҡулдары менән әсәһенең һөт төшмәгән түшен төрткөләй.

Аҡ туҡымаға урап баш осона һалған Ҡөрьәнде сабыйылай күреп ҡосаҡлап ятҡан икән. Төн ҡараңғылығында ла әй нур бөркөлә үҙенән. Шунда ғына сәйер көйөк еҫен, сытырлап нимәнеңдер яныуын аңғарҙы. Бала кеүек биләп һалынған Ҡөрьәндең тышын сисеп алып, кран аҫтындағы һыуға тотоп еүешләне, ауыҙ-моронона бәйләне. Бер килке тыштағы тауышҡа ҡолаҡ һалып, янғындың ҡайһы яҡтан килеү ихтималлығын самаланы. Биттәре асыҡ ятҡан Изге китапты һаҡлыҡ менән генә түшенә ҡыҫты ла, ут бөркөп коридорҙан килгән албаҫты ҡаршыһына атланы.  Кемделер ярҙамға саҡырырға, башҡаларға һөрәнләргә  маташманы.

-Борол! – Сылбырлы ҡайыш шылтырауын ишетеп алға ташланған Ынйыбикәне ике һикереүҙә килеп еткән әзмәүер, елкәһенән тотоп, кире яҡҡа өҫтөрәне. Палатаһынан иңгәкләп  сыҡҡан бумалабашты, тыпырсынмаһын өсөн ҡулдарын сырмап, яурыны аша һелтәп алды, һөрән тауышына йыйылғандарҙы бер көтөү малдай һажлатып коридор буйлап ҡыуаланы. Төтөнгә сәсәп йығылғандарҙы арттағылар тапаны, әзмәүер кемен типкеләп, кемен һөрәтеп алып китте.  Ҡабат урап килеп, аяҡтарына баҫа алғандарын сылбырлы ҡайышына тотондороп ҡоҙоҡтан биҙрә һөрәгәндәй өҫтөрәне, үҙе факел булып янғанса, тереләрен дә, үлектәрен дә ташыуын белде.

...Тышһыҙ Ҡөрьәнде түшенә ҡыҫҡан Ынйыбикә алға атлауын белде. Арттағыларҙың һаны кәмеүе лә, халатының ең осона осҡон төшөүе лә уны ҡурҡытманы, бынан сығыу юлдары тик ОШО тип күрҙе, алға барыуын белде. Етмеш ауырыулы диспансерҙан Ҡөрьәнле өсөнсө ҡаттың ун дүртенең тере ҡалыуын, суҡтары өтөлгән ҡулдарындағы Изге китаптың янмаҫын да  белмәй әле – Ҡөрьән нурына ҡойоноп, ялан аяҡтарынан ҡарҙа ҡан эҙҙәре ҡалдырып атлауын белде.

Миңнур Ҡасимова

Бөрйән районы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: