Бөтә яңылыҡтар
Проза
14 Март 2023, 15:00

Әүернә һөйөүе. Миләүшә Ҡаһарманова

Зарифа таңға табан баҡса мөйөшөндә ятҡан килеш иҫенә килде. Уянды ла, ҡараңғылы-яҡтылы булһа ла өҫ-башының бысраҡ, оҙон сәстәренең һыу, аяҡ-ҡулдарының һыҙырылып, сыйылып бөткәнлеген аңғарҙы. Быларынан бигерәк уны шәрә булыуы ҡурҡытты.

Әүернә һөйөүе. Миләүшә Ҡаһарманова
Әүернә һөйөүе. Миләүшә Ҡаһарманова

Эйелә-эйелә картуф һабаҡтары, ҡый үләндәре, ҡойма һайғауҙары артына йәшеренергә тырышып, йәйләүҙең иң ситендә урынлашҡан таҡта аласыҡҡа ҡарай шылышты. Килеп етеп ишек тәңгәлендә сөйҙәрҙә элеүле торған беренсе халатты эләктерҙе лә йылғаға йүгерҙе.

… Урман буйлап йүгерә лә йүгерә ул. Ҡайҙа барғанын, нимә теләгәнен белмәй, оҙайлы тотҡондан иреккә сыҡҡандай саба ғына. Ҡалай шәп бара бит әле, ағас олондары, ҡыуаҡтар ян-яғынан ял-йолп итеп кенә тора. Бына йылға ярына килеп сыҡты һәм… бер нигә ҡарап тормаҫтан, шаптыр-шоптор һыуға төшөп китте лә, аяғы тейгән ергә тейеп, теймәгәнендә сап-соп йөҙөп сыҡты ла китте. Ярҙың икенсе яғында тағы йүгерҙе. Хәле лә бөтмәй, киреһенсә, һәр мускулында, һәр күҙәнәгендә ҡөҙрәтле көс, таҫыл тоя. Ҡайҙа, нимәгә ашығалыр? Ысынында бер маҡсатһыҙ, бары ирек менән ләззәтләнеп йөрөй шикелле ул… Зарифа таңға табан баҡса мөйөшөндә ятҡан килеш иҫенә килде. Уянды ла, ҡараңғылы-яҡтылы булһа ла өҫ-башының бысраҡ, оҙон сәстәренең һыу, аяҡ-ҡулдарының һыҙырылып, сыйылып бөткәнлеген аңғарҙы. Быларынан бигерәк уны шәрә булыуы ҡурҡытты. Эйелә-эйелә картуф һабаҡтары, ҡый үләндәре, ҡойма һайғауҙары артына йәшеренергә тырышып, йәйләүҙең иң ситендә урынлашҡан таҡта аласыҡҡа ҡарай шылышты. Килеп етеп ишек тәңгәлендә сөйҙәрҙә элеүле торған беренсе халатты эләктерҙе лә йылғаға йүгерҙе. Һәрмәләнеп үҙҙәренең һауындан һуң йыуыныу өсөн йәшереп йөрөгән һабындарын тапты һәм ашыға-ашыға бер юлы бит-ҡулын, тәнен, башын күпертергә кереште. Урман эсендәге һыу һыуыҡ, тештәрен тешкә теймәй шаҡылдата, әммә ҡыҙ быны тоймай ҙа, балтырҙарына ҡәҙәр булған сөм урынға төшөп алған да, аҡылынан шашыр хәлгә етеп, ҡуш услап өҫ-башына һыу һибә генә. ... Бөгөн дә уны һыйырҙары яҡын ебәрмәне. Яҡын килә башлаһа, күҙҙәрен алартып, һауыу ҡоролмаһының тимер ҡоршауҙарына һырынып ҡалтырана башлай, уҫалыраҡтары шартлатып тибә, хатта һөҙөргә, ҡоршауҙар аша һикереп ҡасырға ынтылғандары ла булды. Тағы ла Сания апай килде. Инде өсөнсө көн Зарифаның һыйырҙарын һауынсыларҙы ял иттереүсе шул ҡатын һауа ине. Һыйырҙар тамам тынысланып, һауыу аппаратын ҡуйҙыртһындар йәки саҡырыуға килеп етһендәр өсөн бөгөн Зарифаға ялан кәртәнән сығып уҡ китергә тура килде. Эй, ғәрләнде быға ҡыҙ. Ике йыл буйына бер мәшәҡәтһеҙ һауған, һөйөп-иркәләп, ҡушаматтар биреп, үҙенә тамам өйрәтеп бөткән малдары нимә ҡылана шул. Силәк-фләгеләрҙе сылтырата башлау менән үк, һауыу урынына килеп теҙелешеп сиратҡа баҫырҙар, ызылдашып сабырһыҙланып торорҙар ине бит. Өлкән һауынсы йәш ҡыҙҙарға: «Ана, ҡарағыҙ Зарифаның малдарын, ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләгәс типмәйҙәр ҙә, һөтөн дә, эйендеһен дә бирәләр, сыбыҡ тотоп ҡамап та ҡаңғырмай, һыйырҙары үҙенә тағылып йөрөй», - тип әленән-әле уны өлгө итеп күрһәтер ине. Әлеге хәлгә ул да аптырай. Бер генә булһа, ни ҙә бит, өсөнсө көн. Йә бөтә ферма малдары шулай ҡыланһа, берәй насар үлән ашағандарҙыр, йә януар-фәләндән ҡурҡҡандарҙыр, тир инең. Юҡ бит, тик Зарифаның ғына төркөмө би6унлана. Улай тиһәң, күрше төркөм малдарының да ҡыҙға ҡарап күҙҙәрен аҡайтыуына, яҡын килһә, ҡасырға әҙерләнгәндәй, алаҡанлауына ҡарағанда, малдар унан өркә. Быны инде өсөнсө көнгә ҡыҙ үҙе лә, һауынсылар ҙа, ферма мөдире лә аңланы. Башта һыйырҙарға йәндәре көйһә, һуңыраҡ: «Зарифа, әллә һиңә ен эйәләшкәнме икән?» - тип, шарҡылдашып алдылар. Өлкәнерәк һауынсылар: «Әбейгә барып өшкөрөлөп ҡайтырға кәрәк, ысынлап та, йә берәй нәмә ҡағылғандыр, йә күҙ тейгәндер, кем белә», - тиеште. Әле Зарифа ҡарағай урманы һиллеген тыңлай-тыңлай, уйҙарына сумып, һауынсылар һуҡмағынан ауылға ҡайтып бара. Уға бер аҙна ял бирҙеләр. Йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, урман эсендә һалҡынса. Ҡарағай урманы эсендә, ғәҙәттә, ҡош-ҡорт та һайрамай ул. Ҡоштар яҡтыраҡ, йылыраҡ ерҙәрҙе төйәк итә. Шулай ҙа бында ла тереклек етәрлек. Зарифа уларҙың барыһын да тойоп, ишетеп килә. Ана, унан биш-алты аҙымдай ғына ағас төбөндә терпе ҡыштырҙап йөрөй, өҫтә, ботаҡтар араһында, ике тейен уҙышып уйнай, артыҡ тауышланмайса ғына ҡорт-бөжәк сүпләүсе, үлән-япраҡтар араһында ҡаҙыныусы ҡанатлылар ҙа етәрлек. Ҡыҙ үҙенең был ғәҙәти булмаған һәләттәренә хәҙер инде аптырамай. Һуңғы ваҡыттарҙа был һәләт унда көсәйгәндән-көсәйә барып, ошондай кимәлгә етте инде. Уны икенсе нәмә борсой. Быға тиклем бары төш кенә булып килгән төнгө сәйәхәттәре ысынбарлыҡҡа әйләнде бит. Эйе, төштәрендә ул быға тиклем дә ҡайҙарҙалыр туҡтауһыҙ сабып йөрөй, ят ерҙәр, урман-тауҙар үтә ине. Бындай төштәр уға айҙың ниндәйҙер бер нисә көнөндә генә килә ине. Ул көндәре ҡыҙ көндөҙөн дә үҙен арығандай, хатта ауырып торғандай ҙа тоя торғайны. Ә был юлы ул ысынлап ҡайҙалыр сыҡҡан булып сыҡты. Тәүге көн йәйләү ситендә иҫенә килгәс, ҡурҡышынан саҡ киренән иҫен юймағайны бит. Өҫ-башы бысраҡ, ҡул-беләктәре һыҙырылып бөткән, өҫтөнән ят еҫ килә, ә үҙе... үҙе шәрә ине. Һәм ошо хәл инде өсөнсө көн ҡабатлана. Кисен ҡыҙҙар менән бер ни булмағандай уйнай-көлә йоҡларға яталар, телевизор ҡарайҙар йә пластинка тыңлайҙар. Үҙ урынында, үҙ кейемендә йоҡоға китә лә, ни мөғжизә менәндер хоҙай ҡушмаған ерҙә һәм хәлдә килеп уяна. Ә бит ул ана шул йөрөүҙәрен тоя ла. Туҡтауһыҙ урман-ҡырҙар буйлап саба бит ул. Эйе, йүгермәй, саба ла һуң... Эт шикелле әҙәм йөрөмәҫ ерҙәрҙән саба... Эт шикелле шул... Еҫе лә эттеке... Аһ! Этме ул әллә!? Үҙ асышынан ҡыҙҙың хәле бөтөп, үлән өҫтөнә ултыра төштө. Ултырған ыңғайы, биттәрен устары менән ҡаплап, илап та ебәрҙе. Йә инде, исмаһам, хәлен һөйләп аңлатыр кешеһе лә юҡ бит. Өләсәһе лә, әхирәттәре лә тыңлағанда ла ышанмаҫ ине, өләсәһе өшкөртөп маташыр, ҡыҙҙар уйлап сығара, тиерҙәр. Ә Ғәлинур... Ғәлинурға ундайҙы һөйләп тормаҫ бит инде, оялмайса... *** — Нишләп ҡурҡа һуң һинән һыйырҙар? – Ғәйшә әбей, төҫө уңған йәшкелт күҙҙәрен секерәйтеп, ейәнсәренең илауҙан ҡыҙарған йөҙөнә төбәлде. — Әллә... - өләсәһе ҡаршыһында сәй шөрпөлдәтеп ултырған ҡыҙ яурындарын ғына һикертте. — һөрәндәйеңме әллә, балам, һуғаңдыр... – ҡарсыҡ үҙе лә ышанмаҫтайҙы теҙҙе. — Ю-уҡ. Бер нәмә лә эшләмәнем. Быға тиклем нисек булһа, шулай һәйбәт йөрөйҙәр ине. Бер көн, шул өсөнсө көн инде, иртәнсәк килһәм – минән ҡурҡалар. Берәүһен ояға ҡыуып индереп һауайым тиһәм, ҡоймаға менә яҙып тулай . Сания апай менән бергәләп эшләп тә ҡараныҡ, барыбер тик торалмайҙар. Мин ситкә китһәм... – ҡыҙ йәштәренә быуылды, - һау-ҙыралар... Етмәһә... башҡаларҙың һыйыры ла минән ҡурҡа-а... Ғәйшә әбей ашъяулыҡтың был яғына сыға һалып, һыңҡылдап бөгөлөп төшкән ейәнсәрен ҡосағына алды: — Йә, сеү, сеү, балам... Мал өсөн илап ней... Анау заффирмы килеп тороп маҡтай ҙа тора ине, күҙ тигеҙгәндер әле шул, күҙе сыҡҡыр... шулайҙыр, атыу нимә булһын? Күҙ-теш инде. Быйыл килеп тартылып үҫтең үҙең, еләк кеүек булдың инде, еттең... еттең. Кеше һоғо инде, көнләшкәндәр ҙә юҡ түгелдер... Һаҡланмаған балаға ней... Зарифа өләсәһенең әүрәтеүенә әүҙе, иркәләп-һөйөүенә йыуанды, илап күңелен дә бушатып алғас, ҡәҙерле кешеһенең «иртән әбейгә апарырмын» тигәненән бөтөнләй тынысланып, эсенән генә йырлай-йырлай өй йыйыштырырға булып та китте. Ейәнсәре тынысланды ла, Ғәйшә әбейҙең, киреһенсә, йөрәге ҡупты. Өйҙә ҡамасаулап йөрөмәҫкә булып, сығып һикәлтәгә ҡунаҡланы ла, бармаҡтарын йышылып бөткән көмөш балдаҡтар уралтҡан, тиреһе бушап, йыйырсыҡланып, ҡоро тарамыштар ғына булып ҡалған ҡулдарын шулай уҡ ҡалтырауыҡ ҡына тубыҡтарына ҡуйып, шуларға текәлеп ҡалды. Нимә һөйләй шул ҡыҙғынаһы? «Һыйырҙар ҡурҡа» тейме? Нишләп улай булыр икән?.. Был хәл бит уға таныш... Һыйыр ҡурҡыу... мал ҡурҡыу... Бының нимә икәнлеген аңлай алманы ул...теге ваҡытта ла... әммә насарға икәнлеген белә...« Эһ-һ...» Әбей, сатин күлдәк менән йоҡа ғына күк бәрхәт кәзәкей япҡан ҡаҡ түше аша ниндәйҙер шом һиҙеп әсетеп киткән йөрәген ыуҙы. ... Бынан ун туғыҙ йыл элек, Рамаҙаны хеҙмәт иткән еренән йәш кенә ҡыҙ бала эйәртеп алып ҡайтҡайны. «Быныһы киленең», - тип таныштырғайны улының армиянан ҡайтып төшкәнен һөйөнсөнән ишетеп, тыны һығылып йүгереп ҡайтып ингән әсәһен. Берҙән-бер балаһын көтөп алыу шатлығынан ярһыған ҡатын, башта был һүҙҙәргә иғтибар ҙа бирмәгәйне. Әммә ҡыуаныстан ҡысҡырышып һөйләшә-һораша сәй табыны әҙерләп бөткәс, быға тиклем урындыҡ ситендә тын ғына ултырған ҡыҙҙың, улының өҫтәлгә әйҙүкләүенә өҫтөндәге плащ һымаҡ нәмәһен сисеп, ҡулъйыуғысҡа барып йыуына башлағанында, күҙгә салынырҙай уҡ ҡорһағы бар икәнлеген аңғарҙы һәм, бая әйтелгәндәр аңына яңы ғына барып еткәндәй, «ялт» итеп улына ҡараны. Әсәһенең ҡайҙа ҡарашы төшөүен аңғарған улы, уңайһыҙланғандай итеп йылмайҙы ла, «киленең, тинем бит, әсәй» тигән булды. Ғәйшә, нимә әйтергә белмәй, телен тешләне. «Киленең» тигәне әле яңы ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ ҡына украин ҡыҙы булып сыҡты. Рамаҙан хеҙмәт иткән ерҙә йәшәгән икән. Тәне һөт шикелле аҡ, сәстәре көлтәләй һары ла, күҙҙәре аяҙ күктәй зәңгәр ине ҡыҙҙың. Русса һөйләшһә, аҙ булһа ла аңлар ине лә Ғәйшә, үҙҙәренсә, украинса ғына икән теле лә. Улына яусылап ҡыҙ әйттереп, ҡоҙалап туй үткәреүҙәргә өмөтләнеп, әллә ни төрлө татлы хыялдар йөрөткән әсә бәхетенең бер сите кителеп киткәндәй булһа ла, уйҙарын йөҙөнә сығармаҫҡа, кешегә һиҙҙермәҫкә тырышты. Һалдат күрә килгән күрше-тирәгә, ауылдаштарына: «һалдат ҡына түгел, килен дә бар беҙҙә, әйҙә, үтегеҙ, әйҙәгеҙ сәйгә, - тип әйҙүкләне, ара-тирә килеүселәргә ҡарағанда үҙ-үҙенә төбәгәндәй итеп өҫтәп тә ебәрҙе: - Ҡырҙан килен апҡайтыу ата-баба йолаһы инде...» Шулай ҙа аҙаҡтан һорашмай ҙа булдыра алманы. Кем балаһы? Кем ҡыҙы? Нишләп былай, урамдан шикелле эйәреп киткән? — Оксана мин хеҙмәт иткән ергә яҡын утарҙа йәшәй ине, - улының яуабы бик ҡыҫҡа булды. — Йәшәгәндер... Ата-әсәһе кем, тигәндәй... — Белмәйем, улар хуторҙан айырылып, үҙҙәре генә урманда тора ине. Атаһына бер барып та ҡарағайным, индермәне... — Ҡыҙын әүрәтте тип асыуланды микән... — Бәлки... Уны хуторҙа ла халыҡ аңлап етмәй ине ул, сәйерме, ҡырағаймы шунда... Кешеләр менән аралашмай, ғаиләһе менән генә ҡырҙа йәшәй... Әсә аптырай төштө: — Ҡалай уйламаған әҙәмдәргә юлыҡҡанһың икән... — Беҙгә уның ата-әсәһе нимәгә, әсәй, Оксана һәйбәт, атаһынан ҡасып миңә эйәреп китте. Һәм...әсәй... әйтеп ҡуяйым тием... Һин Оксананы бындай хәлдә тип... ҡасып килгән тип, кәмһетмә инде, йәме. Ул миңә бик ҡәҙерле... бик... Был яҡҡа килергә риза булмаһа, мин уның янында ҡала инем... Ошо һөйләшеүҙән һуң улына рәнйеп тә йөрөгәйне ҡатын. «Яҡшылап танауы ла кибеп етмәгән бер етен башҡа алданып, әсәһенә лә ҡайтмаҫҡа уйлағанмы, юғиһә? Ире үлгәндән һуң күпме генә һоратһалар ҙа, үгәй күҙенә ҡаратып ултыртмайым тип, улын йәлләп, ҡабаттан тормошҡа ла сыҡманы, үҙен шул бер балаһына ғына бағышланы, көндәрен һанап көттө армияһынан да. Ә ул... «килмәһә ҡала инем» тиме?..» Шулай ҙа матур йәшәне улар. Оҙаҡ түгел, әммә ысынлап һоҡланғыс. Улы килененә, килене улына, ә икәүләп Ғәйшәгә генә ҡарап торҙолар. Рамаҙаны эштән ҡайтһа, етешә барған ҡорһағына ҡарамаҫтан, бала шикелле торор ҙа ҡаршы йүгерер ине Оксанаһы. Барыр ҙа муйынына аҫылыныр ине. Тегеһе ҡатынын күтәреп алған булыр. Ҡәйнәһенә лә бар белгәнсә, аңлағанса ярҙам итергә, уның менән аралашырға тырышты. Бер көн килеп үҙенә ейәнсәр ҙә бүләк иткәс, тамам күңеле булды Ғәйшәнең. «Ярай, әллә кем булһа ней, ҡайһы берҙәр үҙебеҙҙән алған килендәре менән дә эт-бесәй һымаҡ әле, миңә әле ултырған еремә түшәк һалып, ҡулымдан эшемде алып ҡына тора. Ярай, аллаға шөкөр», - тип уйланы. Яҙғы сәсеү мәле ине. Рамаҙаны ҡырҙа ятып эшләй, өс-дүрт көнгә бер генә икмәк-сәйгә ҡайтып әйләнә. Бер көн иртәнсәк килене һыйыр һауырға сыҡҡан еренән йәмшәйгән буш биҙрә тотоп инде. Үҙе ҡурҡҡан. — Ней булды? – урындыҡта бәпес һәтесләтеп ултырған Ғәйшә аптырап китте. Тегеһенең ҡулдарын болғап аңлатып маташыуынан, йәмшәйгән биҙрәнән дә, һыйыр типкәндер тип аңланы ҡатын һәм ейәнсәрен сәңгелдәккә һала һалып, тышҡа сыҡты. Һарай эсенә барып инһә - аптырап китте. Аҡбашы күҙҙәре йоҙроҡ хәтле булып алаҡандаған, яҡын барырлыҡ түгел, даһыр-доһор килеп әле бер, әле икенсе башҡа ҡаса. Өс бөртөк һарығы ла мөйөшкә һырыҡҡан. Был көн һыйырын һауа алманы Ғәйшә, ярһыған мал тынысланманы. Ахырҙа, быҙауын ҡушып тылҡытып, ҡыуып сығарыуҙан башҡа сара тапманы. Ә иң сәйере һуңғараҡ булды. Ете төн уртаһында ейәнсәренең имсәк эҙләп илағанына уянды ул. Хәҙер имеҙһә тымыр әле, тип, көтөп ята бирҙе лә, бәләкәс ярһып уҡ киткәс, төп яҡҡа сыҡты һәм бот сапты: бала бер үҙе тыпырсынып илай, әсәһе юҡ, етмәһә асмалы тәҙрә шар асыҡ тора. Эләгә-тәгәрәй барып тәҙрәне япты, баланы ҡулына алды. Тышҡа сыҡҡан булһа, хәҙер инер, тип уйланы, тик ваҡыт үтә торҙо, килене һаман юҡ. Бәпесте күтәреп йөрөп бер аҙ ойотҡас, тышҡа сығып, кәртә тирәһен дә байҡап әйләнде, теге бер ерҙә лә юҡ. Нимә уйлап, ни эшләргә лә белмәне Ғәйшә. Ултыра торғас: «Урамдан эйәртеп алып ҡайтҡан нәмә шул инде, сыҡты ла олаҡтылыр үҙ яғына», - тип, улын ҡушып яттан әрләп ташланы. Таң яҡтыра башланы... Туҡта, кем... тауыш–тын бар түгелме?.. Йүгерә һалып соланға сыҡһа, килене инеп килә икән. Хоҙайым, әллә һыу ингән инде?! Төн йөҙөндә һыу инеп йөрөгәнме әллә?.. Дер-дер ҡалтыранып ашығып инеп килгән ҡатын тупһала ҡәйнәһе менән йөҙгә-йөҙ бәрелде. Йәш ҡатын һаташып йөрөгән кешеләй, аптыранған, шаңҡыған ҡараштарын Ғәйшәнең йөҙөнән йүгертте лә, йәһәтләп төпкә үтә һалырға ашыҡты. Ҡәйнәһе уның артынан бөтөнләй ауыҙын асып ҡарап ҡалды: килен мунса алдында элеүле торған алама халат йоратына ғына төрөнөп алған ине. Оксана кискәсә төп яҡтан сыҡманы, Ғәйшә лә өйгә инмәне. Икеһе лә бер-береһенең күҙенә күренеүҙән ҡурҡтымы, кисерештәренән оялдымы, күргәндәрен аңлатырға йәки һорарға һүҙ тапманы. Эңергә ҡарай йәш ҡатын сығып усаҡ тирәһендә уралды, ҡаҙанда һыу йылытып балаһының кейем-һалымын сайып элде. Үҙе бик бойоҡ. Ғәйшә лә аптыранды. «Әллә берәй ауырыуы бармы ҡороғорҙоң, бигерәк өҙгөләнгән кеүек тә...» - тип көйөндө. Көтөү ҡайтҡас, урамға тыныс ҡына инеп килгән һәүкәше, киленде күргәс тә, тағы күҙҙәрен алартты, артынан сыбыҡ менән төшкән хужабикәһен тапай яҙып, аҡ-ҡара күрмәҫтән тәртә ҡоймаларға ташланды һәм ауыр кәүҙәһе менән ни ғиллә менәндер кәртәне аша һикерҙе. Һарыҡтары иһә ҡапҡаға яҡын да килмәне. Хайран булды Ғәйшә. Бер килененә, бер һыйыры сапҡан яҡҡа ҡарап ҡалды. Шул кисте төнгә улы ҡайтты. Мунса яҡтылар. Ауыр эштән йонсоған ир йыуынып инде лә, ҡыҙын уйнатып ятҡан еренән хырылдап йоҡлап та китте. Төндә «Гөп» иткән тауышҡа тертләп уянды Ғәйшә, ул арала тағы бер гөпөлдәне. «Аһ-аһ, мылтыҡ аталармы әллә?» Ҡурҡып ҡалҡынды ла: «Рамаҙан... Рамаҙан!» - тип өндәште. Яуап биреүсе юҡ. Йөрәге нимәлер һиҙенгән әсә яланаяҡ йүгерә һалып барып йәштәр ятҡан яҡтың ҡорғанын асып ебәрҙе – урындары буш. Тышҡа атылды. Урам буш. — Рамаҙан! Рамаҙа-ан! – Ғәйшә кәртәләр яғына йүгереп үтте. Тынлыҡ. Һыҙыла барған таңға ҡолаҡ һалды. Әһә, картуф баҡсаһы яғында тауыш бар. Шул яҡҡа йүгерҙе. Тышылдап барып, саҡ улының өҫтөнә менмәне. Рамаҙаны мүкәләп ултырып ергә бөгөлөп төшкән. Ҡаушаған әсә ҡалтыранып улының яурындарына йәбеште. Унан улы башын терәгән нәмәгә эйелә биреп күҙ һалды ла, ҡысҡырып ебәрҙе: — А-а-а! Килен!!! Рамаҙан! Нимә был?! Нимә булды?! – үҙе шул һүҙҙәренән һуң уҡ тегеләр янына ултыра төштө. Уға яуап биреүсе булманы. Ҡайғыһынан иҫәр хәленә ингән уҫлаптай кәүҙәле ир, нескә генә ҡатынының ап-аҡ тәнле үле кәүҙәһен күтәреп күкрәгенә ҡыҫты ла, өйгә ҡарай алып китте. Ҡатындың һәлберәп төшкән нәфис беләге буйлап ергә ҡан тама, етен сәстәрен иртәнге йылы ел иркәләй ине. Суд барышында улы түбәндәгеләрҙе һөйләне: төндә уянған да, ҡатыны тышта оҙаҡлағандай булғас, эҙләп сыҡҡан. Яҡын -тирәне, аҙбар эстәрен ҡараған, тауыш биргән. Ахырҙа, һарай арттарына күҙ һалайым тип үтһә, ай нуры яҡтыһында ниндәйҙер эттең картуф баҡсаһы ҡоймаһын һикереп үткәнен аңғарған. Яҡшылаңҡырап ҡараһа – бүре икән. Ҡатын ҡайғыһы киткән. Кирегә сапҡан. Келәткә инә һалып, ҡушкөбәген алып яһаған да, арт яҡҡа кире йүгергән. Килһә, теге бүре бер ҙә ҡурҡҡанға оҡшамай, туп-тура кәртәләргә туралап килә икән. Ир быға мылтыҡ көбәген төҙәй. Теге һаман килә. Ата был. Януар «сый» итеп бейек картуф һабаҡтары араһына ырғый, тағы ата. Тауыш тынғандай булғас, яҡын килһә... унда ҡатыны ята. Ҡойоға буялып бөткән... шәрә... Әлбиттә, Рамаҙанға берәү ҙә ышанманы. Хатта әсәһе үҙе лә. Суд «көнләшеү нигеҙендә яһалған енәйәт» тип, туғыҙ йылға хөкөм итте лә төрмәгә оҙатты. Ғәйшә кескәй ейәнсәрен ҡосаҡлап, һуңғы көндәрҙә булған ҡот осҡос хәлдәрҙән айный алмайса түгелеп илап ултырҙы ла ҡалды. Күҙ асып йомған арала һоҡланғыс йәштәр ҙә, матур ғаилә лә, илаһи мөхәббәт тә, бәхет тә, шатлыҡтар ҙа юҡҡа сыҡты. Дүртенсе йыл тигәндә улын табутта алып килделәр. Төрмәлә кемдәрҙер менән эләгешкән дә, сәнсеп үлтергәндәр, тинеләр. Һушһыҙ булып ауған Ғәйшә менән бытылдап йүгереп йөрөгән Зарифаны күрше-күлән баҡҡан арала, төрмә һаҡсылары табутты ерләне лә шылды. Шулай итеп, ейәнсәр менән өләсәй бөтөн донъяла бер-береһенә иң яҡын ике генә кеше булып тороп ҡалды. ... һуңғы көндәрҙә Зарифаның хәле яҡшы. Буталсыҡ төштәре лә, төнгө мәшхәрҙәре лә ҡалдырҙы уны. Дөрөҫөрәге, бәхеткә ҡаршы, ауылда ҡабатланманы. Быныһы бер шатлыҡ булһа, икенсе ҡыуанысы ҡыҙ өсөн ҙурыраҡ та, мөһимерәк тә ине. Ғәлинур ҡайтҡан! Ниһайәт, сессияһын тамамлап, йәйге каникулдарға ҡайтҡан. Ҡалала техникумда уҡый ул, төрлө техника, ҡоролмалар төҙөлөштәрен өйрәнә. Ғәлинур менән Зарифа ҡара-ҡаршы йорттарҙа йәшәп, мәктәп йылдарынан бергә уйнап үҫте. Аҡ йөҙлө, йәшкелт күҙле, үҙенән ике йәшкә кесе булған нәҙекәй генә ҡыҙ баланы малай башта дуҫтарына ҡушылып: «Мәрйә», унан ҡалһа йәшел күҙҙәренән көлә булып: «Бесәй-бесәй, бес-бес-бес» тип үсектерҙе. Шулай эләкләй торғас, юғары кластарға етеүгә шул «мәрйә»гә башкөллө ғашиҡ булыуын аңланы. Янынан үткән-һүткәндә «Бесәйгүҙ» тип ауыҙ йырҙы ла, шул күҙҙәрҙең йәшел нурын ҡараштары менән йота биреп торғоһо, кистәрен үҫмерҙәр эскәмйәлә йыйылғанда уның янына ултырғыһы, уйындарҙа ҡулдарын тотоп тора биргеһе килде. Ҡыҙ ҙа ситкә ҡасманы, киреһенсә, магнит тартҡан кеүек егеткә ылыҡты. Ауыл ерендә бындай эштә сер буламы? Йәштәр әле үҙ хистәрен үҙҙәре аңлап етмәҫ элек үк, уларҙың «ҡайнар мөхәббәте» хаҡында хәбәр таралды. Был хаҡта, әлбиттә, егет менән ҡыҙҙың икеһенә лә йөҙ төрлө итеп килеп бышылданылар. Әммә йәштәр был хаҡта һөйләшергә йәки осрашырға ашыҡманы. Егет ҡыҙҙан, ҡыҙ егеттән нимәлер көтөп, бер-береһен ситтән генә күҙәтешеп, мәғәнәле ҡараштар, йылмайыуҙар менән генә алмашып йөрөй бирҙе. Шулай итеп, Ғәлинур мәктәпте тамамланы ла, йәйен колхозда йөрөп үткәреүгә, көҙгә армияға ла саҡырттылар. Зарифа оҙатыу кисәһенә бара алманы - өләсәһе ебәрмәне. Ауыл араһында ул-был ғәйбәтте ишетә-белә йөрөгән ҡарсыҡ, ҡунаҡҡа саҡыра килгән егеттәрҙе бороп сығарҙы ла, үсегеп турһайған ейәнсәренә бармаҡ янап: «Һаҡланғанды һаҡлармын тигән…» - тип кенә ҡуйҙы. Әммә хат алышыуҙарына ҡамасауламаны Ғәйшә әбей. Киреһенсә, ҡыҙы өйҙә булмағанда хат ҡулына килеп эләкһә, конвертын ҡәҙерләп кенә ҡат-ҡат һыйпап, ҡабартып өйөлгән яҫтыҡтары аҫтына йәшереп ҡуйҙы ла, тәҙрә өлгөләренән күҙен алмай, бала кеүек сабырһыҙланып, ейәнсәрен көттө. Тегеһе ҡайтып, көлә-йылмая уҡығанда, ишетеп торғандай ҡуша ҡыуанып, тешһеҙ ауыҙын йырып, сырыш ҡул һырттарын ыуалап, ҡәнәғәт булып ултырҙы. Ғәлинур армиянан ҡайтҡанда, Зарифа бер йыл фермала эшләй ине инде. Мәктәптән һуң ул уҡып торманы, өләсәһе лә оло кеше булараҡ, ейәнсәрен ҡайҙалыр сығарып ебәрергә теләмәнеме, әллә уҡырға кәрәк тигән төшөнсәне белмәнеме - ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Мәктәпте тамамлап, бер ҡайҙа ла йыйынмаусыларҙы колхоз хужалығы ҡуш ҡуллап үҙенә эшкә саҡырҙы һәм был исемлеккә Зарифа ла ингән ине. Фермалағы эше менән ҡәнәғәт ул. Малдарҙы ярата, һыйыр һауыу ҙа бәләкәйҙән өйрәнгән шөғөл, аҡсаһын түләйҙәр. Теләгәнен алып кейә, алып ашай ала һәм үҙен тормошта урынлашҡан, маҡсаттары аҡтарылған ҙур кеше итеп тоя. Ғәлинур менән Зарифа бер йәй генә бергә булып ҡалдылар. Ҡара-ҡаршы йәшәгәс, бер-берһенең күҙ алдында ғыналар. Кистәрен дә бергә сыҡтылар, уйындарҙа ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөнөләр, йәнәш ҡайттылар, эскәмйәлә һыйынышып ултырҙылар, серләштеләр, оҙатыштылар. Күптәр уларға ҡарап: «Була бит бәхетле кешеләрҙә бәхетле мөхәббәт», - тип һоҡланды, көнләште, ҡыҙыҡты. Ә был икәү башҡаларҙы күрмәне лә белмәне, икәү-ара мөкиббән булышып, һәр көнгә, һәр кискә һөйөнөп, бер-береһе менән һоҡланышып йәшәй бирҙе. Көҙгә Ғәлинур уҡырға китте. Зарифаны ла саҡырҙы ул. Тик ҡыҙ егеттең һаман да уҡып ялҡмауын, егет ҡыҙҙың бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт булыуын аңламаны. Әммә нимәләлер бер-береһенә дәғүә белдереү ике йәш кеше өсөн ят нәмә ине әле. Башта Ғәлинурҙан хаттар армиянан яуған кеүек күпләп килде, унан аҙая, аҙая барып, яҙға ҡарай бөтөнләй һирәгәйеп ҡалды. Яңы йылда ҡайтып киткәнендә лә Зарифаға ул нисектер үҙенән ятһынғандай, тартынғандай булып тойолдо. Ҡыҙ был һалҡынлыҡтың сәбәбен төшөнә алмай, һөйгәненең элекке кеүек төбәлеп баҡҡан ҡараштарын, онотолоп йылмайып тороуҙарын, үҙен ҡыҙҙарҙан айырып алып китергә ынтылыуҙарын көттө. Икеһе генә ҡалған ваҡыттары ла булманы түгел. Ҡышҡы урамдарҙы, буран олоуын тыңлап, өшөгәнсе ҡыҙырҙылар. Тик егет элекке түгел ине. Йә ҡыҙҙың һөйләгәндәрен тыңламайса уйға батты, йә ишетмәй ҡалып, ҡат-ҡат ғәфү үтенде, тарҡау ғына һөйләште. Һүҙҙәрендә лә йәйге «беҙ» тигән төшөнсә «һин»гә һәм «мин»гә айырылғайны. Һәр хәлдә Зарифаға шулай тойолдо. Әле егеттең ҡайтҡанын ишеткәнгә лә ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте. Тик ҡайтыусы йәйләүгә килеп күрешергә ашыҡманы. Зарифа башта ауыл юлынан күҙ алмай көттө, унан үпкәләне, көйҙө. Ҡыҙҙарҙың йәлләп тә, мыҫҡыллы көлөп тә ҡарағандарын һиҙеп, кәмһенеүҙән, рәнйеүҙән ҡара янды. Унан теге «ауырыу»ы тағы ла башланды. Төштәре буталды, хәле бөттө, күреү, һиҙеү, ишетеү тойғолары көсәйҙе, тәненән ят еҫ килде. Унан тағы ла урман ситендә уянды… Был юлы һауынға сығып торманы ҡыҙ, нимә булырын белә бит инде. Йыуынып, кейенеп алды ла, ике өйҙәш ҡыҙына «Ауырыйым» тип бер ауыҙ ғына һүҙ ташлап, сыҡты ла китте. Үҙ-үҙен аңларға, уйҙарына, хистәренә төшөнөргә тырышып, асылында барған ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе аныҡларға маташып, оҙаҡ ҡына урман ҡыҙырҙы, йылға шауын тыңлап ултырҙы ул. Ысынлап та, нимәлер яңы, нимәлер ят унда. Ялан аяҡ ергә баҫҡайны, ерҙең һулышын ишеткәндәй, ағас олонон ҡосаҡлағайны, яланғас беләктәре менән уның үҫешен, терелеген һиҙгәндәй булды. Был яңы тойғолар ҡыҙҙы тағы ла нығыраҡ ҡурҡытты, сараһыҙландырҙы, башын тотоп ауылға ҡарай тән тәсмән йүгерергә мәжбүр итте. Өләсәһе тамам аптыранды, ни сара итергә белмәй ыуаланды. Бер нөктәгә текәлеп ятҡан ейәнсәрен сәйгә ултыртмаҡсы булып ураған һайын самауырын яңыртты, әле килеп арҡаһынан тапап һөйҙө лә, теге юлы алып барған имсеһенең шифаһы теймәүенә һуҡранды. Тик ҡыҙ быларҙы ишетмәне лә, күрмәне лә, ул башҡалар ғына түгел, үҙе лә аҙашып йөрөрҙәй аңлайышһыҙ донъяһына бикләнгән ине. Кискә ҡарай Зарифаға үҙенә йән ингәнен, йән ингән генә түгел, һулыш алған һайын күңеле, дәрте күтәрелә барғанды тойҙо һәм ошонан файҙаланып клубҡа сыҡмаҡсы булды. Уйнарҙан түгел уйы, Ғәлинурҙы күреп, өҙә һөйләшмәксе ине ул. Тороп, оҙон сәсәтәрен йыуып киптерҙе лә, уларын лампочка яҡтыһында алтын нурҙар сәсеп торорлоҡ итеп ялтыратҡансы ҡат-ҡат тарағас, бушаҡ ҡына итеп берҙән үреп төшөрҙө. Өҫтөнә биле тәңгәленән өҙөп, итәге ҡабартып тегелгән ҡара ерлеккә ваҡ ҡына зәңгәр сәскәләр һибелгән крепдишин күлдәген кейҙе. Ошо күлдәге күҙенең төҫөн асып, йөҙөнөң аҡлығын сағылдырып ебәрә шикелле, һәр хәлдә Ғәлинур былтыр үҙе шулай тигәйне. Кейенеп-яһанып бөткән ҡыҙ, ейәнсәренең тороп ихлас мәшәҡәтләнеп алып китеүенә күңеле булып, ирәүәнләнеп күҙәтеп ултырған өләсәһенең шау йырйырсыҡтан ғына торған йомшаҡ сикәһенән «әп» иттереп үбеп алды ла, үксәле туфлиҙарында килешле генә тыҡылдап сығып та һыҙҙы. Әбей кинәнестән тешһеҙ ауыҙын йырып, ейәнсәре артынан бөркөлөп ҡалған татлы хушбуй еҫтәрен йотоп ултырып ҡалды. Ысынлап та, йәштәрҙең уйынына ла, гармунға бейеүенә лә күңеле ятманы Зарифаның. Ул ҡараштары менән Ғәлинурҙы эҙләне. Әһә, ана ул да артҡы рәттәрҙең береһенә сумып, тамашаларҙы алыҫтан ғына күҙәтә икән. Ҡыҙ башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып, әле бер, әле икенсе берәү янында туҡтап һөйләшкән булып, шул яҡҡа үтте. Теге һаман күрмәй. Ипләп кенә егеттең артына килеп баҫты. — Һаумы, Ғәлинур, - ҡыҙҙың ҡолағына эйелә биреп шыбырлап ҡына әйткәненән тегеһе йылан саҡҡандай һикереп китте хатта: — Ә! Ә-ә… Зарифа… һинме ни? — Мин инем, асыуланмаһаң… — Ә-ә… Хәлдәрең нисек? – егет ни әйтергә белмәй тотлоҡто. — Минең хәлем менән ҡыҙыһынғасың, ниңә килеп белмәйһең һуң? — Әллә бына… ваҡыт та… — Йә, ыҡылдама инде. Һорау алырға торған кеше юҡ. Шулай ҙа… һөйләшергә ине. — Зарифа, мин… — Ғәлинур, һиңә берәү ҙә бер ни ҙә өндәшмәй, аҡланма. Кешегә ғәйбәт иткәнсе, үҙ-ара ғына барыһын да асыҡлайыҡ та ҡуяйыҡ. Ҡурҡма, баҫтырып йөрөмәм. Мин һине теге урында көтәм, - тип әйтерен бер тында шыбырланы ла «ялп» итеп сығып та китте. Бер килке ваҡыттан һуң Ғәлинур ҙа клубтан сыҡты һәм башта ҡайтырға булып өйҙәре яғына ыңғайлай бирҙе лә, бер аҙ икеләнгәндәй туҡтап торғас, ҡырҡа боролоп, йылға буйына төштө. Зарифа уны яр буйына үҙҙәре алып килеп һалған ҡыу бүрәнә өҫтөндә көтә ине. Ул килеүсенең яҡынлауын әллә ҡайҙан уҡ тойоп, танып ултырғандан, тегеһе янына ҡунаҡлағансы, яр аҫтындағы ҡараңғы һыу буръяғына текәлеп тик ултырҙы. Бер килке өнһөҙ булдылар. — Йә, - йылға шауы аҫтында Ғәлинурҙың тауышы ишетелер-ишетелмәҫ сыҡты, - тыңлайым. — Бәлки, башта мин тыңларым, аңлатырһың аңраға, - ҡыҙҙың йәшкелт күҙҙәре түңәрәк ай яҡтыһында ялтырап китте, тауышынан тәбиғи булмаған ҡатылыҡ, һалҡынлыҡ бөркөлдө. Был күренеш егеткә бик сәйер тойолдо, шунлыҡтан үҙен нисек тоторға ла белмәне. — Зарифа, һин һорау алмайым, тигәйнең бит. — Шулай ҙа һин аңлат әле миңә… — Нимәне?! — Исмаһам, күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтергә эшкинһәңсе! — Нимә ишеткең килә минән?! — «Яратмайым», «алданым» тигәнеңде… Ғәлинур өндәшә алмай торҙо, яйлы һүҙҙәр эҙләне шикелле: — Зарифа, минең һине алдағаным юҡ, хәтерем яңылышмаһа, «яратам» тип тә анттар итмәнем. Һин миңә оҡшайһың, эйе, мин һине хөрмәт итәм, хатта нисектер яҡын итеп яратам да… Һин матур… һин шундай матур, аҡыллы ҡыҙһың… тик беҙҙең юлдар икеһе ике яҡҡа китә… — Ә хат алышыуҙар, осрашыуҙар ниңә кәрәк булды һуң беҙгә? — Беҙ бала инек бит, Зарифа, мауыҡтыҡ, ахыры. Мин дә мөхәббәт ошо булалыр, тип уйлағайным. — Ә нисек була һуң ул … мөхәббәт?.. — Ул икенсе була… Ысынлап яратыу ул беҙҙеңсә еңел генә, ҡыҙыҡ ҡына түгел, аңлайһыңмы?! Ысын яратыу ул… яндыра…яндыра ғына, Зарифа, йөрәкте, - егет асырғанып әйтелгәндәре ыңғайны ирекһеҙҙән усы менән уң күкрәгенә баҫты. Ҡыҙ барыһын да аңлағанын белдерә булып, мыҫҡыллы йылмайҙы: — Осратҡанһың, тимәк, мөхәббәтеңде… — Осраттым да… яулауы ауыр… Зарифа хыянатсыл булып атылып килгән йәштәрен йәшерергә теләп, күк көмбәҙендә бәүелгән ялтыр айға төбәлде. Кинәт уның шул аҡһыл-зәңгәрһыу шарға ҡарап ҡысҡырғыһымы, эсенән урғылып килгән ярһыу, асыу һәм тағы ла әллә ниндәй аңлайышһыҙ тойғоларҙан бушанырға, күкрәгенән атылып сығырға булышлыҡ итеп, ниндәйҙер ауаз сығарғыһы килде. Был ҡырағай теләк асылы менән айҡашып маташҡан ҡыҙҙан көслө, күпкә көслө ине һәм ошо хәленә ҡаршы тора алмауҙан ҡурҡып, ул ауыҙын усы менән ҡапланы ла ҡапылдан ни эшләргәнен аңламай, үҙ-үҙен белештермәҫтән, ситкә атылды. — Зарифа! Зарифа, әйҙә, улай ҡыланмайыҡ! Бала-сағаланма, Зарифа! Ғәлинур яр буйлап йүгереүсе ҡыҙ ҡараңғылыҡта күҙҙән юғала башлағас, артынан төштө: — Зарифа, туҡтале! Әйҙә, ҡайтайыҡ, иртәнсәк барыһы ла икенсе төрлө булып тойоласаҡ! Зарифа-а! Ҡыҙ тыңларға уйламаны ла, уға егеттән мөмкин тиклем алыҫҡараҡ ҡасырға кәрәк ине. Туҡтай биреп: — Килмә артымдан! Ҡал! Йүгермә тим һиңә! – тип үҙәк өҙгөс ят тауыш менән һөрәнләне лә ары йүгерҙе. Тик тегеһе ҡалырға теләмәне, йылға ярындағы төпһә-ботаҡтарға, убасыҡтарға абына-һөрөнә, ҡыуыуын дауам итте: — Зарифа, тим! Алйот! Туҡта! Зарифа йүгереүен белде. Арыманы ул, киреһенсә, һәр күҙәнәгенә, һәр мускулына көс өҫтәлеүен, ярһый, ҡыҙа барыуын тойҙо. Шул уҡ ваҡытта үҙендә башланған ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ үҙгәреште лә һиҙҙе һәм артынан таптыр-топтор булып ҡыуып етеп килгән егеттән дә, эсенән атылып сығып, бөтөн йәнен-тәнен ялмай барған хәл-тойғонан да ҡотолоу юлын таба алмай, йән-фарман килгән ыңғайы, осҡан шикелле, атылып-ҡанатланып текә ярҙан төнгө йылға буръяғына ырғыны. Артынан ана тотам, бына тотам тип ынтылған егет, яр ситендә ике ҡулын алға һуҙып, шаңҡыған хәлдә тантып тороп ҡалды. … Ниндәйҙер ваҡыт арауығынан һуң, йылғаның теге ярына ташҡын эсенән тамам хәлһеҙләнгән, һыу йотоп бөткән арыҡ ҡына йәш бүре көскә шыуышып сығып, ҡырсынға һеңде. Бер аҙ хәл алғас, мөсһөҙ аяҡтарына тороп баҫты ла, яурыны аша киң йылға аръяғындағы ауыл уттарына ҡарап, ҡайҙалыр алыҫта, ҡараңғылыҡ эсендә «Зарифа ла Зарифа» тип өҙгөләнеп саҡырыуҙарҙы тыңлап торҙо һәм йолҡош кәүҙәһен «дер-р» иттереп һелкеп алып, яй ғына урман ауыҙына һәлпәңләне. …Зарифаның «эшен» ауылда бик оҙаҡ тикшерҙеләр. Аҙна самаһы йылғаның әллә нисә километрҙай арауығын һөҙҙөләр, һыу аҫтына водолаздар төшөрөлдө, йылға-тирә, урман-ҡырҙар ҡаралды, ағым ыңғайы ултырған ауылдарға йөрөп, һорашып сыҡтылар. Быға тиклем Иҙелдә яҙғы һыуға, хатта мәкегә төшөп киткән балалар мәйетен дә эҙләп таба торғайнылар. Тик ҡыҙҙан бер генә әйбер, ишара бирерҙәй генә нәмә лә табылһасы! Ғәлинур милициянан килгәндәргә лә, һорашыусыларға ла иҫәр хәлендә: «Һыуға һикерҙе… һыуға һикерҙе… һыуға һикерҙе…» - тип, бары ике һүҙҙе ҡаталаны ла ҡабатланы. Ғәйшә әбей илап-һыҡтап арығас: «Төртөп төшөргәнһеңдер әле», унан ҡалһа «Баламды үлтереп тыҡты инде берәй ергә, йәне сыҡҡыр… түпәһе уйылғы-ыр» тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай Ғәлинурҙы ҡарғаны. Ни булһа ла, ике йылдан ашыу тикшереү бер һөҙөмтә лә бирмәгәс, эште ябып ҡуйыу менән сикләнделәр. Зарифа «һыуға төшкәндәй» тигәндең тура мәғәнәһендә, зым-зыя булды. Яйлап уның хаҡындағы хәбәрҙәр, уйҙырмалар баҫыла барып, ваҡыт үтеү менән, ауылдаштарының иҫенән дә сыҡты. Ейәнсәрен юғалтыуға илай-илай тамам һуҡырайып, йәшәүҙән ваз кискән Ғәйшә әбей ҙә теге донъяға юлланғас, Ғәлинурҙың йөрәгендә уйылып ҡалған әсенеү тойғоһонан башҡа, Зарифа исемен иҫкә алғандай кеше лә ҡалманы. …Ике тиҫтәнән ашыу йылдар үткәс, инде яҙмыш ипкенендә шаҡтай таушалған ир уртаһы Ғәлинур, хеҙмәттәштәре менән ғәҙәттәгесә аҙнаның һуңғы эш көнөн оҙатып, гаражда тамаҡ сылатҡан мәлдәрендә, әллә артыҡ тейәп алып, әллә яһап, түбәндәгеләрҙе һөйләй: «Үткән аҙнала ҡатын менән бажаның юбилейына барғайныҡ бит әле. Килеп шәп һыйланылар, иҫереп кителгән бит, әй. Төнгә ҡарай өлкән малай машина менән алырға килгән, икебеҙгә лә эшкә бит инде, ҡайтырға кәрәк. Юҡ, ыҡҡа бармайым, ти бит мин. Бисә менән малай тартҡылап-тартҡылап та тыңлата алмағас, иртән автобусҡа сығыр әле тип, ҡалдырып киткәндәр. Ултыра торғас, ваҡытым еткәндер инде, мин дә ҡайтырға булып киткәнмен. Бажаны ла, балдыҙҙы ла тыңлау ҡайҙа, биш саҡрымды ней хәҙер «жыйт» итеп мин, иртән килеп баш төҙәтеп китермен әле ишшыу, тип, тороп сығып киткәнмен ти. Атлап барғанымды аҙыраҡ иҫләйем ул, һыуыҡ ел әсеһенә бит-ҡулдың сәңкегәнен дә хәтерләйем һымаҡ, ну ауылға етәрәк кенә анау үҙәктәге эҫкерт төбөнә ятҡан да йоҡлағанмын бит. Уныһы ярай, черт с ним, уянып китһәм, күкһелт булып көн яҡтыра, өҫтө буйтым ҡар һырынтыһы ябып ташлаған, аяҡ-ҡул ҡатҡан, ну арҡа, бил, янбаш тирәләре йылы бит әй. Аптырай биреп тыңлап ятам, елкәмә генә берәүҙең ҡайнар тыны бәрелгәндәй. Тамам уяндым, ҡайҙа икәнемде аңлап, хайран булып башымды борһам… артымда мине ҡосаҡлай биреп һырынып, уҫлаптай бүре ята. Ысын, егеттәр, эт түгел ине, валлаһи-биллаһи, бүре ине ул! Нисек һикереп торғанымды иҫләмәйем. Ҡапылдан ҡасһам, өҫтөмә һикерерме был тип, тегегә тексәйәм, етмәһә ойоған, өшөгән аяҡ-ҡул тыңлай һаламы әле?! Юҡ, ташланырға иҫәбе юҡ бының, башын алғы тәпәйҙәренә һалған да ҡарап тик ята, ара-тирә шыңшып-шыңшып ебәрә. Йөнө аҡһыл күк, күҙҙәре нисектер йәшкелт инеме шул. Ҡарашынан арына алмайынса, әллә күпме ара артым менән барҙым, унан юлға төшөп алғас, өйгәсә шаңҡып атланым». Был хикәйәтте тыңлағандар эскәндә «ах» та «ух» килеп ултырһа ла, һуңынан «Ундай хәлдә урманда йөрөһәң, бисура ҡосаҡлап йоҡлатһа ла аптырама» йәки «Күп булһа, Алабайы эҙләп килгәндер, иҫерек башҡа эт ней бүре ней», «Бүре булһа, Ғәлинурҙан кәзә тояҡтары ла ятып ҡалмаҫ ине әле», тип көлөштөләр. Ғәлинурҙы йәштән үк бауыры ыҙалата ине. Ана шуны белә-күрә йә ауыҙын тыя алманы, йә дауаланыуға йөрөмәне. Иллеһен дә тултыра алмай ҡалды шуға, балалары таралып бөткән яңы өйөндә әле йөҙ-төҫөнә өлкән сырайы ла ятмаған ҡатынын, бер үҙен зарыҡтырып, ултыртып китте. Яңғыҙ саҡта тыныс ҡына ятып йән бирҙе ул. Тәнендә бер ауыртыу ҙа тоймай, йәне ғазапланмай, кәүҙәһе еңеләйеп, ҡараштары яҡтырып киткән бер мәлдә, күҙ алдына ап-асыҡ ҡына итеп бер ҡыҙ бала килеп баҫты ла, урман төпкөлдәрендәге ләмле күләүек кеүек йәшел күҙҙәрен тултырып бер генә ҡараш атты. — За-ри-фа-а-аһ… - һуңғы һулышында әйтелгән ошо исем менән бергә йәне осоп сыҡты. Ғәлинурҙы ерләгән көн төнө буйы зыяратта бүре олоно. Был яҡтарҙа көҙөн ауыл янында бүре олоуы әллә ни аптырарлыҡ хәл түгел. Инә бүре ҙурайған балаларын һунарға өйрәтә, ҡышҡа әҙерләй булыр. Шулай ҙа быныһы ситке өйҙәргә терәлеп кенә торғандай ерҙә бит әле. Ул ниндәй артыҡ ҡыйыулыҡ!? Шуға йәне көйгән бер һунарсы егет аҙаҡ: «Барһам, Ғәлинур ағай мәрхүмден ҡәберенә ултырып алып олой, мәлғүн. Мылтыҡты зыярат рәшәткәһенә терәп тороп сәпәнем – тәкмәс атып китте. Яралағанмын шикелле, ҡан эҙе бар ине», - тип һөйләгән. … Урал тауҙарының киртләс-киртләс һикәлтәле текә тау итәгенә әҙәм аяғы баҫмаҫ шырлыҡ яғынан арт һынын саҡ һөйрәп йөндәре ҡанға, тупраҡҡа уҡмашҡан күк бүре үрмәләй. Бына ул сосайып сығып торған бер ҡырҡҡы таш тәңгәленә етте лә, аҡтыҡ көсө менән шыуышып, уның аҫтына инеп ятты. Бында кеше һыйғандай иркен генә ҡыуышлыҡ бар икән. Көҙгө дымлы ел алтын япраҡтарҙы, ҡоро-һарыны осортоп алып килеп, ҡыуышлыҡтың ауыҙын томаларға тырышты, таш араларына инеп олоно, һыҙғырҙы, оҙайлы һалҡын ямғырҙар, һыуыҡтар вәғәҙә итте. Әммә оялағы йән эйәһе быларҙы ишетерлек хәлдә түгел, дилбегә буйы ғына көҙгө көн кискә ауышыуға уның йәнһеҙ кәүҙәһе һыуына башлағайны инде. … Һалҡын ҡыш мәңгегә килмәгән, яҙҙың ҡыйыу ябырылыуына ул да биреште, биреште лә яйлап ҡына тауҙарҙан шыуып төшөп, үҙәктәргә боҫто. Ҡаяларҙың асыҡ битләүҙәрендә ҡар әрселер-әрселмәҫ үк йәшел үлән морон төрттө. Ҡояштың шаян нурҙары таштан-ташҡа ялтыраҡ булып һикерешеп йөрөп шаярышты. Аңғармаҫтан шул нурҙарҙың бер тиктормаҫы, ҡыуышып барып, суҡайып ултырған таш аҫтына төшөп китеп, күҙ асып йомған арауыҡҡа ғына мәмерйәне яҡтыртып ебәрҙе. Унда һап-һары етен сәстәренә уралып, ап-аҡ тәнле ҡатындың һыуһылыуҙай зифа кәүҙәһе ята ине. Нур остоҡтары «йәлп-йөлп» итеп ары йүгерҙе. Уларҙың бында эше юҡ. Бындайҙы тау ғына белә. Ә тау үҙенең серен һаҡлай.

Миләүшә Ҡаһарманова.

 

Автор:
Читайте нас: