Үҙенең дер - дер ҡалтырауына уянып китте Ишҡәле. Шул тиклем итеп тә ҡалтырана ала икән кеше. Теше тешкә теймәй шаҡылдай, аяҡ - ҡулдарын бөтөнләй тоймай. Ә кәүҙәһе, бөтә тәне туң бүрәнә, тиерһең.
Көслөк менән күҙҙәрен асты. Әллә асманымы? Дөм - ҡараңғы көйө. Ҡалҡынайым тиһә, хәле етмәне - быуынһыҙ кеше һымаҡ. Ҡулдары ла тыңламай, шулай ҙа ятҡан көйө ян - яғын устары менән ҡапшаны. Өйҙәге кеүек йомшаҡ диван түгел был. Ниндәйҙер ҡаты, ҡаҡ, һалҡын нәмәлә ята. Күнме, клеёнкамы менән көпләнгән нәмә, буғай. Ҡайҙа була торғайны әле бындай түшәктәр? Танауы тонған булһа ла, әскелтем еҫте лә тойҙо. Бик таныш еҫтәр.
Ә, иҫенә төштө - дауаханаларҙың ишеген асып ингәндән ошо еҫ танауға бәрелә бит. Ҡабул итеү бүлмәләрендә, сирлеләр ятҡан палаталарҙа. Ә ятҡан урыны - кушеткалыр. Тик тегендә йылы бит. Ә бында ниңә һөйәктәргә үтерлек һыуыҡ? Ниңә күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы?
Күҙҙәрен ҙур асып, ни ҙә булһа күрергә тырышып, башын борғоланы. Юҡ, бер нәмә лә күрерлек түгел - әллә баҙ, әллә ҡәбер. Елеккә үткән һыуыҡлығы - ҡәберҙән. Белә, ҡәбер ҡаҙғаны бар. Баш осонда ҡайнар ҡояш, ә соҡор эсендә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була. Аяҡ табандары сәңкеп китә хатта.
Кушеткала ятҡас, ҡәбер түгелдер шулай ҙа.
Ә Ишҡәле ҡасандан бирле икән һуң бында? Бер ни тоймаған аяҡтарын бөгөп - яҙып ҡараны. Устарын ауыҙынан тын өрөп йылытты ла ҡултыҡ аҫтына тыҡты. Бер ҡат күлдәктән генә. Ҡалған кейемдәрен кем систереп алған? Ниңә систергәндәр? Ошо сиккә етеп өшөмәҫ тә ине, бәлки. Тағы ла бер - ике сәғәт ятһа, шаҡылдап ҡатыр ине Ишҡәле, туңыр ине, һис шикһеҙ. Ярай әле әсәһе уятты:
- Ишҡәле-е...Ишҡәле-еү... Тор, балам сығып ин, ҡыҫталғанһың бит. Тор, йәме, аҫтыңа итеп ҡуйырһың. Бар сығып ин, йәме, балам.
Йомшаҡ ҡына итеп иңбашына төртә әсәһе. Ишҡәлене тертләтеп ҡуймайым, тигән шикелле, шыбырҙап ҡына өндәшә.
Ишҡәленең уянғыһы, йоҡоһон ҡасырғыһы килмәй.
- Э-эй, кит әле, әсәй...
Әсәһе китмәй, һаман ныҡыша:
- Тор, бар сығып ин.
Ана шунда уянды Ишҡәле. Дер ҡалтырап, өшөп уянды.
Уяуҙағы кеүек һөйләшкән әсәһе янында булмауына ышанырға теләмәй, һүҙ ҡушты:
- Әсәй?.. Яуап юҡ. Ә Ишҡәле хайран ҡалды. Әллә ҡасан үлгән әсәһе улының төшөнә инеп уятҡан, туңып үлеүҙән аралап ҡалған.
Ишҡәленең йомоҡ күҙҙәренән йәш һығылып сыҡты.
Ауырлыҡ менән тороп ултырҙы.
Бала саҡта әсәһе ҡустыһы менән икеһен төндә уятып, тышҡа сығара ине. "Былай ҙа ҡаралды әҙ". "Былай ҙа һабын юҡ”. "Ҡышын кейеҙҙе нисек киптермәк кәрәк?" Һүҙен таба ине. Шул ғәҙәтен ташламай Ишҡәле. Төндә тышҡа сыға. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә. Ҡалай ғына иҫерек булған саҡтарында ла ауа - түнә атлап сығып китә. Ҡатыны шаярта торғайны.
- Бер генә шәп яғың бар - ҡайһы бер эскән ирҙәр кеүек аҫтыңа еббәреп ятмайһың.
Бәлки, нисек тә булһа, бында ла сығып инергә мөмкин булыр?
Иҙәнгә төшөргә теләп, аяғын һалындырҙы, тик баҫа алманы. Шулай бейек микән ни ятҡан ере? Төшәйем, тиһә, аяҡтары буйламай, һонолһа, стена тигән нәмә тапмай. Дөм - ҡараңғы һаман. Бөләңгерт кенә булһа ла, ут яҡтыһы ла юҡ бит, исмаһам. Салбар кеҫәһендә бер ҡап шырпыһы бар ине лә, кейедәрен һалдырған кемдер. Көн яҡтыһын күрә алырмы икән Ишҡәле, юҡмы? Ҡотолормо был ҡараңғылыҡ тотҡонлоғонан?
Аяҡтарын өҫкә алды ла тубыҡтарын ҡосаҡлап башын терәне. Тынын шунда өрә башланы - эсе йылыныр һис юғы. Башын ҡалҡытып тәрән итеп тын ала ла ауыҙынан сығарып аяҡтарына өрә. Бала саҡтан шулай тын алып өйрәнгән Ишҡәле. Күрше ауылға яҙлы - көҙлө йәйәү, ҡышын саңғыла йөрөп уҡығанда ла шулай итә ине. Мейестәге көл аҫтына әсәһе төндән күмеп ҡалдырған тере ҡуҙҙарҙҙы сығарып алып, мейескә ут яғып ебәргәндә лә. Күмер өҫтөнә туҙ, сыра һала. Шунан атаһы әҙерләп киткән ҡоро утынды өйә һәм ҡымтылған ирендәренең ҡыҫығынан көслөк менән ҡуҙға өрә. Ут тоҡанып киткәнсе. өфөлдәй. Ҡустыһы уяныуға өй йылынһын, әсәһе ферманан ҡайтыуға бәләкәй ҡаҙан төбөндәге һыу ҡайнап сыҡһын. Атаһы тиҙ арала ҡайтмаҫ әле - улар үгеҙ менән Мәғәниттән "гәрүшей" ташый. Юл ыңғайында ҙур мискәгә янлатып, бер нисә ағас ҡоро утын алып ҡайта атаһы. Улының эшен еңеләйтергә теләп, сыраларҙы ла күп итеп әҙерләп китә ине. Ут тоҡанғансы өрөп, баштары әйләнеп китә торғайны.
Баш әйләнгәнде әле лә, шуға тынын тыныс ала башланы Ишҡәле.
...Бер көндө, Ишҡәленән күрмәксе, ҡустыһы Ишбирҙе ауыҙ тултырып тын алған булып, утҡа өрҙө лә тынын эскә тартты.. Борҡ итеп ҡалған көл уның ауыҙына, күҙҙәренә тулды, битенә һыланды. Сәсәп, сәбәләнеп илаған Ишбирҙене битен йыуып, һыу эсереп, саҡ тымыҙып алғайны. Ҡустыһын Ишҡәле ҡараны, атай - әсәй эштән ҡайтып инә белмәнеләр.
...Ут тоҡанды. Пелитә уйымындағы ҡаҙан һыуҙы тиҙ ҡайнатып сығара. Бындай пелитәләр бөтә кешелә лә юҡ. Тимерсе атаһы күзнәлә үҙе эшләп алған. Мейесте лә үҙе сығарған. Ҡулы белмәгән эше юҡ атаһының, тик өйҙә тормай шул.
Ҡаҙан шыжлай башланы. Мейес алдында оҙаҡ ултырып, ялан аяҡтары, арҡаһы өшөп киткән икән - ҡустыһының эргәһендә, йылы юрған эсендә ятып, йылынып алырға ла, әсәһе фермана ҡайтып уятҡансы йоҡлап алырға ла була хәҙер. Рәхә-әт, йылы-ы.
- Ишҡәле-е... Ишҡәле-еү... Тор, балам, һаман йоҡтап ятма. Кеше - меше килеп инер, оят булыр. Аңғарып ҡына төш урындыҡтан, яҙа баҫып ҡолап китмә...
Әсәһенең уятыуына Ишҡәле был юлы аптыраманы ла хатта. Ул гел иртә уятты өлкән улын. Оят була, ти ҙә уята ине.
Туҡта... Ҡолап китмә, тине ниңәлер әсәһе. Бында, моғайын, бер ғиллә барҙыр. Ишҡәле усы менән һәрмәләнеп, ултырған ерен, эргә - тирәһен аңларға тырышты һәм шаҡ ҡатты. Ул кушетканың иң ҡырында ғына ултырған! Ысынлап та, йығылып төшөр ине яҙа таянһа. Ҡолап төшһә, ҡайҙа тәгәрәп китер ине? Бейек бит ятҡан ере. Тағы күҙҙәре йәшләнде Ишҡәленең.
- Эй, әсәкәй генәм...
- Тор, балам, - тип, йомшаҡ ҡына өндәшеп уята ине иртәләрен уны әсәһе. Таңғы йоҡоға сос булды шуға Ишҡәле. Германияла өс йыл водитель булып хеҙмәт иткәндә лә, Якутияла ауыр йөк машинаһы менән руда ташығанда ла, уға еңелгә тура килде. Иртә торһаң, уңаһың, ти үҙе лә уландарына. Тимәк, ул өйрәнгән ошо ғәҙәте буйынса иртә уянған. Самалап ҡарағанда, таңғы биш тирәһелер. Бәлки, дүрттер. Өшөп, ҡыҫталып, алдараҡ та уянғандыр. Ҡалай булғанда ла тиҙҙән яҡтырырға тейеш. Йәйге таң күптән атҡандыр ҙа, тик бында - дөм. Шулай ҙа был ҡараңғылыҡ асылыр, моғайын. Әҙәм балаһы үлмәҫ элек ҡараңғылыҡта йәшәй алмай. Ә Ишҡәле тере, ул үлмәгән. Дарыу еҫтәренән, ятҡан кушеткаһынан үҙенең ҡайҙа ятыуын тоҫмаллай ул, тик был шиген уйҙарына яҡынлатаһы килмәй. Әсәһе янында бит, яңғыҙ түгел. Төңөлөргә ярамай.
Ишҡәлегә йән керҙе, күңеле күтәрелеп китте. Һаҡ ҡына ҡапшанып, ситтән шылып ултырҙы. Тағы ла йомарланды, тик был юлы башын, ҡолаҡтарын устары менән япты. Ҡолаҡ туңмаһын. Өҙөлөп төшһә, зонай булып ҡалыныр. Башты ла ҡәҙерләргә кәрәк. Быға тиклем уйлап та бирелмәгән - бармы ул баш, юҡмы ул? Ишҡәле башын һыйпап, һөйөп ҡуйҙы.
- Тәәк. Һалҡын аҡыл менән уйлап, берәй нәмә хәл итергә кәрәк. Ваҡыт күп. Үҙең менән үҙең һөйләшеп ултырырға ла була.
- Һалҡын аҡыл, имеш. Туң сүлмәк кеүек баштағы барлы - юҡлы мейе былай ҙа һалҡындыр. Аҡылы бар кеше бында ятамы?
Эсте Ишҡәле лә...Тик бер ҡасан да аҡылын юйыр сиккә еткәне булманы. Дәүһеҙ, дыуамал булһа ла, үҙен ҡулда тота белде. Сибәр, шаян, телгә бөткән Ишҡәле егеттәр менән үҙ - ара шаярып һөйләшкәндәге шикелле "ҡыҙҙарҙы тәләф итеп" йөрөмәне. Берәүҙе генә ғүмерлек йәр итеп һайланыы, ҡатыны үлгәс тә, уға тоғро ҡалды. Ике улын эйәле - башлы итте, ейәндәре өсөн үлеп бара. Улар исеменә күптән иҫәп асҡан.
- Тә-әк. Мин бында үҙ аяғым менән килеп инмәнем. Кисә килтергәндәр мине. Унан алда булһа, шыҡырайып инем. Уйла, уйла, Хәбирйәндең һылыу малайы.
Үҙ - үҙең менән һөйләшһәң дә еңел булып ҡала икән.
Ауылдағы бабайҙар уны "Хәбирйәндең һылыу малайы" тиҙәр ине. Ә Ишбирҙене "Хәбирйәндең йыраусы малайы," - тинеләр. Мәктәп балалары концерт ҡуйһа, Ишбирҙенең йырлағанын тыңлар өсөн генә бабайҙар клубҡа йөрөй ине. Үтә зарлы бала булғанға, ғүмере ҡыҫҡа булдымы икән әллә?..Йырҙы ла, көйөн дә бер ишеткәндән отоп ала ине Ишбирҙе.
- Талдыҡта һайрай һандуғас,
Тауышы бар, үҙе юҡ..
Үҙе юҡ Ишбирҙе. Йырҙары ғына йөрәктә.
Йәйҙәрен икәүләп ауылдың һарыҡ - кәзәһен көткәндә рәхәтләнеп йырлай ине ҡустыһы.
Ишҡәле туҙ сиҡылдатып, ҡош тауыштары сығара. Уларға туғайҙағы ҡоштар ҡушылып китә.
- Э-эй, Ишбирҙе.....
Һулҡ - һулҡ... Дөп - дөп... Тып - тын ҡараңғылыҡта Ишҡәле йөрәгенең тибеүен ап - асыҡ ишетте.
- Оһо! Һин дә бармы ни? Мотор эшләй! Булды былай булғас!
Тыныс, еңел булып китте. Тәрән - тәрән итеп һулап - һулап алды ла тубыҡтарын ҡосаҡлап, бөгәрләнеп кушеткаға ятты. Көтөргә, сабыр итергә булды. Яҡтырыр әле, моғайын. Шунда күҙ күрер.
- Ишҡәле-е...Тор әле, балам, тор. Берәү йөрөй тышта... Бар сыҡ әле, ҡара. Кем? тип һора тәүҙә. Ишҡәле-еү... Ишҡәле уянманы, икенсе яғына әйләнеп ятты. Әсәһенең һүҙҙәре аңына барып еткәс кенә, күҙҙәрен асып, тороп ултырҙы. Тирә - яҡ яп - яҡты! Таң атҡан бит! Көн тыуған! Йәшәй былай булғас Ишҡәле.
Ҡыуанып өлгөрмәне ул, үҙенең кемдәр менән төн үткәргәнен, кемдәр араһында таң аттырғанын күреп, ҡото осто. Икенсе яруста ятҡан ул, аяғы шуға иҙәнгә теймәгән. Ә әсәһе ҡайҙа? Әле генә ошонда тауышы сыға ине бит... "Бар сыҡ, балам," - тип һөйөп уята ине. Таң атҡас, китергә булғандыр, ҡурҡыныс үтте, тиигәндер...
Аяҡ тауыштары ишетелде. Ишекте астылар. Аҡ халатлы ике ир Ишҡәленең янына килеп баҫты. Үлгән, тип килтереп һалған ирҙең тороп ултырыуына уларҙың бик үк иҫтәре китмәне лә, буғай. Бындай хәлдәрҙе күргәндәре бар, моғайын, һис тә аптыраманылар. Аяҡ бармағына бәйләнгән бирканы сисеп алдылар. Күптән таныш кешеләр кеүек һәйләшеп алып киттеләр.
- Шунан? Бара биреп ураныңмы теге яҡҡа, ағай?
- Әйҙә, бабай, әйберҙәрегеҙҙе бирәбеҙ. Мин дежурствоға килә инем, һеҙҙе күреп ҡалдым.
- Урам әпкәләйҙәренән һалдырып алдыҡ. Бик фырт ағай инегеҙ. Кейемдәрегеҙ затлы.
- Һеҙ бик даланлы кеше икән, бабай.
- “ миңә...
- Йөрәгегеҙгә приступ булған, бабай. Шып туҡтаған да ҡуйған. Бында күсереп һалырға тура килгән..
- Ҡайҙа бара инегеҙ, ағай?
- Ауылыма ҡайтып бара инем. Туғандарым янына. Алыҫтан. Машинам менән. Йөрәгем ҡыҫа башлағас, сығып ултырғайным юл ситенә. Ә машинам?
- Телефонығыҙ буйынса хәбәр иткәйнек иртәнсәк, килеп алырҙар, бабай, борсолмағыҙ
- Бына, исмаһам, был мажара! Шулай бит, бабай?
- Ҡурсалап тороусы фәрештәгеҙ бик көслө икән, ағай.
Ишҡәле күҙ йәштәрен тыя алманы.
- Әсәй... Әсәкәйем.
Таңһылыу Ҡарасурина.