Бөтә яңылыҡтар
Проза
22 Февраль 2023, 15:55

ДӘҠТИР Таңһылыу Ҡарасурина. Хикәйә

..Ете йыл көттөм. Хат та алманым, төҫөн - йөҙөн дә күргәнем булманы. Берәү: "Көт, тигәс, көт, көт әле, көт”, - тигән кеүек була торғайны. Һуғыш бөткәнгә биш йыл тигәндә килеп тапты мине Хисамым. Бер көн һуңлаһа, ҡауыша алмаҫ та инек - мине әйттерергә йөрөйҙәр ине... Дауамы – сайтта.

ДӘҠТИР Таңһылыу Ҡарасурина. Хикәйә
ДӘҠТИР Таңһылыу Ҡарасурина. Хикәйә

Ниндәй генә һынауҙар үтеп ҡауышмайҙар кешеләр. Ә һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы кемдер берәү әҙерләп көтөп тора, тиерһең. Ул, әйтерһең, берәүгә лә күренмәйенсә, барыһын да үҙ белдеге менән, үҙе теләгәнсә хәл итә. Нимә был? Осраҡ ҡынамы, әллә серле ҡөҙрәтме? Әйтерһең, кешеләрҙе үҙе һайлап алып, ҡулдарынан етәкләп килтерә, бер - береһенең ҡаршыһына баҫтыра, бер - береһенә ҡараштарын йүнәлттерә, күҙҙәрен осҡонландыра, күңелдәренә сатҡы һала. Шунан башланып китә инде һөйөү - мөхәббәт, табыштар - юғалтыуҙар, бәхете лә, ғазаптары ла.

Яҙмыш, тиҙәр. Тәҡдир, тиҙәр. Дәҡтир, ти торғайнылар беҙҙә инәйҙәр. Дәҡтирең тыуғанда уҡ маңлайыңа яҙып ҡуйылған була, тип һөйләй торғайнылар. Быныһы бигерәк инде. Яҙылған буйынса йәшәргәме? Үҙҙәре аңлай ҙа, аңлата ла алмағас, дәҡтирҙәренә һылтаналар инде. Моғайын. Шулай ҙа уларҙың һөйләгәндәрен тыңлай башлаһаң, ышанмай ҙа булмай был көскә.
Нурисафа инәй беҙгә үҙенең мөхәббәт ҡиисаһын һөйләп ташланы хатта "дәҡтиргә япһаралар," тигәнебеҙҙе ишеткәс.
- Шулайҙыр, һылтайбыҙҙыр. Тыңдағыҙ, улайһа.
Һуғыш ваҡытында хеҙмәт армияһында, Биләрәттә, өҫтөмә ыштабил емерелде лә төштө. Бер көндөк нурмымды тултырып, иң һуңғы ағасымды һалайым, тип ынтылғайным ғына, ағас аҫтында яттым да ҡалдым. Иҫтән яҙғаммын. Бер егет күреп ҡалып сығарып алған. Үҙен күрмәй ҙә ҡалдым хатта - вредител, ыштабилдәрҙе емереп йөрөгән, тип ҡулға алғандар.Ун һигеҙ йәшлек кенә егет ниндәй вредител булһын? Шул егет әхирәтемә әйтеп киткән: "Һуғыштан иҫән урап ҡайтһам, табырмын, мине көтһөн,"- тигән, исем - фамилйәһен әйткән - Хисам Шаһымгәрәев, тигән. Шул. Ә мин көттөм дә көттөм. Ете йыл көттөм. Хат та алманым, төҫөн - йөҙөн дә күргәнем булманы. Берәү: "Көт, тигәс, көт, көт әле, көт,"- тигән кеүек була торғайны. Һуғыш бөткәнгә биш йыл тигәндә килеп тапты мине Хисамым.
Бер көн һуңлаһа, ҡауыша алмаҫ та инек - мине әйттерергә йөрөйҙәр ине. Егерме ике йәш булып китте шул, ултырған ҡыҙ, тип, ҡатындары үлгән ирҙәр һората башланы. Әсәйем әрләй, ҡайтыр кеше күптән ҡайтып бөттө, тип.
Көтөп алдым йәнкәй - йәнәшемде.
- Бүрәнә араһынан, теге донъянан, сығарып алған йәремде кешегә бирә буламмы,- ти торғайны.
"Иҫән ҡайтһам, яратып ҡына йәшәтермен. тип әйтеп йөрөнөм гел. Күҙ алдымда булдың - бер күреүҙә яраттым һине. Үбеп - үбеп тын алдырҙым. Шунан һуң ғына башҡаларҙы саҡырҙым. Һинең өсөн тере ҡайттым," - тине ҡауышҡан саҡта Хисамым. Ғүмер генәһен биреңкерәмәне. Ыштрафбатта гел алғы һыҙыҡта, иң ауыр ерҙә, йөрөткәндәр бит. Ана шул ут эстәренән ҡайтҡас, мине килеп тапты. Ә мин көттөм. Дәҡтир булмай, нимә булһын ошо? Ул ниндәй япһарыу булһын тағы?
Үпкәләтә яҙҙыҡ инәйҙе. Ғәфү үтендек. Йомшарҙы, беҙгә шаян ҡарап, әйтеп ҡуйҙы:
- Ярар, күрербеҙ әле һеҙҙе, дәҡтирегеҙҙән уҙып, ҡайҙа барырһығыҙ икән...
Килеп ҡарап китермен әле.

Тимәк, осраҡлы хәл түгел кешеләрҙең табышып - ҡауышыуы. Ышандыҡ.
Ана бит, береһе ялан яғыныҡы, береһе урман төпкөлөнән. Ә ҡайҙан - ҡайҙа юлдар үтеп, тапҡан бит насибын Хисам олатай. Ышанмай ҡара кешеләрҙең тормошонда булған ошондай мөхәббәт, тоғролоҡ хаҡында тарихтар ишетһәң.
Ысын мөхәббәткә, саф һөйөүҙәргә бер ниндәй ҙә кәртә ҡора алмайҙыр был
дәҡтир - яҙмыш. Бер - береһенә яҙған йәрҙәр ҡайҙа булһа ла, ҡасан булһа ла, осраша, яратышып ҡауыша. Быға хатта һуғыш та ҡаршы тора алмай.
Һуғыш та бара, тормош та дауам итә. Кәләш булып китәсәк ҡыҙҙар йә шәфҡәт туташы, йә радистка, йә зенитчица булып хеҙмәт иткәндәр, йә ир - егеттәр менән бергә фронттың алғы һыҙығында һуғышҡандар. Һуғыш тураһындағы киноларҙа күреп үҫтек. Ут эсенндә йөрөһәләр ҙә, өйләнешкәндәр. Еңеүсе булып, яуҙан бергә ҡайтҡандар.
Беҙҙең тирәләге ауылдарҙа ла булған ундайҙар. Тик артабанғы дәҡтирҙәре төрлөсә киткән. Бер әбей фронтовичка киленен үҙ итә алмаған. "Улым эздис, ә һин үҙеңдең дамойыңа ыступай, " -тигән дә ҡуйған. Мәҙәк итеп һөйләһәләр ҙә, яҙмыш яҙғаны был егет булмағандыр инде.
Ә берәүһенең әсәһе бөтөнләй риза булмағас, тегендә алған кәләшен, ҡыҙын ҡалдырып ҡайтырға мәжбүр булған фронтовик. Был хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән, ишетеп - белгән инәй - өләсәйҙәр күп һөйләне беҙгә.
Үҙ башҡортонан башҡаны белмәгән әүәлге әбейҙәр сит йыныс* ҡыҙының балаһы башҡорт булып тыумаҫ, тигәндәрҙер. Үҙ илендә күпме йәш ҡыҙҙар өҙөлөп - һағынып көткән бит уларҙың улдарын. Ә теге кәләштәр тураһында: "Тупраҡтары бында яҙмаған инде," - тигәндәр.
Әсәйемдәрҙең Йәнбикә исемле һылыу, аҡыллы әхирәттәре һөйгән егетен - Фәйзрахманын, һуғышҡа оҙатып ҡалған. Фәйзрахман хат һайын көт мине, ҡәҙерлем, тигән, шиғырҙар, йырҙар яҙған, һүрәттәр эшләп һалған. Йәнбикә уның хаттарын әхирәттәренә уҡыған, "Балаларыбыҙ уҡыр," тип йыйып барған. Ана шул Фәйзрахман һуғыш бөткән йылдың йәй аҙағында ҡатыны менән ҡайтып төшкән....
Күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын миңә, әлегә бер ни аңламаған үҫмер ҡыҙға, Йәнбикәнең хәлен... Шулай ҙа йөрәк ҡыҫылып, арҡа зымбырлап китә. Нисәмә йылдар үтһә лә. Ә ул саҡта?... Һыу һөлөгө кеүек һылыу ҡыҙ Йәнбикә һәм күрмәлекһеҙ, ямаҡай ғына "митсистра" Нина... Бөтә ауыл барып күргән Фәйзрахманды, ҡатынын. Йәнбикә генә бармаған һөйгәне янына. Кем булһа ла бармаҫ инек, күргебеҙ ҙә килмәҫ ине. Йәнбикә урынында булһаҡ.
Ә Фәйзрахман бик ҡаты яраланған булған Кёнигсберг тигән ҡала янында. Өс ай дауаланғас, яңғыҙ ҡайтарып ебәреп булмағас, үҙен өс ай тәрбиәләгән медсестра Нинаны оҙатыусы итеп, бергә ҡайтарғандар. Ирле - ҡатынлы тип теркәгәндәр. Юғиһә, Нина кире ҡайтырға тейеш булған хеҙмәт урынына.
Ҡыҙы ауылдан сығып киткәс, Йәнбикәнең әсәһе илап Фәйзрахман янына барған һәм Фәйзрахман ошоларҙы һөйләгән, ғәфү үтенгән. Әрләп тә, үпкәләп тә булырлыҡ булмаған Фәйзрахмандың хәле. Аҙаҡ улар ауылдан күсеп киткәндәр. Беҙ иҫ белгәндә, улар ауылда юҡ ине инде.

— Миңә бында йәшәү юҡ, ҡыҙҙар... - тигән Йәнбикә. - Ауылда ҡала алмайым.
- Ҡайҙа барырһың икән? - тигән әхирәттәре.
- Илдә сыпсыҡ үлмәй, күрермен инде дәҡтирем ҡушҡанды, - тигән.
Әлеге дәҡтир һаман. Ҡурҡып китәбеҙ ҡайсаҡ. Ҡыҙҙар менән үҙ - үебеҙҙе йыуатабыҙ:
- Хәҙер һуғыш юҡ бит, һөйгәндәребеҙҙән айырылмаҫбыҙ. Шул дәҡтир тигән нәмәгә тыңлаусан ғына баш эймәҫбеҙ. Ундай - бындай иҫкелек ҡалдығына эйәреп йөрөргә үҙ аҡылыбыҙ юҡмы ни беҙҙең? Элек кенә шулай булған бит ул. Халыҡ наҙан саҡтан ҡалған иҫкелек ҡалдығы. Ә хәҙер һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа!

Ярай, уныһы - һуғыш. Кемдәрҙе генә айырмаған, кемдәрҙең генә бәхетен урламаған, яҙмыштарын селпәрәмә килтереп, йәрһеҙ етем, ирһеҙ етем итмәгән?..
Ә бында - армия!
"Фазыл армиянан кәләш алып ҡайтырға йөрөй!" - тигән хәбәр беҙҙең урамды шаңҡытты. Армияла ла кәләш алырға ваҡыт була икән дә... Хеҙмәт итеп кенә йөрөмәйҙәр, күрәһең. Кем - кем, ә Фазыл ағай... Минең күҙ алдында уның оҙон, ҡаҡса һыны ла, асҡаҡ йөҙө генә.. Дөрөҫ, миңә ебәргән фотоһын күргәс, сибәрләнеп киткән, армия килешкән икән, тип уйлағайным. Тыныс ҡына, аҙ һүҙле ағай ине.. Өс йыл булып бара бит киткәненә. Хәҙер ҡыйыуланғандыр.

- Ярар ине бер үтеп - сығып барған ҡыян егет булһа... Шып - шым ғына малай ине.
- Тымыҙыҡ күлдә ҡорт уйнай.
- Үәт, аҫтыртын! Йыуаштан йыуан сыға.- тип тел шартлатты, бот сапты ҡатындыр.
- Был егет беҙҙән уҙҙырҙы, маладис! - тине атайҙар.
Туҙҙырылған һағыҙаҡ ояһы кеүек гөжләне беҙҙең урам, таяҡ тығып болғатҡан ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ ҡайнаны.
Фазыл ағайҙың әсәһе Рабиға инәй миңә ҡырын - ярын ҡараһа ла, хәбәр минән сыҡманы, үҙем ҡыҙҙарҙан ишеттем
- Һуңғы килгән хатын "Зинфирә" (Өләсәһе шулай ти.) уҡығайны.
- Ҡайһы саҡлы тыйҙым, тәке әпсәһенә әйткән икән. Уның ауыҙында һүҙ ятмай
Земфираның "әпсәһе" - Рабиға инәйҙең үҙ ҡыҙы Хәжәр.
Яңылыҡҡа яңы хәбәрҙәр өҫтәлә барҙы.
- Мәрйә булып ҡуймаһа ярай ҙа.
- Мәрйә инде, анда һиңә башҡорт ҡайҙан булһын.
- Ауырлы булып - бәлән сараһыҙҙың көнөнән килә ята микән әллә?

Фазыл ағай тураһындағы хәбәрҙәр минең йөрәгем аша үтә. Бына бер йыл инде мин уға хаттар яҙам. Рабиға инәй минән яҙҙыра хәҙер. Үҙенекеләрҙең ауыҙында һүҙ ятмай икән. Инәй үҙе беҙҙең хәҙерге яҙыуҙы белеңкерәмәй - ул ғәрәпсәне, латинсаны ғына яҡшы белә. Етмәһә, Фазыл ағай ныҡ ваҡ итеп яҙа, уның яҙыуын мин генә танып өйрәндем
- Зинфирә ыҡылдап - мыҡылдап, саҡ уҡый, һин тигеҙ генә итеп уҡыйһың, - тип маҡтай. Миңә Рабиға инәйҙең был һүҙҙәрен ишетеүе рәхәт.
Инәй үҙе хатта нимә яҙылғанды һүҙмә - һүҙ һөйләп бирә һорашҡандарға. Хәтере хәтәр шәп! Ә Фазыл ағайҙың хәлен бөтәһе лә һораша, бөтәһенең дә белгеһе килә. Армиянан килгән хаттар барыһына ла танһыҡ. Хеҙмәткә алыныусылар ауылда бармаҡ менән һанарлыҡ ине. ул саҡта. Шуға ла һалдат хаты танһыҡ.

Уларҙың өйө беҙгә йәнәш кенә, тик арала быраука* бар. Теге яғында Земфиралар йәшәй.
Ҡоймаларҙы беҙҙә бүрәнә һуғып эшләйҙәр. Уңайлы ул. Атланып ултырыуға ла, ҡыҙҙарса ултырыуға ла. Беҙ шунда ултырып һөйләшәбеҙ. Бүрәнә араһындағы ярыҡтар еңгәй килгәс беҙгә кәрәк буласаҡ әле.
Мин Фазыл ағайҙы тиҙерәк күргем килә. Үҙе нисегерәк икән, ныҡ үҙгәргән микән? Фотолағы кеүек ысынлап та сибәр егет микән? Ул бит миңә фото ебәрҙе. Рабиға инәйгә иптәштәре менән төшкәнен һалған, ә миңә - яңғыҙ төшкәнен. Артында яҙыуы бар: "Зөбәйләгә Фазыл ағаһынан иҫтәлек." Ағаһынан, тигәне күңелемде бер аҙ ҡырҙы ниңәлер... Зөбәйләгә - Фазылдан. Шул үҙе етә.
Уның ҡарауы, бындай фото үҙ туғаны Земфирала ла юҡ. Хат яҙырға оҫтарҙым мин. Бер хатында Фазыл ағай писер ҡыҙға айырым сәләм, тип яҙғас, "Хатты Акрам ҡыҙы Зөбәйлә яҙҙы."- тип тамамлай башланым.
Ә кәләш тураһындағы хатты Земфира уҡыған. Шунан китте ошо болғаныш.
Әсәйҙәр инәйҙең өйөн йыуып сығарҙылар, түшәк - юрғандарын елләтеп ҡаҡтылар. Беҙ мунса яғып, кейеҙҙәрен йыуып элдек ҡоймаға. Үтәтма елдә тиҙ кипте кейеҙҙәр, ноябрь һыуығында ла. Ҡаҙ йолҡҡаны ҡайҙа, һалма ҡырҡҡаны ҡайҙа, һуғым һуйғаны ҡайҙа - ҡайнаны беҙҙең ара.. Һөйләшеп, аптырашып алалар:
- Нимә уйлап килә ята икән ҡыҙ бала? Нимә көтә икән мине, тип уйлай микән? Ер аяғы - ер башына? Һөйгәненә эйәртеп әлеге эсәр һыуы, ризығы алып килә ята микән? Тәҡдире?
Әллә... Беҙҙең баш етмәй. Беҙ ана нимә һөйләшәбеҙ ҡойма башында:
- Их, беҙҙең яҡта һалдаттар хеҙмәт итмәйҙәр шул...
- Нишләп беҙҙең яҡта армия юҡ икән?..
Ҡалғанын һәр кем эстән уйлай - мин дә ғашиҡ булыр инем һалдатҡа. Әйҙә, тиһә, ер сигенә лә китер инем. Минең дә яҙмышым барҙыр. Их...

Ҡайтты Фазыл ағай. Ҡыҙын атаһы оҙатышып килгән.
Еңгәй бүләктәре алдыҡ.Үҙен дә күрҙек. Киноларҙағы кеүек нәҙекәй бил, кейемдәре лә модный, тик итәктәре ҡыҫҡа. Хәтта пәлтәһе лә ҡыҫҡа. Ә сәсе-е-е... Ундай оҙон толом беҙҙә берәүҙә лә юҡ.
Ә Рабиға инәй ҡоҙағыйын бик маҡтай икән:
- Тас үҙебеҙең башҡорт һымаҡ теүәлләп ебәргән килен мыныятын. Бөтә нәмәһе теүәл. Бер аш күргән ата балаһылыр. Һандығы ғына юҡ инде, ярай уныһы булмаһа ла.
Ун көн булды еңгәйҙең атаһы. Ҡунаҡ иттеләр, ҡәҙер күрһәттеләр.
Ҡоҙа кеше, һандыҡ тураһында һүҙ барғанды аңлап, Әмирхан тигә оҫтанан һандыҡ һатып алған.
Хәрби кеше икән. Ҡасандыр олаталары Себергә һөрөлгән һәм шунда ҡалғандар. "Я не русский, то ли калмык, то ли кто. А может быть, даже башкир,"- тип әйтә, ти.. Фамилияһы урыҫтарҙыҡына һис тә оҡшамаған шул. Беҙҙең ауылда урыҫтар күп, шуға беләбеҙ. Фазыл ағай уның ҡул аҫтында хеҙмәт иткән. Буласаҡ кәләше менән ниндәйҙер йомош менән командирының өйөнә барғанда танышҡан. Ҡыҙҙан бигерәк башҡорт егетен уның әсәһе оҡшатҡан. Медучилище тамамлаған ҡыҙы көҙгөһөн Ташкентҡа институтҡа инергә ниәтләп йөрөгән булған. Ә юлдары, "Крайний Север" тигән яҡтан, бына бит, беҙҙе ауылға алып килгән. Эшләй ҙә башланы, Ғәлиә - вращ тип исем дә алды. Ауыл кешеһе ҡупшылап Галина, тип тә торманы.
Ә икенсе йылдың йәйендә, еңгәйҙең бәпәйе булғас, ҡоҙағый үҙе килде ауылға.Үҙенән алда көс еткеһеҙ багажы килде почтаға. Контейнер (был һүҙҙе тәүгә ишеттек) менән. Рабиға инәй ҡоҙағыйына ҡунаҡ күрһәтте. Ҡоҙағый матур - матур күлдәклектәр алып килгән, ирҙәргә әҙер күлдәктәр таратҡан. Ят - ят күстәнәстәр беҙҙең дә иренгә тейә торҙо. Өй беренсә ҡунаҡ иттеләр.
Сират беҙгә етте. Әсәй мине эшкә екте генә ул көндө, йүгертте генә. Табынды төпкө өйгә - ҡунаҡ өйөнә әҙерләнек. мин ситке өйҙә әҙер генә торам
- Зөбәйлә! - тиһә, атылам йомош үтәргә.
Оҙаҡ ултырҙылар. Йырлаштылар.

Һыу алырға сығып ҡына бара инем, тап шул саҡ ҡоҙағыйҙың тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдым. Башҡа саҡта мин ҡунаҡтарҙың хәбәрҙәренә ҡолаҡ һалмайым. Был юлы ла иғтибар итмәҫ инем, бәлки - геүләшеп, һөйләшеп, көлөшкән тауыштар ҡапыл тынып ҡалмаһа. Ҡоҙағый илай ине! Ишек яҡтауына яҡын килдем дә башымды һоноп, ҡунаҡтарға ҡараным. Бөтәһе лә тороп баҫҡан, күҙҙәрен ҙур итеп асҡандар. Ҡайһыныһы ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ҡайһыһы ауыҙын ябырға онотҡан. Ә ҡоҙағый башҡортса һөйләй!
- Ҡыҙҙар, һаман танымайһығыҙмы ни мине? Мин бит был, Йәнбикә...
Тауышы ҡалтырай, күҙҙәренән йәше субырлай, бер тора, бер ултыра...
Рабиға инәй ҡоҙағыйын ниңәлер янынан этәрә.
- Кит сәле... Нисек тә... Шулай буламы ни? Йәнбикә...Йәнбикә...
Әсәйем генә тыныс һөйләшә.
- Ништәп танымайбыҙ? Күптән таныныҡ, килгән көндә үк. Үҙе әйткәнсә көтәйек, тинек.
Китте илаш, ҡосаҡлаш... Их, кино итеп төшөрөп алырға ине. Һөйләп килештерерлек түгел быны.
Һүҙмә - һүҙ тыңлап булманы, әлбиттә. Әсәй самауыр яңыртырға ҡушты. Ошоларын ишеттем:
Йәнбикә таң һарыһы менән сығып киткән. Таҡта тейәп, ялан яғына барған йөк машинаһына ултырып, оҙаҡ барған. Шунан иген тейәгән машинаға ултырып барып - барып, бер совхоздың бүлексәһендә ҡалған. Ырҙында эшләгән, аҙаҡ бында колонна менән командировкаға килеп, баҫыуҙан ашлыҡ ташыған һалдаттарға ашнаҡсы итеп ҡуйғандар.
-Уборка бөткәнсе эшләнем. Инде ҡайтырға йыйына былар. Шул һалдаттарҙың хужаһы мине үҙе менән китергә өндәй башланы. Минән 20 йәшкә өлкән үҙе. Поженимся, ни в чем не будешь нуждаться, ти. Киттем дә барҙым,ҡыҙҙар. Ҡатыны үлгән, ике балаһы күптән Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Бер улым, бер ҡыҙым бар. Улыбыҙ Ташкентта йәшәй, ә ҡыҙымды бына ауылыма килен итеп биреп ебәрҙем. Яҡшы йәшәйбеҙ, уныһына һүҙем юҡ. Рабиға, малайыңды һиңә оҡшатып таныным.
- Ты откуда, парень? - тип һораным. Ҡайҙан икәнен әйткәне, йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Тәүге тапҡыр яҙмышыма рәхмәттәр яуҙырҙым. Ҡыҙым, бармайым, тиһә, ай - вайына ҡарамай, ризалатыр инем, хәлемде һөйләр инем. Алламдың ҡушыуылыр. - Галинам үҙе лә яратты улыңды. Үҙем ситтә ҡалһам да, балам илемә ҡайтты, әхирәткәйҙәрем? Эсер һыуы, тупрағы бында яҙһын.

- Киленемде күргәс тә, ҡалай үҙ башҡортома тартҡан, тип уйланым бит әле. Эш мына ниҙә булған. - Рабиға инәй иҫен йыйғайны.
- Ҡыҙымды һеҙгә тапшырам, ҡыҙҙар. Үҙегеҙҙеке итеп ҡабул итегеҙ, зинһар. Ярҙам итегеҙ, үҙебеҙсә өйрәтеп алығыҙ.
Әсәйем аптыратып алды әхирәттәрен дә, Йәнбикә әхирәтен дә.
- Минең һиңә күлдәк кейҙерә торғаным бар, Йәнбикә. Шул бурысымды ҡайтарайым.
- Ниндәй күлдәк? Ниндәй бурыс ул, Файза?
- Иҫеңә төшөр әле, нимә тип бәхәс иттек?
Йәнбикә апайҙың күҙҙәре тағы йәшләнде.
- Бер ҡасан да иргә бармаясаҡмын! - тинем.
- Ә мин ишеңде табасаҡһың, бәхетле буласаҡһың, тинем. Минең һүҙем өҫкә сыҡһа, ҡиммәтле күлдәк кейҙерәсәкмен, тинем. Әллә ҡасан алып ҡуйғайным.
- Шул кейер күлдәгең дә бында тартты инде һине, - тип күтәрмәләп алды ҡалғандар.
- Һеҙҙе күрергә, осрашырға насип итте дәҡтирем. Илай - илай теләгәндәрем алдыма килде. Үлһәм дә үкенмәйем хәҙер.
Уның был һүҙҙәрен көтөп торғандар, тиерһең - күмәкләп ябырылдылар Йәнбикә әхирәттәренә.
- Эйе! Анһат икән! Үлеп ҡотолмаҡ! Ә беҙҙе кем саҡырып ала! Һай - һай - һа! Башың йоморо икән! Аҡылың алтын икән!
Геү итеп ҡалған олпат инәйҙәрҙә мин бер ниндәй уй - ғәмһеҙ, шаян - шуҡ йәп - йәш ҡыҙҙарҙы күрҙем. Тәҡдирҙәре әлегә уларҙы борсомай.

Таңһылыу Ҡарасурина.

Тамам.
*Йыныс - милләт.
*Быраука(переулок) - тыҡрыҡ.

Автор:
Читайте нас: