Ныҡ тәмле ине шул ашы. Ир ҙә ныҡ асығып ҡайтҡан ине. Был күренештән Нисаның ҡапыл ғына асыуы баҫылды ла, башын кире кәстрүле яғына бороп алып, эшен дауам итте.
Эйе... ире Әнүәр Нәрғәлиев түгел шул... Уныҡы кеүек һомғол буй-һын да, күркәм төҫ тә, моңло тауыш та, хисле телмәр ҙә юҡ унда. Ҡыҫҡа ғына төпөш, олоғая бара хатта сүгә төштө шикелле. Элегерәк уның менән бер тиң һымаҡ ине, хәҙер Нисаға ҡарағанда ла башын күтәрә төшә. Бүлтәйеп ҡорһағы сыҡҡан. Былтырғы күлдәктәре бүҫелеп тора. Ҡулдарына мазут төҫө шул хәтлем һеңгәнме, ҡарайып ҡатҡандар. Ғүмер буйы заводтың трактор запчастары етештереү цехында бит ул. Ҡулы алтын тигән булалар, ә ысынында ҡулы ҡап-ҡара, таҙармай. Елкәһенә үгеҙҙеке ише буй-буй тоҙ һыҙаты ятҡан. Сәсе тап түбәһендә генә йоҡарып пеләшләнеп бара. Быларҙың бөтәһен дә арты менән торғанда ла яҡшы белгән Ниса, ауыр итеп көрһөндө: их, Нурғәлиев...
Әмир ҡатынының ҡарашын һиҙҙе. Бөтә күҙәнәктәре менән тойоп ултырҙы, тик күҙен күтәрмәне. Ҡатынынан аҙыраҡ ҡурҡа ул. Бәлки, аҙыраҡ ҡына ла түгелдер. Артыҡ бер ниндәй зыяны булмаҫын белһә лә, ҡәтғи ҡарашынан һеркелдәп, шул ҡарашҡа буйһоноп һәм бойороғон үтәп өйрәнгән.
Ниса алдына әйләнгәс, арттан уға төбәлеп уйға ҡалды ир. Эйе... ҡатыны Гөлсөм Бикбулатова түгел шул... Ундай нескә биле лә, аҡҡош муйыны ла, оҙон сәсе лә, һандуғас тауышы ла юҡ. Һуңғы йылдары ныҡ йыуанайып китте. Балтырҙарының һәре генә лә берәр Гөлсөмдәй бар. Эйәге лә ике-өс ҡатлы булып үңәсен ҡаплап ятты. Сәсен әллә нимәһен ҡып-ҡыҫҡа итеп алдыра ла ташлай.
Алдындағы әле генә йомдороп ҡуйған аш тәрилкәһенә күҙен төшөрҙө лә, артабан уйын дауам итте Әмир: Гөлсөм Бикбулатова менән йәшәһә нисек булыр ине икән? Моғайын, ошонда сәсен йәлпелдәтеп матур итеп үтеп-сүтеп йөрөр ине. Тәмле хушбуй еҫтәре һибелеп ҡалыр ине. Аяғында бейек үксәле туфли ине бит әле уның телевизорҙа, тырнаҡтары ҡып-ҡыҙылға буялған ине. Ундай ҡатын уның был ҡулъяулыҡтай ғына кухняһында ҡойҡа ҡайнатып торор инеме лә, яратҡан кәбеҫтә һурпаһын бешереп ҡаршы алыр инеме икән? Юҡтыр... Ә Нисаһы бит шул хәтлем тәмле бешерә. Гөлсөмгә анау кейгән ялтыр-йолтор күлдәктәрен алып бирергә, уны ҡиммәтле машинала йөрөтөргә, сит илдәргә ялға ебәрергә, гөл-сәскәләр генә бүләк итеп торорға кәрәк булалыр. Нисаһына ғүмер буйы йөрөгән “десятка”лары ла ярай. Тыуған көнөндә һәм һигеҙенсе мартта ул сәскә түгел, ә кәстрүл йәки таба ала. Әмирҙән һорап тормай, ә уның аҡсаһына ала ла ҡайта. Ғөмүмән, барлыҡ аҡса ҡатынының ҡулында. Иренә тәмәкегә һәм әллә ниҙә бер берәй шешәгә генә бүленә. Әлбиттә, өҫ-башты ҡасан һәм нисек яңыртыуҙы ла хужабикә хәл итә. Әмир бит үҙенең нисәнсе размер кейгәнен дә белмәй. Һәм, Аллаһына шөкөр! Бикбулатова шулай итеп йөрөр инеме? Юҡ, әлбиттә. Ә Нисаһы уның шулай. Насар түгел ул, артыҡ уҫал да, үтә йыуаш та түгел. Ҡатыраҡ, ҡырыҫыраҡ, ҡорораҡ ҡына... самай раз инде былай, самай раз.
Ишек төбөндәге телефон шылтырап икеһен дә тертләтте лә, ҡатын, газын һүндереп, барып трубканы алды:
--Алю?
Теге яҡтағы һөйләүсе ярһыу тауыш менән башлағайны хәбәрен, шул ҡыҙыулыҡта теҙҙе лә теҙҙе. Өҙөк-йортоҡ хәбәрҙәр ишетелеп ҡалды:
--Эскесе!.. Кисәнән бирле... Бисәһе бар... Йәшәмәйем... Бәхетһеҙ булдым...
Нисаның әхирәте. Айына уҡ булмаһа ла, ике-өс айға бер боларышып айырылышып, егерме йыллыҡ күҙәтеүҙәр күрһәткәнсә, аҙағынан кире ярашып йәшәп китәләр. Ғауға сыҡҡан һайын әхирәтен ҡаңғырта ла, тынысланһалар оҙаҡҡа ғына онотоп тора. Ниса уны баш ҡаға-ҡаға тыңлай:
--Эйе! Эһе... У-уй... Йә, инде... Һы! Вәт, әй... Кит әле! Ыста-а...
Трубканы һалып, ишек төбөндәге бүкәнгә сүгәләгәс, ҡатын, әхирәтенән ишеткәндәренән аҙыраҡ шаңҡый биргән ҡарашын, һаман өҫтәл артында нимәлер сәйнәгән иренең арҡаһына төшөрә. Бына, уның ире, эшкә бара ла ҡайта, эшкә бара ла ҡайта, ялында балыҡ тота йәки гаражында соҡона. Ҡунаҡтарҙа һуғып ала, тик самаһынан сыҡмай. Әйткәнде тыңлай, ҡаршылашмай, тауыш күтәрмәй, ят тиһә – ята, тор тиһә – тора. Инһә – бар, сыҡһа – юҡ. Аллаға шөкөр. Ярай ҙа, Әнүәр Нәрғәлиев түгел дә, ти. Әнүәр уға, янбашы аҫтында ултырғыс бар икәне лә күренмәгән ҡатынға ҡарар инеме икән? Ошондағы кухняла уның кәбеҫтә һурпаһын шул тиклем яратып шөрпөлдәтеп ултырыр инеме? Уға, моғайын, әллә ниндәй ресторан тамаҡтары ғына кәрәктер. Унан үзбәк баҙарынан йәки распродажанан алып ҡатҡан футболка-күлдәктәрен кейер ине тиһеңме? Юҡтыр... Ә бына Әмире кейә. Һимерҙең дә тимәй, йылыһың, йомшаҡһың, тип кенә һыйынып ята. Тамағың - шулай, йыйыштырғаның – былай, эшләгәнең – тегеләй, тимәй. Бөтә нәмәгә лә өнһөҙ риза, тауышһыҙ ҡәнәғәт. Эй, булмаһын да әле ул Нурғәлиев...
Ниса, ире менән һыуытҡыс араһынан, икеһен дә ҡыбырлата биреп ҡыҫылып үтте лә, ҡабат плитәһе алдына баҫты. Уның килеп торғанын ғына көтөп ултырған ире сыҙаманы:
--Еҫе тәмле.
Ҡатынға был етә ҡалды:
--Тәмлеме? Ҡойҡа ҡайнатҡайным, халадис итермен тип. Ҡана, һалып бирәйем һуң.
Ҡайҙалыр өҙөлөп-өҙөлөп Әнүәр Нурғәлиев менән Гөлсөм Бикбулатова йырланы. Уларға геүләп ҡул саптылар, сәскәләр ырғыттылар. Ә бында, ике бүлмәле иҫке хрущевканың бәләкәй генә кухняһында, Ниса менән Әмир тирләп-бешеп ҡойҡа һурпаһы һемерҙе. Әйҙә лә, үҙ юлдары менән йөрөһөндәр... Бикбулатовалар... Нурғәлиевтар...
Миләүшә Ҡаһарманова.
(Асыҡ сығанаҡтан алынды).