ВАХТА (повестан өҙөк)
Һөйөнсө! Бөрйән ҡыҙы, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова “Вахта” тигән повесть яҙған.
-Дуҫтар! Әҫәр әҙер. Берәй айҙан китап булып донъя күрәсәк һәм һатыуға сығасаҡ. Кинәнеп уҡырһығыҙ, Алла бирһә (Интернетҡа ҡуйылмай. Зинһар, личканан һорамағыҙ), – тип хәбәр Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы.
Әйҙәгеҙ, яҡташыбыҙҙың сираттағы әҫәренән “ауыҙ итә” торайыҡ... Китап булып сыҡҡас, һатып алып, тулыһынса уҡып кинәнербеҙ.
Афарин, Миләүшә! Ижадың гел шулай илһамлы булһын!
Самолеттан төшкәс тә, иң беренсе таксины эләктереп, ҡалаға елдерҙе Камил. Ҡар баҫҡан Уренгойҙың көрткә сумып ултырған бейек йорттары араһынан бата-бата йән көскә барып етте машина. Вертолетта эш урынына осоуға тиклем әле ике көн бар, шул ваҡытын бында булғанда килеп йөрөгән ҡатыны янында үткәрмәксе. Вахтанан һуң, ғәҙәттә, аҡса алғас туҡтай ул бында. Альбина ла көтөп тора. Кәрәк әйберҙәренә теҙмә яҙып ҡуйып, муйынын ҡайырып магазиндар буйлап йөрөтһә лә, тамағын төрлөләп бешереп, һылап-һыйпап ҡына ял иттереп ебәрә. Ауырығанда үҙе ҡойоп эсерә, сығып алып килә, кәйефен боҙоп шул араҡы өсөн әрләшеп ултырмай. Уйлап ҡарағанда, ни эшләп шул Альбинаға өйләнеп кенә ҡуймаҫҡа әле уға? Ире юҡ, балаһы юҡ – ирекле ҡош. Ҡасандыр, ҡайҙалыр кемелер булған былай. Ҡайҙалыр тип, Башҡортостанда инде, Альбина уның яҡташы бит. Бер поезда килгәндә танышып алғайнылар. Элекке йыл микән? Ай-һай, өс йылға яҡын күрешәләр икәндә. Ике айға бер булһа ни... Бына бөгөн йылы ҡосағына инеп, күңелен күреп алһа, матур ғына итеп әйтеп тә ҡуяр әле. Өйләнешәйек үк, тимәҫ, бергә йәшәп ҡарайыҡ, тиер. Альбина, моғайын, риза булыр. Күпме ваҡыт ҡабул иткәнен, үпкәнен-ҡосҡанын ни... Аҡсаһын да ярата бит инде ул Камилдың. Яҡты ҡарашы, тәмле ашы ла, ҡайнар ҡуйыны булһа, эш хаҡында тулыһынса тоттороп ҡуйырға риза ул. Әсәһе лә елкәһенән төшөр, исмаһам. Юғиһә, шул бер һүҙҙе тызый ҙа тызый – өйлән. Башҡортса белмәһә лә, башҡорт ҡыҙы бит әле был ҡатын, уныһы ла ярар. Үҙенең дә инде йәше утыҙ биштән уҙҙы... туҡта, ҡырҡҡа етеп бара түгелме? Яңғыҙ арыған, йонсоған. Бына, хәҙер, хәл итер яҙмышын.
Шундай ҡанатлы уйҙар менән баҫҡыстарҙан йүгереп тигәндәй менде егет. Альбина йәшәгән фатирҙың ишек төбөнә еткәс башлығын сисеп ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла, тирләп һылашҡан ҡыҫҡа сәсен һыпырҙы, устарын ышҡып алды. Ҡыңғырауға баҫҡайны, өс бүлмәле фатирының ике бүлмәһенә ҡатын-ҡыҙҙар индергән ҡарсыҡ килеп ишекте асты. Асты ла Камилды күреп бот сапты:
--Господи! Тебя только не хватало...
--Здравствуйте, Варвара Петровна. А Альбина дома?
--Ты, милок, лучше уходи. Христом-богом молю...
Шулай тип ялынды ла, үҙе йәһәтләп Альбина йәшәгән бүлмә ишегенә ҡарап алды. Ул арала егет тупһаны ашатлап, ҡарсыҡты ипле генә итеп ситкә этәргәс, аяҡ кейемен дә һалмайынса үтеп китеп, әхирәтенең ишеген төртөп асты. Асты ла, ҡорған артында торған килеш ынтылып утты ҡабыҙҙы. Бында нимәнең ҡайҙа торғанын ятлап бөткән бит ул. Унан ҡорғандарҙы уртаға йырып эскә күҙ һалды. Альбина йоҡлап ятҡан еренән һикереп тороп ултырған. Йоҡлағандыр шул, иртә бит әле, етмәһә ял көнө. Тик яңғыҙ түгел икән шул...
--Камил?!! Какого черта?..
Йәнәшәһендәге ир ҙә башын ҡалҡытты. Нимәлер тип мығырларға тип ауыҙын асты ла, эргәләренә килеп үк текәлеп торған икенсе ирҙе күреп күҙҙәре түңәрәкләнде.
--Ваҡытты бушҡа үткәрмәйһең икән. Хуп... хуп... – Камил һаман бүлмә буйлап йөрөп ята, ни эшләп улай иткәнен үҙе лә аңламай.
--Камил... бар әле кухняга... хәҙер сығам, һөйләшәйек, — тип өҙгөләнә түше тәңгәлендә юрған осон бөрөп тотҡан Альбина.
Ысынлап та әле, нимә күрмәгән ул бында, тип ишеккә атлағайны ғына, теге ятҡан әҙәм телгә килмәһенме:
--Давай-давай и дорогу сюда забудь!
Ошо ғына етмәй торған икән Камилға, уның күңел төбөндә, бик тәрәндә йәшенеп ултырған һәм бик һирәк осраҡтарҙа ғына ҡалҡып сыға торған енен ҡуҙғатыуға әлеге һүҙҙәр генә етмәгән. Бер һикереүҙә диван эргәһендә булды ла, ҡаршылашыуға ҡулдарын күтәреп маташҡан иргә уңлы-һуллы һелтәп тә ебәрҙе. Ятты ла ҡуйҙы теге. Әллә кисә күп тейәгән булған, әллә ҡурҡыуы шул самамы – торманы. Сарылдап аралап маташҡан ҡатынға ла берҙе тамыҙҙы егет. Уныһы оторо шарылданы:
— Полиция саҡырам! Бар сығып кит! Хайуан!
Былайҙа ишек төбөндә ине инде Камил. Бүлмәлә уның теш араһынан ҡыҫылып сыҡҡан әшәке һүҙҙәре генә ятып ҡалды:
--Фәхишә! Кәнтәй...
Кухня яғынан ҡобараһы осҡан хужабикәнең бәләкәй генә сирыш йөҙө күҙенә салынып ҡалды ла, иҫенә килгәндә яланбаш көйө яңы яҡтыра башлаған урамда тора ине. Ҡайһы яҡҡа күҙ һалһа ла ҡар тауҙары, унда бында көрт йырып ауырлыҡ менән хәрәкәт иткән машиналар фары ялпылдай. Саҡ ҡына ҡатып торғас, аяҡ аҫтына сыртылдатып төрөкөрҙө лә, дәү юл сумкаһын ипләберәк аҫып алып, ҡыҙыу атлап китте. Таныш егеттәренә йәйәүләп барып еткәндә арыуыҡ бышлыҡҡайны. Инде лә, өҫтөн һалып түргә уҙғас, иртәнге сәй ултыртып йөрөгәндәрҙең өҫтәленә әле юлда алған бер яртыһын ҡуйҙы.
--Иртә түгелме? – тине уға өйҙәгеләрҙең береһе.
--Шешә менән бисәләргә махсус ваҡыт кәрәкмәй, — тигән булды ҡунаҡ.
--Ниндәй сәбәп? – тинеләр.
--Сәбәп тә кәрәкмәй. Былай...осрашыу хөрмәтенә, — тип яртыны өс бокалға бүлеп һалды. Ас ҡарынға эсеп ебәрҙеләр. Унан сыжлап ҡыҙҙырылған картуф килеп ултырҙы. Эре-торо итеп колбаса теленде, сумканан ауыл күстәнәстәре сыҡты. Шешә артынан шешә асылды, телдәр сиселде, бисәләрҙең тәү инәһенән башлап төшөп һүгелде. Төш еткәнен дә, кис еткәнен дә белмәнеләр. Иҫерҙе Камил, иҫерҙе... Ике көндән аңҡы-тиңке итеп, саҡҡа айнығып, яҙа-йоҙа душ инеп сыҡты ла, ғолҡолдатып һыу эсә-эсә вертолетҡа сыҡты. Артабан уны поляр һыҙығы аръяғындағы ике айлыҡ ауыр хеҙмәт көтә. Унда ҡатындар юҡ, араҡы юҡ, бәйләнеш юҡ... һәм тағы ла әллә күпме нәмәләр юҡ.
Миләүшә Ҡаһарманова.