Бөтә яңылыҡтар
Проза
6 Октябрь 2022, 14:50

ЯРАТАҺЫҢ КИЛЕП ЯРАТ... Хикәйә

...Срогын тултырып ҡайтыуға яратҡан ҡатыны башҡа ир менән йәшәй ине. Заман төрмәлә саҡта бер туған ағаһын машина бәреп үлтергән. Уның ҡатыны һәм ике балаһы йәтим ҡалған. Ғаиләһеҙ ҙә ҡалғас, “тюремщик”, тигән мөһөрө лә булғас, юлдан яҙып китер, тип, туғандары уны еңгәһенә димләп өйләндерҙе. 

ЯРАТАҺЫҢ КИЛЕП ЯРАТ...  Хикәйә
ЯРАТАҺЫҢ КИЛЕП ЯРАТ... Хикәйә

Яратаһың килеп ярат,

Йәшәйһең килеп йәшә!

Радионан Салауат Фәтхетдинов башҡарыуында ошо йырҙы ишеткәс, Замандың күңеле тулып китте. Күпме ауырлыҡтар күрһә лә иреп төшмәне, ә бына моңло йыр йырлаһалар ҡатын-ҡыҙҙар кеүек күңеле нескәрә лә китә. Хатта күҙ йәштәре атылып килеп сыға. Үҙенең был хәләтен кешегә һиҙҙерәһе килмәй, ир башы менән илап ултыра тиерҙәр, көлөрҙәр. Шуның өсөн ул йыр тыңламаҫҡа тырыша, радионы ла күп ваҡыт һүндереп ҡуя ине. Әлеге йыр уның күңеленең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Йәшләй генә өйләнде ул. Юҡҡа ғына ғәйепләнеп өс йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Срогын тултырып ҡайтыуға яратҡан ҡатыны башҡа ир менән йәшәй ине. Заман төрмәлә саҡта бер туған ағаһын машина бәреп үлтергән. Уның ҡатыны һәм ике балаһы йәтим ҡалған. Ғаиләһеҙ ҙә ҡалғас, “тюремщик”, тигән мөһөрө лә булғас, юлдан яҙып китер, тип, туғандары уны еңгәһенә димләп өйләндерҙе. Еңгәһенең дәрте ташып торған сағы, балалар ҙа йәтим булмаҫ, ни тиһәң дә үҙебеҙҙеке, тип уйлағандарҙыр. Шулай булмай ни! Бер атыуҙа ике ҡуян! Ул ваҡытта Заманға барыбер ине. Икенсенән, еңгәһен, ағаһының балаларын йәлләне. Бигерәк йәш көйө үлеп киткән шул ағаһы. Буш ваҡытты үткәрергә улар терәк булды. Ағаһының балаларын тәрбиәләп йәш ғүмеренең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды ул. Сетерекле донъя. Ә күңеле... Ә күңеле ғүмере буйына кемделер көттө... үҙе үлеп яратҡан кеше менән бар донъяһын онотоп һөйөп-һөйөлөп ҡала алманы шул! Алманы! Шулай кәрәк, шулай тейеш тип, йәшәне. Эх! Ғүмер тигәнең!... Ниңә шулай тиҙ үтә икән?... Бына, Заманға ла хәҙер 50 йәш тула. Ғүмеренең иң аҫыл, матур ваҡыттары үтеп киткән.... Ҡай арала үтте икән һуң ул! Был донъяла яҡты эҙ ҡалдырырлыҡ нимә эшләне?! Уйы менән йәшәлгән ғүмерен арҡыры-буй байҡап оҙаҡ ултырҙы ул. Ә ҡолағынан һаман да йыр китмәне: Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә! Яратаһың килеп ярат!.. Яратаһың килеп ярат! .... Әгәр егет сағында ишеткән булһа был йырға артыҡ әһәмиәт тә бирмәгән булыр ине. Яратаһың килмәгән кешене яратып булалыр шул, - тип уйлар ине. Эх, йәш саҡтар, йәш саҡтар! Ул ваҡытта: “яратмаған кеше менән ғүмер кисерәсәкһең!” – тиһәләр ҙә көлөп кенә ҡуйыр, улай ғүмер кисерергә бер нәмә лә мәжбүр итә алмаҫ, тип уйлай ине. Ә донъя... Ә донъя бөтөнләй башҡа яғы менән асылды. Һис ул уйлағанса түгел!

Уның уйҙары ирекһеҙҙән йәш сағына урап ҡайтты. Беренсе ҡатыны менән бер складта эшләп йөрөйҙәр ине. Ревизия ваҡытында складта күп кенә суммаға етешмәүсәнлек асыҡланды. Ҡатыны уйламай, тегендә-бында осорған икән шул. Уны ултыртып ҡуйһалар, улы йәтим ҡала, ҡатыны ла йәл. Шунлыҡтан ул бөтә ғәйепте үҙенә алды. Ир кешегә төрмәлә еңелерәк булыр, тип уйланы. Ҡатыны уның ҡайтҡанын көтөр, баланы ҡарар, тип уйлаған ине лә бит... Юҡ! Тағы ла ул уйлағанса булманы! Төрмәнән ул тура атай йортона ҡайтты. Ҡатынында ҡалған ике бүлмәле фатирын да бүлдереп даулашып йөрөмәне. Шунан еңгәһе менән йәшәп алып киттеләр. Сөнки ул ағаһының балаларын ҡарап үҫтерергә тейешмен, тип уйланы. Еңгәһенә лә өйрәнде. Эштән ҡурҡманы ул. Аҡсаһын да күп эшләне Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, элекке еңгәһе, хәҙер ҡатыны менән үҙ эштәрен асып ебәргәйне. Эштәре гөрләп барҙы. Яңы өйҙән дүрт бүлмәле фатир алып күсенделәр. Яҡшы машина, йөк машинаһы һатып алдылар. Ҡатыны ла эшкә шәп булып сыҡты. Бер туҡтауһыҙ донъя “ҡыуҙылар”. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә бит!.. Донъя ҡыуып, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп күпме ғүмер үткән. Тормош ҡуласаһы бертуҡтауһыҙ әйләнә, артҡа ҡарарға ла ваҡыт юҡ. Ә ул нимәлер көтә, йәненә тыныслыҡ тапмай. Булыр микән ундай мөғжизә?.. Әллә?.. Эх, ошо күңеленең нескәлеге! Барыһын да йәлләй шул ул! Барыһына ла ярҙам итергә тырыша.. Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаңда эйәреп йөрөй, тигәндәй, уның кешеләргә булған эскерһеҙ ярҙамы үҙенә яуызлыҡ булып кире ҡайта. Әллә ул үҙенең ярҙамын көсләп тағамы икән? Әллә “ит изгелек, көт яуызлыҡ”, тигән халыҡ мәҡәле дөрөҫ микән? Ни өсөн нахал, яуыз бәндәләргә генә тормошта гел еңел, уларҙан ҡурҡалар, ситләп үтәләр. Нисәнсе ҡат ул башҡаса береһенә лә ярҙам итмәм, тип анттар итә. Тик... Тик берәйһене ярҙам һорап килһә йәлләй. Мин ярҙам итмәһәм кем итер?! Юҡҡа сығып ҡуйһа нисек итеп йоҡлармын?! Нисек йәшәрмен?! – тигән уйҙар быраулай уның мейеһен. Әгәр ҙә берәйһе ярҙам һорап та, ярҙам итә алмайһа уның эсендә төйөр булып ҡала. Ул төйөр гел генә эсен бошороп тора, йоҡо бирмәй. Кешегә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетле итеп тоя ине шул. Ул бит кешеләргә кәрәк! Тормошоноң бөтә асылы ла шунда. Донъя гел яманлыҡтан ғына тормай бит ул! Яҡшы кешеләре барыбер күберәк уның. Бәлки Хоҙай тарафынан мохтаждарға ярҙам итер өсөн ебәрелгәндер ул! Был уйҙары уның күңелен тынысландырып ебәрҙе. Эйе! Күпме рәхмәттәр ишетте. Күпме кешене ҡыуандырҙы. Кешенең йөҙөндәге ҡыуанысты күреү үҙе бер бәхет бит ул. Һин ул кешене аҙға ғына булһа ла бәхетле итә алдың, тигән һүҙ. Кешеләрҙең ихтирамы, рәхмәте йәшәтә уны. Шул алға әйҙәй. Хоҙай ҙа бит уны үҙенең рәхмәтенән ташламай. Әгәр ҙә шулай булмаһа уңышлы бизнесмен була алыр инеме ни ул?! Заман беренсе ҡатынынан тыуған улын да эшкә алған ине. Беренсе ҡатыны эскегә һабышҡан, улы ла һуғышып төрмәлә ултырып сыҡҡан, бөтөнләй юлдан яҙып ҡуймаһын, тип, янында йөрөтә. Улының дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын да эшкә алды. Эшләп ашаһындар, ваҡыттары эш менән уҙһа, шәләй-вәләй йөрөмәҫтәр, тип уйлай. Улар өсөн үҙен яуаплы тоя. Бала сағында күҙ уңынан ысҡындырғанына үҙен ғәфү итә алмай. Улы бөгөн иртүк килеп еткән, үгәй атаһын үле килеш тапҡандар, ерләргә бирмәйҙәр икән. Сөнки әсәһе менән ЗАГС-тары юҡ, бер ай үткәнсе көтөп торорға, йәки аҡса түләп алырға ҡушҡандар. Унда бер ай ятҡырып булмай бит инде, тип, Заман аҡса түләп барып алып ерләргә булды. Элекке ҡатыны ике бүлмәле фатирҙы бер бүлмәгә алыштырып, иренең фатирын да һатып эсеп бөтөргәндәр, көн итергә лә аҡсалары юҡ. Нишләп ярҙам итмәйһең инде. Ауылдарында туған-тыумасаһыҙ ҡалған, ерләргә лә кешеһе булмаған бер-нисә мәйетте лә үҙ иҫәбенә ерләшеп ҡуйҙы. Был юлы улы ла үтенгәс, ситтә ҡала алманы. Күптән түгел Заман бизнесын ҙурайтып, билмән яһау цехы асып ебәрҙе. Унда эшләр өсөн эшселәр алды. Шул ҡатындар араһында Ғәҙилә исемле йәш ҡыҙҙың үҙенә ҡарата йылы ҡарашын тойһа ла уға артыҡ иғтибар итмәне. Элеккесә эшкә күмелеп, ҡатынының аһ-зарҙарына, көнләшеүҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты. Ҡатыны ла ҡыҙҙың ҡарашын һиҙеп ҡалған, ахырыһы, сәбәбе булмаһа ла көнләшеп йәнен ашай башланы, ә бөгөн килеп ҡыҙы менән икәүләп шул Ғәҙиләне туҡмай башлағандар. Заман саҡ аралап алды. Ҡыҙҙың сәсе-башы туҙған, танауынан ҡан киткән. Ғәҙиләне был көйө ташлап китә алманы ул, машинаға ултыртып өйҙәренә илтте. Ҡыҙ шунда асылып китеп үҙе тураһында һөйләне. Әсәһе менән генә йәшәй, атайһыҙ үҫкән. Үҙ ғүмерендә һинең кеүек яҡшы кешене күргәнем булманы, ошоға ҡәҙәр береһен дә оҡшатманым, - тине ул.

Заман аптырашта ҡалды, ул ҡыҙҙан күпкә өлкән, өйләнгән, шуның өсөн ҡырҡа ғына итеп:

 - Үҙеңә тиң егет табырһың! Һуңынан үкенеп бер булырһың! Мин ҡарт инде! - тине. Ҡыҙ моңһоу ғына ҡарап тороп ҡалды. Шулай ҙа ҡыҙҙың был һүҙҙәре Заманға дәрт, ышаныс өҫтәне. Ул бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Бер ҡарауға әллә ни ваҡиға ла булманы, ә ҡыҙҙың мөхәббәте уның күңеленең аҫтын өҫкә килтерҙе, көс, ғәйрәт өҫтәне. Заман үҙендә тау аҡтарырлыҡ, йыһан гиҙерлек көс тойҙо. Ул ҡыҙ алдында үҙен ҡаты тоторға тырышһа ла уға ҡарата битараф түгеллеген аңлай, тик был хисен ауыҙлыҡлап тоторға тырыша. Йәш айырмаһы, ҡатыны барлығы уға ҡыҙҙың мөхәббәтен ҡабул итергә ҡушмай ине.

- Әллә уның ғүмере буйына көткән бәхете ошомо икән? Шулай кәрәк! Щулай тейеш! – тип йәшәп ғүмере бит үтеп китеп бара. Үҙе яратҡан кеше менән йәшәргә ваҡыт еттеме икән әллә? Заман үҙ балаһы кеүек итеп тәрбиәләгән ағаһының балалары ла башлы-күҙле булып бөтөп баралар. Ғүмер буйы көткән мәл килеп етһә, ҡапыл юғалып ҡалаһың икән ул. Кеше күңеленә иң ауыр, тәрән яраны уның яҡын, яратҡан кешеләре һала шул. Был юлы ла шулай булды. Улар көнө-төнө донъя ҡыуҙы. Шунлыҡтан балалар бөтөнләйе менән үҙҙәренең ҡарамағында ҡалғандар. Уларҙы бер нимәнән дә мәхрүм булмаһын тип, нимә һораһалар, шуны алып бирҙеләр, аҡса һораһалар ҡатынына күрһәтмәй ҙә биргеләне. Балалар күпселек үҙаллы үҫте. Тик балаларҙың күңеленә рухи аҙыҡ һалмағандар, ахыры, араларында ниндәйҙер кәртә бар кеүек. Тормоштоң бер яғы алға китһә, икенсе яғы аҡһай бит уның, Һис түңәрәкләтеп булмай, ҡарап та еткермәгәндәрҙер инде...

 Балаларҙың икеһе үҙ алла донъя көтә, уларҙы уҡырға, фатир алырға ярҙам итте. Кесе ҡыҙҙары ғына кейәүе менән килешеп йәшәй алманы, йәш ярымлыҡ ҡыҙы менән айырылып ҡайтты. Ярай, иҫән булһа ул баланы ла үҫтерерҙәр.

Бына өйөнә ҡатып етте. Ишек асыуға ҡатыны ҡысҡырып ебәрҙе:

- Нимә, Дон-Жуан, ҡайттыңмы!? Мин һине ҡайтмаҫһыңдыр тип уйлаған инем, - тине.

 Заман уға иғтибар итмәҫкә тырышып аш бүлмәһенә үтте. Унда ултырған ҡыҙы уҫал итеп:

 - Молоденкую захотел! Ну, что! Хороша! – тип уға һүҙ ҡатты.

 - Эй, ҡыҙым! Нимә юҡты һөйләйһегеҙ? Ниңә уны туҡманығыҙ? – тиеүгә:

 - Мин һинең ҡыҙың түгел! Не нужен мне такой отец!– тип ҡысҡырҙы. Ул, атаһы үлгәндә өс йәштә генә ҡалған ине. Йоҡо бүлмәһенән ҡатыны килеп сыҡты:

- Кеше булды бит! Миңә өйләнмәгән булһаң, йөрөр инең шунда берәҙәк булып! Ҡайҙа йөрөгәнһең, шунда йәшә! - тип үҙенең һүҙҙәрен теҙҙе. Заман уларға бер ни тип тә ҡаршы әйтмәне, ҡолағында бары:

- Мин һинең ҡыҙың түгел! - тигән һүҙҙәр ҡайнаны. Ошо балаларҙы кеше итәм тип күпме тырышты, ә улар нимә ти. Йәшәлгән ғүмере шулай бушҡа үттеме?

 - Эй, балам! Һеҙ интегеп үҫмәһен тип тырыштым бит!

 - Мы этого не просили! И без тебя нормально росли! Ҡыҙының ошо һүҙҙәре уның йәшәлгән ғүмерен юҡҡа сығарғандай тойолдо. Уның йәшәүенән ни мәғнә? Уларҙы йәлләп, яҙмышын еңгәһе менән бәйләне бит ул. Араларында мөхәббәт булмаһа ла ошо балаларҙы үҫтереп кеше итергә тейешмен тип, үҙен бурыслы тойоп йәшәне. Бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй үҫтеләр, нимә һораһалар шуны алып бирҙе. Артыҡ иркәләттеме икән? Ҡыҙының әйткән һүҙҙәре уларҙы ялғап торған епте бөтөнләйгә өҙҙө. Балалар үҫте, хәҙер мин уларға кәрәк түгел, үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр, тип уйланы. Былай йәшәүҙең бер сиге буласағын аңлай, тик былай ҡапыл булыр тип уйламаған ине, сөнки ҡатынының бер туҡтауһыҙ игәүенә, кәмһетеүҙәренә ошо балалар кеше булһын, тип кенә түҙеп йәшәне. Инде бала сағынан үҙ ҡыҙылай күреп үҫтергән баланан шундай һүҙ ишеткәс Заман бында үҙенең бер минут та ҡала алмаясағын аңлап, сығып китте. Уның артынан ниндәйҙер насар һүҙҙәр ҡысҡырып ҡалдылар, иғтибар итмәне. Ул атаһынан ҡалған бер бүлмәле фатирға килеп яңғыҙы йәшәй башланы. Дүрт бүлмәле фатирын, ике машинаһын, бизнесын да ҡатынына ҡалдырҙы, бары кейемдәрен генә алды. Ул ҡатынынан башҡа үҙенең эшен башлап ебәрҙе. Ғәҙиләнең мөхәббәтен ҡабул итмәһә лә, ул уға ҡанат ҡуйҙы, көс-дәрт өҫтәне. Ундай ҡыҙҙар ҡарарлыҡ булғас, йәшәйбеҙ әле, тип уйланы ул, ал-ял бирмәй эшләне лә эшләне.

Ҡатыны хөсөтлөктәр эшләүҙән бушаманы. Теге ҡыҙ башҡаса күренмәне. Ай буйына нимә уйларға белмәй йөрөнө Заман. Эштән һуң ғына ҡайтып ашарға әҙерләп йөрөй ине, ишек шаҡынылар. Һорап та тормай асып ебәргән ине, Ғәҙиләне күргәс, күҙҙәре янып китте. Ҡыҙ ҡыйынһынып ҡына килеп инде, Замандың аптыраулы ҡарашына:

-Адресыңды улың бирҙе, - тине. Заман ни әйтергә белмәй торған арала Ғәҙилә пакетын тотоп аш бүлмәһенә инеп китте. Заман тиҙ генә магазинға сығып кергәнсе өҫтәл әҙер ине инде. Осрашыу хөрмәтенә шарап та күтәргәс уларҙың араһындағы көсөргәнешлек юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Заман һаман “хоҡуғым юҡ”, тип уйлай ине. Ғәҙилә, аптырағас, үҙе һүҙ башланы:

 - Әгәр һин кире ҡаҡһаң, минең был донъяла йәшәүемдең мәғәнәһе ҡалмаясаҡ! Яраттым шул һине, онота алмайым! һөйөүемде ҡабул итмәһәң, башҡаса ныҡышмам, - тине. Ул һөйөү тулы наҙлы күҙҙәрен менән Заманға текләне. Заман сихырланған кеүек уға тартылды, уның ҡулдарынан тотто, ҡосаҡлап алды. Уға кемдер:

- Был бәхеткә хоҡуғың бар һинең... бар..- тигән кеүек ине. Улар бер-береһенә һыйынып тын ҡалдылар. Ә радионан тағы ла Салауат Фәтхетдиновтың йыры ишетелде: Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә!

Шатлығынан уның нескә күңеле тағы нескәрҙе. Күҙ йәштәре яңаҡтарын яндырып төштөләр, тик был йәштәрҙә элекке кеүек һағыш түгел, улар һөйөү, өмөт, бәхет менән тулы ине.

Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА

 

Автор:
Читайте нас: