Бөтә яңылыҡтар
Проза
24 Ғинуар 2022, 11:45

Ҡаҙ мамыҡтары туҙыша…(моңһоу бәйән)

…Әсәйемдең үкһеп-үкһеп илаған тауышына һиҫкәнеп уянып, һалдаттар һымаҡ һикерешеп тороп ултырҙыҡ. -Нимә булды, әсәй? – Өлкән апайымдың йөрәк тауышы менән әйткән һүҙҙәре йәндәрҙе телеп үтте.

Ҡаҙ мамыҡтары туҙыша…(моңһоу бәйән)
Ҡаҙ мамыҡтары туҙыша…(моңһоу бәйән)

Төпкө яҡтың иҙәненә урын йәйеп, шунда теҙелешеп ятҡанбыҙ. Йәйгеһен өйҙә көндөҙ һалҡынса булһа ла,  төндә тынсыулана. Карауатта эҫе, ә иҙәндә рәхәт. Күңелле ул шулай йоҡлау. Сәриә һәм Лилиә апайҙарым ҡыҙыҡ нәмәләр хаҡында серләшәләр, әкиәттәр һөйләнә, йомаҡтар ҡойола...

Апайҙарым күп минең – өсәү. Быларынан тыш ишеү Гөлкәй апай бар. Ул артыҡ хәбәргә ҡыҫылып бармай, әсәйем дә уны гел маҡтап ҡына тора. Эшсән ул, әсәйем әйтмешләй, минең һымаҡ, тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа, тип эшләмәй эште,  бик тә мөстән. “Ауыр төләк” тейсе ишеү әсәй уны. Уныһы нимә булалыр инде…

Атыу мин “еңел төләк” булам микән?  Миңә маҡтау ҙа эләкмә-әй. Уның ҡарауы туҡмаҡ тәтеп кенә тора. Елфруз, тей әсәй мине. Гел өйҙән ҡасып, ситтә уйнағас, “партизанка” тигән ҡушамат та таҡтылар.

Мин  ҡурҡыу һылтауы менән апайҙарҙың уртаһына төшөп ятам. Шыбырлаша башлаһалар, хырылдап тороп йоҡлап киткән кеше булам. Атыу ағайҙарҙың баш хәрефтәрен генә әйтеп, йәки ым-ишара менән генә һөйләшеп теңкәне ҡороталар. Тегеләр мине йоҡланы тип уйлап, серҙәрен тауышланыбыраҡ, исемләберәк бүлешә башлайҙар. Миңә шул ғына  кәрәк тә.

У-у, ундағы  ҡыҙыҡтар… Армиянан бер ағай башҡортсаһын онотоп ҡайтҡан да,  урыҫсаһы  етмәгәс, башҡортса һүҙҙәргә ский-мскийҙар ҡушып һөйләшеп йөрөгән. Үҙенең апа тейеш кешеһе  Мотаһар бабайға: “Здрасти, дед Мутагар” тигән икән, тегеһе: “Тьфү, ауыҙыңассайым” тип ултырып ҡалған, имеш. Бер урыҫ ағай армияға барған да, әсәһенә: “Шуныһы ғына ҡыйын – башҡорттарҙан бер үҙем” тип хат яҙған, имеш. Уның нимәһе  көлкөлөр инде – апайҙар шырҡылдығы сыҡҡан булалар. Нимәһенә көләгеҙ, тип саҡ һораманым инде былай ҙа. Үәт, унда кәрәкте бирәләр ине, минең йоҡламай алдап ятҡаным да асыла ине. Ярай, мәлендә телде тештәп өлгөрҙөм.

Теге түбәнге остағы һонтор Шәкир ағай Әминә тигән апайҙың артынан йөрөй икән… Һе, артыңдан берәү эйәреп тик йөрөһөн әле. У-у, мин түҙмәҫ инем, ҡайһы берҙә үҙен алдыма төшөрөп алыр инем әле.

 Көҙгә туй үткәрергә йыйыналар, имеш. Тик Сәриә апайҙың, ништәп иртәрәк үткәрмәйҙәр икән, Әминә йыуан булып ултырыр инде  туйында, тиеүен генә аңлап етмәйем. Нәп-нәҙексеүел Әминә апай. Былай беҙҙең һуғымдыҡ башмаҡтар ҙа яҙғыһын урманға ҙурыраҡ быҙау хәтлем генә булып сығып китәләр ҙә көҙгә кәртәгә йыуанайып, ҙурайып, яшығыраҡ аттай булып килеп инәләр. Шулайтмай ней, үлән шәп бит беҙҙә. Ялан яҡтарының малдарының мороно ҡап-ҡара булып, үләнде ерҙән матҡып ашап йөрөһә, беҙҙең һыйырҙар башын эйергә лә иренеп, сәскәләрҙең баштарын ғына һәрмәп китеп баралар. Әсәм әйтә инде быларҙы, үҙем ҡайҙан беләйем. Шуға беҙҙең һөт тә, ҡаймаҡ та иң тәмлеһе икән! Үәт! Эй ҡыҙыҡмын да инде – кеше менән башмаҡты сағыштырып ҡуйҙым! Эй, уныһы түгел, тегенеһе – Әминә апайҙың көҙгә туйы буласағы һәм туйында һимеҙ булып ултырасағы ҡыҙыҡ әле ул уның. Как нибут та күрер кәрәк ине шул туйҙы. Былай апайҙар кейәүгә сыҡһа, еҙнәйҙәрҙән аҡса алыуҙы, ағайҙар кәләш алһа, еңгәйҙәрҙән балдаҡ алыуҙы ҡалдырмайбыҙ. Быныһында бер ауылдан булғастар, ҡайһыһы еңгәй ҙә  ҡайһыһы еҙнәй була икәнен ҡайҙан беләһең инде. Эй, уға тикте йәшәр кәрәк әле. Бик кәрәк булһа, еҙнәй тип тә, еңгәй тип тә алырға була бит әле. Зәлифәнең дә ҡолағына тишеп ҡуйыр кәрәк быны.

Үәт, шулай иртәгә Зәлифәгә инәлтә-инәлтә һөйләргә бер нәмә булды. Кәмендә бер кәнфитлек ул был хәбәр. Теге мәл бер имгес кәмфит менән ҡотолғайны, быныһына шикалат һорармын әле. Зәлифә үҙе хаҡты бесә белә ул. Теге мәлде юҡ ҡына хәбәрен бер бишенйәгә саҡ һөйләне. Ул бишенйәне шифанир башындағы йәшниктән тегеләргә һиҙҙермәй генә сәлдереү генә үҙе ней тора.

Ҡайһы саҡ ятҡан килеш кенә уйнай торған берәй уйын уйлап сығарабыҙ. Мәҫәлән, т-нан башлана, м-ға бөтә, кешелә бар, ти кемдер. Беҙ ул һүҙҙе табырға тейеш. Кем беренсе таба, артабан ул әйтә һүҙҙең баш хәрефе менән аҙаҡҡыһын. Йә булмаһа, берәй хәрефкә кеше, ҡала, йылға исемдәре әйтеп ярышабыҙ.

Беҙҙең урта тошта балалар яман күп. Кис етһә, урам гөр килеп тора. Нимә генә уйнамайбыҙ: “Флаг алыш”, “Гөргөлдәк”, “Ун ике таяҡ”, “Йөҙөк һалыш”, “Кәләк”, “Һунарсылар һәм өйрәктәр”… Ҡышҡыһын картуф баҡсаларында һуғыш киноларындағы һымаҡ траншеялар ҡаҙып, ҡарҙан окоптар, блиндаждар эшләп бөтәбеҙ. Ялҡһаҡ, тауға сана шыуырға китәбеҙ. Берәмләп тә, тағылышып, поезд яһап та, хатта ҡайһы саҡ мисәүҙәшеп тә шыуабыҙ. Кем ағас сана, кем тимерен, кем таҡтанан әтмәләнгәнен алып бара. Беҙ тиҙәк түгә торған тимер кәритәбеҙҙе лә алып барабыҙ . Үәт, шыуа ул, исмаһам! Аҫты яп-ялтыр уның. Эсенә беҙ шыуған туҙың башында кәртә эсендә ултырған колхоз эҫкертенән һалам йолҡоп түшәп алабыҙ ҙа ултырып та, ятып та елдерәбеҙ генә. Кәйелә-кәйелә, өйөрөлө-сөйөрөлә елә генә!

Ю-уҡ, көнө буйы бушты бушҡа ауҙарып һәптәндәмәйбеҙ, өйҙәге эштәрҙе бөткәс кенә уйнап алабыҙ. Яҙғыһын мал кәртәнән сыҡтыниһә лә  бөтмәй эшебеҙ, киреһенсә, арта ғына. Йәшел үлән ҡалҡып, көндәр йылытҡас, кәртүк баҡсабыҙҙың артындағы тау битендә ҡаҙ бәпкәләре көтәбеҙ. Эй күңелле ул шул мәлдәр. Үлән ҡалҡһа ла, көн һыуығыраҡ торғанда бәпкәләрҙе сығармайҙар, тәпәйҙәренән һыуыҡ үтә лә бәпкәләр үлә, ти әсәй. Һе, ҡыҙыҡ икән. Беҙ ней яҙҙан яланаяҡ йөрөһәк тә бирешмәйбеҙ ул. Ишеү әсәй ҡайһы берҙә “бәпкәләрем” тигән була бит әле беҙгә. Бәпкә булһаҡ, әллә ҡасан  аяҡ һуҙып бөтөр инек әле. Иң шәбе ҡойоп ямғыр яуып үткәндән һуң ҡойо кисеү. Йылымыс ҡына була ҡойо. Ә һауаһы һуң әле – үлән, тупраҡ, еүешләнгән ҡарағай таҡта еҫтәре…

Шешәгә сәй яһап, банкаға шәкәр туҡылған ҡатыҡ, моҡсайға икмәк һалып бирә әсәй. Ишеү бәпкәләргә ебетелгән икмәк, һыу алаһың да сығаһың тау битенә. Бәпкәле ҡаҙҙар ныҡ уҫал була, шуға ҡаҙҙарҙы тауға ололар ҡыуыша. Бәпкәләрен  биҙрәгә йәки ҡағыҙ йәшниккә һалып сығаралар. Сөнки бәләкәй генә бәпкәләр тигеҙһеҙ ерҙә йөрөй алмай, эләгеп йөгәндәп, өйәҙәп баралар. Әгәр оҙағыраҡ өйәҙәп ятһа, үлә лә ҡуя. Бара һалып торғоҙор инең, ата ҡаҙ бик һаҡ – бәпкәләренә яҡынлармын, тимә. Беҙҙең Миңлебикә тигән инә ҡаҙ бигерәк уңған – йыл һайын күп итеп бәпкә баҫып сығара ла, йәй буйы матур итеп теүәл генә алып йөрөй. Бер яҡ күҙе эргәһендә миңе бар, шуға Миңлебикә тип исем ҡушҡанбыҙ.

Ҡаҙҙарҙы ҡарай-ҡарай, тау битендәге йәп-йәшел генә үләндә аунап уйнайбыҙ. Эй матур була тау яҙғыһын – йәшел ерлеккә һап-һары ғына төймәләр һибелгән – бәпембәләр. Әллә Ҡояш апайҙың һары мунсағы тирелгән микән? Бәпкәләр ҙә шул бәпембәләр кеүек һары ғына, йомшаҡ ҡына. Әллә бәпкә һүҙе бәпембәнән килеп сыҡтымы икән?

Зәлифә, иркәбикә, тиҙ генә ҡатығын эсеп, икмәген ашап бөтә лә, ҡайтайыҡ, тей башлай. Уны әрләмәйҙәр шу-ул. Йәйгелек турғай еләгенә лә ул күбеһенсә политилин мишук алып йөрөй. Еләкте йыя-йыя ла, ҡайтҡанда, күҙҙе ҡыҙҙырып, мишугының бер мөйөшөн тишеп ала ла, көтөүҙән ҡайтҡан әсәһенең елененә матҡып йәбешкән быҙау һымаҡ, еләген иҙә-иҙә имеп ҡайта. Их, тәмле бит ул шулай… Ауылға етер саҡта мишугын кесерткән араһына еффәрә лә китә. Банкы менән барһа ла, ҡулы менән иҙеп ашай-ашай ҙа, әлеге лә баяғы кесерткән араһына олаҡтыра банкыһын. Унан өйҙә еләк таптырған кеше лә юҡ. Беҙ ҡулыбыҙҙағы еләкле силәктәргә һағышланып ҡына күҙ һала-һала атлайбыҙ. Үҙем генә булһам, бәлки, әхирәтемдән ҡалышмаҫ инем дә ул, Гөлкәй апай уҫал шул. Шисный! Тейеп ҡара еләккә! Көнөнә ике барып ҡайтабыҙ еләклеккә. Баҙҙың бер мөйөшө вәринйәләр менән тулды инде. Ҡайтҡас ҡайһы бер күберәк йыйған көндәрҙә былай шәкәр, ҡаймаҡ болғанған бер сынаяҡ еләкте елгәреп ҡуябыҙ ул.

Беҙҙең ишеү һыу буйында һәр беребеҙҙең үҙенең мейесе бар. Таштан әтмәләнгән. Әй, мейес тип әйтмәһәң, үпкәләр инде. Сүлмәк ултыртып, аҫтына ут яғырлыҡ итеп еллерәк, дүрткелерәк ике ташты йәтешләп һалабыҙ. Әсәйҙәр эшкә киткәс, керҙәрҙе, тас-кәритәләрҙе, хатта самауырҙы алып барып, ут яғып ебәрәбеҙ. Сүлмәктәрҙәге һыу йылынғансы, йылғала кәритәлә йөҙәбеҙ, һыу инәбеҙ, селтей тотабыҙ. Өйрәктәр яман ярата ул селбәрәне. Әй, ул мәскәйҙәргә ат тиҙәге ташлаһаң да талашып һоғона ла ҡуялар инде. Ҙурыраҡ һауыт-һабаны, утҡа ултыртылған ҡаҙан-кәстрүлдәрҙе лә йышабыҙ. Эйе, йыуып ҡына таҙартырһың уларҙың көрөмөн – башта йылға ҡомо менән тызып-ышҡып, йышып ялтыратабыҙ. Керҙәребеҙҙең ҙурырағын йылға эсендә тапап-татап алып сайҡайбыҙ. Беҙҙең өйҙә гел ҡыҙҙар ғына булғас, керҙәребеҙ артыҡ бысраҡ булмай. Ә бына Фәнүзә ағайҙарының эшкә кейгән күлдәктәренең яғаларын таҙарта алмай, ташҡа һалып ышҡып ҡарай. Минең күҙ ҡыҙа – шуның кеүек бысраҡ яғаларҙы йыуып ҡарар кәрәк ине ул. Тик беҙҙә ир заты юҡ шу-ул. Әсәй белһә был теләгемде, күрмәгәндең күрегеһе килә, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тиер ине инде. Ҡайһы бер эҫе көндәрҙә йыуылған керҙәребеҙҙе Зәлифәләрҙең картуф баҡсаһының рәшәткәләренә элеп, киптереп үк алып ҡайтабыҙ. Ауырыраҡ әйберҙәр шунда кипкәнсе бер нисә көнгә тороп та ҡала, берәү ҙә теймәй.

Өлкәнерәк апайҙар, еләк-емешкә беҙҙең менән йөрөһә лә, ҡаҙ көтөү менән булышмай, һыу буйында сөгөн йышып та ултырмай - беҙҙең һымаҡ селбәрәләр иңендә был яуаплы бурыстар. Өлкәнерәктәр, беҙҙең яратҡан күрше Гөлнур апайыбыҙ һымаҡтар, өй тирәһендә донъя көтә: икмәк һала, һөт ойота, эркет ҡайната, ҡорот тасҡай, май бешә, ашарға бешерә, йәшелсәне ҡарай, ҡый йолҡа, аласыҡтың иҙәнен ҡасар бысаҡ менән сей һары итеп ҡырып йыуа, беҙҙең һымаҡ ҡасҡалаҡ аҙман ҡарағолаҡ селбәрәләргә күҙ-ҡолаҡ... Уныһы нисек булалыр инде, апайҙарҙан ишетәм инде уныһын. “Аҙман ҡарағолаҡ” тип үҙемә ҡарата әйтәләр. Ҡолаҡ, ней, бөтәбеҙҙеке лә шалҡан сәсерҙек инде ул йәйгеһен. Мәктәпкә барғанда йыуырбыҙ әле. Йәйгеһен санитарҙар ҡарамай бит. Ул ғына нимә, буйы менән һыуыҡ һыу, ҡойо менән булышып, ҡулдар көсөктәп бөтә.

Әсәй эшкә киткәнендә ҡойма аша ғына, Гөлнур, беҙҙең яҡҡа ла күҙ-ҡолаҡ булырһың әле, тип ҡысҡыра. Көн һайын бит әле, ишеү етмәһә. Гөлнур апай былай ҙа белә инде ул. Шуныһы ҡыҙыҡ әле уның - үҙе күҙ, үҙе ҡолаҡ, һе!

Гөлнур апай – урта тоштоң бер йәме. Үҙе бигерәк илгәҙәк, уңған. Шау малайҙар араһындағы бер бөртөк кенә сәскә, гөл бит ул. Исеме есеменә тап килеп тора: ап-аҡ ҡына түңәрәк йөҙлө, ҡаштары ҡыйылып ҡына тора, күҙҙәрендә әллә ниндәй яҡтылыҡ, нур сағыла. Йылмайып ебәрһә, тирә-яҡ яҡтырып киткән һымаҡ була. Беҙ, бәләкәстәр, уны яратабыҙ. Сөнки ул беҙҙең ҡурсаҡтарыбыҙға күлдәктәр тегеп бирә, хатта мендәрҙәр ҙә эшләп бирәм, тине. Нимәнән, тиһегеҙме? Мендәр ҡаҙ мамығынан  була инде. Ә ул мамыҡ беҙҙе етерлек. Урам тулы. Ҡаҙҙар ҙа күп бит, өй һайын 15-20-ләп. Ата ҡаҙҙар урамда үҙ-ара һуғышып китһә, үҙе бер тамаша. Беҙ ситкәрәк китеп ҡарайбыҙ был боланы. Сөнки ҡыҙып алған ата ҡаҙ үҙебеҙгә лә ташланмаҫ, тимә. Ҡайһы саҡ  ҡанға туҙышып бөтәләр ул бахырҙар. Бына шундай саҡта туҙа ла инде ҡаҙ мамыҡтары. Тик, күреп ҡалһалар, ололар йәһәтләп уларҙы айырып алалар.

-Ҡыҙҙар, миңә мамыҡ йыйып бирегеҙ, һәр берегеҙҙең ҡурсағына мендәр яһармын. Күберәк йыйһағыҙ, түшәк тә сығыр, - тине бер көндө Гөлнур апай.

Беҙ шатлыҡтан үрле-ҡырлы һикерештек. Кемдең генә ҡурсағын мендәрле, түшәкле иткеһе килмәһен инде. Минең Ирама бигерәк ҙур мендәр кәрәк инде. Башы яман елде уның. Улай алпауыт башлы ҡурсаҡ бүтән берәүҙә лә юҡ был тирәлә. Магазинға килгәйне ул. Мин көн һайын барып, шул ҡурсаҡҡа ҡарап тороп булһа ла ҡайта инем. Гел апайҙарҙан ҡалған ҡурсаҡ-уйынсыҡ менән уйнап йөрөгәс, йәлләп китте микән әсәй, алып бирҙе. Бәлки, шилма һатыусы еңгәй аңғырт биргәндер әле. Эй, шул, апай әйтмешләй, быркарур холҡом насар инде – бер нәмә башыма килһә, төпсөнөп, тәфсилләп, төп фекеремдән сығам да китәм. Мамыҡ йыйыу тураһында ине бит әле һүҙ яйым.

Кемуҙарҙан тотондоҡ мамыҡ йыйырға. Урамда хатта бер бөртөк тә мамыҡ, ҡауырһын ҡалманы. Ә Гөлнур апай үҙҙәренең өйҙәре ҡашындағы ике түмәргә таҡта ҡатылып ҡына әтмәләнгән эскәмйәлә йылмайып ҡарап ултырҙы. Унан маҡтау өмөт итеп, кемуҙарҙан йыябыҙ. Шилма апай, моғайын, исмаһам, урам таҙарып ҡалыр, тигәндер әле. Шулай булһа ла күңелде. Минеке иң күбе булды. Батамушты ҡауырһындарын да йыйҙым. Уны һыҙырып ҡушырға була. Әсәй ҡыштарын беҙҙе ҡауырһын һыҙыртырға ултырта бит. Шунан беләм. Гөлкәй апай менән икебеҙҙе инде. Өлкән апайымдар ҡырҙа уҡыуҙа, ә Гөләндәм һеңдем ундай эштәрҙе башҡарырға бәләкәй әле. Һәр беребеҙгә айырым кәпрән бирә лә, һыҙырта. Әсәй, Гөлкәй апай күрмәгәндә мин йәһәтләп ҡауырһын килеш тә еффәрәм теге кәпрәнгә. Тиҙерәк тулһын тип инде. Апай әллә үҙе шулай бөтмөр нөғәт, әллә әсәйгә ярамһаҡтанып, күреп ҡалһа, кәрәкте бирергә генә тора. Соҡоп алып тороп күрһәтә әсәйгә, ишеү етмәһә. Ныу, мин дә бирешмәйем. Миндәге ҡарышҡырлыҡ аллам һаҡлаһын инде ул.

-Ул ҡауырһынды һин үҙең һалдың, - тип телләшәм.

-Уй, Тәғзимә, битен йыумаған нәмә. Күрәләтә күҙгә ҡарап, аяҡҡа бес итә бынауы ғәйбрәтең, әсәй.

-Йыуҙымсы битте, һабындығы сығып йыуҙым кисә генә.

-Кисә, һа-һа-һа. – Апай һыны ҡатып һаһылдап көлә. – Ана, Мыяубикәнән оял, исмаһам, ул битен көн һайын йыуа.

-Эйе һиңә, ҡышҡыһын битте ныҡ йоҡартырға ярамай, тине уҡытыусы апай. Атыу һыуыҡ үтә. – Хаялашып булһа ла еңешмәксемен.

... - Бөгөнгә ваҡытым юҡ, мамыҡтарығыҙҙы ямғыр төшмәгән урынға һалып тороғоҙ, йәме. Туҙып ятмаһын, - тип киҫәтте Гөлнур апай. Эйе, юҡтыр ваҡыты. Эше күп уның. Әле йылғанан йүгереп йөрөп һыу ташый, әле иҙән, әле кер йыуа.

-Гөлнур апай, әйҙә, һиңә иҙән йыуышайыҡ та, тиҙерәк йыуып бөтһәк, һин мендәр яһарһың, - тибеҙ.

-Юҡ, мамыҡтарығыҙ ятып торһон, йәме. Көн аяҙыны бит, бөгөн кискә ҡайтып, атай беҙҙе бесән йыйырға алып китә. Ҡайтҡас та эштәп бирермен. Әсәйҙәрегеҙҙең ҡорамалары араһынан матур ғына биҙәкле сепрәк ярпылары ла һайлап әҙерләп ҡуйығыҙ, йәме, - тип йылмая апай.

Беҙҙең күңелһеҙләнгәнде күреп, баштарыбыҙҙан һыйпай. Бигерәк һәйбәт инде апайыбыҙ.

-Мамыҡтарҙы йыйҙығыҙ, әйҙәгеҙ, урам һепереп алайыҡ. Үҙебеҙгә уйнарға таҙа булһын. Иртәнге рәттә генә ямғыр яуып үткәс, саң да баҫылған. Атыу хәҙер генә ҡояш кире киптерә бит ул.

-Әйҙә, әйҙә.

Кемуҙарҙан өйҙәребеҙгә йүгерәбеҙ. Кем – ҡанат, кем һепертке тотоп, һәр кем үҙ тапҡырын һеперә лә башлай. Эйе, ямғыр саңды баҫҡан, тик һыйырҙар ҡойоп киткән  “ҡоймаҡтар” ғына теңкәне ҡорота. Кипкәнен ҡул менән тотоп,  юл өҫтөнә, күршеләр күрмәгәндә, хатта улар яғына кәйелтәбеҙ, ә бына шыйығы эләкһә - биҙа. Көрәк менән ҡойолта-ҡойолта саҡ алып юл ситенә һалып, өҫтөн тупраҡ, ҡырсын менән ҡаплайбыҙ. Һәр кем үҙ тапҡырын һепереп алғас, эй матурайып, яҡтырып китә урта тош.

Гөлнур апай бесәнгә киткәс күңелһеҙ булып ҡалыр инде. Ололар бесәндә саҡта урта тоштоң хужаһы ла ул бит. Кем икмәк ҡатырған, кемдең һөтөн ойоторға кәрәк – Гөлнур апайға әйтеп китәләр. Сөнки, ғәҙәттә, уны бесәнгә алып йөрөмәй торғайнылар. Ул - өй ҡараусы.

Беҙ өйҙә Гөләндәм һеңлем менән ҡалабыҙ. Ут сығып китмәһен, тип әсәй беҙгә көндөҙгө эҫелә ут яғырға рөхсәт итмәй. Бәләкәй тимер сәйнүккә сәй яһай ҙа, аласыҡтағы усаҡтың иртәнсәк яҡҡандан йылы булып ҡалған көлөнә батырып ултыртып китә. Бәләкәй генә сүлмәктә берәй төрлө бутҡа бешереп ҡалдыралар. Һеңлем менән көнө буйы шул һыуыҡ бутҡаны ашап, теге сәйнүктәге сәйгә ҡаҙан төбөндәге ҡайнап һыуынған һыуҙы ҡушып эсәбеҙ. Бер көндө, бәлки, һыуыҡ сәй эсеү ялҡытҡандыр инде, ҡаҙан төбөнә генә ут яғып, сәй ҡайнатмаҡсы булдым. Көл араһынан тере осҡон табып, уның эргәһенә ҡайын туҙын һалып өрә торғас, ут дөрләп янып китте һәм ҡаҙан төбөндәге һыу тиҙ арала ҡайнап та сыҡты. Инде сәй бешергәндә лә була. Тик теге тимер сәйнүк юҡ бит. Эҙләмәгән ер ҡалманы. Ҡапыл ултыра төшә яҙҙым – ул, моғайын, ут эсендә ҡалды инде. Тәнем буйлап ҡалтырау үтте. Әсәй ошо сәйнүген гел маҡтай, ярата бит. Ҡулыма сипсы алып йән фарман торонбаштарҙы таратырға тотондом. Утҡа бер сүмес һыу ҙа һибеп ебәрҙем. Усаҡтағы көл борҡоп, бит-башымды ап-аҡ итһә лә, ҡулдың һырты менән күҙҙе генә һыпырҙым да, иренгә йәбешкәнен тел менән ялап, болғауымды дауам итәм. Эх, шунда ултыра шул сәйнүгебеҙ. Ҡап-ҡара булып көрөмдәнеп кенә ултыра бахырыбыҙ. Һеңдем менән икәүләп ҡысҡырып илай башланыҡ. Беҙҙең тауышҡа тракторын ремонттап йөрөгән күрше ағай йүгереп килеп инде.

-Нимә булды?

-Ана, ана. – һөйләй алмай илайым.

-Яндығыҙ мәллә?

-Сәй-сәйнүк янған. Усаҡ эсендә буған.

-Тфү, ауыҙыңассайым! Сәйнүк тә булған икән иларлыҡ нәмә! Үҙегеҙ янғанығыҙ икән тип торам. – Шулай тип асыу менән сыртлата төкөрҙө лә, ағай сығып китте.

Һе, беҙ янмағанға көйәсе. Беҙ янһаҡ, һәйбәтерәк булыр инеме икән? Аңламаҫһың был өлкәндәрҙе.

Сәйнүкте сипсы менән һөрәп алып биҙрәләге һыуға бәрҙем. Шыж-ж итеп ҡалды. Уй, бахыр ғына. Ҡапҡасындағы төймәсеге, тотҡаһы кәүшик булған икән – янып бөткән. Быны күргәс, тағы дыулаша башланыҡ һеңдем менән. Әсәй кәрәкте бирә икән. Сәйнүк магазинда юҡ, быныһын да ҡырҙан ғына алдырғайны.

Әсәйҙәр ҡайһы бер көндәрҙә банкаға тоҙланған итте йылғала йыуып-йыуып, ҡаҙан төбөнә һалҡын һыу ҡойоп, шуға һалып китәләр. Миңә сәғәт биштәрҙә, ҡояштың ҡыҙыуы бер аҙ һүрәмдәнгәс, ҡаҙан төбөнә ут тоҡандырырға ғына ҡала. Әсәйемдәр  ҡайтҡансы ҡайнатам да, ашын улар үҙҙәре яраштыра. Ул көндө лә әсәйҙәр бесәндән ҡайтҡансы ҡаҙан төбөнән утты өҙмәнем. Апай ҡаҙанды асып ебәрҙе лә шаҡ ҡатты. Бер ҡаҙан һыу ҡайнатып тик ултырғанмын икән. Баҡтиһәң, ит ныҡ тоҙло һымаҡ булғас, иҙәндәге биҙрәләге һыуға батырып киткән булғандар. Мин итте ҡаҙанға төшөрөп, шунан ғына ут яғырға тейеш булғанмын. У-у, миңә ябырылдылар ғына көнө буйы эшләп, асығып ҡайтҡан бесәнселәр. Һе, әпәт быркарурлығым ҡалҡҡан икән, ҡыйбрәт. Урам һепереү тураһында ине бит әле хәбәрем.

…Урамды һепереп бөткәс, тағы теге эскәмйәгә ҡыҫылышып теҙелешеп ултырҙыҡ. Һәр ҡайһыбыҙҙың Гөлнур апайға яҡыныраҡ ултырғыһы килә. “Хали-хали стоп” (Ходи-ходи, стоп!” тигән уйын булғанын һуңынан ғына беләсәкмен әле) уйнарға. “Һаңрау телефон”, “Яулыҡ”, “Үгеҙ йөҙөк” уйындары ла ҡалманы.

-Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, быҙауҙарҙы ҡарап киләйек. – Гөлнур апай уйынға әүрәп, донъяһын онота торған кеше түгел шул. Беҙ ҙә ырғып торҙоҡ. Быҙауҙар көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙарға ҡушылһа, әсәйҙәр баштан һыйпамаҫ. Ул ғына ла түгел, кәрәккә биреүҙәре лә бик ихтимал. Ашарһың унан ҡаймаҡты.

-Әй, мин эҙләмәйем былай. Йыбандыра. Икмәк ашағым килде. – Зәлифә үҙҙәренең өйө яғына ҡайырылды.

-Кисә лә ҡушылды бит быҙауығыҙ. Кәбиринәй кәрәгеңде бирер әле. Әйҙә! – Мин әхирәтемдең айырылып ҡалыуын теләмәйем.

-Атыу тороп тороғоҙ, ҡаймаҡ һылап, шәкәр һылап икмәк алып сығам да.

Их, ауыҙ һыуҙарын ҡорота бит ошо Зәлифә. Әсәһе менән атаһының һуң ғына табып алған ҡәҙерле генә балаһы булғас, балда-майҙа ғына йөҙҙөрәләр үҙен. Буйы менән ҡулында тәм-том. Ә беҙгә, күмәк булғасыбыҙ, ҡаймаҡ улай вуле түгел. Әсәй рөхсәте менән генә эләгә. Аласыҡтағы урындыҡ аҫтында кәстрүле менән ултырһа ла, рөхсәтһеҙ теймәйбеҙ. Сөнки әсәй кәстрүл тулғас, тасҡап, ҡышҡылыҡҡа май эштәй. Тәүҙә лаклы биҙрәгә тоҙҙап һалып бара ла, аҙаҡ иретеп ала. Их, шул мәлдәр. Туртаһына баҫып майғикмәк, ҡулғикмәк бешерә әсәй. Хәтәр тәмле килеп сыға. Әсәй ҡышҡыһын көнө буйы фермала тик йөрөгәс, ундай тәмлекәстәр йыш эләкмәй шул беҙгә.

Зәлифә ишеү икмәген аштың һөҙлөгөнә генә тығып ашарға ярата. Уға өйҙә эш тә күп теймәй. Атаһы менән әсәһе өйҙәләр бит. Ә беҙҙең әсәй ферманан ҡайтып инмәй. Өйҙәге эштәрҙе бөткәс, фермаға ла барып ярҙамдашабыҙ. Ундағы быҙауҙарға исем дә ҡушып бөткәнбеҙ. Ферма күсеп киткәс, аҙбарҙарҙы йыуабыҙ. Уй-й, уныһы ныҡ ауыр. Әллә нисә ҙур-ҙур һарай. Малдарҙы кәртәгә сығарғас, исмаһам, урындарын көрәп тә ҡуймайҙар һауынсылар – күгәреп, бәшмәктәнеп бөткән тиҙәктәрҙе башта көрәк менән ҡырабыҙ, унан һыу менән ебетеп, тағы ҡырабыҙ. Унан тағы һыу һибеп, селек һепертке менән һеперәбеҙ. Шунан ғына тап-таҙа һыу менән сайып сығабыҙ. Арҡа сейләнә былай фермаға һыу ташып ул мәлдәрҙә. Етмәһә, өйгә күпме һыу кәрәк: эсергә, ҡашығаяҡ, кер йыуырға, йыуынырға, йәшелсәгә, быҙауҙарға…

Ул арала ҡулына табандырыҡ ҙурлыҡ  икмәк тотҡан Зәлифә лә күренде. Икмәгенең өҫтөндә бармаҡ яҫылығы ҡалынлыҡ ҡаймаҡ.

Беҙ шым ғына ауыҙ һыуҙарын йотабыҙ.

 Клуб артында ғына йөрөгән икән быҙауҙар. Зыйтлатып алып та ҡайттыҡ. Беҙҙең аҙман ҡарағолаҡ Ҡарабай ҙа бөгөн көтөүгә ҡаршы ҡасып өлгөрмәгән. Атыу алдына сығырмын, тимә.

Хәҙер инде көн кискә ауышты. Тимәк, йәшелсәләргә һыу ташыр кәрәк. Уф-ф. Ана, Гөлнур апай, сос кеше, быҙауҙарын бикләй һалып, йүгереп тә ултыра инде йылғаға…

Ә беҙ, һәптәндәр, Зәлифә менән тағы урамға сыҡтыҡ. Әле бесән мәле булғас, урта тош артыҡ гөрләмәй – бесәндән арып ҡайтҡан өлкәнерәк балалар төнәү яйын ҡарай һала. Беҙҙең һымаҡ өй тауығы булған  селбәрәләр генә күренә унда-һанда. Кискеһен зәрә һәйбәт ул урамда. Эҫе лә түгел, үлән, бесән еҫтәре аңҡый. Ҡараңғы төшкәнсе урам буйлап кәләп һалабыҙ – серләшә-серләшә түбәнгә үткән булабыҙ, унан – үргә. Ут яндырып та пәрҙәләрен тартмаған өйҙәр тапҡырында туҡтап торабыҙ – өй эсен байҡайбыҙ. Хәтәр ҡыҙыҡ ул – телевизор һымаҡ. Их, ул нәмәкәй беҙҙә лә, Зәлифәләрҙә лә юҡ шул. Абдрахман ағайҙарға рөхсәт һорап ҡына инеп ҡарайбыҙ ҡайһы берҙә. Бәғзе саҡ үргостар менән түбәнгостар, беҙҙең яҡҡа килеп йөрөмәгеҙ, тип зыйтҡа тейеп ҡала.  Ҡайтырға мәл еткәс тә әле бер-беребеҙҙе оҙатышып, ике өй араһында әллә күпме кәләп һалабыҙ. Берәйебеҙҙең әсәһенең тауышы ишетелеүе генә айнытып ебәрә – өйҙәребеҙгә ҡарай осабыҙ.

…Әсәйемдең таң менән үкереп илауы тиккә түгел икәнен аңлап, апайымдар тороп уҡ киттеләр.

-Нимә булған, әсәй? – Быныһы өлкән апайҙың һорауы.

-Гөлнур үлгән, Гөлнур… – Һүҙен әйтеп бөтә алмай, әсәй тағы үкһей башланы.

Йоҡо ҡайғыһы китте. Аптырауҙан телһеҙ ҡалдыҡ. Күрше Гөлнур апай үлгән, тейсе. Нисек? Кисә генә йылмая-көлә һыуҙан ҡайтып килгән үҙе лә әкиттәге һыу һылыуы кеүек матур Гөлнур апай нисек үлеп ятһын, тей. Бала аҡылым менән әсәйҙең хәбәренә ышанмаҫҡа маташам. Үлгәс, ул  йоҡлап тик ята микән? Ҡасан кире тора икән? Ә мендәрҙәр… Башымда әллә күпме һорау…

Әсәйгә һораулы ҡараштарыбыҙҙы төбәйбеҙ. Нисек инде кисә генә беҙҙең менән быҙауҙар алып ҡайтҡан, урам һепергән, беҙгә мендәрҙәр эшләп бирергә вәғәҙәләгән апай үлеп ятһын инде.

-Әсәй, аңдатыбыраҡ һөйҙә, нимә буған?

-Бесәнгә әпкиткәйне бит кисә кис балларын Хаммат ағай. Бөгөн бакуй йыйырбыҙ тигән инде. Үткәндә сапҡан бакуйҙары ҡурап, шаруап ята инде хәҙер. Көндәр ҡоро тора бит, шөкөр.

Аттары уҫал ине бит. Бесәндектәренә етәрәк, Хаммат ағай дилбегәһен Гөлнурға тоттороп, йәшереп киткән һәнәктәрен алырға төшөп ҡалған. Малайҙар бәләкәй бит әле. Бала ҡулын тойопмо, әллә берәй нәмәнән өркөпмө, аттары сығандап киткән дә алып ҡасҡан, малайҙар һикереп төшөп ҡалып бөткән. Гөлнур ҙа һикерәм тигән икән, арба менән ҡуша ағасҡа һуҡтырған аты. Башы ғына тура килгән шул, башы ғына…

Таң менән арбаға һалып апҡайтҡан ҡыҙғынаһын. Тирүгәгә төрөп.

Әсәй йәнә һыҡтай баштаны.

Шым ғына тышҡа сыҡтым. Күршеләр яғында ла һыҡтау тауышы. Нурия инәй илай булһа кәрәк. Әсәһе. Ипләп кенә урам ҡапҡаһына ыңғайҙаным. Бер гилке асырға ҡыймай торҙом да, әҙерәк кенә асып, ярыҡтан ғына урамға күҙ һалдым. Гөлнур апайҙарҙың өйө эргәһендә лә, арыраҡ та бер төркөм апалар уйға ҡалған. Ҡайһы берҙәре һыйыр ҡыуған таяҡтарын ташларға ла онотоп ҡатып ҡалған. Гөлнур апайҙарға фиршел ағай инеп китте. Бәлки, ул дауалап, терелтер әле. Әсәйем, шул фиршелдең Гөлнур апайға күҙе төшөп йөрөй, тигәйне бит әле. Нисек төшә икән күҙ? Их, күрге лә килә, ҡурҡыта ла. Күрәләтә, күҙең икенсе кешегә барып төшһөн әле…

Ҡапҡаны асып, урамға сығырға ҡыйманым. Таң менән балалар урамда йөрөмәй беҙҙә. Аласыҡ тирәһенә яҡындашҡас, әсәйҙең тауышы ҡолағыма салынып, туҡтап ҡалдым. Ә-ә, апайға теге хәл тураһында тәфсилләберәк һөйләй түгелме һуң? Ипләп кенә аласыҡты урап үтеп, уның арт яғына сыҡтым. Утынлыҡ яғына.

-Таң менән арба тауышы ишетеп аптырағайным ул. Кем йөрөй икән был мәлдә, тип. Кеше таң һарыһынан йөрөмәй бит инде бесәнгә. Һәҙер ней кеше сабырын сабып бөттө, йыйырға ғына көнөн бирһен инде. Бакуй ысыҡ кипмәйенсә өлгөрмәй. Аптырап, икенсе һыйырҙы һауып тормай, урам буйына сыҡтым. Хаммат ағайҙың аты тора ҡапҡалары эргәһендә. Арбала тирүгәгә төрөлгән нәмә. Ул арала Нурия еңгә килеп сыҡты ла бауһыҙ булып арбаға ауҙы. Хаммат ағай үкереп илай инде мына. Ир кеше илаһа, бигерәк ҡурҡыныс икән…

Нурия апай менән Хаммат ағайға түҙемлек насип булһын инде. Ғүмер буйы ут күрше булып, йомошташып, ҡатышып-бытышып йәшәйбеҙ. Гөлнур ошо тирәнең биҙәге ине бит.

Әсәйемдең танауын мырш-мырш тартып илағанын аңғарҙым… --Балалар алдында икенсерәк итеп һөйҙәнем бая. Нимә генә булһа ла, ҡаза инде, ҡаза. Бала ҡайғылары күрһәтмәһен Хоҙай… Хәләл көстәре менән генә донъя көтөп йөрөгән күршеләргә Хоҙай ярҙам бирһен. Балалары килеп тороп уңған бит әле.

Милсейәләр ҙә килдесе. Төшкә ҡарай Гөлнур апайҙы машинаға тейәп район үҙәгенә әпкиттеләр. Нимештәтәләрҙер инде. Бәлки, ҙур балниста шәбәйтерҙәр. Уның тағы ла йылмайып ҡайтып ингәнен көтәүелләп йөрөйөм.

Ҡыҙҙарға ла әйтеп ҡуйҙым өмөтөмдө.

-Алйот, үлгән кеше терелә тей микән, - тип үҙемде әрләп ташланы әхирәтем. Ошо Зәлифә минән әҙ генә алда тыуһа ла, күп нәмәне белә ул.

-Һин үҙең алйот, белдиш, райунда ҙур балнис бар тей, унда кешене терелтә торған быраштар бар тей, үәт.

-Уны күмәләр ергә, ана, Өмөкамал өләсәйҙе лә шулай иттеләр. Ул бүтән сығалмай.

-Уй-й, ҡалай ҡурҡыныс. Күмгәс, ул нисек тын алып ята икән һуң?

-Уй, шыпа алйот икәнең.

Кискә ҡарай күршеләр тапҡырына йөк машинаһы килеп туҡтаны. Юҡ, атлап ҡайтманы апайыбыҙ, бер йоҡа ғына таҡта һымаҡ нәмәгә һалынған ап-аҡҡа уралған кәүҙәһен генә төшөрҙөләр. Үкһеп илаған ололарға ҡушылып, бала аҡылым менән, их, мендәрҙәрҙе кем эшләп бирер икән инде, тип мин дә үкһенем.

Гөлнур апайҙы зыяратҡа оҙатырға бик күп кеше сыҡты. Беҙ ҙә, урта тоштоң ыбыр-сыбыры, барҙыҡ. Зыяраттың юл үткән яҡ ситенә генә ерләнеләр.

Урамда ҡот кәмене. Уйнағы ла килмәй хәҙер. Нимә һөйләшә башлаһаҡ та, һүҙ Гөлнур апайға бара ла ҡағыла. Теге мамыҡтарыбыҙ ҙа мендәр булмай ҡалды. Минеке, ана, утындыҡ мөйөшөндә туҙып ята.

Кеше ғүмеренең нескә генә, сикле генә икәнлеге хаҡында аңғартты был ваҡиға. Ошо көндән уйһыҙ бала сағым уйлы бала саҡ менән алышынды… Атыу минең әсәйем дә, туғандарым да үлеүе мөмкинме икән ней? Һыу буйына барып кешенән йәшереп кенә илап алам. Ыста, кеше үҙенең берәй саҡ үлә икәнен белеп йәшәй булып сыға түгелме? Атыу ништәп йәшәйҙәр икән?

…Был тетрәткес хәл урта тоштоң бер төркөм ыбыр-сыбырына Йәшәү менән Үлем тураһындағы хәҡиҡәтте, ғүмер, тормош хаҡындағы ысынбарлыҡты тәүләп төшөндөрөүсе булды, урта тошобоҙҙоң һәүетемсә генә ағып барған ҡотло тормошоноң аҫтын өҫкә килтерҙе.

Һыу буйындағы усаҡтарыбыҙ ҙа етемһерәп ҡалды – йылға буйы шау-гөр килмәй инде. Кистәрен урамыбыҙ ҙа шаулап тормай  – шымып ҡалды. Ҡыҙҙар менән сығып, беҙҙең эскәмейкәлә һөйләшеп ултырабыҙ ҙа шым ғына таралышабыҙ. Буйы менән сырҡылдаған ҡыҙҙар ҙа етдиләнеп китте. Ике түмәргә таҡта ҡатылып ҡына әтмәләнгән теге таныш эскәмйәгә барып ултырырға баҙнат итмәйбеҙ. Гөлнур апайыбыҙ иҫкә төшә лә, илағы килә… Хатта Зәлифә менән дә оҙатышып йөрөмәйбеҙ инде хәҙер. Беҙ шул көндән ҡапыл өлкәнәйҙек, шикелле. Ә Гөлнур апай беҙҙең күңелдә мәңге йәш, нурлы, серле булып ҡалды…

Урамда ҡаҙ мамыҡтары туҙыша, йыйыусыһы ла, әүрәтеп йыйҙырыусыһы ла юҡ инде хәҙер… Хәйер, хәҙер ҡаҙҙар ҙа кәмене урамдарҙа. Тауҙа ҡатыҡҡа алданып көтөүселәре юҡтыр, күрәһең.

Автор:Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: