Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Май 2025, 16:00

Ветеранға ҡунаҡҡа барҙыҡ

Беҙ, 10 класс уҡыусылары, “Ветеранға ҡунаҡҡа” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылдыҡ. Беҙ ауылдашыбыҙ, уҡытыусы-ветеран Хәйруллина Фәниә Ноғоман ҡыҙының хәлен белешергә барҙыҡ. Фәниә Ноғоман ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы яугиры ҡыҙы. Ул беҙгә үҙенең атаһы тураһында һөйләне.

Ветеранға ҡунаҡҡа барҙыҡ
Ветеранға ҡунаҡҡа барҙыҡ

"Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 18 генә көн булған. Хушлашҡанда атайым: "Матур ғына ҡыҙ булмаҡсы, имен-һау ғына үҫеп етергә насип булһын", - тигән мине ҡосағына ҡыҫып. Ғаиләлә 6 бала булдыҡ. Иң өлкән апайыма 13 йәш кенә булып тороп ҡалғанбыҙ. Атайым пулемётсы булған, яраланып госпиталгә эләккән, ләкин яралары ауыр булып, вафат булған. Ҡәһәрле һуғыш миңә иң ҡәҙерле "атай" һүҙен дә әйттермәне. Атайымдың ерләнгән урыны - Белоруссия Республикаһының Гомель өлкәһендәге Рогачев районының Краснена ауылы. Краснена ауылындағы мәктәп менән хатлашып торҙоҡ. Шул хәтлем иғтибарлы булып, һәр хатҡа яуап биреп, атайым тураһында хәбәрҙәр ебәреп, күңелебеҙгә еңеллек хисе өҫтәп торҙолар. Сафи ағайымдың Фәймә ҡыҙы, улы һәм кейәүе менән, атайым ерләнгән урынға барып, обелискыла атайымдың фамилияһы уйып яҙылғанын, һуғыш үткән ерҙәрҙе күреп, бик тәьҫирләнеп ҡайттылар.

Ирем дә хәрби офицер ине. 27 йәшендә генә һәләк булды. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй ике малайымды аяҡҡа баҫтырҙым, мәктәптә хеҙмәт дарестәрен уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым. Малайҙарым да ил алдындағы хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр. Аллаһҡа шөкөр, бөгөн ҡартөләсәй булып ултырам. Бүлә-бүләсәләрем килеп төшкәс тә иң беренсе миңә йүгереп инәләр. Ошо инде минең өсөн ҙур бәхет, тормош мәғәнәһе", - тип һөйләне Фәниә Ноғоман ҡыҙы.

Инәй бөгөнгө көндә балалары, туғандары, ауылдаштары хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй.

Беҙҙе һуғыш геройҙарын онотмаҫҡа, өләсәй-олатайҙарға иғтибарлы булырға өндәне, яҡшы уҡыуыбыҙҙы, алда торған тормош һынауҙарына бирешмәй, көслө рухлы булыуыбыҙҙы теләп ҡалды.

Автор: Азалия Ҡунафина, 10-сы класс уҡыусыһы
Читайте нас