

Юлдарҙың төҙөклөгөн хәстәрләү халыҡтың именлеген тәьмин итеү менән бер. Районда был мөһим бурысты Әбйәлил юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән районы участкаһы башҡара. Коллективта прораб, кадрҙар буйынса, килешеүҙәр буйынса белгес, инженер, механик, юл мастерҙары, карьер начальнигы, техник-лаборант, бригадир, техник, юл эшсеһе, водитель, механизатор, дробильщик, электромонтер, оператор, слесарь, токарь кеүек вазифаларҙа 86 хеҙмәткәр эшләй. Етәкселәре - Руслан Рафиҡ улы Динисламов.
Юлсылар ҡарамағында - 246,1 саҡрым төбәк, муниципаль-ара һәм 243,7 саҡрым урындағы юлдар. Шулай уҡ йыл әйләнәһенә ошо биләмәлә урынлашҡан ҡоролмаларҙы ҡарау, таҙа тотоу, хеҙмәтләндереү ҙә улар иңендә.
Атап әйткәндә, юлдар һалыу менән бер рәттән, ҡышҡылыҡ улар юлдарҙы таҙартыу, боҙға ҡаршы материалдар һибеү, йәйгеһен - барьерлы ҡоймаларҙы, автопавильондарҙы, юл билдәләрен буяу, төҙөкләндереү, яҙ һәм йәй айҙарында соҡорҙарҙы рәтләү, сигнал тумбаларын яңыртыу, юлдарҙы профилләү, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу кеүек һәм башҡа эштәр менән мәшғүл.
Ағымдағы йылда юл хеҙмәткәрҙәре Иҫке Собханғол – Мораҡ юлында ярты саҡрымлыҡ ерҙә ремонт эштәрен уңышлы тамамлап, әле Ҡотан ауылына тиклем юлда төҙөкләндереү эштәре башҡаралар.
Йыл аҙағына тиклем был объекттағы эштәрҙе тамамлап ҡуйыу планлаштырылған.
Шулай уҡ быйыл Иҫке Собханғол – Темәс юлының бер өлөшөндә ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһы менән ремонт эшләнеп, ҡышҡа еткәнсе ҡалған участкала ла юлды рәтләү күҙаллана.
Әлеге ваҡытта юлсылар көҙгө төҙөкләндереү эштәре сиктәрендә юлдарҙы һәм ҡоролмаларҙы тәртипкә килтереү менән булыша. Күперҙәргә, һыу үткән торбаларҙы таҙартыуға ҙур иғтибар бүленә. Ул эштәр менән бер ҡатар ҡышҡы миҙгелгә техникаларҙы әҙерләү, боҙға ҡаршы материалдар етештереү кеүек эштәрҙе лә башҡаралар.
Ҡыҫҡаһы, район юл хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте һәр кемебеҙҙең күҙ алдында – юлсылар юлдарҙың төҙөк һәм хәүефһеҙ булыуы өсөн тырыша.