Ойошмаларҙа
27 Июль , 06:55

Халыҡ менән дәүләт араһын бәйләүсе күпер

Рәсәйҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа килгәне бирле төрлө документтар юллап бихисап  ойошмаларҙың юлын тапау хәжәте юғалды. Хәҙер документҡа бәйле бөтә эште бер урында – ошо үҙәктә генә хәл итергә мөмкин. Райондағы күп функциялы үҙәкте асылғандан алып – 10 йыл дауамында Айгөл Әнүәр ҡыҙы Ишбулатова етәкләй. Һөнәри байрамдары уңайынан тәжрибәле етәксе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Халыҡ менән дәүләт араһын бәйләүсе күперХалыҡ менән дәүләт араһын бәйләүсе күпер
Халыҡ менән дәүләт араһын бәйләүсе күпер

-Айгөл Әнүәр ҡыҙы, Күп функциялы үҙәктең эше менән таныштырып китһәгеҙ.

-Күп функциялы үҙәктә 400-ҙән ашыу дәүләт, муниципаль һәм башҡа  хеҙмәттәр күрһәтелә. Был хеҙмәттәрҙең һаны көндән-көн арта, йәғни яңылары өҫтәлә бара. Беҙҙә милек хоҡуҡтарын рәсмиләштереү, социаль пособиелар һәм түләүҙәр юллау, документтар алмаштырыу кеүек һәм башҡа бихисап һорауҙарҙы хәл итергә мөмкин. Дөйөм әйткәндә, күп функциялы үҙәк – паспорт өҫтәле, Рәсәйҙең социаль фонды, һалым, ер һәм милек хеҙмәте күрһәтеүсе һәм башҡа бик күп ойошмаларға шәхсән йөрөп документ юллау процедураһын ябайлаштыра, документ артынан ҡалаларға йөрөүҙән азат итә. Ҡыҫҡаһы, халыҡ менән дәүләт араһын бәйләүсе күпер тип әйтергә лә мөмкин. 

Бөгөнгө көндә район халҡын ҡабул итеү залында 4 оператор хеҙмәтләндерә, ә ҡабул ителгән документтар менән 2 хеҙмәткәр мәшғүл.

Ҡабул итеү залында ҡулланыусыны оҙатыусы сектор эшләй, йәғни дөйөм ҡулланыусылар компьютеры. Теләүселәр уның аша үҙҙәре теләгән хеҙмәтте алырға мөмкин. Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамы менән. 

Мөрәжәғәт итеүселәр алдан яҙылып килә. Килеү менән талон бирелә, шул талон менән ҡабул итәбеҙ. Хәҙер элекке кеүек сират юҡ, бер кешенең көтөү ваҡыты 12 минуттан артмаҫҡа тейеш. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре сиратһыҙ үткәрелә.

-Районда ҡайһы хеҙмәттәр киң ҡулланыла?

-Статистикаға килгәндә, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында күбеһенсә пособиелар юллау, “Дәүләт асҡысы”, “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымталарын эшләтеү, шәхси эшҡыуарлыҡты асыу-ябыу, росреестр хеҙмәттәре һәм тахограф  картаһы эшләтеү буйынса мөрәжәғәт иткәндәр.

Мәҫәлән, МХО-ла ҡатнашыу факты – 105, “Дәүләт хеҙмәттәре” эшләтеү – 1020, паспорт алмаштырыу – 216, сит илгә сығыу паспорты эшләтеү – 87, водитель таныҡлығын алмаштырыу – 118, халыҡты социаль яҡлау хеҙмәттәре буйынса 2000-дән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән.  “Берҙәм тәҙрә” принцибына ярашлы, бер нисә хеҙмәтте бер юлы алырға мөмкин. Көнөнә яҡынса 100-гә яҡын кеше ҡабул ителһә, 150-180 хеҙмәт күрһәтелгән тигәнде аңлата. Һәр хеҙмәткә билдәле ваҡыт бирелә – яҡынса 30-40 минут. Шулай ҙа операторҙар был эштәрҙе тиҙ атҡарып сығыу сәбәпле, сиратта ултырыу ваҡыты ла кәмене. 

-Һеҙҙә түләүле хеҙмәттәр күрһәтеләме?

-Түләүле хеҙмәттәр бар. Күп функциялы үҙәк аша алып-һатыуға проект-килешеүҙәр төҙөргә, банкротлыҡҡа ғариза тултырырға  мөмкин. Шулай уҡ документтарҙы ксерокопия үткәреү, сығарып биреү кеүек хеҙмәттәр бар. Яңыраҡ МТС, Билайн операторҙарының сим-карталарын һатыу хеҙмәте индерелде.

Судтан тыш банкротлыҡ эшләтеүгә айырым туҡталып китер инем. Сөнки күптәр был процедураны юристар, башҡа түләүле шәхси ойошмалар аша эшләтеп, бик күп аҡса түләйҙәр. Уны күп функциялы үҙәк аша эшләтергә лә була – беҙҙә ғариза тултырып биреү генә түләүле, әгәр гражданин ғаризаны үҙе тултыра алһа, бөтөнләй бушлай. Был хеҙмәт менән әле 10 райондашыбыҙ файҙаланды, бөтәһенең дә эше ыңғай хәл ителде.    

-Был өлкәләге яңылыҡтар менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.

-Үҙәктә хеҙмәттәр һаны көндән-көн арта, яңылары өҫтәлеп тора – кем үҙенең хеҙмәтен халыҡҡа күрһәткеһе килә, күп функциялы үҙәк менән килешеү төҙөй. Күп хеҙмәттәр ябайлаштырылды. Элек пособие юллауға ғаилә хәле, килем тураһында белешмәләр, һанһыҙ документтар алып килергә кәрәк булһа, хәҙер паспорт, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы кеүек төп документтар ҙа етә. Бөтә һорауҙар буйынса ла мөрәжәғәт итә алалар, бер кемде лә бороп сығармайбыҙ, консультация ла бирәбеҙ.

Үҙәккә МАX ҡушымтаһындағы “Минең документтарым” йәки @mfcrb02_bot чат-боттары аша, +7(927)3333 100, +7(34755)3-68-39 телефондары аша яҙылырға мөмкин. Адрес: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 80. Ҡабул итеү ваҡыты – эш көндәрендә 9.00-18.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял ваҡыты юҡ.  

Уңайҙан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем. Киләсәктә лә район халҡы өсөн бергәләп тырышырға яҙһын.

-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Байрамығыҙ менән!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас