Судья булыу дәүләткә, йәмғиәткә һәм граждандарға яуаплы хеҙмәт итеү. Был һөнәр закондарҙы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тәрән белеүҙе генә түгел, ә юғары әхлаҡи сифаттарҙы, кешеләрҙе тыңлай белеү һәләтен дә талап итә.
Бөрйән район судында тиҫтә йыл судья вазифаһын Зөлфиә Зирәк ҡыҙы Мостафина башҡара. Ул - Амур өлкәһе ҡыҙы. Тормошон был өлкә менән бәйләүе 1995 йылға тура килә – республиканың Юғары судында экспедиция мөдире булып эш башлай. Унан һуң шунда уҡ енәйәт эштәре буйынса суд ултырыштарының секретаре итеп тәғәйенләнә. Кешеләрҙең ваҡытында суд процессына килеүен тәьмин итеү, повесткалар, телефонограммалар ебәреү, суд ултырыштарының протоколдарын алып барыу кеүек эштәрҙе теүәл һәм ваҡытында башҡарған хеҙмәткәрҙе енәйәт эштәре буйынса судья ярҙамсыһы итеп күсерәләр. Юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткән судьяларға ҡарап үҙен дә ошо вазифала һынап ҡарау теләге барлыҡҡа килә. 2015 йылдың ноябрь айында Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән Белорет район-ара судының Иҫке Собханғол бүлексәһенә судья итеп тәғәйенләнә.
-Бөрйәндә тәүге эш көнөм минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Яңы урында, яңы вазифала эш башлау һәр кемгә икеләтә ауыр. Коллектив мине бик йылы ҡабул итте. Белорет район-ара суды, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды етәкселеге өйрәнеп киткәнсе ярҙамынан ташламаны. Эш башлағанда суд аппаратында бик тәжрибәле, үҙ эштәрен белгән, теүәл башҡарған хеҙмәткәрҙәр эшләй ине. Тиҙ өйрәнеп китеүемә шул да булышлыҡ иткәндер. Мин дә үҙ сиратымда ҡайһы бер мәсьәләләрҙә уларға ҡаршы бара инем. Әлеге беҙҙең коллектив йәш, шулай ҙа бик тырыш, эшкә һәләтлеләр. Судья ярҙамсыһы - Нәзилә Ғазина, суд ултырыштары секретаре – Гүзәл Бураншина, суд секретаре - Сәлимә Баймырҙина, I разрядлы белгес - Зөһрә Йәнбирҙина, водитель - Винер Уразаев һәм йыйыштырыусы булып Гөлназ Ҡолдәүләтова эшләй. Коллектив бер команда кеүек берҙәм, татыу. Уларҙың эшендә бик күп яуаплылыҡ ята. Шуны аңлап һәр кем үҙ йөкләмәһен теүәл үтәргә тырыша.
Минең һәр бер эш көнөм үҙенсәлекле. Ҡараласаҡ эштәрҙе ентекләп өйрәнәм, ғәйепләнеүсе, ғәйепләүсе һәм шаһиттарҙың буласаҡ суд тураһында хәбәрҙар булыу-булмауын тикшерәм, шул эштәр буйынса ебәрелгән һорауҙарға яуаптарҙы, ҡануниәтте, аңлатмаларҙы тағы бер ҡат ҡарайым. Унан суд ултырыштары башлана. Уларҙан бушаған арала почтаға килгән хаттарҙы, дәғүә ғаризаларын, ялыуҙарҙы, материалдарҙы ҡарап тейешле күрһәтмәләр бирәм.
Суд процесында хис-тойғоларға урын юҡ. Судья килеп тыуған бәхәсте айыҡ аҡыл, тәрән белем һәм әлбиттә, закондарға нигеҙләнеп ғәҙел хәл итергә тейеш. Һәр бер суд ултырышында грамоталы ҡарар ҡабул итеү мөһим. Сөнки, суд ҡарарҙары миллионлаған кешеләрҙең яҙмыштарын хәл итә, - ти Зөлфиә Зирәк ҡыҙы.
Район суды эшмәкәрлеге яҡтарҙың ғәҙеллеген, асыҡлығын, хәбәрҙәрлеген һәм тигеҙлеген ғәмәлгә ашырыуға, граждандарҙың, юридик шәхестәрҙең боҙолған хоҡуҡтарын яҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Суд эштәрен башҡарыуҙың төп бурысы - эштәрҙе һәр яҡлап объектив һәм ваҡытында ҡарау, уны закон нигеҙендә хәл итеү. Бөрйән район судында бер генә судья булыу сәбәпле, бөтә төр - граждандар, енәйәт, административ һәм башҡа эштәрҙе ҡарау Зөлфиә Зирәк ҡыҙының иңенә төшә. Уның тәжрибәһе һәм квалификацияһы бөтә ауырлыҡ категорияһындағы эштәрҙе лә сифатлы итеп ҡарарға мөмкинлек бирә. Уҙған йылда район судында барлығы 600-ҙән ашыу суд ултырышы үткән, улар араһынан енәйәт эштәре – 48, гражданлыҡ һәм административ эштәр – 461, материалдар – 110. Ағымдағы йылда ултырыштар һаны 500-ҙән ашҡан.
Ошо яуаплы һәм мөһим эштә арымай-талмай хеҙмәт иткән суд хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!