Рәсәй прокуратураһы 1722 йылдың 12 ғинуарында Петр I-нең Сенатҡа бирелгән Исемле Юғары Указына ярашлы ойошторола. Прокуратураны ойошторғанда Петр I тарафынан уның алдына «эштәрҙәге тәртипһеҙлектәрҙән, ғәҙел хөкөм сығармауҙан, ришүәтселектән һәм законһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан золомдо бөтөрөргә йә кәметергә» тигән бурыс ҡуйыла.
Күп кенә илдәрҙә прокуратура – үҙенең тамырҙары менән инквизицияға барып бәйләнеүсе эҙәрлекләүсе, ғәйепләүсе дәүләт институты.
Рәсәйҙә прокуратура хоҡуҡ тәртибе, законлылыҡ һағында тороусы, кешеләрҙең хоҡуҡтарының һәм азатлыҡтарының үтәлешен тәьмин итеүсе, донъяла аналогы булмағанса - властың бер ниндәй тармағына ла ҡарамаған универсаль орган.
Бынан 300 йылдан ашыу ваҡыт элек Петр беренсе Указы менән булдырылған һәм уның тарафынан дәүләт “күҙе” тип нарыҡланған прокуратура әле лә үҙенең традицияларына тоғро.
-2024 йылда Бөрйән районы прокуратураһы коллективы йәмғиәт һәм дәүләт тарафынан ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сыҡты. Социаль өлкәләрҙең бер нисәһе буйынса криминаль хәлде түбәнәйтеүгә, мөрәжәғәт иткән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүгә, шулай уҡ реакция саралары менән райондағы хоҡуҡи мөнәсәбәттәр тармағында үҫеш стратегияһы векторын коррекциялауға өлгәшә алдыҡ.
Даими алып барылған иҫкәртеү эштәренә ҡарамаҫтан, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, үткән йыл закон боҙоуҙарҙы асыуҙың үҫешен күрһәтте. Был, үҙ сиратында, закон боҙоуҙарҙың сәбәптәренә һәм шарттарына иғтибарҙы арттырыуҙы һәм Бөрйән районының үҙенсәлеген тағы ла нығыраҡ өйрәнеүҙе талап итә.
Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең байрамы йыл һайын 12 ғинуарҙа билдәләнә. Был көндә ҡотлау һүҙҙәре һөнәри ҡаҙаныштар өсөн ғорурлыҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт өсөн яҡшы баһа сағылышы булып тора.
Бөрйән районы прокуратураһы коллективына һәм прокуратура ветерандарына, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ихлас ҡотлау һүҙҙәре еткерәм. Һеҙгә рух ныҡлығы, ҡарарҙарҙы үлсәп кенә ҡабул итеүегеҙҙе, ныҡлы һаулыҡ, юғары идеалдар теләйем, - ти Бөрйән районы прокуроры Андрей Владиславович Ёлкин.