Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
20 Октябрь , 13:15

Бөгөн Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө

Нәсимә Идалинаның Байназар мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләүенә 25 йылдан ашыу.

Бөгөн Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө
Бөгөн Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө

Нәсимә Марат ҡыҙы ашнаҡсы булып 1999 йылда эшкә урынлаша. Тыныс холоҡло булыуы һәм тырышлығы ярҙамында эшкә бик тиҙ өйрәнеп китә ул. Әҙерәк эшләгәс, мәктәптән йүнәлтмә алып, ошо һөнәргә уҡып та ала.

– Балалар ашауға бик талапсан, шуға күрә уларға ярауы бик үк еңел түгел. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡтың файҙалы сифаттарын да һаҡларға кәрәк. Мәктәптә балаларҙы 3 сменала ашатабыҙ, шулай уҡ интернатта йәшәүсе балалар өсөн дә бешерәбеҙ. Ашағандан һуң балаларҙың маҡтап, рәхмәт әйтеп тороп китеүе беҙҙең өсөн ҙур баһа, ҡыуаныс. Әлбиттә, замана үҙгәрҙе, хәҙер балалар күберәк магазин аҙығы менән мауыға. Шуға улар туҡ йөрөһөн өсөн беҙ, ашнаҡсылар, бешергән һәр ризыҡ тәмле килеп сыҡһын тип тырышабыҙ, – ти тәжрибәле ашнаҡсы.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: