Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
21 Сентябрь 2024, 13:00

Яратҡан эш ялҡытмай

Ҡайһы ғына өлкәне алып ҡарама, заман талаптарына ярашлы, компьютерҙы яҡшы белеү бөгөн ҙур әһәмиәткә эйә. Текст яҙыу, төрлө программаларҙа эшләй белеү менән хәҙер берәүҙе лә аптыратып булмай. Ә Айгөл Наил ҡыҙы ошо өлкә буйынса уҡырға ҡарар иткәндә ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ була.  

Яратҡан эш ялҡытмай
Яратҡан эш ялҡытмай

Айгөл Байбулатованың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә 20 йылдан ашыу. Уның көндәлек эш ваҡыты электрон документтар алып барыу, шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге исеменән хаттар әҙерләү, командировка бланктарын тултырыу, бойороҡ, ҡарарҙар яҙыу һәм башҡа  бихисап эштәр менән үтә.

Ул – Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. 11-се синыфты тамамлағас, «Бөрйән» совхозынан юллама алып, Өфө ҡалаһына делопроизводитель-бухгалтер һөнәрен алырға юллана. Уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, совхоз бөтөү сәбәпле, шәхси эшҡыуарға эшкә урынлаша. Ә 1996 йылда мәҙәниәт бүлегенә эшкә төшә.

“Эшкә урынлашҡанда яҙыу машинкаһы менән ҡуллана инек әле. Хәҙер генә ул рәхәт - компьютерҙа текст йыйғанда хата китһә, клавиатураға баҫып, тиҙ генә төҙәтеп ебәрәбеҙ. Ә яҙыу машинкаһында бындай мөмкинлек булманы. Хатаһыҙ ғына яҙырға тырыша инем. Тәүге компьютерҙы эшкә 2001 йылда бирҙеләр - миңә һәм баш бухгалтер Зилә Әмир ҡыҙына. Иҫке Собханғолдоң почта бүлегенә махсус белгестәр килеп, 1 ай буйына компьютерҙа эшләргә өйрәттеләр. Һуңынан яйлап компьютерҙар күбәйеп китте. Заманса компьютерға күскәс, эш тә еңеләйҙе, тик документтарға һәм эшкә талаптар йылдан-йыл арта. 1997 йылдан алып Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаеваның ҡулы аҫтында эшләйем. Етәксенән бик уңдым. Бик грамоталы, талапсан, шул уҡ ваҡытта хәлеңә инә белгән кеше ул”, – ти Айгөл Наил ҡыҙы.  

Әлеге ваҡытта ул хәрби иҫәп буйынса белгес вазифаһын башҡара. Күп йыллыҡ тәжрибәһе эште тиҙ арала үтәп ҡуйырға ярҙам итә. Эшендәге кеүек ғаиләһендә лә теүәллек, тәртип ярата. Тормош иптәше Урал менән 6 балаға ғүмер биргәндәр. Өлкән улдары Данил Ишембай ҡалаһында үҙ эшен асып, матур итеп эшләп йөрөй, дин юлында. Алһыу менән Искәндәр студент, Бәхтиәр ҡулына диплом алып та өлгөргән. Арслан менән Анжелика - мәктәп уҡыусылары.

“Урын кешене түгел, кеше урынды биҙәй” тигән әйтем нәҡ Айгөл Наил ҡыҙы кеүектәр хаҡында. Үҙенең булмышы менән генә түгел, матурлыҡ яратыуы менән биҙәй ул үҙ урынын. Эш урынында үҫкән матур-матур гөл-сәскәләр шул хаҡта һөйләй ҙә инде.

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас