Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
12 Апрель , 17:50

Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!

Районда “Проффест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойошторған сараға колледж уҡыусылары һәм эш эҙләүселәр йыйылды.

Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!

Эш эҙләүселәрҙе хеҙмәт урындары менән таныштырыу маҡсатын күҙаллаған вакансиялар йәрминкәһе районда даими үткәрелеп килә. Ул үҙенең популярлығын юғалтмай, сөнки эш эҙләүсе эш биреүсе ойошма вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуапты ла тиҙ ала.

Йәрминкәнең бер өлөшө Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-11-се класс уҡыусылары өсөн ойошторолдо. Район мәҙәниәт һарайында үткән йәрминкәлә бөтәһе 12 эш биреүсе ойошма үҙ вакансияларын тәҡдим итте. Шул иҫәптән мәғариф бүлеге, Иҫке Собханғол мәктәбе, “Ағиҙел” балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәге, район мәҙәниәт һарайы, ғаилә хеҙмәте, “Бөрйән” кооперативы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы  38 эш урыны буйынса үҙ фекерҙәрен индерҙе.

Уларҙан тыш, психологик тренинг, һөнәр һайларға ярҙам итеү өҫтәлдәре эшләне. Сарала ҡатнашыусылар һөнәрҙәр исемлеге, уҡыу шарттары һәм ваҡыты менән танышты. Эшһеҙ граждандар кондитер, электромонтер курстарына, газ ҡаҙанлығы операторына уҡыуға яҙылды.

Социаль контракт (АСПК) нигеҙендә адреслы социаль ярҙам буйынса үҙ эштәрен асҡан өс йәш эшҡыуар: Инзирә Ишбулатова еҫле шәмдәр, Лилиә Һатыбалова тафтинглы балаҫтар, Владик Әхтәмов күн галантерея әйберҙәре эшләү буйынса күргәҙмә ҡуйҙы.

Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны:

- Үҙенең тормошон көйләү өсөн кешегә эш кәрәк. Ә мәшғүллек үҙәге ошо мөмкинлекте биреүсе, кешегә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеүсе сараларҙың береһе. Киләсәктә һәр кем хаҡлы ялға сығырға теләй, бының өсөн стаж, балл күрһәткестәре кәрәк. Күп кенә граждандар балдары етмәү сәбәпле, 65 йәштәре тулһа ла пенсияларын ала алмай йөрөйҙәр. Йәштәргә киләсәктәрен ҡайғыртып, рәсми эш биреүселәрҙең тәҡдимдәрен ҡарап, үҙегеҙгә оҡшаған һөнәр буйынса эш табыуҙарын теләйем. Акцияла ҡатнашҡан ойошмаларға рәхмәт, - тине Венера Фәрит ҡыҙы.

Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Ишкилдина йәйге осорҙа эш эҙләүселәргә бик яҡшы мөмкинлектәр асылыуын билдәләне.

-Туризм өлкәһендә вакансиялар күп. Шулай уҡ “Ағиҙел” лагерына күп эшселәр кәрәк буласаҡ. “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы йәйге лагерҙар ойоштора. Унда ла эшселәр талап ителә.

Мәҫәлән, “Бөрйән” кооперативына техник хеҙмәткәрҙәр, итле полуфабрикаттар эшләүселәр кәрәк. “Бөрйән тревел” йәмғиәтендә (“Бал бабай” кафеһы) ашнаҡсы, ике официант вакансиялары асыҡ.

Ғөмүмән, районда вакансиялар ҙа, иҫәптә торған эшһеҙҙәр ҙә күп. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, мөрәжәғәт иткән кешене 10 көн эсендә эшкә урынлаштырырға тырышабыҙ. Бәлиғ булмаған балаларға ла эш табыла. Уҡып, яңы һөнәр үҙләштерәм йәки үҙ эшемде асам тигәндәргә финанс ярҙам саралары ҡаралған. Шулай уҡ студенттарға стажировка үтеү мөмкинлеге бар. Был да мөһим мәсьәлә, сөнки күп ойошмалар тәжрибәһеҙ йәштәрҙе эшкә алмауҙары ла мөмкин. Тиҙҙән генә тракторсы һөнәрен алған бер егетте стажировкаға ебәрәбеҙ. Был һөнәр үҙләштереү практикаһында яҡшы мөмкинлек, - тип билдәләне Наилә Тимерйән ҡыҙы.

Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Эш эҙләһәң, йәрминкәгә кил!
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: