Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
11 Декабрь 2023, 15:50

“Таң”ды татар ҡыҙы эшләне

Саф башҡорт телендә нәшер ителгән “Таң”ды оҙаҡ йылдар татар ҡыҙы эшләп ултырғанын, бәлки, күптәр белмәгәндер ҙә әле. Бөгөн беҙ, “Таң” гәзите редакцияһы коллективы, хеҙмәттәшебеҙ, верстка операторы  Хәйруллина Заһиҙә Фәһим ҡыҙын хаҡлы ялға оҙаттыҡ.

“Таң”ды татар ҡыҙы эшләне
“Таң”ды татар ҡыҙы эшләне

Бынан 40 йыл элек Бөрйәнгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан сағында ошонда төпләнермен тип башына ла килтермәгән Кушнаренко районында тыуып-үҫкән татар ҡыҙы Бөрйәндә ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерҙе, уларҙы үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Хәҙер 2 ҡыҙына ҡәҙерле әсәй, ике кейәүенә ихтирамға лайыҡ ҡәйнә, 5 ейәнсәренә һөйөклө өләсәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәхетте тормош юлдашы Азамат Хәйруллин ғына күрә алманы - байтаҡ йылдар элек  ауыр сирҙән ҡапыл вафат булып ҡалды.

Эйе, Өфөләге 1-се һанлы һөнәрселек училищеһын тамамлағас, уны юллама менән Бөрйәнгә ебәрәләр. Типографияла, бер аҙ балалар баҡсаһында эшләп ала, ләкин төп һәм иң оҙайлы эш урыны “Таң” гәзите редакцияһында булды – бер нисә йыл йыйыу операторы һәм үткән быуат аҙаҡтарынан алып верстка операторы эшен башҡарҙы.

Яуаплы секретарь менән мөхәррир урынбаҫары вазифалары берләштерелгәндән алып Заһиҙә менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Гәзиттең ниндәй төҫ алыуы, мәҡәләләрҙең нисек урынлаштырылыуы, хаталары булмауы өсөн икәүләп яуаплы булдыҡ. Мин үҙебеҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре тапшырған, гәзит уҡыусыларҙан килгән мәҡәләләрҙе “иләп-һуғып”,  гәзиткә нисек урынлаштырырға кәрәклеген планлаштырып, Заһиҙәгә тапшырам. Ул компьютерҙа материалдарҙы ултырта  һәм ҡағыҙ вариантта миңә кире сығарып бирә. Мин тағы хаталарын төҙәтеп, гәзиткә барырлыҡ хәлгә килтереп, башҡа төҙәтмәләр индереп, тағы уға тапшырам. Теге йәки был мәҡәләне нисек урынлаштырыу, ҡайһы фотоны ҡуйыу буйынса кәңәшләшеп тә алабыҙ.Ҡыҫҡаһы, эшебеҙ бик тығыҙ бара...

Заһиҙә менән шуныһы рәхәт булды – эше эш булһын өсөн ул ваҡыт менән һынашманы. Эшен һәр ваҡыт урын-еренә еткереп башҡарыу  - уның ғәҙәте. Ғөмүмән, уңған, теүәл, бөтмөр, таҙалыҡ һәм тәртип яратыусы итеп беләбеҙ хеҙмәттәшебеҙҙе.  

Заһиҙә быйыл хаҡлы ялға китергә теләүен әйткәс, ҡапыл коллективтың бер сите кителгәндәй тойолдо. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән кешеләр туған һымаҡ булып китә икән.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҙурлап, матур табын ҡороп, бүләктәр тапшырып оҙаттыҡ.

Табын артында бергә эшләгән йылдарҙы барланыҡ, күңелле мәлдәрҙе иҫләп, көлөшөп тә алдыҡ, бергәләп фотоға ла төшөп, уны эшләй һалып, рамға ҡуйып, иҫтәлекле сюрприз-бүләк тә яһаныҡ... Намыҫлы хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы оҙатыу яһарға тырыштыҡ.

Хеҙмәттәшебеҙгә, иң мөһиме, ныҡлы сәләмәтлек теләнек. Сөнки сәләмәтлек булһа, башҡаһын табып була...

“Таң”ды татар ҡыҙы эшләне
“Таң”ды татар ҡыҙы эшләне
“Таң”ды татар ҡыҙы эшләне
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: