Ойошмаларҙа
15 Ноября 2023, 11:00

Белгән өйрәтә!

Ғәҙелгәрәйҙә йәшәүсе Вәлимә апай “Тәсниим” йәш мөслимәләр иттифағы ағзаларына бауырһаҡ бешереү буйынса мастер-класс күрһәткән.

Белгән өйрәтә!Белгән өйрәтә!
Белгән өйрәтә!

Хәҙер кешенең белмәгән нәмәһе, эше юҡ бит ул. Йәштәр ҙә егәрле һәм һәр нәмәне белергә ынтылып ҡына торалар.

Бына әле яңыраҡ Вәзимә Ғәбитова етәкселегендәге “ Тәсниим” йәш мөслимәләр иттифағынан бер төркөм Ғәҙелгәрәйгә барып, Вәлимә Әмәкәсова апайҙарынан бауырһаҡ бешереү буйынса мастер-класс алып ҡайтҡан. Бауырһаҡ бешереү ҙә һәр кемдең ҡулынан килмәй шул, әммә бауырһаҡҡа халыҡ араһында ихтыяж ҙур – ниндәй ҡунаҡ, аят, никах, туй бауырһаҡһыҙ үтһен инде?!

“Тәсниим” ҡыҙҙарына афарин – йә оло апайҙар өсөн берәй дини сара үткәрәләр, йә үҙҙәре өсөн лекция-уҡыуҙар ойошторалар, ауылдарға осрашыуҙарға йөрөп, дәғүәт тә алып баралар.

Белгән өйрәтә!
Белгән өйрәтә!
Белгән өйрәтә!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас