Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
21 Октябрь 2023, 15:00

Сифатлы ризыҡ етештерәләр

Күңел йылыһы ҡушып бешергән ризыҡтар уңа, тиҙәр. “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативында бешерелгән ризыҡтар һәр ваҡыт тәмле була. Шуға ла был ашхананан иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй.

Сифатлы ризыҡ етештерәләр
Сифатлы ризыҡ етештерәләр

“Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы менән 2020 йылдан алып Шәмиғолова Айгөл Рәшит ҡыҙы (өҫтәге һүрәттә)етәкселек итә. Район халҡы белгән ашхананан тыш, кооперативта икмәк бешереү һәм ярымфабрикаттар етештереү цехтары, 3 магазин бар. Бөгөнгө көндә цехтарҙа 18 төр ярымфабрикат етештерелеп, магазиндарға һатыуға сығарыла. Итле ризыҡтар тик районыбыҙҙың фермерҙарынан, шәхси хужалыҡтарҙан алынған һыйыр итенән генә эшләнә. 

Бында эшләүсе уңған ҡатын-ҡыҙҙар икмәк бешереү цехында көнөнә 450 таба, ә айына 4,5 тонна икмәк бешерә. Унан тыш, 30-ҙан ашыу төр ҡамыр ризыҡтары ла бешереп өлгөрәләр. Әйткәндәй, мәктәптәрҙе лә икмәк менән тап “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы тәьмин итә.

 

Автор:Айгүзәл Уразаева.
Читайте нас: