Был йәһәттән Әбделмәмбәт мәктәбендә хәлдәр шөкөр итерлек. Хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары, талапсан һәм бөтмөр Мәсәғотова Лилиә апай үҙ эшенең оҫталарын йыйып алған.
Шәмиғолова Нурия Рәсүл ҡыҙы ошо өлкәлә 30 йылдан ашыу эшләй. Иң тәжрибәле һәм яуаплы ашнаҡсыларҙың береһе. Көйәнтәләп йылғанан һыу ташып, мейескә ут яғып ашарға бешергән замандарын һағынып иҫкә ала Нурия апай. Тәүҙә интернатта ашнаҡсы булып эш башлай. Заман менән бергә яйлап эш шарттары ла үҙгәрә, уңайлыҡтар барлыҡҡа килә. Һәр төрлө йыйындарҙа, йәрминкәләрҙә ихлас ҡатнашыуҙар, ҡунаҡтарҙың төрлөһөн күреп, һыйлап сығарған мәлдәрен күңелле бер дәүер итеп хәтерләй Нурия апай.
Яхина Гөлнур Әбүзәр ҡыҙы ла Ҡыпсаҡ килене. Өлкән быуын ашнаҡсылар һалған күркәм традицияларға тап төшөрмәй, балаларға яҡты йөҙлө апай булып, эшен намыҫ менән атҡара.
Быйыл эш башлап тороусы Иманғолова Нурсилә Сәғит ҡыҙы ла тәү көндәрҙән үк үҙен ипле ҡуллы, тәртипле, талымһыҙ хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Өлкән апайҙарҙың бай тәжрибәһенә таянып, уларҙың урынлы кәңәштәрен тотоп, эште ярайһы ғына ыратып алып бара.
Үрҙә һанап үтелгән апайҙарҙың барыһы ла уңған ҡатын, һөйөклө кәләш, балалар әсәһе.
Тейешле белем алыу өсөн баланың сәләмәт, туҡ булыуы мөһим. Ә һаулыҡ туранан-тура дөрөҫ туҡланыуға бәйле. Аш-һыу тирәһендә бигерәк тә таҙалыҡ, бөхтәлек кәрәк. Киләсәктә лә мәктәп ашханаһы тәмле еҫтәр сығарып, балаларҙы үҙенә саҡырып торһон, ашнаҡсылар бешергән майлы бутҡаларҙы уҡыусылар йыпырып ашап торһон. Икмәк булһа, йыр ҙа була.
Шәфҡәт Ғәликәев.