Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
6 Апрель 2023, 17:00

Юлдар тәртипкә килтерелә

Юлсыларҙың эштәре йыл әйләнәһенә тынғыһыҙ. Әлеге мәлдә Ҡағы – Иҫке Собханғол автомобиль юлында барлыҡҡа килгән ярыҡ урындарҙы, соҡорҙарҙы һыуыҡ асфальт менән ремонтлау эштәре бара.

Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә

 

Һыуыҡ асфальт менән соҡор-ҙарҙы минус 20 градусҡа тиклем температурала ямарға мөмкин.

Ремонт эштәрен юл мастеры Игорь Хәкимов етәкселегендәге  бригада башҡара. Эшселәр боҙолған һәм ярыла башлаған урындарҙы табып, координаталарын программаға индерә. Соҡорҙар бысраҡтан, ҡыйҙан таҙартылғас, пропан менән йылытылып, асфальт һалына. Ямалған урын виброплита менән тығыҙлап нығытыла, һыуыҡ асфальттың тиҙ ҡатмауын иҫәпкә алып, автомобиль тәгәрмәстәре йәбешмәһен өсөн асфальт өҫтөнә ҡом һибелә.

-Аҙна аҙағында йылы асфальт менән ремонтлауҙы күҙ уңында тотабыҙ. Боҙолған участкаларҙы тәртипкә килтереү юл разметкаһы һыҙылғанға тиклем тамамланырға тейеш. Йылы асфальт сығара башлаһаҡ, эшкә ике бригада тотонасаҡ.

Шулай уҡ асфальт япмаһы булмаған юлдарҙа ла ремонт эштәре алып барыла. Ҡар тиҙ иреү сәбәпле, батҡаҡҡа әйләнгән юлдарға ҡырсын түшәлгәс, юлсылар юлды грейдер менән тигеҙләп, каток менән тығыҙлай. Юл япмаһын тулыһынса ремонтлау мөмкинлеге юҡ, бүленгән айлыҡ лимитҡа ҡарап эшләйбеҙ. Ныҡ боҙолған юлдарҙы ваҡытында, оҙаҡҡа һуҙмай ғына рәткә килтерергә тырышабыҙ, - тине Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Руслан Рафиҡ улы Динисламов.

Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: