Бөгөн прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Беҙҙең районда прокуратура 1930 йылда булдырыла. Архивта тәүге прокурор хаҡында мәғлүмәт юҡ. Төрлө йылдарҙа прокурор булып Һибәт Юламанов, Йосоп Ғиззәтуллин, К. Гәрәев, Марат Мусин, Рәүис Миңлеәхмәтов, Ринат Мөхәмәтйәнов, Мөхәмәҙей Ҡоҙашев, Юлай Көҫәпҡолов, Ишбулат Ғайсин, Гөлшат Хәкимовалар эшләгән.
Бөгөн прокуратурала йәш, перспективалы хеҙмәткәрҙәр тупланған, улар үҙҙәренең алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы бойомға ашыра.
2015 йылдан прокуратураны юстицияның өлкән советнигы Филүс Рәфис улы Ғәйетҡолов етәкләй. Ул үҙенең прокуратурала карьераһын 2002 йылда прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы, прокуратура тәфтишсеһе сифатында башлай. 2005 йылда Күгәрсен районы прокуроры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә 2010 йылдың декабренән 2015 йылдың июненә тиклем Күгәрсен районы прокуроры булып эшләй. Принципиаль, маҡсатҡа ынтылышлы, юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә кеше булараҡ, ул эшенең тәүге көндәренән үк енәйәтселек менән компромистарһыҙ көрәш алып бара.
Район прокуратураһы штатында өс оператив хеҙмәткәр, бер белгес һәм водитель эшләй.
2013 йылдың мартынан район прокуроры урынбаҫары итеп юстицияның кесе советнигы Наилә Мөхәмәт ҡыҙы Шәмиғолова тәғәйенләнде. Үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡараусы закон һаҡсыһы үҙен принципиаль һәм грамоталы хеҙмәткәр итеп танытты.
2016 йылдың декабренән прокурор ярҙамсыһы вазифаһын Камил Кәүсәр улы Исламов башҡара.
Район прокуратураһы канцелярияһы эшен оҙаҡ йылдар Роза Роберт ҡыҙы Мырҙабаева алып бара. Уның эшенә яуаплы ҡарауы, бурысын теүәл башҡарыуы коллективҡа иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә.
Водителдән дә уңған коллектив – Флүр Йыһанур улы Хәйбуллин, ваҡыт менән һынашмай, тәүлектең һәр мәлендә лә руль артына ултырырға әҙер.
Законлылыҡты тәьмин итеү - прокуратураның төп маҡсаты. 2017 йылда прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан закон боҙоуҙың 915 осрағы асыҡланған. Был ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү һәм Бөрйән районы биләмәһендә законлылыҡты һаҡлау, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау маҡсатында, шулай уҡ дәүләт мәнфәғәттәрендә район прокуратураһы тарафынан 181 юллау ғаризаһы бирелгән, федераль ҡануниәтте боҙоу факттарын бөтөрөү буйынса 182 күрһәтмә индерелгән, ғәйепле кешеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында 87 ҡарар сығарылған, тикшереүҙәрҙең 12 материалы алдан тикшереү органдарына ебәрелеп, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһе буйынса тәфтиш органдары тарафынан уларҙың барыһы буйынса ла енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, 145 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе хупланған.
Бөгөн, әүәлгесә, прокуратура эшендә иң мөһиме – хоҡуҡ һаҡлау функцияһы. Кешенең хоҡуҡтарын һәм ирекле йәшәүен тәьмин итеүенә күҙәтеү, дәүләттең законлы мәнфәғәттәрен һаҡлау уларҙың эшендә иң мөһим йүнәлештәр булды һәм артабан да шулай булып ҡаласаҡ.
- Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм һөнәри эшмәкәрлектәрендә, Ватанға хеҙмәт итеү тигән изге эштәрендә уңыштар, именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхеттәр теләйем, - ти район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Филүс Рәфис улы.
Баҫмаға Т. БАҺАУЕТДИНОВА әҙерләне.