+17 °С
Болотло


4 августа киске томан ер өҫтөнә йәйелһә, көндәр эҫе торасаҡ.
5 августа күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һалҡынайтыр.
6 августа кәкүк түбәндән осһа –ямғырға.
7 август иртәһе һыуыҡ булһа, ҡыш та шундай булыр.
8 августа имән сәтләүеге күп булһа, йыл уңышлы килер.
9 августа тиреҫ ҡуңыҙы аҫтан осһа, көндәр матур торор.
10 августа ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлаһа, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.
11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.
12 августа һауа бөркөү, томра торһа, себен-серәкәй әсе тешләшһә – ямғырға.
13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.
14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр.
15 августа ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҙ көндәргә ишара.
16 август көн ниндәй була, 19 декабрь ҙа шундай буласаҡ.
16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә –йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
17 августа ниндәй һауа торошо торһа, ноябрь ҙә шундай булыр.
18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә табан болоттар ҡуйырһа, һауа торошо боҙолор.
19 августа көн нисек – 14 октябрь һәм ғинуар шулай килер.
19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро була, дымлы булһа – ямғырлы көҙ килә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.
Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна–ун көн тирәһе елле булыр.
Егерме икеһендә августа ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.
23 августа йылға–күл өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.
24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.
Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.
26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.
27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.
28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябр көндәре ямғырлы булыр.
29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә ҡарай һалҡын булыр.
30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңыр.
31 августа аяҙ булһа, сентябрҙең беренсе аҙнаһы ямғырлы булыр.
31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.